Энцелад (юлдаш)

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Энцелад
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Энкелад[d]
Масса 1,0804339E+20 килограмм[1][1]
Нимә менән тоташа Кольцо E[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Уильям Гершель[d][2]
Асыу датаһы 28 август 1789[2]
Родительское тело Сатурн[2]
Орбита эксцентриситеты 0,0047
Наклонение орбиты 0,009 °
Орбитальный период 1,37 тәүлек
Большая полуось орбиты 237 948 km
Видимая звёздная величина 11,8[3]
Альбедо 1,375[4]
Температура 32,9 K, 75 K һәм 145 K
Күләме 67 113 076 км³[4] һәм 1,370218 тәүлек[4]
Радиус 252,1 ± 0,2 km
Астрономик символ һүрәте
 Энцелад Викимилектә

Энцела́д (бор. грек. Ἐγκέλαδος, ингл. Enceladus) — Сатурндың ҙурлығы буйынса алтынсы юлдашы. Уны 1789 йылда Уильям Гершель аса, ләкин 1980-се йылдар башына, планета-ара ике «Вояджер» зонды уға яҡынлағанға тиклем, ул бик аҙ өйрәнелә. Зондтар ебәргән һүрәттәр Энцеладтың диаметрын билдәләй (500 км тирәһе, йәғни Сатурндың иң ҙур юлдашы булған Титан диаметрының 0,1 өлөшө) һәм Энцеладтың Ҡояш системаһындағы ниндәй ҙә булһа башҡа есемгә ҡарағанда ҡояш нурын күберәк сағылдырыуын асыҡлай. «Вояджер-1» күрһәтеүенсә, юлдаштың орбитаһы тарҡау Е ҡулсаһының үтә тығыҙ өлөшө аша үтә һәм уның менән матдә алмаша. Ошо ҡулса Энцеладты барлыҡҡа килтергәндер, ахырыһы. «Вояджер-2» әллә ни ҙур булмаған был юлдаш өҫтөндәге рельеф күп төрлө булыуын асыҡлай: унда иҫке кратер булып ҡатҡан урындар ҙа, яңы барлыҡҡа килгән бик йәш участкалар ҙа бар (ҡайһы берҙәренең йәше 100 миллион йылға ла етмәй).

2005 йылда Энцеладты «Кассини» планета-ара зонды өйрәнә башлай, һәм ул юлдаштың өҫтө һәм унда барған процестар тураһында ентеклерәк мәғлүмәттәр еткерә. Атап әйткәндә, көньяҡ ҡотоп өлкәһенән фонтан булып атылып торған һыуға бай шлейфты аса (моғайын, ошондай боҙло фонтандар Е ҡулсаһын барлыҡҡа килтергәндер ҙә инде). Был асыш, эске йылылыҡ билдәләре, көньяҡ ҡотоп өлкәһендә эшләп торған кратерҙарҙың бик аҙ булыуы менән бергә, Энцеладта әлеге көнгә тиклем геологик әүҙемлек һаҡланыуын раҫлай. Газ гиганттарының юлдаш системаларындағы йыһан есемдәре йыш ҡына орбиталь резонанстарҙың «ҡапҡанына» барып эләгә, һөҙөмтәлә орбитаның эксцентриситеты тотороҡлана һәм оҙонлоҡ буйынса либрацияһына (тирбәлеүенә) килтерә. Был, үҙ сиратында, Сатурндың өҫтәлмә рәүештә йылыныуына үҙ өлөшөн индерә. Планетаға яҡын юлдаштар уның эстән йылыныуын арттыра, геологик әүҙемлекте шуның менән дә аңлатып була[5].

Энцелад геологик яҡтан әүҙем: ул — тышҡы Ҡояш системаһында әүҙем атылыуҙар күҙәтелгән өс күк есеменең береһе (әүҙем вулкан атылыу күҙәтелгән Юпитерҙың юлдашы Ио һәм Нептун юлдашы Тритон менән бер рәттән). Был атылыуҙарҙы анализлау уларҙың Энцелад ҡуйынындағы шыйыҡ һыулы океандың аҫтынан сығыуын күрһәтә. Шлейфтың химик составы бик үҙенсәлекле, шуға ла Энцелад астробиологик тикшеренеүҙәр өсөн бик мөһим тип күҙаллана. Шлейфты асыу Энцеладтың Сатурндың Е ҡулсаһы материяһы сығанағы булыуын да раҫлай[6]

2011 йылда NASA ғалимдары «Enceladus Focus Group Conference» конференцияһында, «Ҡояш системаһында Энцеладтың Ерҙән ситтә беҙ белгән тормош өсөн иң яраҡлы урын» булыуын билдәләй [7][8].

