Зороастризм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фаравахар, зороастризмдың төп симводарының береһе(Персеполь, Иран)
Заратустра. Сүриәлә табылған һүрәт (б.э. яҡынса III быуаты)

Зороастри́зм (авест.vahvī- daēnā- māzdayasna — «Зирәктең изге иманын хөрмәтләү», фарсы телендә «بهدین» — behdin, «Изге иман») — иң боронғо диндәрҙең береһе[1], Спитама Заратустра пәйғәмбәрҙең Яңылыҡ асыуынан баш алған (фарс. زرتشت, «Зартошт»; боронғо грек телендә — Ζωροάστρης, «Зороа́стрэс»), — был тәғлимәтте уға Аһура Мазда Хоҙай бүләк иткән[2]. Заратустра тәғлимәте нигеҙендә — кеше изге уй, изге һүҙҙәр һәм яҡшы эштәрҙе әхлаҡи торошонан сығып һайлау азатлығына эйә. Боронғо замандарҙа һәм иртә урта быуаттарҙа зороастризм күпселеген Ҙур Фарсыстан территорияһында таралған булған.

Зороастризм үҙ эсенә монотеистик һыҙаттар менән бергә дуалистик һыҙаттарҙы ла алған[3].

Хәҙерге осорҙа зороастризм нигеҙҙә ислам дине тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарылған, Иранда һәм Һиндостанда кескәй общиналар һаҡланған, көнбайыш илдәрендә һәм СССР тарҡалғандан һуң үҙаллылыҡ алған илдәрҙә (күпселеген Тажикстанда һәм Әзербайжанда) тарафдарҙары бар[4].

Башҡортостан ғалимы, тарихсы һәм телсе С. А. Ғәлләмов зороастризм диненә нигеҙ һалыусы Заратустра ҡасандыр башҡорт ерендә, Уралда, йәшәгән булырға тейеш, тип иҫәпләй. Шүлгәнташ мәмерйәһе лә утҡа табыныусыларҙың ғибәҙәтханаһы урынын үтәгән тигән фараз ҡора. «Авеста» һәм «Урал батыр» эпостарында параллелдәр булыуын иҫбатлаған[5].

Был фараз, башҡорт ата-бабаларыбыҙҙың боронғолоғо, яҙыусыларҙы яңы әҫәрҙәр яҙыуға рухландырҙы. Мәҫәлән, яҙыусы Ғәлим Хисамов «Аһура Мазда» исемле роман ижад итте[6]

Атамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зороастризм — Европа фәне термины, дингә нигеҙ һалыусының исеменең грек телендәге әйтелешенән килеп сыҡҡан. Зороастризм хоҙайы исеменән килеп сыҡҡан икенсе европа исеме маздеизм, хәҙерге заманда иҫкергән кеүек булып ҡабул ителһә лә, ул зороастризм диненең төп тәүатамаһына яҡын — авест. māzdayasna - «Мазданы хөрмәтләү», пехл. māzdēsn. Зороастризмдың башҡа төрлө үҙатамалары — vahvī- daēnā- «Изге иман», дөрөҫөрәге «Изге Күренеш», «Донъяға изге ҡараш», «Изге Зиһен». Шунан сығып, зороастризм тарафдарҙарының төп үҙатамаһы фарсы телендә|بهدین — behdin — «изге динле», «бехдин».

Тәғлимәттең нигеҙҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зороастризм — Сәсәниҙәр дәүләте осоронда һәм өлөшләтә ислам ҡаҙаныштары, Авестаның һуңғы тапҡыр кодификация үткән дәүерендә, теологияһы ныҡ үҫешкән, бер ҡасан да үҙгәртелмәй, бәхәсһеҙ ҡабул ителә торған, догматик дин. Шулай булһа ла, зороастризмда ҡәтғи догматик система өлгөрөп етмәгән. Был күренеште тәғлимәттең үҫеш үҙенсәлектәре, рациональ нигеҙе, менән, һәм Фарсыстанды мосолман яулап алыуы йылдарында зороастризм диненең өҙөлгән институциональ үҫеше тарихы менән аңлаталар. Хәҙерге заман утҡа табыныусылары, ғәҙәттә, үҙҙәренең тәғлимәтен 9 нигеҙҙән тора тип раҫлайҙар[7]:

  • Аһура Маздаға — изге аллаға «Зирәк хоҙайға» ышаныу.
  • Кешелеккә ғәҙеллек һәм таҙа намыҫ юлын күрһәтеүсе, Аһура Мазданың берҙән-бер бәйғәмбәре Заратустраға ышаныу.
  • Рухи донъя барлығына (минаға) һәм ике рухҡа (Изге һәм Яуыз), кешенең рухи донъялағы яҙмышы ошо көстәрҙең кәрәклеһен дөрөҫ һайлауға бәйле икәненә ышаныу.
  • Аша (Арта)ға — Аһура Мазда төҙөгән сығанаҡ Ғаләм ҡанундары ғәҙеллеккә һәм гармонияға, һәм изгелек юлын һайлаған кешенең ошо ҡанунды яҡлау өсөн бөтөн тырышлығын йүнәлтергә тейешлегенә ышаныу.
  • Нигеҙендә һәр кешегә яҡшылыҡты яуызлыҡтан айыра белеү мөмкинлеге биргән даэна (ышаныс, намыҫ) һәм храту (зиһен) булған кеше асылына ышаныу.
  • Ете Амешаспентҡа, кеше шәхесен үҫтереү һәм асыуҙың ете баҫҡысы, тип ышаныу.
  • Дадодахеш һәм Ашудадҡа ышаныу — йәғни үҙ-ара ярҙамлашыу, мохтажлыҡта йәшәүселәргә терәк, кешеләрҙең бер-беренә таяныс булыуы.
  • Аһура Мазда яралтҡан емергес тәбиғи көстәрҙең (стихия) һәм тере тәбиғәттең (ут, һыу, ел, ер, үҫемлектәр һәм мал-тыуар) изге булыуына һәм улар тураһында хәстәрлек күреү кәрәклегенә ышаныу.
  • Фрашо-керети (Фрашкард)ҡа — йәшәйештең эсхатологик мөғжизәле үҙгәреүенә, Аһура Мазданың тулы еңеүенә һәм яуызлыҡты ҡыуыуына, бөтөн ғәҙел кешеләрҙең Саошьянт, Донъяны ҡотҡарыусы, етәкселегендәге бергә тырышыуы арҡаһында ғәмәлгә ашырылыуына ышаныу.

Аһура Мазда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп мәҡәлә Аһура Мазда

Аһура мазда (пехл. Ормазд) — рухи һәм физик донъяларҙы яралтыусы, изгеләрҙән изге берҙән-бер хоҙай, уның төп эпитеттары «Яҡты» һәм «Данлыҡлы» (төгәлерәк: «Тулы хварна», балҡыған батша даны). Фарсыларҙа яҡты аллаһы.

Аша һәм Друдж[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зороастризм тәғлимәтенең этик нигеҙендә ике төшөнсәне: Аша һәм Друджды ҡаршы ҡуйыу.

Аша (aša- *arta-нан) — был бөтөн ғаләмдең гармония, хаҡлыҡ, хәҡиҡәт, изгелек ҡануны (Ашаның атаһы — Аһура Мазда).

Друдж — был Ашаның антитезаһы, һүҙмә-һүҙ: ялған, ҡыйралыу, түбәнгә тәгәрәү (деградация), мәжбүр итеү, талау.

Бөтөн кешеләр ике категорияға бүленә: ашавандар (Ашаның тарафдарҙары, ғәҙелдәр, кешелек донъяһына изгелек ҡылырға ынтылыусылар) һәм друджванттар (алдаҡсылар, донъяға яуызлыҡ ҡылыусылар). Аһура Мазданың ярҙамы менән, ғәҙелдәр Друджды еңергә һәм уның яҡлыларҙың донъяны бөлдөрөүенә ҡамасауларға тейеш.

Ике рух[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Рух», зороастризм аңлатҡанса, ул mainyu (перс. minu), йәғни «фекер». Ике тәүге рух — изге һәм яуыз (Спента һәм Ангра) — ике ҡапма-ҡаршы менталлекте кәүҙәләндерә: булдырыуға йүнәлтелгән һәм емереүгә йүнәлтелгән. Һуңғыһы (Ангра Маинью, Аһриман) Аһура Мазданың һәм уның донъяһының төп дошманы, емереүсеһе һәм иң тәү сиратта кеше аңын харап итеүсе, ә был инде йәмғиәттең деградацияһына һәм артабан бөтөн кешелектең һәләкәтенә килтерә. Тимәк, утҡа табыныусының (зороастрийсының) бурысы — следовать Спента Маиньюға (изгелек рухына, тыуҙырыусы ижади аңға) тоғро булыу һәм яралтыусы Аһура Маздаға оҡшап, үҙ ғәмәлдәреңдә Ашаны воплощать в своих деяниях Ашу (бөтөн ғаләм изгелек ҡанунын) тормошҡа ашырыу һәм Друджды (ялған, яуызлыҡ, емереү) кире ҡағыу.

Заратустра[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп мәҡәлә Заратустра

Заратустра — зороастрийсылар тәғлимәте буйынса, Аһура Мазданың кешеләргә изге дин алып килеүсе һәм әхлаҡи үҫешкә нигеҙ һалыусы берҙән-бер бәйғәмбәре. Сығанаҡтарҙа ул өлгөлө рухани, яугир һәм малсы, һуғышсы итеп һүрәтләнгән.Пәйғәмбәр вәғәзе сағыу этик һыҙатлы, көс ҡулланыуҙы ғәйепләй, кешеләр араһындағы татыулыҡты, намыҫ һәм ижади хеҙмәтте маҡтай, берҙән-бер аллаға (Аһураға) ышаныуҙы хуплай. Пәйғәмбәр, үҙенә замандаш булған Ҡәүейҙәрҙең — арий ҡәбиләләренең традицион юлбашсыларының ҡанбаба һәм сәйәси функцияларҙы бер үк ваҡытта башҡарыуын, һәм ҡарапандарҙы — арий сихырсыларын, атап әйткәндә, көс ҡулланыуҙы, барымталарҙы, ҡанһыҙ ритуалдарҙы һәм шуларҙы хуплаусы әхлаҡһыҙ динде, тәнҡитләгән.

Динле булыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ясна (Авеста) 12 — зороастрий «дине символы». Уның төп фекере: «Бөтөн изгелектәрҙе лә мин Аһура Маздаға ҡайтарам». Икенсе төрлө әйткәндә, Заратустраның тарафдары изгелектең берҙән-бер сығанағы тип Аһура Мазданы. «Динле булыу» буйынса, зороастрийсы үҙен түбәндәгесә атап йөрөтә:

  • Маздаясна (Мазданы хөрмәтләүсе)
  • Заратустри (Заратустра тарафдары)
  • Видаэва (дейеүҙәрҙең — әхлаҡһыҙ арий хоҙайсыҡтарының дошманы)
  • Ахуро-ткаэша (Аһура диненең тарафдары)

Бынан тыш, был текста зороастрийсы көс ҡулланыуҙан, талауҙан һәм урлашыуҙан баш тартҡан, татыулыҡ яратҡан һәм хеҙмәтсән кешеләргә тыныслыҡ һәм азат тормош иғлан иткән, дейеүҙәр һәм сихырсылар менән һис ниндәй аралашыу мөмкинлеген кире ҡаға. Изге дин «ыҙғыш-талашты туҡтатыусы» һәм «ҡорал ташлаусы» тип атала.

Изге уйҙар, Изге һүҙҙәр, Изге ғәмәлдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Авест. humata-, huxta-, hvaršta- (һумата, һухта, хваршта тип уҡыла). Зороастризмдың һәр динле тоторға тейешле был этик триадаһы «Иманлы булыу»ҙа махсус һыҙыҡ өҫтөнә алына һәм күп тапҡырҙар Авестаның башҡа бүлектәрендә лә маҡтала.

Амешаспенттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Амешаспенттар (авест. aməša- spənta-) — Үлемһеҙ изгеләр, Аһура Мазданың алты тәүяралғылары. Для объяснения сущности Амешаспентрарҙың асылын аңлатыр өсөн, ғәҙәттә, бер шәмдән тоҡанған алты шәм метафораһын ҡулланырға мәжбүр булалар. Шулай итеп, Амешаспенттарҙы алланың эманациялары менән сағыштырырға мөмкин. Амешаспенттар кешенең рухи үҫешенең ете баҫҡыс образын сағылдыра һәм бынан тыш Амешаспенттың күренгән образын кәүҙәләндереүсе ете есем яралғыһын ҡурсалаусыһы тип атала.

Авестий исеме Фарсыса исеме Мәғәнәһе Ҡурсаланыусы
яралғы
Аһура Мазда Ормазд/Аһура Мазда (яңынан тыуҙырылған) Зирәк Хоҙай кеше
Воху Мана Бахман Изге ниәт мал, хайуан
Аша Вахишта Ардибехешт Иң яҡшы хаҡлыҡ Ут
Хшатра Ваирья Шаһривар Һайланылған идара итеү металдар
Спента Армаити Спандармаз/Эсфанд Изге диндарлыҡ ер
Һаурватат Хордад Бөтөнлөк һыу
Амеретат Амордад Үлемһеҙлек үҫемлектәр

Язаттар, раттар һәм фраваштар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зороастризмдың башҡа әһәмиәтле булған категориялары:

  • Язаттар (авест. «лайыҡлы хөрмәтләүҙәр»). Был төшөнсә шартлы рәүештә «фәрештәләр» тип тәржемә ителеүе мөмкин. Иң әһәмиәтле язаттар: Митра («килешеү», «дуҫлыҡ»), Аредви Сура Анахита (һыу ҡурсалаусыһы), Веретрагна (еңеү һәм батырлыҡ язаты).
  • Раттар (авест. «өлгө, үрнәк», «баш») — күп ҡырлы төшөнсә, иң элек ул ниндәй ҙә булһа төркөмдөң өлгөлө ҡурсалаусы башы (мәҫәлән, Заратустра — кешеләр раты, бойҙай — иген раты, Һукарья тауы — тауҙар ҡурсалаусыһы һ.б.). Бынан тыш, раттар — был ваҡыттың «идеаль» арауығы (тәүлектең биш өлөшө, айҙың өс өлөшө, йылдың алты өлөшө).
  • Фраваштар (авест. «һайлау алды») — яҡшылыҡ һайлаған алда йәшәп киткән йәндәр төшөнсәһе. Аһура-Мазда кешеләрҙең фраваштарын яралтҡан һәм уларҙың һайлауын һораған, һәм фраваштар есем донъяһында кәүҙәләнеүҙе һәм, яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшеп, унда яҡшылыҡ раҫләуҙы һайлайбыҙ, тип яуап биргәндәр. Кешеләрҙең фраваштарын хөрмәтләү ата-бабалар культына яҡын.

Ут һәм яҡтылыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зороастризм тәғлимәтенә ярашлы, яҡтылыҡ алланың физик донъялағы күренгән һүрәтләнеше (образы). Шуның өсөн, зороастрийсылар, аллаға мөрәжәғәт итер алдынан, йөҙҙәре менән яҡтылыҡҡа боролалар — яҡтылыҡ сығанағын улар доға ҡылыу йүнәлеше тип ҡабул итә. Кеше өсөн боронғо замандарҙан бирле иң мөһим һәм ҡулланырлыҡ яҡтылыҡ һәм йылылыҡ сығанағы булған утты айырыуса ихтирам итәләр. Шунан сығып, зороастрийсыларҙы киң таралған тышҡы билдәләмә — «утҡа табыныусылар», тип йөрйтәләр. Әйтер кәрәк, ҡояш яҡтылығын да зороастризм бик хөрмәтләй итә.

Зороастрийсыларҙың традицион ҡараштарына ярашлы, Ут бөтөн йәшәйешкә, рухи донъя булһынмы, есем донъяһымы, үтеп инә. 17-се Яснала һәм Бундахишнала Ут иерархияһы бирелә:

  • Березасаванг (Юғары Ҡотҡарыусы) — Аһура Мазда алдында ожмахта янған ут.
  • Вохуфриян (Изге дуҫтарса) — кеше һәм хайуандар тәнедә янған ут.
  • Урвазишт (Күңелгә рәхәт, мөләйем) — үҫемлектәрҙә янған ут.
  • Вазишт (Тәьҫир итеүсе, йоғонтоло) — йәшен уты.
  • Спаништ (Изгеләрҙән изге) — ғәҙәти ер уты, шул иҫәптән, ғибәҙәтханаларҙа янған ут, Варахрам уты (Еңеү килтереүсе).

Ожмах һәм тамуҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Заратустра тәғлимәте, тәүгеләрҙән булып, ерҙәге тормошонда эшләгән ғәмәлдәре өсөн йәндең шәхсән яуаплы булыуы тураһында иғлан иткән. Заратустра ожмахты vahišta ahu «иң һәйбәт йәшәйеш» тип атаны (бынан сығып фарс. behešt «ожмах»). Тамуҡ dužahu «насар йәшәү» тип атала (шунан сығып фарс. dozax «тамуҡ»). Ожмахтың өс баҫҡысы бар: изге уйҙар, изге һүҙҙәр һәм изге ғәмәлдәр һәм Хоҙай Үҙе торған юғары кимәлдәге Гародману «Йыр Өйө», Анагра раоча «Сикһеҙ балҡыш». Тамуҡтың баҫҡыстары: яман уйҙар, насар һүҙҙәр, яуыз ғәмәлдәр һәм тамуҡ тупланышы — Друджо Дмана «Алдаҡ Өйө».

Ғәҙеллек (Аша) һайлағандарҙы ожмах ләззәте һәм хозурлығы, Алдаҡ һайлағандарҙы — тамуҡ ғазаптары һәм үҙ-үҙен тарҡатыу көтә. Зороастризм, кеше тереклегендә эшләгән ғәмәлдәрен һанап, ул үлгәндән һуң хөкөм төшөнсәһе индерә. Әгәр кешенең яҡшы ғәмәлдәре ямандарынан сәс ауырлығындай артыҡ икән, язаттар йәнде Йырҙар Өйөнә индерәләр. Әгәр яман ғәмәлдәре яҡшыһынан артҡан икән, йәнде Визареш дейеү (үлем дейеүе) тамуғына һөйрәтеп алып китәләр.

Тағы тамуҡ упҡыны өҫтөнән Гародманға алып барған (айырыла һәм айыра торған) Чинвад күпере концепцияһы бар. Изгеләргә үтер өсөн күпер киң һәм уңайлы булһа, гонаһлылар тамуҡҡа тәгәрәп төшә, сөнки үткерләнгән бысаҡ кеүек күперҙән үтерлек булмай.

Фрашо-керети[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зороастризм эсхатологияһы донъя аҙаҡҡы үҙгәрешен кисерәсәк, трансформацияланасаҡ, («(йәшәйеш) тәгәрмәсенең һуңғы әйләнешендә») Аша тантана итәсәк, ә Алдаҡ бөтөнләй һәм мәңге емереләсәк тигән Заратустра тәғлимәтенән килә. Был үҙгәрештәр Фрашо-керети (Фрашкард) — «Донъяны камил (донъя) ҡылыу» тип атала. Һәр изге кеше үҙенең ҡылған эштәре менән был ҡыуаныслы ваҡиғаны яҡынайта. Зороастрийсылар донъяға 3 саошьянт (ҡотҡарыусы) килеренә ышаналар. Тәүге ике саошьянт Заратустра биргән тәғлимәтте тергеҙеүсе булырға тейеш. Ахырызаманда, һуңғы алыш алдынан, һуңғы саошьянт киләсәк. Ангра Майнью алышы һөҙөмтәһендә бөтөн яуыз көстәр ҡыйратылыр, тамуҡ емерелер, барса әруахтар — изгеләр ҙә, гонаһлылар ҙа — ут менән һынауға, ордалияға — һуңғы хөкөм көнөнә тереләсәктәр. Терелгәндәр иретелгән утлы металл ағымы аша үтәсәк, шунда яуызлыҡтың ҡалдыҡтары һәм еренә еткерелеп эшләнмәгән ғәмәлдәр янып бөтәсәк. Изгеләргә был һынау яңы һауылған һөттә һыу инеү булып күренәсәк, ә ендәр янып бөтәсәк. Һуңғы хөкөмдән һуң донъя мәңгелеккә тәүкамиллығына әйләнеп ҡайтасаҡ.

Шулай итеп, эсхатологияһы бик үҫешкән зороастризмға эшмәкәрлектең (ғәмәлдең) цикллылығы һәм реинкарнация ят булған.

Авеста[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Авеста ҡулъяҙмаһынан бит. Ясна 28:1

Зороастрийсыларҙың изге китабы Авеста тип атала. Ысынында иһә, был — зороастрий общинаһында архаик заманда хәҙер «авестий теле» тип аталған боронғо фарсы телендә төрлө ваҡыттарҙа яҙылған текстар йыйылмаһы. Хатта Фарсыстанда яҙма барлыҡҡа килгәс тә, меңәр йылдар буйына текстарҙы быуындан быуынға телдән еткереү алымы ҡулланылған, руханиҙар был текстың һаҡсылары булған. Һуңғы Сәсәниҙәр осоронда, V—VI быуаттарҙа китапты яҙҙырыр өсөн махсус фонетик авестий алфавиты уйлап сығарылғас ҡына, уны беҙгә билдәле яҙыу традицияһы барлыҡҡа килгән . Әммә хатта бынан һуң да авестий доғаларын һәм ғибәҙәт текстарын ятлап ала торған булғандар.

Традиция буйынса, Авестаның төп өлөшө булып Ғаталар — Аһура Маздаға бағышланған, тәғлимәттең нигеҙҙәрен, уның фәлсәфәһен һәм социаль йүнәлтмәһен, изгеләргә награда һәм яуыздарҙы еңеүҙе тасуирлаған Заратустра гимндары тора. Зороастризмдың ҡайһы бер реформист ағымдары тик Ғаталарҙы ғына изге текст, ти, ә Авестаның башҡа өлөшөн тарихи әһәмиәтле тип иғлан итә. Әммә үтә ортодоксаль зороастрийсылар бөтөн Авестаны Заратустра һүҙе тип атай. Авестаның ғаталарҙан тыш шаҡтай ҙур өлөшө доғаларҙан торғанлыҡтан, хатта реформистарҙың күпселеге был өлөштө кире ҡаҡмай.

Зороастризм символдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утлы һауыт — зороастризм символы
Фаравахар

Заратустра тәғлимәте тарафдарының төп тән символы — тотош киҫәк кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән һәм төгәл 9 йөйҙән торған аҡ эске күлдәк седре һәм кошти (кушти, кусти) — аҡ һарыҡ йөнөнән иләнгән 72 ептән үрелгән һәм эсе ҡыуыш нәҙек билбау. Кошти бил тирәләй өс тапҡыр уратҡандан һуң 4 төйөнгә бәйләп йөрөтөлгән. Зороасрийсы, доға башлар, мөһим эшкә тотонор алдынан, бысранғандан һуң, тәһәрәт ала һәм үҙенең билбауын бәйләй (Падъяб-Кошти йолаһы). Седре йәнде яуызлыҡтан һәм вәсүәсәнән ҡурсалау, ә кеҫәһе — яҡшылыҡ йыйыу символы. Кошти Аһура Мазда һәм уның тәғлимәте менән бәйләнеште (кендекте) һынландыра. Билбауын гел быуып йөрөгән кеше, бөтөн зороастрийсылар менән бәйләнештә тороп, уларҙың яҡшылығынан үҙенең өлөшөн дә ала, тип һаналған.

Изге кейемдә йөрөү заратустрасыларҙың бурысы булған. Дин талабы буйынса, седре һәм кошти кеймәй йөрөү мөмкин тиклем аҙ булырға тейеш. Седрене һәм коштиҙы даими таҙа тоторға кәрәк. Береһе йыуылған осраҡта, алмашҡа кейә торған комплект кейем булыуы рөхсәт ителә. Седре һәм коштиҙы даими кейеп йөрөгән саҡта, уларҙы йылына ике тапҡыр алмаштырғандар — Наурузға һәм Меһрган байрамдарына.

