Дейеү
Дейеү — башҡорт мифологияларында яуыз йән эйәһе, күп башлы ғифрит.
Башҡорт мифологияһында өс, алты, ете, туғыҙ, ун ике башлы дейеүҙәр осрай[1].
«Урал батыр» эпосы мифтары буйынса дейеү пәрейҙәре ер аҫтында, диңгеҙ, күл төптәрендә үҙ ҡалаларында йәшәгәндәр.
Ер өҫтөндә улар күренмәү һәләтенә эйә булғандар, ә кешеләргә кеше, башҡа хайуандар ҡейәфәтендә генә күренгәндәр. Шулай итеп, сибәр ҡыҙға әйләнеп улар кешеләргә кейәүгә сыға, йәки өйләнә алғандар.
Шулай уҡ, улар кешеләрҙе төрлө тәм-томдар менән һыйлағандар, тик был аҙыҡты бисмилла менән ҡапһаң, имеш, дейеү пәрейе ризығы ат тиҙәгенә әүерелгән.
Ҡайһы бер мифтар буйынса дейеү пәрейҙәре ике төргә бүленә: дейеү һәм пәрей.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Хисамитдинова Ф. Г. Мифологический словарь башкирского языка. — М.: Наука, 2010. — 452 с. — ISBN 978-5-02-037580-2
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Солтангәрәева Р. Ә. Дейеү // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.