NASA-ның Эймстағы Тикшеренеү үҙәгенән астробиолог Крис Маккей 2011 йылда, Ҡояш системаһында тик Энцеладта ғына «шыйыҡ һыу, углерод, аммиак формаһында азот һәм энергия сығанағы бар»[9], тип белдерә. 2014 йылда «Кассини»ҙан алынған мәғлүмәттәрҙе анализлау юлдаш эсендә ҙурлығы буйынса Үрге күлгә торошло океан булыуын күҙалларға нигеҙ бирә, тип иғлан ителә[10][11][12].

2018 йылдың 27 июнендә ғалимдар «Кассини» Энцелад шлейфы ағымынан йыйған өлгөләрҙә ҡатмарлы органик макромолекулалар булыуы тураһында хәбәр итә[13].

Атамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Энцелад боронғо грек мифологияһындағы бәүлеүән Энкелад хөрмәтенә шулай атала. Был атаманы (Сатурндың асылған тәүге ете юлдашы атамалары кеүек үк) юлдаштарҙы беренселәрҙән булып асыусының улы — Джон Гершель — 1847 йылда баҫылып сыҡҡан «Изге Өмөт морононда яһалған астрономик күҙәтеүҙәр һөҙөмтәләре» тигән мәҡәләһендә тәҡдим итә[14]. Ул был атамаларҙы грек мифологияһында Кронос тип йөрөтөлгән Сатурн бәһлеүәндәр башлығы булғанға һайлай. Энцелад рельефының деталдәренә исемдәр «Мең дә бер кисә» хикәйәләр йыйынтығынан алына[15]. Кратерҙарға — ундағы персонаждар исемдәре, ә башҡа структураларына — бураҙналарға (fossae), тауҙар теҙмәһенә (dorsa), тигеҙлеккә (planitiae) һәм соҡорҙарға (sulci) — хикәйәләрҙәге географик объекттар исемдәре бирелә. 2017 йылдың февраленә Энцелад картаһына 85 атама индерелгән була[16], шуларҙың 22-һен Халыҡ-ара астрономия союзы 1982 йылда, ике «Вояжер» йыһан аппараты осоролғандан һуң раҫлай, ә ҡалғандарының исемдәре 2006 йылдан «Кассини» һүрәттәре нигеҙендә ҡушыла[17]. Раҫланған атамалар өлгөләре — Аладдин кратеры, Дарьябар бураҙнаһы, Сәмәрҡәнд соҡорҙары һәм Сарандиб тигеҙлеге.

Тикшеренеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Энцеладтың «Вояжер-2» йыһан аппаратынан төшөрөлгән күренеше, 1981 йыл 26 август

Гершелдең асышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Энцелад 1789 йылдың 28 авгусында 1,2 метрлы телескоп (диаметры буйынса ул донъяла иң ҙуры була) аша беренсе күҙәтеүҙәр үткәргәндә Уильям Гершель тарафынан асыла [18][19]. Юлдашты ул 1787 йылда 16,5 сантиметрлыҡ телескоп аша күҙәткәндә үк шәйләгәндәй итә [20]. Ялтырауы бик тоноҡ булғанға (+11,7m) һәм сағыуыраҡ Сатурн менән уның ҡулсаларының яҡынлығы Энцеладты күҙәтеүгә ҡамасаулай. Бының өсөн көҙгөһөнөң диаметры 15–30 см булған (атмосфера шарттарына һәм яҡтылыҡ бысраныуына ҡарап) телескоп талап ителә. Энцелад, Сатурндың башҡа юлдаштары кеүек үк, йыһан эраһы башланғанға тиклем, Ер планетаһы Энцеладтың ҡулсалары яҫылығы менән киҫешеү мәлендә табыла (Сатурнда көн менән төндөң тигеҙләнгән мәлендә), сөнки ҡулсалар ҡабырғанан күҙәтелә һәм юлдаштарҙы күреү еңелләшә.

Гершель заманынан алып «Вояжер» осоролғанға тиклем Энцелад тураһында яңы мәғлүмәттәр бик аҙ була (әммә уның өҫтөндә һыулы боҙ булыуы беленә).

«Вояжер» миссияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Вояжер» серияһындағы ике йыһан аппараты беренсе тапҡыр Энцеладты ҙур план менән фотоға төшөрөүгә өлгәшә. 1980 йылдың 12 ноябрендә «Вояжер-1»  Энцелад янынан осоп үткән тәүге аппарат була[21]. Аппарат менән юлдаш араһы ярайһы уҡ алыҫ булғанға күрә — 202 000 километр — һүрәттәре бик тоноҡ килеп сыға. Шулай ҙа уларҙа юлдаштың ҡояш нурҙарын яҡтыраҡ сағылдырыуы һәм уның өҫтөндә эре кратерҙарҙың булмауы күренә, ә был үҙ сиратында юлдаштың сағыштырмаса йәш булыуын һәм хәҙерге заманда йәки күптән түгел геологик йәһәттән әүҙем булыуын раҫлай[22]. Бынан тыш, «Вояжер-1» Энцеладтың Сатурндың диффуз Е ҡулсаһының тығыҙ өлөшөндә урынлашыуын да иҫбатлай. Юлдаштың өҫтөндә кратерҙарҙың һирәк булыуын, рельефтағы был деталдәрҙе ҡаплау өсөн байтаҡ ҡына материал талап ителеүен, шулай уҡ юлдаштың ҙур булмаған гравитацияһын иҫәпкә алып, ғалимдар, Е-ҡулса Энцелад өҫтөнән атылған өлөшсәләрҙән тора, тип фаразлай.