Зороастризмдың икенсе символы — ут һәм аташдан, күсереп йөрөтә торған утлы (һауыт рәүешендәге) йәки стационар (платформа рәүешендәге) алтарь. Шундай алтарҙарҙа изге зороастризм уттарын һүндермәй тотҡандар. Был Сәсәниҙәр империяһы сәнғәтендә айырым таралыу алған.

Фаравахар, Әһәмәниҙәрҙең ҡая рельфтарынан эшләнгән ҡанатлы түңәрәк эсендәге кеше һыны популяр символы булып китә. Зороастрийсылар, традиция буйынса, был һынды Аһура Мазда образы тип тапмай, ә фраваши һүрәте тип атай.

Аҡ төҫ — таҙалыҡ һәм рәхәтлек төҫө, зороастрийсылар өсөн, мөһим символик әһәмиәткә эйә, ә күп кенә йолаларҙа шулай уҡ йәшел төҫ — муллыҡ һәм яңынан тыуыу, күтәрелеү символы булып тора.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Заратустраға саҡлы иран ышаныуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зороастризмға тиклемге иран ышаныуҙары тураһында аҙ билдәле. Ғалимдар был бик боронғо мифология Ведик (иң боронғо һинд мифологияһына) оҡшаған[8]. Тикшеренеүселәр иң боронғо иран мифологияһының мираҫы тип зороастризмдағы Веретрагнаны, Митра Хоҙайҙы һәм Анахитаны күрһәтә[9]. Урта быуаттар тарихы зороастризмға саҡлы ирандарҙа Тахмурес Бозасптан ҡабул итеп алған сабеизм булған тип иҫәпләй[10] (см. например, «Науруз-наме»).

Заратустра дәүере[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Заратустраның йәшәү дәүере лә ғалимдарҙың бәхәс сәбәбе булып тора. Сама Зороастрий традицияһында үҫешкән хронология булмаған. Уларға «дин йылы» (Заратустраның тәүге тапҡыр Аһура Мазда менән һөйләшеүе) билдәле, әммә башҡа ваҡиғалар буйынса традицияла аныҡ ҡанун юҡ. Арда-Вираз китабында, Заратустранан Александр (Македонскийға тиклем) 300 йыл үткән тиелә. Бундахишн хронологияһы буйынса, Дарий I (б.э.т. 522 йыл) тәхеткә ултырған датаға таянһаң, б.э.т. 754 йыл килеп сыға[11] Башҡа сығанаҡтарҙағы Бундахишн хронологияһы фрагментлы һәм ышанысһыҙ.

Заратустра эпохаһы тураһында ғалимдар төрлө фекер әйткәндәр. Заратустра бер ваҡытта ла йәшәмәгән, ысынбарлыҡта бер ваҡытта ла булмаған архаик идеаль шәхес һәм хатта иртә Ахеменидтарҙың эскерһеҙ идеологы булған тигән аптыратырлыҡ фекерҙәр ҙә осрай. Хәҙерге ваҡытта Ригведа теленә оҡшаған Ғаттар теленең архаиклығына (б.э.т. II мең йыллыҡтың 2-се яртыһы) иғтибар итеү, һәм бәйғәмбәрҙең йәшәгән ваҡытын б.э.т. 1000 йылдарына ҡайтарыу киң таралған ҡараш[12].

Хәҙерге зороастрийсылар иран астрономы З. Бехруз иҫәпләүенән сығып, Заратустра б.э.т. 1738 йылда «дингә эйә булған» һәм шунан башлап «Зороастрий дини эраһы» йыл иҫәбе башлана.

Заратустраның вәғәзенең локализацияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иран флагында Паниран (зороастрий төҫтәре): йәшел — гөрләп үҫеү символы, аҡ — ғәҙеллек символы, ҡыҙыл — ҡаһарманлыҡ символы

Заратустраның йәшәү һәм эшмәкәрлек урынын билдәләүе күпкә ябайыраҡ:Авестала Ирандың төньяҡ-көнсығышындағы, Афғанстандағы, Тажикстандағы һәм Паҡстандағы топонимдар иҫкә алынған[13]. Традиция Заратустра исеме менән Рей йәки Рагу ҡалаһы, Систан һәм Балх ҡалаларын бәйләй.

Яңылыҡ асыу эшләнгәндән һуң, Заратустра вәғәздәрен халыҡҡа бик оҙаҡ уңышһыҙ еткерергә тырышҡан, әммә төрлө илдәрҙә уны кәмһеткәндәр һәм ҡыуғандар. 10 йыл арауығында ул тик үҙенең ике туған ағаһы Маидьомангхуны динле итеүгә өлгәшкән. Шунан Заратустра легендар Ҡәүей Виштаспа (Гоштасб) һарайына килгән. Бәйғәмбәрҙең вәғәзе батшаға тәьҫир иткән һәм ҡайһы бер икеләнеүҙәрҙән һуң ул Аһура Мазда динен ҡабул иткән һәм уны үҙ батшалығында ғына түгел, дин таратыусыларҙы күрше илдәргә лә ебәреү кәрәк тигән. Заратустра үҙенә яҡын фекерҙәштәр Виштаспа вәзирҙәрен, Хвогв ырыуынан ағалы-энеле — Джамасп һәм Фрашаоштрҙы тапҡан.

Зороастризм периодизацияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Архаик период (б.э.т. 558 йыл): Заратустра бәйғәмбәрҙең һәм зороастризмдың ауыҙ-тел ижады формаһында йәшәү дәүере;
  2. Әһәмәниҙәр периоды (б.э.т. 558—330 йылдар): Әһәмәниҙәр династияһының тәхеткә килеүе, фарсы империяһының барлыҡҡа килеүе, зороастризмдың беренсе яҙма һәйкәлдәре;
  3. Эллинизм осорондағы Парфян батшалығы (б.э.т. 330 — б.э. 226 йылдар): Александр Македонский походы һөҙөмтәһендә ахеменид империяһының ҡолатылыуы, парфян батшалығын төҙөү, Ҡушандар империяһы дәүерендә буддизмдың зороастризмды шаҡтай ҡыҫырыҡлауы;
  4. Сәсәниҙәр осоро (б.э. 226—652 йылдар): зороастризмдың яңынан тыуыуы, Авестаның Адурбад Махраспандан етәкселегендә кодификацияланыуы, үҙәкләштерелгән зороастрий сиркәүенең үҫеше, йәшәп килгән зороастрий диненә ҡаршы килә торған башҡа тәғлимәттәр менән сафсата;
  5. Фарсыстанды ғәрәп (ислам) баҫып алыуы (б.э. 652 йылы — XX быуат уртаһы): Фарсыстанда зороастризмдың емерелеүе, зороастризм тарафдаштарын эҙәрлекләү, Һиндостанда иран эмигранттарынан торған парсий общинаһының барлыҡҡа килеүе, мосолман власы аҫтындағы апологеттар һәм традиция һаҡлаусыларҙың әҙәби эшмәкәрлеге.
  6. Хәҙерге заман периоды (XX быуат уртаһынан беҙҙең ваҡытҡа саҡлы): иран һәм һинд зороастрийсыларының АҠШ-ҡа, Европаға, Австралияға миграцияһы, диаспораның Ирандағы һәм Һиндостандағы зороастризм үҙәктәре менән бәйләнеш урынлаштырыуы.

Зороастризмдың ағымдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зороастризмдың төп ағымдары булып региональ варианттар торған. Зороастризмдың һаҡланып ҡалған тармағы — Сәсәниҙәр державаһының рәсми дине, бигерәк тә, Авестаны һуңғы канонлаштырылыу һәм яҙып алыу йылдарындағы, был династияның һуңғы батшаһы Хосроу I дәүерендәге варианты. Был тармаҡ зороастризмдың мидий магтары ҡабул иткән вариантынан алынған булһа кәрәк. Иран донъяһының башҡа өлкәләрендә зороастризмдың (маздеизмдың), иң тәүҙә беҙ улар тураһында фрагментар ғәрәп сығанаҡтарынан ғына фекер йөрөтөрлөк мәғлүмәт бар, бүтән варианттары булыуы бәхәсһеҙ. Әйткәндәй, Сәсәниҙәр дәүләте зороастризмына, ғәрәп баҫып алыуына саҡлы, «яҙма» традициянан да алдараҡ булған Согдала йәшәп килгән маздеизмдан Заратустраның Асылына төшөнөүе согдий телендә хикәйәләнгән өҙөктәре генә бар һәм Бируни мәғлүмәттәре һаҡланған.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, зороастризм сиктәрендә хәҙерге заман ортодоксияһы ҡарашынан сығып әйткәндә «сафсата», тип атарлыҡ дини-фәлсәфә ағымдары барлыҡҡа килгән. Иң элек былЗурванаконцептына, «игеҙәк балалары» Аһура Мазда һәм Аһриман булған тәү ғаләм ваҡытына, ҙур иғтибарға нигеҙләнгән зурванизм. Ситләтелгән раҫлауҙар буйынса, зурванизм доктринаһы Сәсәниҙәр Иранында киң таралған, уның эҙҙәре ислам баҫып алыуын башынан кисергән традицияла табылһа ла, зороастрий «ортодоксияһы» был доктринаны туранан-тура шелтәләй[14]. Моғайын, «зурваниттар» һәм «ортодокстар» араһында туранан-тура конфликттар булмағандыр, дөрөҫөрәге зурванизм диндең йола өлөшөнә бик ҡағылмаған фәлсәфә ағымы ғына булғандыр.

Аврелиан заманында Рим империяһында таралған Митраны хөрмәтләүҙе (митраизм) шулай уҡ зороастризм сафсатаһына ҡайтаралар, митраизм, дөрөҫөрәге, ирандыҡы ғына түгел, сүриә субстраты ла булып торған синкретик тәғлимәт.

Зороастрий ортодокстары кире ҡаҡҡыһыҙ сафсата тип, нигеҙендә христиан гностицизмы ятҡан манихейлыҡты ла һанаған[15][16].

Тағы ла бер сафсата булып революцион Маздак (маздакизм) тәғлимәте тора[17].

Хәҙерге заман зороастризмы варианттары булып Иран зороастризмы һәм Һиндостан парсий зороастризмы тора. Әммә улар араһындағы айырма региональ характерҙа һәм нигеҙҙә ритуаль терминологияһына ҡағыла, бер традициянан сыҡҡанлыҡтан һәм общиналар араһындағы аралашыу булғанлыҡтан, улар араһында етди догматик айырымлыҡ барлыҡҡа килмәгән. Һай йоғонто ғына һиҙемләнә: Иранда — ислам, Һиндостанда — индуизм йоғонтоһо .

Парстар араһында календарҙың өс вариантына ҡараған (Кадими, Шахиншахи и Фасли) «календар секталар» билдәле булған. Был төркөмдәрҙең асыҡ ҡына сиктәре юҡ, шулай уҡ догматик айырма ла юҡ. Һиндостанда ла шулай уҡ мистикаға йүнәлтелгән индуизм йоғонтоһондағы төрлө ағымдар барлыҡҡа килгән. Шулар араһында иң билдәлеһе булып Илм-и-Хшнум ағымы тора.

Зороастрийсылар араһында күпмелер популярлыҡ яулаған, күпселек йолаларҙы һәм боронғо ҡағиҙәләрҙе алып ташлау яҡлы, тик Ғаттарҙы ғына изге тип таныған «реформист ҡанат» тип аталған ағым да булған.

Прозелитизм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башланғыс мәленән бирле Заратустра тәғлимәте юғары рух менән пәйғәмбәр һәм уның уҡыусылары, тарафдаштары тарафынан таратылған әүҙем прозелитик дин булған. «Изге дин» юлынан барыусылар башҡа диндәге кешеләрҙе «дейеүҙе ололаусылар», тип атағандар һәм үҙҙәрен уларға асыҡтан-асыҡ ҡаршы ҡуйғандар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, төрлө сәбәптәр арҡаһында зороастризм ысынында донъя диненә әүерелмәгән, уның вәғәздәре күбеһенсә иран телле ойкумена менән сикләнгән, ә зороастризмдың яңы ерҙәргә таралыуы ул ерҙәрҙең иранлашыуы менән параллель барған.

