Күк күкрәү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Йәшен — болоттар араһында йәки болот менән ер өҫлөгөндә барлыҡҡа килгән электр зарядһыҙланыуы сәбәпле барлыҡҡа килгән атмосфера күренеше, йәшен ваҡытында күк күкрәй. Ҡағиҙә булараҡ, йәшен көслө өйөрлө болоттарҙа хасил була, ҡома ямғырҙар, боҙ яуыу һәм дауылдар ошо күренеш менән бәйле.

Йәшен кеше өсөн иң хәүефле тәбиғәт куренеше: билдәле булҡан үлемесле осраҡтар араһында тик һыу баҫыуҙа ғына күберәк кеше үлә.[1]

Йәшен географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Global Lightning Frequency.png
Ер өҫлөгөндә йәшен атыу таралышы

Бер үк ваҡытта Ерҙә мең ярым тирәһе йәшен булып тора, уртаса йышлығы секундына 100 йәшен.

Планета өҫтөндә йәшен осрағы тигеҙ түгел. Океан өҫтөндә йәшен, континентҡа ҡарағанда ун тапҡыр һирәк күҙәтелә. Ялағай ялтырауҙың 78%-ы тропик һәм экваториаль зонала (30° төньяҡ киңлектән алып 30° көньяҡ киңлеккә тиклема) тупланған. Йәшен атыуҙың максимум активлығы Үҙәк Африкаға тура килә. Арктики һәм Антарктика поляр райондарында һәм полюс өҫтөндә йәшен булмай тип әйтергә мөмкин. Йәшен интенсивлығы кояшҡа эйәреп йөрөй: көндөҙ һәм төштән һуң йәшен иң күп йәшнәгән ваҡыт (урта киңлектәрҙә). Иң аҙ йәшен йәшнәгән ваҡыт — иртәнге кояш сығыр алдынан ваҡыт. Йәшен, шулай уҡ географик урындың үҙенсәлектәренә бәйле: көслө йәшен үҙәктәре Гималай һәм Кордильер тауҙарында урынлашҡан.[2]

Рәсәй ҡалаларныда уртаса йыллыҡ йәшенле көндәр һаны:

Ҡала Йәшенле көндәр һаны
Архангельск 20
Астрахань 14
Барнаул 32
Благовещенск 28
Брянск 28
Владивосток 13
Волгоград 21
Воронеж 26
Екатеринбург 28
Иркутск 15
Ҡазан
28
Калининград 18
Красноярск 24
Мәскәү 24
Мурманск 4
ТүбәнгәНовгород 28
Новосибирск 20
Омск 27
Ырымбур
28
Петропавловск-Камчатский 1
Дондағы Ростов 31
Һамар 25
Санкт-Петербург 16
Һарытау 28
Сочи 50
Ставрополь 26
Сыктывкар 25
Томск 24
Өфө 31
Хабаровск 25
Ханты-Мансийск 20
Силәбе 24
Чита 27
Южно-Сахалинск 7
Якутск 12

Йәшен болото барлыҡҡа килеү стадиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

512x512px
Йәшен болото барлыҡҡа килеү стадиялары

Йәшен болото хасил булыу өсөн, яуым-төшөм барлыҡҡа килтерерлек кимәлдә дым запасын өҫкә күтәрә торған конвекция йәки башҡа механизм булыуы зарур, һәм киҫәксәләрҙең бер өлөшө шыйыҡ хәлдә, бер өлөшө боҙ хәлендә булған стрруктура булыуы зарур. Йәшен булдыра торған конвекция түбәәнге осраҡта барлыҡҡа килә:

  • ер йәймәһе төрлө булғанға ер өҫлөгөндәге һауа төрлөсә йылына. Мәҫәлән, һыу өҫтөндә һәм ҡоро ер өҫтөндә һыу һәм тупраҡ температураһы төрлөсә булған өсөн. Ҙур ҡалалар өҫтөндә, ҡала тирә яғына ҡарағанда, конвекция интерсивлыға күпкә юғарырыаҡ.
  • атмосфера фронтында һалҡын һауаны йылы һауа күтәрелгәндә ҡыҫып сығара. Фронталь конвекция эске конвекцияға ҡарағанда күпкә интенсивлыраҡ. Йыш ҡына өйөрлө болот барлыҡҡа килеүе, ҡатламлы болоттарҙа фронталь конвекция барлыҡҡа килеүен йәшерә.
  • тау массивы булған райондарҙа. Хатта бәләкәй генә ҡалҡыу урын да болоттар хасил булыуҙы көсәйтә.

Барлыҡ йәшен болоттары ла, ниндәй типта булыуана ҡарамаҫтан, өйөрлө болот стадияһын, өлгөргән болот стадияһан һәм тарҡалыу стадияһын үтә.

Йәшен болотоноң электр структураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

436x436px
Төрлө регондарҙа йәшен болоттарнда заряд урынлашыуы

Йәшен болото эсендә заряд урынлашыуы ҡатмарлы процесс. Шулай ҙа өлгөргән болот миҫалында дөйөм картинаны күҙ алдына килтереп була. Ыңғай зарядлы структура болот өҫтөндә урынлаша, ә тиҫкәре зарядлы структура болот эсендә урынлаша.

Болоттарҙа электр структураһы барлыҡҡа килеүен аңлата торған төрлө механизмдар бар. Төп гипотеза, болот эсендә эре киҫәктер ваҡ киҫәктәргә ҡарағанда тиҙерәк аҫҡа төшәләр һәр ыңғай заряд алалар.

Йәшен ваҡытында хәүефһеҙлек саралары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәшен, башлыса бейек предметтарҙы һуға, хәүефһеҙлек саралары ошоға бәйленгән. Электр зарады иң ҡыҫҡа, ҡаршылыҡ иң әҙ булған юлды һайлай.

Йәшен ваҡытында ҡәтҡи тыйыла:

  • электр линиялары янында булырға;
  • ағас төбөндә йәшенергә (бигерәк тә бейек һәм яңғыҙ ағас төбөндә);
  • һыу инергә (сөнки йөҙөүсөнең башы һыу өҫтөнән сығып тора, бынан тыш һыуҙа эрегән матдәләр яҡшы электр үткәргес);
  • асыҡ яланда булмаҫҡа. Был осраҡта кеше ер өҫтөнән ҡалҡып тора;
  • ҡалҡыулыҡҡа менмәҫкә, шул иҫәптән йорт башына;
  • металл әйберҙәр менән файҙаланмаҫҡа;
  • тәҙрә янында булмаҫҡа.
  • велосипедта һәм мотоциклда йөрөмәҫкә.


Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]