1981 йылдың 26 авгусында «Вояжер-2», элекке аппаратҡа ҡарағанда, Энцеладҡа күпкә яҡыныраҡ килә (87 км 010), һөҙөмтәлә сифатлы фотоһүрәттәр алыу мөмкинлеге тыуа[21]. Уларҙа юлдаш өҫтөнөң ҡайһы бер участкаларында кратерҙарҙың күберәк булыуы асыҡлана, ә был инде уларҙың оло йәштә булыуы күрһәтә. Мәҫәлән, төньяҡ ярымшарында урта һәм юғары киңлектәрҙә, түбәнге киңлектәр менән сағыштырғанда, кратерҙар байтаҡҡа күберәк[23]. Һөҙөмтәлә ул Сатурндың бер аҙ бәләкәйерәк һәм бер төрлө кратерҙары үтә күп булған юлдашы Мимасҡа ҡапма-ҡаршы килә. Ғилми берләшмә өсөн Энцелад йөҙөнөң йәш булыуы көтөлмәгәнлек була, сөнки ул ваҡыттағы бер генә теория ла ошондай ҙур булмаған (Юпитерҙың юғары әүҙемлектәге Ио юлдашы менән сағыштырғанда һалҡын) күк есеменең шундай әүҙем булыу мөмкинлеген күҙаллай алмай. Әммә «Вояжер-2» Энцеладтың әлеге мәлдә әүҙем булыу-булмауын һәм Е ҡулсаһын тулыландырып тороуын асыҡлай алмай.

Кассини-Гюйгенс[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Кассиниҙың» спектрозональ һүрәте — Энцеладтың көньяҡ ярымшарындағы һыу пары
«Кассини»ҙың Энцеладҡа яҡынайыуы[24][25]
Дата
Алыҫлыҡ (км)
2005 йыл 17 февраль 1264
2005 йыл 9 март 500
2005 йыл 29 март 64 000
2005 йыл 21 май 93 000
2005 йыл 14 июль 175
2005 йыл 12 октябрь 49 000
2005 24 декабрь 94 000
2006 17 ғинуар 146 000
2006 йыл 9 сентябрь 40 000
2006 йыл 9 ноябрь 95 000
2007 йыл 28 июнь 90 000
2007 йыл 30 сентябрь 98 000
2008 йыл 12 март 52
2008 йыл 30 июнь 84 000
2008 йыл 11 август 54
2008 йыл 9 октябрь 25
2008 йыл 31 октябрь 200
2008 йыл 8 ноябрь 804 52
2009 йыл 2 ноябрь 103
21 ноябрь 2009 1607
2010 йыл 28 апрель 103
2010 йыл 18 май 201
2010 йыл 13 август 2554
2010 йыл 30 ноябрь 48
2010 йыл 21 декабрь 50
2011 йыл 30 ғинуар 60 000
2011 йыл 20 февраль 68 000
2011 йыл 13 сентябрь 42 000
1 октябрь 2011 99
2011 йыл 19 октябрь 1231
2011 йыл 5 ноябрь 496
2011 йыл 23 ноябрь 35 000
2011 йыл 11 декабрь 20 000
2012 йыл 27 март 74
2012 йыл 14 апрель 74
2012 йыл 2 май 74
2015 йыл 14 октябрь [26] 1839
2015 йыл 28 октябрь 49
2015 йыл 19 декабрь 4999

2004 йылдың 1 июлендә Сатурн орбитаһына планета-ара автоматик «Кассини» станцияһы сыға. "Вояжер-2"нең мәғлүмәттәре нигеҙендә Энцеладты ентеклерәк тикшереү кәрәклеге билдәләнә һәм бер нисә тапҡыр уға 1500 километрға тиклем яҡынайыу планлаштырыла. Атап әйткәндә, «Кассини» көньяҡ ҡотоп өлкәһенән һыу парҙарының һәм ҡатмарлы углеводородтарҙың өҫкә атылыуын төшөрөп ала. Ә был иһә Энцеладтың боҙҙары аҫтында тормош булыуы тураһында күҙаллауҙарға нигеҙ булып тора[27].