Ирандың үҙенән һәм Урта Азияның көньяғынан башҡа зороастрийсыларҙың аҙмы-күпме эре общиналары («магузейҙар») булған, айырым алғанда, Каппадокияла хатта зороастрий календары рәсми рәүештә ҡулланылған. Боронғо Әрмәнстан христианлашмаҫ элек, уның ерҙәрендә «әрмән маздеизмы» таралған булған. Сасанидтар заманында Бахрейн һәм Йемен ғәрәптәрендә, шулай уҡ державаның төньяҡ-көнсығыш сиктәрендәге төрөк телле төркөмдәрҙә зороастризмдың тарафдаштары булған.

Сасанид периоды аҙағына тиклем зороастризм прозелитик яҡтан әүҙем дин булып ҡалған. Заратустраның тарафдаштары, улар фекеренсә, бөтөн башҡа дингә ышаныусылар табынған яуыз көстәр менән көрәшеү зарурлығына өндәгәндәр. Икенсе дингә табыныусының Переход иноверца в «изге дингә» күсеүе яҡшы һәм дөрөҫ эш тип ҡаралған, шуның өсөн боронғо Иранда синфи, этник һәм тел мөнәсәбәтенә ҡарамай һәр теләгән кеше зороастрийсы була алған. Йола үтәүҙәрҙең ентекләп эшләнгәнлеге, үҫешкән космологик һәм, иң мөһиме, этик тәғлимәте арҡаһында зороастризм тарихтағы тәүге дәүләт дине булған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Заратустра тәғлимәте барыбер ысын мәғәнәһендә донъя диненә әйләнмәгән.

Бының сәбәбе булып түбәндәге факторҙар тора:

  • Заратустра дини тәғлимәтенең ултыраҡ малсы һәм игенселәрҙең күскенселәр менән көрәш мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән социаль-иҡтисади йөкмәткеһе кире ҡайтарып булмаҫлыҡ үткән заманда тороп ҡалған. Нового социального содержания в силу своего консерватизма Маздаизм үҙенең консерватизмлығына таянғанлыҡтан, яңы социаль йөкмәтке яҙмаған, Боронғолоҡтан алып Урта быуатҡа күскәндәге үҙгәрештәргә һәм йәмәғәт ихтыяждарына һаңғырау һәм һуҡыр булып ҡалған.
  • маздаист руханилығының Сасанид Ираны дәүләт учреждениеларына яҡынлығы, уларҙың бер-береһенә ҡушылғанлығы һәм бер-береһенә бәйләнгәнлеге тышҡы аудиторияның зороастризм тураһында асыҡтан-асыҡ сәйәси алдан уҡ билдәле фекерҙә булыуына (ангажированность) килтергән. Быны Иран менән күрше дәүләттәрҙең хакимдары ҡабул итмәгән, иран шаһтары, зороастризм прозелитизмына ышыҡланып, баҫып алыу пландарын тормошҡа ашырырға теләй тип шикләнгән. Сасанидтарҙың дүрт йөҙйыллыҡ хакимлығы дауамында ҡорал ярҙамында ирандарҙың үҙ динен күршеләрендә раҫлатырға тырышыуы уңышҡа өлгәшмәгән;
  • маздаизм, үҙенең этик доктринаһының универсаль булыуына ҡарамаҫтан, иран телле донъя сиктәренән әллә ни йыраҡ китмәгән. Эллин периодында, Бөйөк Александрҙың грек-македон империяһының һәм уның тарафдаштарының ерҙәрендә таралған булһа ла, башлыса, иран телле ватандаштарға ғына яҡын, ә грек халҡы өсөн сит булып ҡалған. Бер яҡтан, гректар тарафынан баҫып алынған ирандар, гректарҙы сит элемент тип иҫәпләгәндәр һәм Александр Македонскийға, уны державаны емереүсе, Иран диненә һәм мәҙәниәтенә зыян килтереүсе варвар, тип киҫкен баһа биргәндәр. Икенсе яҡтан, эллиндарға, йола буйынса ата-бабаларын ҡәҙерләүселәргә һәм мәрхүмдәргә тулҡынланған хис менән ҡараусыларға фарсыларҙың традицияһындағы мәйеттәргә, ен тупланышы, тип сирҡанып ҡарауҙары үҙе үк мәсхәрә итеүгә бәрәбәр булған: гректар хатта яуҙарҙа һәләк булған ватандаштарын ҡәҙерләп күммәгән полководецтарҙы язаға тарттырғандар. Ахыр сиктә, рәсми маздаизмдың фәлсәфәүи концепциялары көнсығыш тәғлимәттәренең тулыһынса мистик йүнәлештә ятҡан, эллин рационализмына сит-ят булған, ғөрөф-ғәҙәттәренә айырата әһәмиәт биргән. Эллин һәм һинд фәлсәфәүи фекере ҡаҙаныштары, ҡағиҙә булараҡ, иран дин әһелдәрендә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмаған һәм зороастрий доктринаһына уның йоғонтоһо булмаған;
  • заратустрий маздаизмының монотеистик ҡиәфәтендә боронғо иран диненең ғаләмдә ике бер тигеҙ көстөң: яҡшылыҡ һәм яуызлыҡтың булыуын таныған диалектик ҡушберлек асылы даими күренеп тора. Ошо хәл, Рим һәм Парфияның (һуңғараҡ Византия һәм Ирандың) Яҡын һәм Урта Көнсығышта традицион геополитик көндәшлегенә ҡабатланып, Заратустра тәғлимәтенең иран булмаған халыҡтар араһында дөйөм таралышына ҡамасаулаған. Мәжүсилек осоронда Заратустраның донъя көрәшендә тик бер яҡты ғына — Изгелекте — ололау кеүек бер мәғәнәле талабы бөтөн аллалар өсөн дә, уларҙың «әхлаҡи сифаттарына» ҡарамай, ҡорбан килтереп өйрәнгән күп динле кешегә (политеисҡа) аңлашылмаған. Әммә грек-рим донъяһында христиан бер аллалығы таралған дәүерҙә лә зороастрийсылар христиандар өсөн элеккесә сит булып ҡалғандар: ысын күңелдән, «Алла ул яҡтылыҡ, һәм унда бер ҡараңғылыҡ та юҡ», тип ышанып йәшәгән христиандарға маздаизмдың «изгелеккә ысын күңелдән ышанғанлығы» етерлек булмағандыр. Һуңғы зороастризмда таралған Зурвананан — Хоҙай ваҡыты нигеҙендә барлыҡҡа килгән нәмә, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡтың тәүберлеге, тигән ҡараштар христиан диненә (ә һуңыраҡ исламға) тоғроларҙың зороастрийсыларҙы, йәнәһе, «шайтандың ағаһына табыныуҙа» ғәйепләүгә килтергән;
  • маздаизмдың киң таралыуына тәғлимәт һәм традиция тарафынан изгеләштерелгән фарсы-атравандар араһынан ғына нәҫелдән-нәҫелгә бирелә торған ҡатламға кадрҙар (асылда ябыҡ каста) — заратустрий руханиҙары-мобедтарҙың монополь һайланыуы шаҡтай тотҡарлыҡ булған. Дингә яңы ылыҡтырылған ысын иранлы булмағандың, Заратустра тәғлимәтенең ниндәй тоғро тарафдашы булһын, был мөһим түгел, — дин юлында уға карьера эшләүе барыбер мөмкин булмаған.
  • маздаистик прозелитизмдың күршеләре алдында уңышһыҙлығы зороастрийсыларҙың, таралышҡан общиналарҙы ныҡ торған үҙәкләштерелгән ойошмаға әүерелдерерлек, үҫешкән күп баҫҡыслы бер-береһенә бәйләнгән руханилыҡ иерархияһы булмауынан да килгән. Бына ошо хәлдәр, үлемгә сирҡанып ҡарау (һәм, шунан сығып, яфа сигеү культы булмауы) менән ҡатмарлаштырылып, ирандарҙың дине үҙен уратып алған дошман диндәр ҡыҫымын дәүләт аппараты һәм ғәскәр ярҙамынан башҡа күтәрә алмаған. VIII—IX быуаттарҙа был ерҙәрҙе ғәрәптәр баҫып алғандан һуң, моғайын, ошо фактор Иранда һәм Урта Азияла маздаизмдың сағыштырмаса тиҙ тарҡалыу сәбәбе булғандыр ҙа.

Ғәрәптәр баҫып ингәндән һуң күп тә үтмәй зороастризм бер юлы прозелитик дин булыуҙан туҡтай. Ирандың ислам динен яңы ҡабул итеүселәре, ата-бабалары диненә ҡайтҡаны өсөн, шәриғәт буйынса үлем язаһына тарттырылған, Һиндостанда зороастрийсы-парстар тиҙ арала башҡалар менән ҡатнашмаған эндогам дини төркөмдәрҙең береһе сифатында һинд каста системаһына йәлеп ителгән. Был дин нигеҙенә һалынған прозелитизм потенциалы, Көнбайыштан килгән донъя йөҙөндәге Боронғо Ирандың мираҫына киң ҡыҙыҡһыныу модернизатор тенденциялары тәьҫирендә, тик Яңы дәүерҙә генә тормошҡа ашырылыу мөмкинлеге алған.

Әлегә саҡлы маздаист руханилығы араһында неопрозелитизмға ҡағылышлы консенсус булдырылмаған. Һиндостандың консерватив парс дастурҙары (юғары рухани сан) зороастрийсы булмағандарҙы утҡа табыныусыға әйләндереү мөмкин түгел, тип һанайҙар. Иран мобедтары (зороастризм сиркәүе һәм каста башлығы), киреһенсә, ғәҙәттә зороастризм универсаль прозелитик дин, тип раҫлайҙар, һәм, зороастрийсылар миссионер эшмәкәрлеге алып бармаһа ла, зороастризмға үҙ аллы килгән кешеләрҙең, ҡайһы бер шарттарҙы үтәгән осраҡта, дингә ҡабул итеү үтенесен кире ҡаҡмау яҡлы.

Шулай булһа ла зороастризм диненә яңы әйләнеүселәр алдына бик күп проблемалар килеп баҫа. Иранда исламдан баш тартыу әлегәсә иң ауыр енәйәт һанала, һәм неофит та, уны дингә әйҙәүсе мобед та үлем язаһына тарттырыла. Динде формаль ҡабул иткән кеше лә, ислам режимы баҫымы арҡаһында, асылда тулыһынса иран зороастрий берләшмәһенә инеп китә алмай. Прозелит общиналары ысын зороастрийсылар менән күпселеген эмиграцияла берләшәләр.

Зороастризм дингә килеүселәрҙе хуплай, әммә динлеләрҙең аҙлығы һәм уның традицион территорияһында — Иранда — ислам диненең өҫтөнлөгө әүҙем прозелитизмды ҡыйынлаштыра. Бүтән диндәрҙән айырмалы рәүештә, аңлы, 15, йәше етһә, зороастрий ғаиләләрендә тыуған балалар утҡа табыныусылар рәтен тулыландыра. Башҡа диндән сығышлылар, тик 21 йәшкә етһә генә, зороастрий динлегә әйләнә алған. Мобед, мотлаҡ ойошторолған шәхси әңгәмә аша, дингә яңы әйләндерелеүсенең зороастризмды ҡабул итергә әҙерлеген, культ нигеҙҙәрен һәм фарсы телендә Фраваран доғаһын уҡый белеүен тикшерә. Был йола «сэдре пуши», фарсы теленән «изге күлдәк кейҙереү» тип тәржемә ителә.[18][19]

Иерархия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Руханилыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айырым ҡатлам тәшкил иткән зороастрий руханиҙарының дөйөм атамаһы — авест, йәғни aθravan- (пехл. asrōn) — «ут һаҡсыһы». Авестий эпохаһынан һуңғы руханиҙар, утҡа табыныусылар дине тәү сиратта мидий магтарытарафынан Ирандың көнбайышында таратылғанлыҡтан,мобе́дтар (боронғо иран. magupati «магтар башлығы») тип аталғандар. Шуны ла әйтер кәрәк, «тылсымсы», «күңелде әсир итеүсе», «сихырсы» һүҙҙәренең мәғәнәһе ысынбарлыҡта — гректарҙың иран магтарының эшмәкәрлеген хаталы ҡабул итеүе менән бәйле, ысынында иһә, зороастризмда боҙом һәм арбау шелтәләнә.

