Көн менән төн тигеҙләнеше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
UTC-0 ваҡыты буйынса ҡояш торошо һәм көн-төн тигеҙләнеше[1]
йыл Көн-төн тигеҙләнеше
Март
Ҡояш торошо
Июнь
Көн-төн тигеҙләнеше
Сентябрь
Солнцестояние
Декабрь
көн ваҡыт көн ваҡыт көн ваҡыт көн ваҡыт
2010 20 17:32 21 11:28 23 03:09 21 23:38
2011 20 23:21 21 17:16 23 09:04 22 05:30
2012 20 05:14 20 23:09 22 14:49 21 11:12
2013 20 11:02 21 05:04 22 20:44 21 17:11
2014 20 16:57 21 10:51 23 02:29 21 23:03
2015 20 22:45 21 16:38 23 08:20 22 04:48
2016 20 04:30 20 22:34 22 14:21 21 10:44
2017 20 10:28 21 04:24 22 20:02 21 16:28
2018 20 16:15 21 10:07 23 01:54 21 22:23
2019 20 21:58 21 15:54 23 07:50 22 04:19
2020 20 03:50 20 21:44 22 13:31 21 10:02
2021 20 09:37:27 21 03:32:08 22 19:21:03 21 15:59:16
2022 20 15:33:23 21 09:13:49 23 01:03:40 21 21:48:10
2023 20 21:24:24 21 14:57:47 23 06:49:56 22 03:27:19
2024 20 03:06:21 20 20:50:56 22 12:43:36 21 09:20:30
2025 20 09:01:25 21 02:42:11 22 18:19:16 21 15:03:01

Көн менән төн тигеҙләнешеастрономик күренеш, был мәлдә Ҡояш үҙенең эклиптика буйынса күренгән хәрәкәтендә күк экваторын киҫеп үтә.

Көн менән төн тигеҙләнгәндә Ерҙе космостан күҙәтһәң, терминаторҙың Ерҙең географик полюстары буйлап үткәне, ә экваторға перпиндикуляр булыуы күренә.

Тасуирлау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көн-төн тигеҙләнеше яҙғы һәм көҙгө була. Бөтә донъя ваҡыты буйынса (башҡа сәғәт бүлкәттәрендә был даталар араһында тәүлек айырмаһы булыуы мөмкин) төньяҡ ярымшарҙа яҙғы көн һәм төн оҙонлоғо 20 мартта, Ҡояш көньяҡ ярымшарҙан төньяғына күскәндә, тигеҙләнә. Көҙгө тигеҙләнеш  22 һәм 23 сентябрҙә, Ҡояш төньяҡ ярымшарҙан көньяғына күскән мәлдә, күҙәтелә. Көньяҡ ярымшарҙа, киреһенсә, мартта - көҙгө, сентябрь айында яҙғы көн-төн тигеҙләнеше була[2][3].

Көн менән төн тигеҙләнгәндә Ерҙең барлыҡ урындарында (ер ҡотоптарынан башҡа) көн оҙонлоғо төн менән тиң була. Был мәлдәрҙә Ҡояш тап көнсығышта (бер аҙ төньяҡҡараҡ) ҡалҡа һәм, тап көнбайышта (бер аҙ төньяҡҡараҡ) байый. 

Көн төндән оҙонораҡ булғанда, яҙғы тигеҙләнештән көҙгө көн-төн тигеҙлегенә тиклем, Ҡояш иртән көнсығыштан төньяҡтараҡ ҡалҡа һәм кисен көнбайыштан төньяҡтараҡ байый (был осор яҙғы тигеҙләнештән көҙгө мәлгә тиклем дауам итә). Көн төндән ҡыҫҡараҡ булған мәлдә иһә Ҡояш көнсығыштан көньяҡтараҡ ҡалҡа һәм көнбайыштан көньяҡтараҡ байый (был осор көҙҙән яҙғы тигеҙләнешкә тиклем була)[4][5]

Күк экваторы менән эклиптика киҫешкән урын көн менән төн тигеҙләнеше нөктәһе тип атала.  Ерҙең орбитаһы эллиптик  булыу сәбәпле, ул көҙгө көн-төн тигеҙләнешенән яҙғы нөктәһенә тиҙерәк күсә, яҙҙан көҙгә боролғанда иһә оҙағыраҡ бара. Ошоға бәйле экватор менән эклиптика ятышы бер-беренә ҡарата үҙгәрә.  Йыл буйына экватор үҙгәреүе арҡаһында Ҡояш көн менән төндөң тигеҙләнеше нөктәһен Ер үҙ орбитаһында тулыһынса әйләнеп сыҡҡанға тиклем 20 минут 24 секундҡа иртәрәк үтеп китә. Һөҙөмтәлә, күктәге был нөктәнең урыны үҙгәрә.

Көн-төн тигеҙлеге мәлдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге  григориан календаре көн менән төндөң тигеҙләнеү мәле бер үк даталарға тура килтереп эшләнгән. Шулай ҙа улар үҙгәреп тора. Иң иртә мәл кәбисә йылына тура килә, иң һуңғыһы кәбисә йылынан алдағыһында була.  

Григориан календаре дә-ерендә көн менән төндөң тигеҙләнешендә иң иртә мәл 1696 йылға тура килә: 19 мартта 15 сәғәт 5 минут - яҙғы, 22 сентябрҙә 3 сәғәт 8 минут - көҙгө; иң һуңғы 1903 йылда:  21 мартта 19 сәғәт 15 минут — яҙғы һәм 24 сентябрҙә 5 сәғәт 45 минут — көҙгө.

Григориан календаре буйынса яҙғы көн менән төн тигеҙләнешенең  "рәсми" датаһы 21 мартҡа тап килә.

Был мәл  XXI быуатта һуңғы тапҡыр 2007 йылдың 21 мартында теркәлде, артабан ул 20 йәки 19 мартҡа тап киләсәк.

Көн менән төн тигеҙләнеше мәлендә Яңы йыл башлаған халыҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Персеполь. Зороастр Наурызы билдәһе булған барельефтағы үҙ-ара көрәшеүсе үгеҙ һәм арыҫлан Ер менән Ҡояшты сағылдыра. 

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Equinoxes, Solstices, Perihelion, and Aphelion, 2000—2020.
  2. James Bonwick. Astronomy for young Australians. — Melbourne: Thomas Harwood, 1864. — С. 37.
  3. Статья о весеннем равноденствии 2008 года 2015 йыл 26 ноябрь архивланған. на сайте Сиднейской обсерватории. (инг.)
  4. Воронцов-Вельяминов Б.А. Эклиптика. Видимое движение Солнца и Луны // Астрономия: Учеб. для 10 кл. сред. шк. — 17-е изд., перераб. — М.: Просвещение, 1987. — С. 20. — 159 с.
  5. Астронет > Равноденствие + 1