2007 йылда бер төркөм ғалимдар һыу парҙарын һәм туҙан бөртөктәрен йөҙәр километр бейеклеккә атыусы боҙ гейзерҙарының математик моделен эшләй. Модель юлдаштың эске ҡатламдарында шыйыҡ һыуҙың булыуын фаразлай[28].

2008 йылдың 14 мартында «Кассини», Энцеладҡа бик ныҡ яҡынлашып, һыу фонтандары тураһында мәғлүмәттәр туплай, шулай уҡ йыһан есеменең яңы һүрәттәрен ебәрә[29]. 2008 йылдың 9 октябрендә «Кассини» Энцеладтың гейзеры аша үткәндә юлдаштың боҙ ҡабығы аҫтында шыйыҡ океан булыуын күрһәткән мәғлүмәттәр йыя[30]. 2009 йылдың июлендә «Кассиниҙан» һыу фонтандарының химик составының ентекле мәғлүмәттәре алына һәм баҫтырыла. Был мәғлүмәттәр юлдаштың ҡабығы аҫтында шыйыҡ һыулы океан булыуын һәм уның йөҙләгән километрға атылып торған фонтандар сығанағы булыуын раҫлай[31].

2011 йылдың март башында ғалимдар Энцеладтың йылылыҡ ҡеүәте, быға тиклем иҫәпләгәнгә ҡарағанда, байтаҡҡа юғары булыуын асыҡлай[32].

2011 йылдың июнендә Гейдельберг университетынан (Германия) бер төркөм ғалимдар Энцелад ҡабығы аҫтында океан булыуы һәм һыуының тоҙло булыуы тураһындағы һығымтаға килә[33] «Кассини»ҙың асыштары Энцеладты артабан тикшерергә кәрәклегенә күрһәтә. NASA һәм Esa Сатурн айҙарын өйрәнеү буйынса берлектәге проектты — Titan Saturn System Mission (TSSM) тәҡдим итә, ул айҙар менән бер рәттән Энцеладты тикшереүҙе лә күҙҙә тота[34]. 2030 йылда йыһан аппараттары криовулкандар фонтандары ағымы аша осоп үтергә тейеш, әммә юлдаш өҫтөнә аппарат төшөрөү планлаштырылмай[35].

Үлсәме һәм массаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер һәм Энцеладтың ҙурлыҡтарын сағыштырыу

Энцеладтың уртаса диаметры — 504,2 километр, массаһы һәм ҙурлығы буйынса Сатурн юлдаштары Титан (5150 км), Рея (1530 км), Япет (1440 км), Диона (1120 км) һәм Тефиянан (1050 км) ҡала алтынсы урында тора. Етенсе урында — Мимас (397 км). Был 7 объект, Сатурндың башҡа бәләкәй юлдаштарынан айырмалы, ярайһы уҡ дөрөҫ йомро шар формаһында.

Аппарат Энцеладҡа икенсе тапҡыр яҡынлашҡанда уның өс күсәрле эллипсоид формаһында булыуы асыҡлана. «Кассини» станцияһының мәғлүмәттәре буйынса уның үлсәме — 513,2(a)×502,8(b)×496,6(c) километр, (a) — Сатурнға йүнәлтелгән күсәр буйынса диаметры, (b) — орбитаға ҡарата тейеп торған һыҙыҡ буйлап диаметры, (c) — төньяҡ һәм көньяҡ ҡотоптар араһы. Был мәғлүмәттәрҙәге хата — 0,2-0,3 километр ғына[36].

Орбитаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сатурндың төньяҡ ҡотопҡа табан күренеше. Бер нисә юлдаштың орбиталары күрһәтелә, ҡыҙыл менән билдәләнгәне Энцелад орбитаһы

Энцелад — Сатурн планетаһының иң эре юлдаштарының береһе һәм планетанан алыҫлыҡта 14-се урынды биләй. Уның орбитаһы Сатурндың иң алыҫ — Е ҡулсаһының иң тығыҙ өлөшөнән үтә. Был ҡулса бик киң һәм боҙ һәм туҙандың тарҡау микроскопик өлөшсәләренән тора. Ул Мимас орбитаһы янында уҡ башлана һәм Рея орбитаһы янында тамамлана.

Юлдаштың орбитаһы Сатурндан 237 378 км алыҫлыҡта, ә уның болоттарының юғарғы ҡатламынан 180 000 километр алыҫлыҡта һәм Мимас (юлдаштан бәләкәйерәк) менән Тефия (ҙурыраҡ) орбиталары араһында урынлашҡан. Энцелад Сатурн тирәләй 32,9 сәғәт эсендә әйләнеп сыға. Әлеге ваҡытта Энцелад Диона менән орбиталь резонанста (2:1) хәрәкәт итә. Был резонанс Энцеладтың эксцентриситет орбитаһын (0,0047) тотороҡландырырға ярҙам итә, был көс артыу дәүмәлен даими үҙгәртеүгә килтерә, һөҙөмтә булараҡ юлдаш эстән йылына, шуға ла геологик әүҙемлек күҙәтелә[37].