Ирандағы хәҙерге руханилыҡ иерархияһы түбәндәгесә:

  1. «Мобедан-мобед» — «мобедтарҙың мобеды», зороастрийҙар руханилыҡ иерархияһында иң юғары дәрәжә. Мобедан-мобед дастурҙар араһынан һайлана һәм мобедтар берләшмәһен етәкләй. Мобедан-мобед зороастрийҙар өсөн мотлаҡ үтәлергә тейеш булған дини («гатик») һәм донъяуи («датик») мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар ҡабул итә алған. Дини мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар мобедтарҙың йәки дастурҙарҙың дөйөм йыйылышы тарафынан хупланырға тейеш булған.
  2. «Сар-мобед» (фарсысанан төгәл — «мобедтар башлығы», пехл. «бозорг дастур») — зороастрий диненең иң юғары дәрәжәһе. Бер нисә дастур булған территорияла төп дастур тәғәйенләнгән. Сар-мобед ут ғибәҙәтханаларын ябыу, изге уттың урындан урынға күсерелеүе, ғәйебе бар тип табылған кешене зороастрий берләшмәһенән ҡыуыу тураһында ҡарарҙар ҡабул итеү хоҡуғына эйә.
  3. «Дастур»
  4. «Мобед»
  5. «Хирбад»

Бындай рухани вазифаларҙы тик зороастрий руханиҙары ғаиләһенән сыҡҡан һәм уның күсәгилешлеге атаһынан ҡалған дәрәжә менән билдәләнеүсе «мобед задэ» ғына биләй алған. Мобед-задэ булып тыуырға ғына кәрәк, уның башҡа юлы юҡ.

Иерархияла регуляр дәрәжәләҙән башҡа «Рату» һәм «Мобедъяр» тигән атамалар ҙә бар.

Рату — зороастрий динен ҡурсалаусы. Рату мобедан мобедтан бер баҫҡысҡа юғары торған һәм дини мәсьәләләрҙә хаталанмаған, һис шикһеҙ дөрөҫ булған. Адурбад Махраспанд Шапур II икенсе батша осороноң иң һуңғы ратуһы булған. обед ырыуынан булмаһа ла, ғилемле бехдин. Мобедъяр хирбадтан түбәнерәк торған дәрәжә.

Изге уттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йезд ҡалаһындағы Зороастрий ғибәҙәтханаһы. 1932 й. төҙөлгән бина
Йезд ҡалаһындағы Аташ-Варахрам

Фарсы телендә «аташкадэ» (төгәл тәржмәлә"ут өйө") тип аталған зороастрий ғибәҙәтханаларында бер туҡтауһыҙ ут яна, ғибәҙәтхана хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә уны тере тоталар, һүндермәйҙәр. Күп йөҙәр, хатта меңәр йылдар буйы уттары һүнмәй янған ғибәҙәтханалар бар. Изге утҡа эйә булған мобедтар ғаиләләре утты һүндермәй тотоу һәм ҡурсалау өсөн тотонолған бөтөн сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала һәм матди яҡтан бехдиндар ярҙамына мохтаж түгел. Яңы ут тәғәйенләү ҡарары кәрәкле аҡса булған саҡта ғына ҡабул ителә. Изге уттар 3 рангҡа бүленә:

  1. Шах Аташ Варахрам (Бахрам) — «Еңелмәҫ Ут Батша», Иң юғары рангтағы Ут. Иң юғары рангтағы уттар монархия династияларына, бөйөк еңеүҙәргә арнап, илдең йәки халыҡтың иң юғары уты сифатында булдырылған. Бындай утты урынлаштырыр өсөн изгеләштереү ритуалы ваҡытында бер утҡа берләштерерлек төрлө күренешле 16 утты йыйырға һәм таҙартырға кәрәк. Иң юғары ранглы ут янында тик иң юғары дәрәжәләге руханиҙар, дастурҙар, ғына хеҙмәт итә алған;
  2. Аташ Адуран (Адаран) — «Уттарҙың уты», Икенсе ранглы, 1000 кешеһе булған һәм унда 10 зороастрий ғаиләһе йәшәгән урындарҙа урылаштырылған ут. Утты раҫлар өсөн төрлө ҡатлам заратустрий ғаиләләренең: руханиҙың, яугирҙың, крәҫтиәндең, һөнәрсенең 4 утын йыйырға һәм таҙартырға кәрәк. Адуран уттары янында төрлө ритуалдар үтәлеүе мөмкин: нозуди, гавахгиран, сэдрэ пуши, джашн һәм гаханбар хеҙмәте һ.б. Адуран уттары эргәһендә тик мобедтар ғына хеҙмәт итә ала.
  3. Аташ Дадгах — «Законлы рәүештә ҡуйылған Ут», Өсөнсө ранглы ут, дини хөкөм сығара торған айырым бинаһы булған урындағы общиналарҙа (ауылда, ҙур ғаиләлә) һүндермәй яндырылған ут. Фарсы телендә был бина дар ба мехр (төгәл тәржемәлә: Митра ихатаһы) тип атала. Митра ғәҙеллек кәүҙәләнеше булып тора. Зороастрий руханийы, дадгах утына йөҙө менән тороп, урындағы бәхәс һәм проблемаларҙы хәл иткән. Общинала мобед булмаған осраҡта утҡа хирбад хеҙмәт итә алған. Дадгах уты халыҡ өсөн асыҡ, ут торған бина общинаның йыйылыу урыны булған.

Мобедтар изге уттарҙың һаҡсыһы һәм мөмкин булған бар ысул, хатта ҡорал ярҙамында, уларҙы һаҡларға тейеш булғандар. Моғайын, исламдар яулап алғандан һуң зороастризмдың емерелеүен дә ошо факт менән аңлатырға булалыр. Күп мобедтар, уттарҙы һаҡлап, башын һалған.

Сасанид Иранында өс «ҡатламға» тап килгән өс иң бөйөк Аташ-Варахрама булған:

  • Адур-Гушнасп (Иран Әзербайжанының Шиза ҡалаһында, руханиҙар уты)
  • Адур-Фробаг (Фарнбаг, Парса уты, яугир аристократияһы һәм Сәсәниҙәр уты)
  • Адур-Бурзен-Михр (Парфия уты, крәҫтиәндәр уты)

Уларҙан, Парста зороастрий общиналарының коллапсынан һуң XIII быуатта күсерелгән, хәҙер Йезд ҡалаһында янған Адур (Аташ) Фарнбаг уты ғына һаҡланған.

Изге урындар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зороастрийсылар өсөн ғибәҙәтхана бинаһы түгел, унда янған ут ҡәҙерле һаналған. Уттар, зороастрийсыларҙы эҙәрлекләгән дәүерҙәрҙә, бинанан бинаға, хатта бер өлкәнән икенсеһенә күсерелеп йөрөтөлгән булған. Хәҙерге заманда ғына, зороастрийсылар, халҡы әллә ҡасандан ислам динен ҡабул итеп йәшәп ятҡан ерҙәрҙә боронғо ғибәҙәтханалары емереклектәренә барып, диндәренең элекке бөйөклөгөн яңыртыу, бай мираҫтарын артабан һаҡлау маҡсатында, байрам ғибәҙәт ҡылыуҙар ойошторалар.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, зороастрийсылар даими рәүештә меңәр йылдар дауамында йәшәгән Йезд һәм Керман ҡалалары эргәһендә, айырым изге урындарға миҙгелле хаж ҡылыу ғәҙәте һаҡланған. Ғибәҙәт ҡыла торған һәр шундай урын («пир», төгәл мәғәнәлә «боронғо») Сәсәниҙәр ырыуы принцессаһын ғәрәп баҫып алыусыларынан мөғжизәле ҡотҡарыу тураһындағы легендаға эйә. Йезд эргәһендәге 5 пир айырым билдәлелек алған:

  • Сети-пир
  • Пир-е Сабз (Чак-чак сығанағы)
  • Пир-е Нарестане
  • Пир-е Бану
  • Пир-е Нараки

Донъяға ҡараш һәм әхлаҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зороастрий тәғлимәтенең донъяға ҡарашының төп һыҙаты булып ике донъя булыуын: mēnōg и gētīg (пехл.) — рухи (төгәл тәржемәлә «фекер», идеялар донъяһы) ер йөҙө (есемле, физик) булыуын, шулай уҡ уларҙың үҙ-ара бәйләнгәнлеген һәм шартлы бәйләнгәнлеген таныу тора. Ике донъя ла Аһура Мазда тарафынан булдырылған һәм изге, матди донъя рухи донъяны тулыландыра, уны бөтөн һәм камил яһай, матди байлыҡтар рухи ҡиммәттәр кеүек Аһура Мазда бүләге тип ҡабул ителә, һәм уларҙы бер-береһенән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Зороастризмға тупаҫ материализм һәм гедонизм ят булған кеүек, шулай уҡ спиритуализм һәм аскетизм да ят. Зороастризмда ҡорбан килтереү йәки есемде үлтереү, целибат (никахтан баш тартыу) һәм монастырҙар ғәмәле юҡ. Береһен-береһе тултырған менталлек һәм есемлелек дихотомияһы зороастризмдың бөтөн системаһын ялмап алған. Зороастрийсы тормошоноң төп мәғәнәһе булып изгелек «туплау» (фарсыса kerfe), тәү сиратта динле кеше, ғаилә ағзаһы, хеҙмәткәр, гражданин бурысын намыҫлы үтәү менән бәйләү һәм гонаһтан (фарсыса gonāh) һаҡланыу торған. Был һәр бер кешенең үҙ шәхесен ҡотҡарыу өсөн генә түгел, донъяның алға китеүенә һәм яһиллыҡты еңеүгә йүнәлтелгән көсөргәнеш юлы. Һәр бер хыянатһыҙ кеше Аһура Мазда вәкиле сифатында сығыш яһай һәм, бер яҡтан, уның ерҙәге эштәрен башҡара, икенсе яҡтан — бөтөн изгелектәрен Аһура Маздаға бағышлай. Изгелектәр этик триада аша тасуирлана: изге фекерҙәр, изге һүҙҙәр һәм изге эштәр (хумата, хухта, хваршта), йәғни менталь, вербаль һәм физик кимәлгә ҡағыла. Тулайым алғанда, зороастрийса донъяға ҡарашҡа мистицизм ят, һәр бер кеше, намыҫынан (даэна, чиста) һәм аҡылынан («тыумыштан» һәм «ишетеп белгән», йәғни башҡа кешеләрҙән алған аҡыллылыҡҡа бүленгән) сығып, яҡшылыҡты аңларға һәләтле тип раҫлана.

Әхлаҡи таҙалыҡ һәм шәхси үҫеш күңелгә генә түгел, тәнгә лә ҡағыла: тәнде таҙа тотоу һәм хур итмәү, сирҙәрҙән һаҡланыу, сәләмәт тормош алып барыу яҡшылыҡ тип һанала. Ритуаль таҙалыҡ бысраҡ предметтарға йәки кешеләргә ҡағылыуҙан, сирҙәрҙән, яуыз уйҙарҙан, һүҙҙәрҙән йәки эштәрҙән боҙолоуы мөмкин. Иң көслө бысратыу көсөнә кеше һәм изге заттарҙың мәйеттәре эйә. Уларға ҡағылыу ҙа, ҡарау ҙа тыйыла. Бысранған кешеләргә таҙарыныу йолалары ҡаралған.

Төп әхлаҡи ҡағиҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәҙәттә төп әхлаҡи ҡағиҙә тип Заратустра Гатынан алынған фраза һанала:

uštā ahmāi yahmāi uštā kahmāicīţ

Башҡаларға бәхет теләүсегә бәхет килһен[20]

Йәмғиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зороастризм — ижтимағи дин, уға дәрүишлек хас түгел. Зороастрийсылар общинаһы анджоман (авест. hanjamana- «сход», «йыйылыш») тип атала. Зороастрий ауылының йәки ҡала кварталының — халыҡ йәшәгән тораҡтың ғәҙәти берәмеге булып анджоман һанала. Общинаның йыйылыштарына йөрөү, дөйөм эштәр тураһында уртаға һалып һөйләшеү һәм община байрамдарында ҡатнашыу — зороастрийсының туранан-тура бурысы.

