Вулкан (йә Янартау) — ер ҡатламында магматик сығанаҡтарҙан ер өҫтөнә даими йәки әленән-әле лава, тау тоҡомо киҫәктәре, эҫе газдар сыҡҡан каналдар һәм йырындар өҫтөндә барлыҡҡа килгән геологик ҡатлам; йыш ҡына вулкан конус йәки көмбәҙ рәүешендә була, уның башында буранка рәүешендәге кратер урынлаша[1]; Түбәһендәге кратерынан ваҡыт-ваҡыт ирегән ҡайнар матдә, газ, тау тоҡомдары атылып торған осло тау; янартау[2];Ер йәки башҡа планета ҡабығында магма урғылып сығып, барлыҡҡа килгән геологик ҡатлам.
«Вулкан» һүҙе боронғо Римдең ут аллаһы исеменән барлыҡҡа килгән.
Вулкандарҙы вулканология һәм геоморфология фәне өрәнә.
Әүҙемлеге буйынса вулкандар янар, йоҡлаған һәм һүнгән вулкандарға бүленә. Янар вулкан тип тарихи дәүерҙә йәки голоцен (ru:голоцен) дәүерендә урғылған вулкандарҙы атайҙар. Йоҡлаған вулкан тип урғылыуы ихтимал булған вулканды әйтәләр, урғылыуы шикле булған вулкандар һүнгән вулкан тип иҫәпләнә.
Вулканологтар араһында вулкан әүҙемлеген билдәләү буйынса берҙәм фекер юҡ. Вулкандың әүҙем осоро бер нисә айҙан миллион йылдарға һуҙылыуы мөмкин. Ҡайһы бер вулкандар бер нисә мең тиҫтә йыл буйы урғылгандар, хәҙер әүҙем түгелдәр.
- 1963 йылда вулкан урғылыуҙан Исландияның көньяғында Суртсей утрауы барлыҡҡа килә.
- 1883 йылда Индонезияла Кракатау вулканы урғылыуы тарихта ишетелгән иң көслө тауыш сығара. Уның тауышы 4800 км алыҫлыҡта ишетелә. Тауыш тулҡындары Ерҙе 5 көн эсендә 7 мәртәбә урап сыға. Вулкан 36 000 ғүмерҙе өҙә, ер йөҙөнән 165 ауылды юҡ итә. Вулкандан һүң барлыҡҡа килгән цунами 132 ауылға зыян килтерә. Был вулкан 1927 йылдан һүң урғылып Анак Кракату (Бала Кракату) утрауын барлыҡҡа килтерә.
- Гавай архипелагындағы Килауэе вулканы бөгөнгө көндә иң әүҙем вулкан. Вулкан 1983 йылда урғыла башлаған һәм бөгөнгө көнгә тиклем дауам итә.
- Тайваньда янар вулкан булыуы асыҡланған. Элегерәк 20 000 йыл элек һүнгән тип иҫәпләнгән булһа, хәҙер бары тик 5 000 йыл элек һүнгән тип иҫәпләнә.
- 2010 йылда Эйяфьядлайёкюдль вулканы атылыуы Европала 60 меңләп һауа рейсын ғәмәлдән сығара.
- 2010 йыл, 21 март —Эйяфьядлайёкюдль вулканы, Исландия утрауы
- 1902 йыл, 8 май — Мартиника утрауы, Мон-Пеле вулканы
- 1902 йыл, 24 октябрь — Гватемала, Санта-Мария вулканы
- 1911 йыл, 30 ғинуар — Филиппиндар, Тааль вулканы
- 1931 йыл, 13-28 декабрь, Индонезия, Ява утрауы, Мерапи вулканы
- 1944 йыл, март, Италия, Везувий вулканы
- 1944 йыл, июнь, Мексика, Парикутин вулканы
- 1951 йыл, 21 ғинуар, Яңы Гвинея, Ламингтон вулканы
- 1956 йыл, 30 март, СССР, Камчатка, Безымянный вулканы
- 1980 йыл, 18 май, АҠШ, Вашингтон штаты, Сент-Хеленс вулканы
- 1982 йыл, 29 март, Мексика, Эль-Чичон вулканы
- 1985 йыл, 14-16 ноябрь, Колумбия, Невадо-дель-Руис вулканы
- 1991 йыл, 10-15 июнь, Филиппиндар, Лусон утрауы, Пинатубо вулканы
- 1997 йыл, 30 июнь, Мексика, Попокатепетль вулканы
- 2000 йыл, 14 март, Камчатка, Безымянный вулканы
- 2000 йыл, декабрь, Мексика, Попокатепетль вулканы
- ↑ Краткий русско-башкирский терминологический словарь по естествознанию (А. М. Багаутдинов, А. М. Багаутдинов, 2009)
- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)