Сатурндың күпселек юлдаштары кеүек, Энцелад орбитаһы буйынса үҙенең хәрәкәтенә ҡарата синхрон рәүештә планета тирәләй әйләнә. Шулай итеп, ул планетаға даими рәүештә бер яғы менән генә боролған килеш тора. Айҙан айырмалы рәүештә, Энцелад үҙ күсәре тирәләй әйләнгәндә либрацияға бирелмәй (һәр хәлдә, 1,5° артыҡ түгел). Шуға ҡарамаҫтан юлдаштың формаһы ҡасандыр унда либрация осоро булыуын күрһәтә[37]. Был либрация, Диона менән резонанстан килгән кеүек, Энцеладты өҫтәмә йылылыҡ менән тәьмин итә алғандыр.

Е ҡулсаһы менән үҙ-ара бәйләнеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Е дүңгәләге — Сатурндың иң тышҡы ҡулсаһы.

Энцелад орбитаһы был ҡулсаның иң тығыҙ өлөшө буйлап үтә. Был өлкә ярайһы уҡ тар. Шуға күрә ҡулсаның Энцелад матдәләре менән тулыландырылыуын «Кассини» осоролғанға тиклем үк күҙаллайҙар. Йыһан аппаратынан алынған мәғлүмәттәр был күҙаллауҙы раҫлай ғына.

Сатурндың ҡулсалары һәм юлдаштары схемаһы. Е ҡулсаһының иң тығыҙ өлөшөндә Энцелад күренә
Е ҡулсаһы һәм Энцелад. Артҡы яҡтан яҡтыртылғанға ҡулса яҡшы һиҙелә (Ҡояш һүрәт үҙәгенән 5° урынлашҡан)
Энцелад һәм Сатурн ҡулсалары. 2015 йылдың 29 июлендә 1 млн км самаһы алыҫлыҡтан «Кассини» йыһан аппараты эшләгән Һүрәт. Юлдаштың көньяҡ ҡотобо районындағы гейзерҙар күренә

Е ҡулсаһын матдәләр менән тулыландырыуҙың ике юлы бар[38]. Беренсе юл: ҡулсаны тулыландырыу сығанағы — Энцеладтың көньяҡ ҡотоп өлкәһендә урынлашҡан криовулканик факелдары (вулкан кратерынан лава урынына һыу, аммиак, метан урғыла). Әлбиттә, урғылған матдәләрҙең күбеһе юлдаштың өҫтөнә кире төшә. Әммә матдәләрҙең бер ни тиклем өлөшө, юлдаштың тартыу көсөн еңеп, Е ҡулсаһына барып эләгә, сөнки Энцелад өсөн беренсе космик тиҙлек 866 км/сәғ. тәшкил итә. Е ҡулсаһын тулыландырыуҙың икенсе сығанағы — ҙур тиҙлектә килеп төшкән метеориттар Энцелад өҫтөндәге матдәләрҙе юғарыға йөҙҙәрсә килеметрға ырғыта. Сатурндың Е ҡулсаһы эсендә әйләнгән башҡа юлдаштарында ла был хәл ҡабатлана. Шулай итеп, улар ҙа Е ҡулсаһын тулыландырыуға үҙ өлөшөн индерә.

Энцелад өҫтө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Энцеладтың төньяҡ поляр өлкәһе
Юлдаш йөҙө картаһы (2011 йыл)
Ер йөҙө фонында Энцелад һүрәте (Бөйөк Британия янында) был юлдаштың ни тиклем кескәй булыуын баһалау мөмкинлеге бирә

Энцелад өҫтөнөң ентекле һүрәттәрен «Вояжер-2» аппараты ғына ебәрә ала. Алынған фотоларҙан күренеүенсә, Энцеладта биш төрлө тәбиғәт күренеше бар: кратерҙар булған участкалар, тигеҙлектәр, бураҙналы урындар[23]. Кратерҙар бик аҙ, ә бына үҙенсәлекле улаҡтар байтаҡ. Быларҙан тыш сатнауҙар, ярыҡтар[39] һәм киртләстәр бар. Был мәғлүмәттәр Энцелад өҫтөнөң бик йәш булыуы хаҡында һөйләй (бер нисә йөҙ миллион йыл), йәки уның өҫтө күптән түгел яңыртылған. Был мәғлүмәттәр юлдаштың криовулканик әүҙемлеге менән бәйле, күрәһең.