Авестала йәмғиәт бүленгән дүрт ҡатлам атала[21]:

  • атравандар (руханиҙар)
  • ратаэштарҙар (хәрби аристократия)
  • вастрьо-фшуянттар (төгәл тәржемәлә «көтөүсе-малсылар», артабан, дөйөм алғанда, крәҫтиәндәр)
  • хуити («оҫта ҡуллылар», һөнәрселәр)

Сасанид дәүере аҙағына саҡлы ҡатламдар араһындағы барьерҙар бик етди тойолһа ла, шулай ҙа бер ҡатламдан икенсеһенә күсеп булған. Иранды ғәрәптәр яулағандан һуң, аристократия ислам диненә күскәндә, ә зороастрийсыларға, зимми булараҡ, ҡорал йөрөтөү тыйылғанда, ысынбарлыҡта ике ҡатлам ғына: ҡәтғи рәүештә тик ирҙәр һыҙығы буйынса ғына мобедтар-руханиҙар һәм бехдиндар-донъяуи кешеләргә ҡарағанлыҡ (ҡатын-ҡыҙҙар кейәүгә, ҡатламына ҡарамай, сыға алған) тороп ҡалған. Бындай бүленеш хәҙерге заманда ла һаҡланған: ысынбарлыҡта мобед булып булмай. Шулай ҙа йәмғиәттең ҡатлам структураһы ныҡ деформацияланған, сөнки мобедтарҙың күпселеге, үҙҙәренең дини бурыстарын үтәү менән бер рәттән, төрлө донъяуи эшмәкәрлек менән (бигерәк тә ҙур ҡалаларҙа) мәшғүл һәм шул яҡтан ғәҙәттәге кешеләр менән ҡушылалар. Икенсенән, сығышы менән ғәҙәти кеше булһа ла, үҙ иңенә мобед бурыстарын йөкмәгән мобедъярҙар институты үҫешә.

Зороастрий йәмғиәтенең тағы ла бер үҙенсәлеге булып, ҡатын-ҡыҙҙың традицион бейек урында тороуын һәм, үҙҙәрен уратып алған мосолмандар менән сағыштырғанда, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәр менән бер тигеҙ хоҡуҡҡа шаҡтай яҡын статусын билдәләр кәрәк.

Аҙыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зороастризмда ризыҡҡа ҡарата сағыу күҙгә ташланырлыҡ тыйыуҙар юҡ. Төп ҡағиҙә — ризыҡ файҙа килтерергә тейеш. Традиция буйынса, вегетарианлыҡ зороастризмдың үҙенсәлеге түгел. Ризыҡ итеп бөтөн тояҡлы хайуандарҙың итен һәм балыҡты ҡулланырға була. Һыйыр малына айырым ихтирам бүленһә лә, Гаттарҙа йыш иҫкә алынһа ла, ғәмәлдә һыйыр итенә тыйыу юҡ. Шулай уҡ сусҡа итенә лә тыйыу юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, зороастрийсыларға мал-тыуарға һаҡсыл мөнәсәбәт кәрәклеге, малға ҡарата насар мөғәмәлә һәм мәғәнәһеҙ үлтереүҙән тыйылыу, ит ашауҙы бер аҙ сикләү кәңәш ителә.

Христиан һәм ислам диненә хас пост һәм аңлы рәүештә асығыуҙы зороастризм ныҡ тыя. Бер ай эсендә иттән баш тартырға күрһәтелгән дүрт кенә көн бар.

Нәсихәт текстарында иҫерткес эсемлектәрҙе самалап эсергә өндәгән өгөттәр килтерелһә лә, зороастризмда шарап тыйылмай.

Эт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зороастрийсыларҙа эт айырата ихтирам мнән файҙалана. Был зороастрийсыларҙың донъяға рациональ ҡарашынан: был дин кешегә эт реаль файҙа килтерә, тип һанаған. Эт яуыз йәндәрҙе (дейеүҙәрҙе) күрә һәм ҡыуып ебәрә ала, тип иҫәпләгән улар. Ритуал буйынса эт кешегә тиңләнгән, үлгән этте кеше мәйетен ерләгән кеүек күмгәндәр. Вендидадтағы күпмелер эт төрөнөң бер нисә "нәҫел"ен билдәләгән:

  • Пасуш-хаурва — мал ҡурсалаусы, овчарка
  • Виш-хаурва — йорт-ҡура һаҡлаусы
  • Вохуназга — һунар эте (эҙ буйлап барыусы)
  • Тауруна (Драхто-һунара) — өйрәтелгән һунар эте

«Эттәр ырыуына» шулай уҡ төлкөләр, сүл бүреләре, терпеләр, ҡамалар, ҡондоҙҙар, дикобраздар ҡарай. Бүреләр, киреһенсә, дошман йәнлек, дейеүҙәр тыуҙырған нәмә, тип иҫәпләнгән.

Йола ғәмәле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зороастрийсылар ритуалдарға һәм дини байрам церемонияларына күп әһәмиәт бирәләр. Уларҙың ритуал ғәмәлендә изге ут үҙенә бер айырым роль уйнай, шул сәбәпле зороастрийсыларҙы йыш ҡына «утҡа табыныусылар», тип атайҙар, зороастрийсылар үҙҙәре был атаманы хурлыҡлы, тип ҡабул итә. Улар ут — бары тик Хоҙайҙың ерҙәге образы, тип раҫлайҙар. Шулай уҡ, зороастрий культын рус телендә табыныу, тиеүҙе лә әҙәпле, тип әйтеп булмай, сөнки зороастрийсылар, доға уҡығанда, баш эйеү хәрәкәте башҡармайҙар, ә кәүҙәләрен тура тоталар.

Ритуалға дөйөм талаптар:

  • ритуалды кәрәкле сифаты һәм квалификацияһы булған кеше башҡарырға тейеш, ҡатын-ҡыҙҙар бары йорт йолаларын ғына башҡарырға тейеш, башҡа төрлө йолалар атҡарыу тик ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтендә генә мөмкин булған (ирҙәр булмаған ерҙә);
  • ритуалды башҡарыусы таҙа булырға тейеш, шуның өсөн ул кесе йәиһә ҙур тәһәрәт ала, уның өҫтөндә сэдрэ, кушти, баш кейеме; әгәр ҡатын-ҡыҙҙың оҙон, үрелмәгән сәс икән, башына яулыҡ ябынырға тейеш;
  • изге ут торған ғибәҙәтханала бөтөн кешегә лә утҡа йөҙөн ҡуйып баҫыу кәрәк һәм берәү ҙә артын бороп торорға тейеш түгел;
  • билбауҙы баҫҡан килеш бәйләйҙәр, оҙаҡҡа һуҙылған ритуалдар барышында ғына ултырырға рөхсәт ителә;
  • ритуал атҡарғанда ут алдында динһеҙ кеше йәки башҡа дин вәкиле торһа, был ритуалды хурлай һәм уны ғәмәлдән сығара.
  • доға текстары оригинал телендә уҡыла (авестий, пехлеви).

Ясна[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ясна (йазешн-хани, вадж-яшт) «ололау» йәки «ғибәҙәт ҡылыу» тигәнде аңлата. Был ғибәҙәт барышында шул уҡ исем йөрөткән авестий китабынан, динлеләрҙең индивидуаль заказы буйынса ғына түгел, йышыраҡ бөйөк зороастрий 6 миҙгел йола байрамы Гаханбар осрағында, Ясна Висперед менән тулыландырылып, төп зороастрий ғибәҙәте уҡыла.

Ясна һәр саҡ таңда кәмендә ике рухани: төп зут (авест. заотар) һәм уның ярҙамсыһы распи (авест. раэтвишкар) тарафынан уҙғарыла. Ерҙе символлаштырған ашъяулыҡты иҙәнгә һалған килеш, махсус бинала ғибәҙәт башҡарыла. Ғибәҙәт процесына символик мәғәнәгә эйә булған төрлө предметтар, иң тәүҙә ут (аташ-адорьян йәки варахрам кеүек стационар уттан тоҡандырылған аташ-дадгах), усаҡ өсөн хуш еҫле утындар, һыу, хаома (эфедра), һөт, гранат ағасы ботаҡтары, шулай уҡ сәскәләр, емештәр, мирт ботаҡтары һ.б. ҡулланыла. Руханиҙар, йөҙгә йөҙ ҡарап, ашъяулыҡ өҫтөндә, ә диндарҙар улар тирәләй ултыра.

Ясна процесында мобедтар Аһура Мазданы һәм уның яҡшылыҡтарын ғына хөрмәтләмәйҙәр, асылда улар Аһура Мазданың донъяны тәүяралтыуын яңынан тыуҙыралар һәм символик рәүештә уны киләсәктә «камиллаштырыу»ҙы (Фрашо-керети) башҡаралар. Бының символы булып доға уҡыу процесында бер өлөшө утҡа һирпелгән, ҡалған өлөшө ғибәҙәт һуңында миряндарға «причащение»ға бирелгән эфедра һуты, һыу һәм һөт болғап әҙерләнгән парахаома (парахум) эсемлеге тора. Был Саошьянттың яңынан терелтелгән кешеләргә киләсәктә мәңгелек үлемһеҙлек бирәсәк мөғжизәле эсемлеге билдәһе.

Джашн (Джашан)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фарс. Джашн-хани, парстарҙа Джашан (бор. фарсыса yašna «ололау». авест. yasna-һына тура килә) — байрам церемонияһы. Иң мөһиме Науруз — Яңы йыл ҡаршылау булған бәләкәй зороастрий байрамдарында (джашналарҙа), шулай уҡ гаханбар байрамының дауамы булараҡ атҡарылған.

Джашн-хани — афринагандар (афарингандар) — «ризалыҡ биреү» уҡый торған кесе Яснаға оҡшаған. Йола атҡарыу процесында Яснала (хаоманан башҡа) ҡулланылған изге ижад емеше һәм Амешаспенттар символы тип һаналған предметтәр ҡулланылған.

Джашн символикаһы:

Символ Ижад емеше Амешаспент
Мобед Кешелек Аһура Мазда
Һөт Мал-тыуар Бахман
Ут Ут Ардибехешт
Металл кәрәк-яраҡтары Металдар Шахривар
Ашъяулыҡ Ер Спандармаз
Һыу Һыу Хордад
Сәскәләр, емештәр, сәтләүектәр, мирта ботағы Үҫемлектәр Амордад

Седре-пуши йәки Навжот[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парсий церемонияһы навжот

Седре-пуши (фарсысанан «күлдәк кейеү») йәки парстарҙа Навжот (төгәл тәржемә «яңы заотар», новзуди йолаһы башта шулай аталған, түбәндә ҡара) — зороастризм ҡабул итеү йолаһы.

Йоланы мобед атҡара. Йола атҡарғанда дин ҡабул иткән кеше зороастрий дин символы Фраваране доғаһын ҡысҡырып уҡый, седре (судрэ) кейә һәм мобед кошти бәйләй. Бынан һуң динде яңы ҡабул иткән кеше Аһура Мазда диненә һәм Заратустра законына һәр саҡ тоғро ҡалыу бурысын Пейман-е дин (дин антын) ҡабатлай. Ғәҙәттә был йола бала бәлиғ булғас (15 йәшкә еткәс), ҡайһы берҙә кесерәк йәштә лә атҡарылған. Әммә бала үҙе дин символын әйтерлек һәм билбауҙы урарлыҡ йәшкә (7 йәштән өлкәнерәк) етергә тейеш булған.

Биш тапҡыр намаҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гахтар — тәүлектәге периодтар атамаһын йөрөткән биш тапҡыр намаҙ - гахтар - уҡыу:

  • Хаван-гах — таңдан төшкә саҡлы;
  • Рапитвин-гах — төштән алып төштән һуңғы сәғәт 3-кә тиклем;
  • Узерин-гах — сәғәт 3-тән һуң ҡояш байығанға саҡлы;
  • Аивисрутрим-гах — көн байығандан һуң төн уртаһына тиклем;
  • Ушахин-гах — төн уртаһынан таңға саҡлы;

Күмәк кешегә лә, айырым бер кешегә лә намаҙ уҡыу рөхсәт ителә. Биш тапҡыр намаҙ һәр зороастрийсының төп бурысы тип һанала Пят.

