Эстәлеккә күсергә

Ялмауыҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ялмауыҙ

Яман зат

Мифология

Башҡорт мифологияһы

Ялмауыҙ (ялмауыҙ, баш. теленән ялмау һәм ауыҙ — бөтә нәмәне йотоусы); — башҡорт мифологияһында яман мифик зат[1]

Ялмауыҙ башҡорт әкиәттәрендә («Ҡараса батыр», «Алтындуға батыр») осрай.

Характеристикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ялмауыҙ яуыз иблис. Хөрәфәттәр буйынса, ялмауыҙ — сихырсы һәм кеше ашаусы, вампир[2]. Халыҡ ижадында ул ғәҙәттә аждаһа, 7-, 9- йәки 12- башлы йылан образында бирелә, ул үҙе ағастар ултыртҡан баҡсала йәшәй. Ғәҙәттә әкиәттәрҙә батырҙар, Ялмауыҙҙың тотҡонлоғонда булған ҡыҙҙарҙы ҡотҡарып, иблис менән алышҡа инә һәм уны үлтерә.

«Егет ҡыҙҙы бирмәҫ өсөн 7 башлы ялмауыҙ аждаһа менән һуғышып китте, ти. һуғыша торғас, егет ялмауыҙҙы еңгән, турап бөтөргән». (БХИ. Әкиәттәр. IV т.).

А. М.Ҡулаев яҙмаларында ялмауыҙ иҫ киткес ҙур ауыҙлы мәскәй әбей, ҡарт ҡатын итеп һүрәтләнә[3]. Ышаныуҙарҙа ялмауыҙ йыш ҡына сихырсы, кеше ашаусы, ҡан һурыусы итеп тә һүрәтләнә. Бигерәк тә ул йыш йәш балаларҙы, ҡыҙҙарҙы урлай икән.


Ялмауыҙ образы шулай уҡ башҡа төрки телле халыҡтар мифологияһында ла осрай.[4] Мәҫәлән, уйғыр телендә ялмауыҙ «аждаһа» тигәнде аңлата: «Йата башлик ялмауз» — тимәк, ете башлы ялмауыҙ (аждаһа).

Ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙ мифологияһында жалмауыз кемпир тип атала. Был кеше ашаусы, балалар урлаусы яуыз йән эйәһе (йыш ҡына ете башлы); үпкә рәүешендә ул һыу өҫтөндә йөҙә», ә кеше яҡынлашҡас, ете башлы ҡарсыҡҡа әүерелә, кешене эләктереп ала һәм улын бирергә мәжбүр итә («Ер-Тостик» әкиәте). Ялмауыҙ образы (ҡаҙаҡтарҙа) ҡурсалаусы әсә культына барып тоташа, тигән фекер йөрөй. Быны ҡайһы берҙә тылсымсы шаман ҡатын, ырыу уты хужабикәһе, хужа һәм «үлем иле» һаҡсыһының функциялары күрһәтә. (Яҡшы ҡатын-ҡыҙ, геройҙың яҡлаусыһы һыҙаттары). Жалмауыз-кемпир ҡайһы бер тылсымлы әкиәттәрҙә үҙенән-үҙе уйнаған думбыраны нисек табыу, тылсымлы көҙгө алырға һәм өйләнергә ярҙам итеү тураһында һөйләй. Ҡырғыҙҙарҙа (жалмауыз кемпир) ялмауыҙ төрө тауҙарҙа, урмандарҙа, кеше торлағынан алыҫта йәшәгән һәләмә кейем кейгән ҡарсыҡ. Ул ҡыҙҙарҙы үҙенең ҡыуышына ылыҡтыра һәм һиҙҙермәй генә ҡанын һура, ҡорбан көсһөҙләнһә, уны ашай[5].

Ошондай уҡ персонаж уйғырҙар һәм башҡорттар (ҡәбәхәт әҙәм) һәм нуғайҙар (ялмавыз) мифологияһында бар.

Башҡорт ялмауыҙы бигерәк тә татар, Себер татарҙары ялмауыҙына яҡын. Килеп сығышы яғынан ялмауыҙ төрки сығанаҡлы ялмау һәм ауыҙ һүҙҙәре менән бәйле.

  • Башҡорт халыҡ ижады. 1-се том. Йола фольклоры. Өфө, 1995.
  • Руденко С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки. Уфа, 2006.
  1. Башҡорт мифологияһы.pdf (bashkort.org)
  2. Хисамитдинова Ф. Г. Ялмауз.//Статья в Башкирской энциклопедии Архивная копия от 3 ноябрь 2013 на Wayback Machine
  3. Хисамитдинова Ф. Г. Ялмауз.//Статья в Башкирской энциклопедии Архивная копия от 3 ноябрь 2013 на Wayback Machine
  4. Ялмауз-Кямпир — Баба-Яга из Ташкента (Нина Гуреева) / Проза.ру — национальный сервер современной прозы. Дата обращения: 31 октябрь 2013. Архивировано 2 ноябрь 2013 года.
  5. Мифы народов мира