Энцелад, нигеҙҙә, һыулы боҙҙан тора һәм уның өҫтө ап-аҡ, шуға ла ул Ҡояш системаһында ҡояш нурҙарын иң яҡшы сағылдырыусы[40]. Юлдаштың өҫтө ҡояш нурҙарын тулыһынса тип әйтерлек кире сағылдыра, уларҙың бик аҙы ғына юлдаш өҫтөндә ҡала, шуға ла төшкөһөн ундағы температура −200 °C була. Был Сатурндың башҡа юлдаштарындағы температуранан бер аҙ һалҡыныраҡ[41][42]. Энцеладтың геометрик альбедоһы (йәшел яҡтылыҡ өсөн, 550 нанометр) тигеҙ 1,375 ± 0,008[43].

«Кассини» автоматик станцияһы 2004 йылда Сатурнға барып етә һәм йөҙҙәрсә километрға юғарыға атылған боҙ валсыҡтары фонтанының шаһиты була. Был фонтандар юлдаштың көньяҡ ҡотобындағы дүрт ярыҡтан урғыла. Фонтандарҙағы боҙ кисәксәле Сатурн тирәләй ҡулса барлыҡҡа килтерә лә инде. Шундай бәләкәй юлдашта нисек итеп шундай көслө вулкан әүҙемлеге күҙәтелеүен әлегә ғалимдар аңлата алмай. 2010 йылда ғалимдар юлдаштың үҙенән-үҙе йылыныуын орбитаһы буйынса хәрәкәт иткәндә барлыҡҡа килгән либрация (бер аҙ һелкенеү, бәүелеү) һөҙөмтәһелер, тип аңлатып ҡарай.

Көндөҙ Энцелад өҫтөндәге температура яҡынса −200 °C тирәһенә етә, көньяҡ ҡотоп өлкәһендә ярылған урындарҙа −90 °C[40]. Был факттар юлдаштағы геологик процесты һаҡлап тороусы ниндәйҙер энергия сығанағы булыуы тураһында һөйләй.

Ландшафт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Энцелад йөҙөнөң псевдотөҫтәрҙәге һүрәте. Рельефтың үҙенсәлекле деталдәре, шул иҫәптән емерелгән кратерҙар күренә. Һүрәт 2005 йылдың 9 мартында «Кассини»ҙан алынған
Энцелад йөҙөнөң мозаикаһы юғары айырыу һәләте менән бик күп ярыҡтар һәм кратерҙарҙы күрһәтә (башлыса, ярыҡтарҙан да боронғорағын). «Кассини» һүрәте, 2005 йылдың 9 марты
Энцеладтағы ярым емерек кратерҙар. 2005 йылдың 17 февралендә «Кассини» төшөргән һүрәт. Түбәндә һулдан уңға табан Хама соҡорҙары һуҙылған; юғарыраҡ кратерҙар урынлашҡан өлкә күренә
Энцеладтағы Сәмәрҡәнд соҡорҙары. Һүрәтте «Кассини» 2005 йылдың 17 февралендә төшөргән. Уңда Сарандиб тигеҙлегенең төньяҡ-көнбайыш өлөшө күренә

Удар кратерҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шыма тигеҙлек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көньяҡ ҡотоп төбәге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Энцеладтың көньяҡ ҡотоп өлкәһенең состав картаһы (65° көньяҡ киңлек), 2007 йылда төшөрөлгән
Энцеладтың өҫтөнән фонтан булып урғылып торған ағым. «Кассини» һүрәте

Атмосфераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Энцеладтың атмосфераһы шыйығайтылған, әммә Сатурндың башҡа ҙур булмаған юлдаштарындағыға ҡарағанда бик тығыҙ. Атмосфераның составы: һыу пары (91 %), азот (4 %), углекислоталы газ (3,2 %), метан (1,7 %). Атмосфераны тотоу өсөн был бәләкәй юлдаштың гравитация көсө етешмәй, тимәк, атмосфераны тулыландырыусы сығанаҡ бар. Ҡеүәтле гейзерҙар һәм криовулкандар шундай сығанаҡ ролен үтәй ала.

Эске структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Энцеладтың эске структураһы: «Кассиниҙың» һуңғы мәғлүмәттәре нигеҙендә төҙөлгән модель. Силикат ядроһы көрән, аҡ — һыулы боҙға бай мантия, йәғни тышҡы ҡабығы. Һары һәм ҡыҙыл — көньяҡ ҡотоп аҫтындағы диапир тип фаразлана
Энцеладтағы криовулканизмдың мөмкин булған схемаһы.
Гидротермаль сығанаҡтарҙың әүҙемлегенең фарах-схемаһы