Гавахгири[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зороастризмда туй йолаһы.

Новзуди[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рухани санына бағышлау йолаһы. Был йола күпләп килгән мобедтар һәм динлеләр алдында атҡарыла. Йола процесында һәр ваҡытта ошо ерҙә йәшәгән алдараҡ бағышланған мобед ҡатнаша. Церемония тамамланыуға, яңы бағышланған мобед Ясна уҙғара һәм тулыһынса санда раҫлана.

Ерләү йолалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мумбаиҙағы «Тынлыҡ манараһы» (1886 йылдағы һүрәт)

Ҙур Иранда, урындағы шарттарҙан сығып, төрлө ерләү ғәмәлдәре атҡарылған (таш кәшәнәләр, мәйеттәрҙе тышҡа сығарып ҡуйыу һ.б.). Ерләүгә төп талап — тәбиғәтте саф көйө һаҡлау. Шуның өсөн зороастрийсылар мәйеттәрҙе ергә күмеү һәм яндырыуҙы ҡабул итмәй, был ғәмәлдәрҙе оло гонаһ тип һанай.

Иранда һәм Һиндостанда һаҡланып ҡалған зороастрийсылар общиналарының ерләү йолаһы булып мәйетте тышҡа сығарып ҡуйыу тора. Мәйет махсус әҙерләнгән асыҡ урында,«дахмала» йәки «Тынлыҡ манараһында» ҡалдырыла — ҡоштар һәм эттәр утилләштерһен өсөн. Дахма -түбәһеҙ түңәрәк манара рәүешендәге ҡоролма. Мәйеттәр манараға һалына һәм (ҡоштар эре тән ағзаларын алып китә алмаһын өсөн) бәйләп ҡуйыла.

Бындай йола зороастрийсыларҙың мәйетте бөтөнләй хөрмәтләмәүен күрһәтә. Зороастрийсылар, мәйет - ул кеше түгел, ә бысраҡ есем, ер донъяһында Ахримандың ваҡытлыса еңеү символы, тип иҫәпләгән. Һөлдәне йомшаҡ туҡыманан таҙартып, һөйәктәр киптерелгәс, уларҙы урнаға һалалар. Әммә Иранда 1970-се йылдар башында мосолманса традицион ерләү йолаһы ҡалдырыла, һәм зороастрийсылар, ер һәм һыу бысратылмаһын тип, мәйеттәрҙе бетон ҡәберҙәрҙә һәм кәшәнәләрҙә күмәләр. Мәйетте ерләү йәки күсереүҙе минимум ике кеше атҡарырға тейеш, мәйетте ерләү һәм күсереүҙе яңғыҙ башҡарыу оло гонаһ һанала. Әгәр икенсе кеше юҡ икән, уны эт алмаштыра ала.

Порсе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вафат булғандарҙың йәндәрен һәм фравашиларын иҫкә алып ғибәҙәт ҡылыу. Үлгән кешене иҫкә алыу ғибәҙәтен 30 йыл дауамында атҡарырға кәрәк, артабан тоғролоҡло кешенең йәне ҡушылған фраваши ғына иҫкә алына.

Барашнум[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мобед тарафынан, эт ҡатнашлығында, 9 көн дауамында атҡарылған таҙарыныу ритуалы. Барашнум, мәйеткә ҡағылып, бысранғандан йәки ауыр енәйәт башҡарғандан һуң, рухани санын ҡабул итеү алдынан атҡарыла. Барашнум үлгәндән һуңғы яҙмышты еңеләйтеү өсөн файҙалы, тип һанала. Элегерәк һәр зороастрийсыға был йоланы тормошонда, исмаһам, бер тапҡыр атҡарыу тәҡдим ителгән булған, хәҙер был йола шаҡтай һирәк уҙғарыла.

Башҡа диндәр менән бәйләнеш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зороастризмдың индуизм, шулай уҡ һинд-европа мәжүсилеге менән сығышы һәм текст, дин ҡағиҙәләре буйынса уртаҡлығы бар.

Зороастризм христианлыҡтың формалашыуына байтаҡ тәьҫир иткән.

Христиан Инжилында «сихырсыларға табыныу» эпизоды иҫкә алынған (дөрөҫөрәге, дини аҡыл эйәләре һәм астрономдарҙыр). Уларҙы зороастрийсылар тип йөрөткәндәр. Өс батша — Каспа́р, Мельхио́р һәм Бальтаза́р (грек. μάγοι, магтар) — көнбайыш европа традицияһында ҡабул ителгән Раштыуала (сихырсыларға табыныу) сабый Иисусҡа бүләк килтергән магтар (сихырсылар) исемдәре. Волхвтар — рус теленә тәржемәләрҙә файҙаланылған славян һүҙе. Инжилдең төп нөсхәһендә грек. μάγοι тип яҙылған. Антик әҙәбиәттә нигеҙҙә был терминдың ике мәғәнәһе бар: фарсы (зороастрий) ҡанбабаларына ҡараған кешеләр, һәм айырым һөнәри төркөм булараҡ вавилон ҡанбаба-астрологтары (магтары).

Бынан тыш, зороастризмда, иудаизмдағы һәм христианлыҡтағы кеүек, цикллылыҡ идеяһы юҡ — ваҡыт донъя ятратылғандан алып туранан-тура яуызлыҡты тулыһынса еңгәнгә тиклем бара, бер ниндәй ҙә ҡабатланып барған донъяуи периодтар юҡ.

Хәҙерге хәле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге заманда зороастрийсы общиналары Иранда (гебрҙар) һәм Һиндостанда (парстар) һаҡланғандар, шулай уҡ ике илдән эмиграция һөҙөмтәһендә иң тәүҙә АҠШ-та һәм Көнбайыш Европала общиналар барлыҡҡа килгән. Рәсәй Федерацияһында һәм СНГ илдәрендә үҙҙәренең диндәрен рус һүҙе менән Благоверие тип атаған зороастрийсыларҙың традицион берләшмәләре, һәм Санкт-Петербургтың Зороастрий общинаһы эшләй[22]. 2012 йылдың рәсми мәғлүмәттәре буйынса, донъя йөҙөндә зороастризм тарафдаштарының һаны яҡынса 100 мең кеше, һәм шуның 70 меңе Һиндостанда[23]. 2003 йыл ЮНЕСКО тарафынан зороастрий мәҙәниәтенең 3000 йыллығы тип иғлан ителде.

Иран зороастрийсылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп мәҡәләне ҡарағыҙ: Ирандағы зороастрийсылар

Иртә ислам дәүерендә йәшәгән Ирандың күп һанлы общиналарынан XIV быуат башына тик Йезд һәм Керман останындағы берләшмәләре генә һаҡланған. Иран зороастрийсылары мең йылдан артыҡ дискриминацияға дусар ителгән, һуйыш һәм ислам диненә мәжбүри әйләндереү йыш күҙәтелгән. Тик Яңы осорҙа ғына улар джизиянан ҡотолған һәм күпмелер азатлыҡ һәм тигеҙ хоҡуҡ алған. Бының менән файҙаланып, Иран зороастрийсылары башҡа ҡалаларға күскән, һәм хәҙерге көндә төп анджоман булып Тәһран зороастрийсылар берләшмәһе тора. Шуға ҡарамаҫтан, хәҙерге көнгә саҡлы тирә-яғында зороастрий ауылдары һаҡланған Йезд ҡалаһы әлегә саҡлы зороастризмдың рухи үҙәге булып ҡала. Бөгөн Иран зороастрийсылары — дәүләт кимәлендә танылған дини аҙсылыҡ, һәм уның парламентта (мәжлес) бер вәкиле бар.

Һиндостан зороастрийсылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парстар туйы, 1905

Зороастризм — хәҙерге Һиндостанда, шулай уҡ Паҡстанда һәм Шри-Ланкала таралған аҙсылыҡ, әммә сикһеҙ мөһим диндәрҙең береһе. Зороастризм динен тотҡан кешеләрҙең күпселеге үҙҙәрен парстар тип атайҙар. Парстар — IX быуатта ислам иҙеүенән ҡасып киткән боронғо фарсы-зороастрийсыларҙың тоҡомдары. Артабан, күренеүенсә, уларҙың рәтенә урындағы община вәкилдәре лә ҡушылған. Һиндостанда зороастрийсыларҙың дөйөм һаны — 100 000 кешенән артыҡ, йәки һинд халҡы һанынан 0,009 % тәшкил итә. Элегерәк улар йәшәгән, боронғо ут ғибәҙәтханалары һаҡланған төп өлкә Гуджарат булған. Хәҙер улар тупланған төп район — һинд ҡалаһы Мумбаи.

Диаспора[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парстарҙың Һиндостандан эмиграцияһы оҙаҡ йылдар дауамында Бөйөк Британияға һәм уның колонияларына (Йемен, Гонконг) йүнәлтелгән булған. Иран зороастрийсыларының эмиграцияһы традиция булараҡ Көнбайыш Европа менән бәйле. Ике община өсөн дә шулай уҡ АҠШ-ҡа эмиграция әһәмиәтле. Эмиграцияла парстар һәм иран зороастрийсылары һаманға тиклем айырымланып йәшәйҙәр һәм, этник тарҡалышты туҡтатырға тырышҡан дөйөм зороастрий хәрәкәттәре булһа ла, берләшергә ынтылмайҙар.

Яңы йәшәгән урындарында зороастрийсылар, Дар-е Мехр (Дадагах уттары)н ҡабыҙып, үҙҙәренең дини тормошон ҡорорға тырыша. Лондондағы Аташкаде Адорьян утлы берҙән-бер ғибәҙәтхана булып тора.

Прозелиттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

АҠШ-та, Европала һәм Австралияла зороастрий прозелиттары билдәле. Тәү сиратта улар ислам диненән биҙгән эмигрант иранлылар, ләкин йөрәк ҡушыуы буйынса динде ҡабул итеүсе европа сығышлылар ҙа бар. Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән зороастризмға бигерәк тә иран мираҫлы дәүләттәрҙә: Әзербайжанда (шулай уҡ «Әзербайжанда зороастризм» мәҡәләһен ҡарағыҙ), Үзбәкстанда, тәү сиратта, Тажикстанда ҡыҙыҡһыныу күрһәтәләр. Таджикстандағы 90-сы йылдарҙа барлыҡҡа килгән сағыштырмаса күп кеше ҡараған неофиттар берләшмәһе, исламсыларҙың дошманлығы арҡаһында килеп сыҡҡан дәүләтте йотҡан кризис барышында дезинтеграцияланған.

Рәсәйҙә зороастрийсылар рәтенә яңы ауҙарылғандарҙың, диндәрен, боронғо үҙатамаһына оҡшатып, рус телендә изге инаныу тип атап йөрөткәндәрҙең берләшмәләре, шулай уҡ зерваниттар һәм зороастрийсы маздаяснийҙар төркөмдәре бар[22].

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ислам тарафынан ҡабул ителгән Науруз байрамы[24] хәҙер ҙә Ҡаҙағстанда (Наурыз), Ҡырғыҙстанда (Нооруз), Әзербайжанда (Новруз), Тажикстанда (Навруз), Үзбәкстанда (Навруз), Төркмәнстанда, һәм Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер республикаларында, шулар араһында Башҡортостанда, милли байрам итеп билдәләнә[25].
  • Ҡаҙағстанда байрамға 7 компоненттан торған Наурыз-коже тигән аш әҙерләйҙәр. Әзербайжанда байрам өҫтәленә атамалары «С» хәрефенә башланған 7 төрлө ризыҡ (блюдо) ҡуйылырға тейеш. Мәҫәлән, сэмэни (бойҙайҙың шытҡан орлоғо), сюд (һөт) һ. б. Байрамға бер нисә көн ҡалғас, тәмләткестәр бешерәләр (пахлава, шэкэрбуру). Буятылған йомортҡалар Науруздың мотлаҡ атрибуты булып тора. Урта Азия республикаларында был байрамға төп компоненты шытҡан бойҙай үҫентеләре булған сумолак ризығын әҙерләйҙәр.
  • Моцарттың «Тылсымлы Флейта» операһында геройҙарҙың береһе Зорастро исемле, ул абсолют яҡшылыҡ идеяһын йөрөтөүс, белем көсөн маҡтаған берҙәмлек етәксеһе. Операла зороастрий тәғлимәте мотивтары, боронғо мысыр мифологияһы һыҙаттары һәм масон символдары йәнәш килә. Иоһанн-Эммануэль Шиканедер тарафынан төҙөлгән либретто зороастризм тәғлимәтенә таяна тип кенә әйтеп булмай, төрлө миф һәм архетиптарға нигеҙләнгән йыйылма фантастик хикәйәләү ул, әҙәбиәттә Толкин нигеҙ һалған тип һаналған фэнтези жанры бында көн элгәре һиҙемләнгән.

Күмәк халыҡ өсөн тәғәйенләнгән мәҙәниәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әзербайжанда утҡа табыныусылар ҡәлғәһендәге ихатала. 2000. Башҡортостандан килгән делегация ағзалары (уңдан һулға) Фәрзәнә Аҡбулатова, Гүзәл Ситдиҡова, Фирҙәүес Хисамитдинова, Розалия Солтангәрәева
  • Үзбәкстан Республикаһы гербында гигант Симург һүрәтләнгән һәм «Хумо» тип атала (бәхет ҡошо; башҡорт телендә - Һомайғош).
  • Prince of Persia, 2008 видеоуйынының нигеҙендә ятҡан төп элемент - Аһриманға ҡаршы тороу.
  • Александр Зоричтың «Иртәгә һуғыш» һәм «Карапта…» трилогияһында. Киләсәктә Ерҙәге космик колонияларҙың береһе ретроспектив эволюция нигеҙендә Сасанид Иранына хас социаль моделде (касталарға бүлеү, зороастризм һ.б.) кешелектең техник ҡаҙаныштары менән тап килтергән дәүләт булдырасаҡ.
  • Һарри Һаррисондың «Билл — йыһан геройы» әҫәренең төп геройы Билл - зороастрийсы.
  • Әзербайжан Республикаһында утҡа табыныусылар ҡәлғәһе тарихи ҡомартҡы итеп һаҡлана. Ундағы бүлмәләрҙә утҡа табыныусылар үҙҙәрен һәр яҡлап сикләп донъялыҡтан уҙыуҙары һындары эшләп ҡуйылған. Ҡәлғә ихатаһында һаман тәбиғи газ сығып, янып тора.

Тағы ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Антик сығанаҡтарҙа боронғо иран дине
  • Донъя илдәре буйынса зороастрийсылар һаны
  • Әзербайжанда зороастризм
  • Манихейлыҡ
  • Зурванизм
  • Маздакизм

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Бойс Мэри. Зороастрийцы. Верования и обычаи (пер. с англ. яз.), 4 изд-е, испр. и доп. — СПб.: Азбука-классика, 2003. −352 с., ISBN 5-352-00486-4
  2. Энциклопедия «Религия» 2008 йыл 8 декабрь архивланған.Ҡалып:Мёртвая ссылка
  3. Zoroastrianism // Encyclopædia Britannica
  4. Русский Анджоман//Интервью Джамшида Зартошти
  5. «Урал батыр» эпосына — 4 мең йыл, «Шоңҡар», 1996. Великий Хау Бен. Уфа, Госкомнауки РБ, 1997 Башкордский язык и санскрит. М., СПб, 2003. 308 с. Башкордская философия (в 4 томах). Уфа: Китап, 2007, ISBN 5-295-03698-7. Ғәлләмовтың ҡыҙыҡлы гипотезалары: Ғәлләмовтың ҡыҙыҡлы гипотезалары: Шумер тарихы һәм «Урал батыр» араһындағы параллелдәрҙе сағыштырыу: Ур-Намму — Урҙың III династияһы хакимы, Урал — «Урал батыр» эпосының төп батыры. Шульги — Ур-Наммуның улы, Шүлгән — Уралдың ағаһы. Ур-Намму улдары менән каналдар ҡаҙған, Урал улдары менән йылғалар ағыҙып сығара. Ур-Намму закондар йыйылмаһы ҡалдыра, Урал закондар йыйылмаһы ҡалдыра. Зарикум — Шульгиҙың залимы, Зәрҡүм — Шүлгәндең кәңәшсеһе. Бурсуэн, бурсин (бур-нанна) — Шульгиҙың улы, Ур-Наммуның ейәне, Бөрйән (берйән) — «Урал батыр» эпосы яҙып алынған ерҙә йәшәгән башҡорт ҡәбиләһе атамаһы. Риа Кахкаха — Месопотамия халыҡтарында Ҡош юлының атамаһы, Ҡәхҡәһә — небесный дракон, в эпосе «Урал батыр» эпосында күк аждаһаһы Митанни — Төньяҡ Месопотамиялағы халыҡ һәм илдең атамаһы, Мөйтән (үҫәргән) — митанниҙың вариҫтары, башҡорт ҡәбиләләренең береһенең атамаһы. Кутии — «үгеҙҙәргә эйә халыҡ», Ҡатил — царь, в эпосе «Урал батыр» эпосындағы үгеҙгә эйә батша. Хабанд (табыныу, хаб — орлоҡ), Һабантуй (башҡорттарҙа һабан байрамы). Авеста географияһын Көньяҡ Урал топонимикаһы менән ҡыҙыҡлы сағыштырыу:: Даити (Даитих) йылғаһы, Яйыҡ йылғаһы (Урал йылғаһының хәҙерге атамаһы) Вар Йимы, Аркаим — памятник протогородской археологической синташтинской культуры. Иранвеж (Аирьяна Ваэждо), Ирәндек — Көньяҡ Урадағы тау һырты атамаһы. Дословно, по мнению С.Ғәлләмов фекеренсә: һүҙмә-һүҙ әйтһәң, Ирәндек — «иран ҡалҡыулығы, тау». Бурзен, Борзен Хара Березайти, Берйән, Бөрйән — Ирәндек һырты эргәһендә йәшәгән ҡәбилә атамаһы. Ошо ерҙә «Урал батыр» эпосы яҙып алынған
  6. Ғәлим Авзал улы Хисамов. Аһура Мазда (роман)- Өфө:Китап, 2009, 140 бит
  7. мобед доктор А. Хоршидиан. Пасох бе порсешхае дине зартоштиян (на перс. языке), Тегеран, 1386 с. х., стр. 52
  8. И. М. Дьяконов, Архаические мифы Востока и Запада, М., Наука, 1990, стр.81
  9. И. М. Дьяконов, Архаические мифы Востока и Запада, стр.81
  10. Омар Хайям, Рубайат. Трактаты // Науруз-наме, пер. Б. А. Розенфельда, М., Эксмо, 2009, стр. 260
  11. Бундахишн, XXXIV
  12. Malandra, William Zoroaster. Part II: General Survey (инг.) // Encyclopædia Iranica. — 20 июля 2009.
  13. Gnoli, Gherardo Avestan Geography (инг.) // Encyclopædia Iranica. — 15 декабря 1987.
  14. Денкард, кн. 9
  15. Крысин Л. П. Манихеизм // Толковый словарь иноязычных слов. — М.: Эксмо, 2008. — 944 с. — (Библиотека словарей).
  16. Гностицизм / Шабуров Н. В. // Новая философская энциклопедия : в 4 т. / пред. науч.-ред. совета В. С. Стёпин. — 2-е изд., испр. и доп. — М. : Мысль, 2010. — 2816 с.
  17. The Cambridge History of Iran edited by W. William Bayne Fisher, Ehsan Yar Shater p.995
  18. Благоверие | Принятие Веры
  19. Can You Follow Zarathushtra? 2010 йыл 5 ноябрь архивланған.
  20. Ясна 43:1
  21. Ясна 19
  22. 22,0 22,1 Об общине
  23. Каландарова, 2012
  24. Юрий Борисович Симченко, ‎Валерий Александрович Тишков, ‎Дж. Б Логашова. Традиционные ритуалы и верования, 1995 — т. 2 — стр.311
  25. в Адыгее отмечают черкеский Новый год и Навруз // АиФ Адыгея, 21.03.2014

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бойс М. Зороастрийцы. Верования и обычаи. М.: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1988.
  • Каландарова М. С. Индия. Зороастрийцы — исчезающая община. // Азия и Африка сегодня. — М.: Отделение историко-филологических наук РАН, 2012. — № 7. — ISSN 0321-5075.
  • Авеста в русских переводах. И. В. Рак, 1997
  • Зороастрийская мифология. И. В. Рак, 1998
  • Катехизис зороастризма. Древняя религия магов. Джон В. Уотерхауз, 2002
  • Гаты. Священные гимны Заратустры. Ю. С. Лукашевич, Минск 2004
  • Пехлевийский словарь зороастрийских терминов. О. М. Чунакова, 2004
  • Зороастризм. В. Ю. Крюкова, 2005
  • Авеста. В. С. Соколова, 2005
  • Мамедов А. А. Религиозно-философские идеи Авесты. Москва, МГУ, 1995
  • Мамедов А. А. Гуманистический ресурс зороастризма в современном мире. Вестник Московского государственного университета культуры и искусств. 2011, № 1.
  • Мамедов А. А., Оришев А. Б., Шиповская Л. П. Зороастризм: формирование религиозного сознания. Фундаментальные исследования. 2014, № 9-5.
  • Хордэ Авеста. М. Чистяков, 2005
  • Учение огня. Гаты и молитвы. А. Шапошников, И. Евса, 2006 г.
  • Авеста. Закон против девов. Видевдад. Э. В. Ртвеладзе, 2008
  • Гаты заратустры. И. М. Стеблин-Каменский, 2009

  • Kulke, Eckehard: The Parsees in India: a minority as agent of social change. München: Weltforum-Verlag (= Studien zur Entwicklung und Politik 3), ISBN 3-8039-0070-0
  • Ervad Sheriarji Dadabhai Bharucha: A Brief sketch of the Zoroastrian Religion and Customs
  • Dastur Khurshed S. Dabu: A Handbook on Information on Zoroastrianism
  • Dastur Khurshed S. Dabu: Zarathustra an his Teachings A Manual for Young Students
  • Jivanji Jamshedji Modi: The Religious System of the Parsis
  • R. P. Masani: The religion of the good life Zoroastrianism
  • P. P. Balsara: Highlights of Parsi History
  • Maneckji Nusservanji Dhalla: History of Zoroastrianism; dritte Auflage 1994, 525 p, K. R. Cama, Oriental Institute, Bombay
  • Dr. Ervad Dr. Ramiyar Parvez Karanjia: Zoroastrian Religion & Ancient Iranian Art
  • Adil F. Rangoonwalla: Five Niyaeshes, 2004, 341 p.
  • Aspandyar Sohrab Gotla: Guide to Zarthostrian Historical Places in Iran
  • J. C. Tavadia: The Zoroastrian Religion in the Avesta, 1999
  • S. J. Bulsara: The Laws of the Ancient Persians as found in the «Matikan E Hazar Datastan» or «The Digest of a Thousand Points of Law», 1999
  • M. N. Dhalla: Zoroastrian Civilization 2000
  • Marazban J. Giara: Global Directory of Zoroastrian Fire Temples, 2. Auflage, 2002, 240 p, 1
  • D. F. Karaka: History of The Parsis including their manners, customs, religion and present position, 350 p, illus.
  • Piloo Nanavatty: The Gathas of Zarathushtra, 1999, 73 p, (illus.)
  • Roshan Rivetna: The Legacy of Zarathushtra, 96 p, (illus.)
  • Dr. Sir Jivanji J. Modi: The Religious Ceremonies and Customs of The Parsees, 550 Seiten
  • Mani Kamerkar, Soonu Dhunjisha: From the Iranian Plateau to the Shores of Gujarat, 2002, 220 p
  • I.J.S. Taraporewala: The Religion of Zarathushtra, 357 p
  • Jivanji Jamshedji Modi: A Few Events in The Early History of the Parsis and Their Dates, 2004, 114 p
  • Dr. Irach J. S.Taraporewala: Zoroastrian Daily Prayers, 250 p
  • Adil F.Rangoonwalla: Zoroastrian Etiquette, 2003, 56 p
  • Rustom C Chothia: Zoroastrian Religion Most Frequently Asked Questions, 2002, 44 p

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Энциклопедические
Библиография
Хәҙерге замандағы общиналар