Юлдаштың ҡабығы аҫтындағы океан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Кассини» 2005 йылда «юлбарыҫ һыҙаттарынан» 250 км бейеклеккә атылған гейзерҙар һүрәттәрен тапшыра. Тимәк, Энцеладтың боҙ ҡабығы аҫтында шыйыҡ һыулы океан булыуы ихтимал, тигән фекер тыуа. Гейзерҙар үҙҙәре генә шыйыҡ һыуҙың булыуын иҫбатларлыҡ дәлил түгел, ә бына боҙҙо ҡуҙғата һәм ышҡылыу һөҙөмтәһендә шыйыҡ һыу фонтанын булдыра алған тектоник көстәрҙең булыуына күрһәтеүе ихтимал.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 https://ssd.jpl.nasa.gov/?sat_phys_par
  2. 2,0 2,1 2,2 Berry A. A Short History of Astronomy (билдәһеҙ)London: John Murray, 1898.
  3. Morrison D., Johnson T. V., Шумейкер Ю., Soderbloom L. A. Satellites of Saturn: Geological PerspectiveИздательство Университета Аризоны, 1984. — Б. 609—639.
  4. 4,0 4,1 4,2 NASA FACTS (ингл.)NASA.
  5. Efroimsky, M. Tidal viscosity of Enceladus (инг.) // Icarus (инг.)баш.. — Elsevier, 2018. — Т. 300. — С. 223—226. — DOI:10.1016/j.icarus.2017.09.013
  6. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Ciclops1881 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  7. Lovett R. A. Enceladus named sweetest spot for alien life (mis). — Nature, 2011. — DOI:10.1038/news.2011.337
  8. Kazan, Casey Saturn's Enceladus Moves to Top of "Most-Likely-to-Have-Life" List. The Daily Galaxy (2 июнь 2011). Дата обращения: 3 июнь 2011. Архивировано из оригинала 9 июнь 2011 года.
  9. Котляр, Павел. Энцелад фонтанирует от прилива сил, Газета.Ру (1 август 2013). 4 август 2013 тикшерелгән.
  10. Iess, L.; Stevenson, D. J.; Parisi, M.; Hemingway, D.; Jacobson, R. A.; Lunine, J. I.; Nimmo, F.; Armstrong, J. W.; Asmar, S. W.; Ducci, M.; Tortora, P. The Gravity Field and Interior Structure of Enceladus (инг.) // Science : journal. — 2014. — Т. 344. — С. 78—80. — DOI:10.1126/science.1250551 — Bibcode2014Sci...344...78I
  11. Underground Ocean Makes This Saturn Moon a Top Bet for Extraterrestrial Life. Wired (3 апрель 2014).
  12. NASA Space Assets Detect Ocean inside Saturn Moon. NASA (3 апрель 2014).
  13. Frank Postberg, Nozair Khawaja, Bernd Abel, Gael Choblet, Christopher R. Glein Macromolecular organic compounds from the depths of Enceladus (инг.) // Nature. — 2018-06. — В. 7711. — Т. 558. — С. 564—568. — DOI:10.1038/s41586-018-0246-4 — PMID 29950623.
  14. As reported by William Lassell, Monthly Notices of the Royal Astronomical Society, Vol. 8, No. 3, pp. 42-43 1848 January 14)
  15. Blue, J.; (2006) Categories for Naming Planetary Features. Retrieved April 4, 2014.
  16. Enceladus (ингл.). Gazetteer of Planetary Nomenclature. International Astronomical Union (IAU) Working Group for Planetary System Nomenclature (WGPSN). Дата обращения: 11 май 2013. Архивировано из оригинала 17 июнь 2013 года.
  17. Blue, J. New Names for Enceladus (13 ноябрь 2006). Дата обращения: 11 май 2013. Архивировано из оригинала 9 май 2013 года. 2013 йыл 9 май архивланған.
  18. Herschel, W. (1795) Description of a Forty-feet Reflecting Telescope, Philosophical Transactions of the Royal Society of London, Vol. 85, pp. 347—409 (reported by M. Arago (1871), Herschel 2016 йыл 13 ғинуар архивланған., Annual Report of the Board of Regents of the Smithsonian Institution, pp. 198—223)
  19. Frommert, H.; and Kronberg, C.; William Herschel (1738—1822). Дата обращения: 27 июнь 2011. Архивировано из оригинала 23 август 2006 года. 2006 йыл 23 август архивланған.. Accessed May 29, 2006
  20. Soylent Communications, William Herschel. Accessed May 29, 2006
  21. 21,0 21,1 Voyager Mission Description (ингл.). The Planetary Rings Node — Planetary Data System (НАСА). Институт SETI (19 февраль 1997). Дата обращения: 19 апрель 2014. Архивировано 4 март 2016 года.
  22. Terrile, R. J.; and Cook, A. F.; (1981); Enceladus: Evolution and Possible Relationship to Saturn’s E-Ring. 12th Annual Lunar and Planetary Science Conference, Abstract 428
  23. 23,0 23,1 Rothery, David A. Satellites of the Outer Planets: Worlds in their own right. — Oxford University Press, 1999. — ISBN 0-19-512555-X.
  24. Planetary Society Cassini’s Tour of the Saturn System. Дата обращения: 27 июнь 2011. Архивировано из оригинала 25 август 2009 года. 2009 йыл 25 август архивланған.
  25. Cassini Solstice Mission: Saturn Tour Dates: 2011
  26. Cassini Solstice MIssion - Enceladus. NASA - JPL (2013). Дата обращения: 9 апрель 2014.
  27. Найдены доказательства внеземной жизни. Дата обращения: 20 июль 2013.
  28. Ученые нашли воду на одном из спутников Сатурна. Newsru (27 ноябрь 2008). Дата обращения: 20 июль 2013. Архивировано 9 декабрь 2014 года. 2014 йыл 9 декабрь архивланған.
  29. Spacecraft Flies Through Saturn Moon's Plumes. Space.com (14 март 2008). Дата обращения: 20 июль 2013. Архивировано 8 март 2014 года.
  30. Salt in Enceladus geyser points to liquid ocean. NewScientist (29 апрель 2009). Дата обращения: 20 июль 2013. Архивировано 6 август 2013 года.
  31. Загадка Энцелада: новые данные о соленом океане на спутнике Сатурна. StarMission (22 июль 2009). Дата обращения: 20 июль 2013. Архивировано 5 март 2016 года.
  32. Леонид Попов. Мощность Энцелада оказалась заметно выше предсказанной. Мембрана (9 март 2011). Дата обращения: 20 июль 2013. Архивировано 20 апрель 2013 года. 2013 йыл 20 апрель архивланған.
  33. На спутнике Сатурна обнаружены условия для жизни. КМ.ру (24 июнь 2011). Дата обращения: 20 июль 2013. Архивировано 28 август 2011 года.
  34. Rincon, Paul. Science & Environment | Jupiter in space agencies' sights, BBC News (18 февраль 2009). 13 март 2009 тикшерелгән.
  35. Сара Фечт Внеземной разум // Популярная механика : журнал. — август 2013. — № 8 (130). — С. 42—49.
  36. Nimmo F., Porco C. Enceladus // Encyclopedia of the Solar System / T. Spohn, D. Breuer, T. Johnson. — 3. — Elsevier, 2014. — P. 852. — 1336 p. — ISBN 9780124160347.
  37. 37,0 37,1 Porco C. C. [1] et al. Cassini Observes the Active South Pole of Enceladus (инг.) // Science : journal. — 2006. — Т. 311. — № 5766. — С. 1393—1401. — DOI:10.1126/science.1123013 — PMID 16527964.
  38. Spahn F. et al. Cassini Dust Measurements at Enceladus and Implications for the Origin of the E Ring (инг.) // Science : journal. — 2006. — Т. 311. — № 5766. — С. 1416—1418. — DOI:10.1126/science.1121375 — Bibcode2006Sci...311.1416S — PMID 16527969.
  39. Cracks on Enceladus Open and Close under Saturn's Pull, NASA (16 май 2007). 2009 йыл 19 ғинуар архивланған.
  40. 40,0 40,1 Spencer J. R., Nimmo F. Enceladus: An Active Ice World in the Saturn System (инг.) // Annual Review of Earth and Planetary Sciences : journal. — 2013. — Т. 41. — С. 693—717. — DOI:10.1146/annurev-earth-050212-124025 — Bibcode2013AREPS..41..693S
  41. Spencer J. R., Pearl J. C., Segura M., Flasar F. M., Mamoutkine A., Romani P., Buratti B. J., Hendri A. R., Spilker L. J., Lopes R. M. C. Cassini Encounters Enceladus: Background and the Discovery of a South Polar Hot Spot (инг.) // Science : journal. — 2006. — Т. 311. — № 5766. — С. 1401. — DOI:10.1126/science.1121661 — Bibcode2006Sci...311.1401S — PMID 16527965.
  42. Howett C. J. A., Spencer J. R., Pearl J., Segura, M. Thermal inertia and bolometric Bond albedo values for Mimas, Enceladus, Tethys, Dione, Rhea and Iapetus as derived from Cassini/CIRS measurements (инг.) // Icarus (инг.)баш. : journal. — Elsevier, 2010. — Т. 206. — № 2. — С. 573—593. — DOI:10.1016/j.icarus.2009.07.016 — Bibcode2010Icar..206..573H
  43. Verbiscer A., French R., Showalter M., Helfenstein P. Enceladus: Cosmic Graffiti Artist Caught in the Act (инг.) // Science : journal. — 2007. — Т. 315. — № 5813. — С. 815 (supporting online material, table S1). — DOI:10.1126/science.1134681 — Bibcode2007Sci...315..815V — PMID 17289992.

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "CosmoVisions" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]