Башҡорт мифологияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башҡорт мифологияһы

Башҡорт мифологияһы — башҡорттарҙың донъя тураһында төшөнсәләрен, кешенең ундағы урынын, бөтә тереклектең килеп сығышын, күп кисерештәрҙең формаһын һәм ысынбарлыҡты асыҡ тойоу образдар ярҙамында аңлатыуҙы кәүҙәләндергән телдән һәм яҙма хикәйәләү. Мифтарҙа тәбиғәт менән мәҙәни күренештәрҙе метафорик сағыштырыу, тирә-яҡ мөхитте йәнләндереү хас. Мифтар борон кешеләрҙең илаһилыҡҡа, дингә, күккә, теге донъяға ҡарашын белдергән, кешеләр уларға хәҡиҡәт биргән.

Башҡорт мифтары башҡорт телендә тормошҡа ашырыла; башҡорттарҙың йолаларында һәм ритуалдарында, уларҙың ғөрөф-ғәҙәтендә, ышаныуҙарында һәм һынамыштарында кәүҙәләнә. Мифтар «Аҡбуҙат», «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Ҡуңыр буға», «Урал батыр» эпостарында, легендаларҙа, әкиәттәрҙә, мәҡәлдәрҙә, әйтемдәрҙә, йомаҡтарҙа; орнаментта һ. б. сағылыш таба.

Башҡорт мифтарын ғилми системалаштырыу төрлө ғилми ҡараштар нигеҙендә үткәрелә:

  • Аллегорик ҡараш мифты психологик күренеш һымаҡ кәүҙәләндерә, был башҡорттарҙың тәбиғәт күренештәрендә йәки геройҙарҙы илаһилаштырғанда оҡшашлыҡтарҙы эҙләү менән бәйле.
  • Теистик ҡараш мифтағы күренештең, илаһи көс менән тәбиғилек берләшмәһенең ысынлығына ышаныуға нигеҙләнгән. Бында дини мифология өҫтөнлөк итә.
  • Мифтың символик теорияһы аңдағы һиҙеүҙең һәм логиканың айырмаһына нигеҙләнә. Мифтың символик теорияһында образ ниндәйҙер мәғәнә сағылдырған билдә һымаҡ ҡарала[1].
  • Лингвистик теорияға ярашлы, мифтың асылын уның башҡорт теле менән айырылмаҫ бәйләнешендә эҙләргә кәрәк. Башҡорт теленең ҡайһы бер диалекттарында кендек әбейен белдереүсе «һыу әсәһе» тигән термин һаҡланған, был тыуыусы баланың һыу менән бәйләнешенә күрһәтә.
  • Антропогеографик ҡараш локаль милли мәҙәниәт менән бәйле.
  • Материалистик ҡараш мифты материаль донъяның фантастик сағылышы тип аңлата, был кешеләрҙең синфи мәнфәғәттәре менән бәйле.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урал батыр Дейеүгә ҡаршы

Башҡорт халҡының мифологияһы иран, төрки-монгол халыҡтарының мифологияһы менән бәйле. Әммә, башҡорт этносында иран телле (сармат-аланлы) һәм төрки- һәм монгол телле бүлектәрҙең элементтары булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт халҡының мифологик күҙаллауҙары үҙенсәлекле бөтөнлөгө менән айырылып тора. Көньяҡ Уралда б.э. V −1 быуатта инде этнос була —был башҡорт халҡының нигеҙе булған «Урал батыр» эпосында күрһәтелгән дини-фәлсәфәүи һәм космогониялы ҡараштарҙы таратыусы

Башҡорт мифологияһының нигеҙе башҡорт тарихының мосолман дәүеренән алда булдырылған. Башҡорттарҙың боронғо мифологик образдары «Урал батыр», «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Аҡбуҙат», «Ҡуңыр буға» һ. б. эпостарҙа һүрәтләнә.

Боронғо башҡорт мифологияһы космогоник («Урал батыр») һәм антропогоник характерлы мифтарҙы үҙ эсенә ала. Халыҡтың дини-фәлсәфәүи дуалистик ҡараштары мифологияла ике ҡапма-ҡаршы көрәште: яҡшылыҡ һәм яуызлыҡты, яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡты күрһәтә (ике туғандар Урал һәм Шүлгәндең ҡара ҡаршы торошо). Урал изге көстәрҙе кәүҙәләндерә, тере һыулы шишмә табып, ерҙәге үлемде юҡ итергә тырыша. Һыу эҙләгән герой яуызлыҡты кәүҙәләндергән ағаһы Шүлгән менән осраша.

Башҡорт антропологик мифтар кешенең килеп сығыуын төрлөсә һүрәтләй. Мосолман дәүере барлыҡҡа килгәнгә тиклем кешенең тыуыуы тәбиғәт көстәре ярҙамында барлыҡҡа килә: һыуға ҡояш нурҙары төшә, һыу терелә һәм Альп исемле ир сабый тыуа. Икенсе варианттарҙа тәүге кеше ерҙән тыуа, уға Хоҙай йән өрә (Алла).

Башҡорттарҙың күп антропологик мифтары тотемик характерға эйә, был башҡорттарҙың ырыу йә ҡәбиләләрҙең килеп сығышын күҙаллауы менән бәйле. Тотемик мифтар ҡайһы бер ырыуҙарҙың бүренән, айыуҙан, аттан килеп сыҡҡанын хикәйәләй. Башҡорттарҙа этностың бүренән килеп сығыуы тураһында риүәйәттәр һаҡланған. «Башҡорт» атамаһы, ҡайһы бер тикшереүселәр фекеренсә (Р. Г. Кузеев), «ҡорт, ҡурт», йәғни «бүре» тотемына ҡарай.

Мифологик персонаждар менән Башҡортостанда тәбиғәт объекттарының атамаһы бәйле, мәҫәлән, Әбйәлил ауылы[2] : Урал батыр Урал тауҙарына ҡарай. Демонологик йән эйәләре менән топонимдар бәйле: Шайтанбаҫҡантау, Аждаһалыкисеү, Бәрейкүле һ. б.

Мосолман дәүерендә антропогоник мифтар барлыҡҡа килә, улар кешенең килеп сығышын, теге донъялағы тормошто, донъя бөтөү тураһында күҙаллауҙарҙы һүрәтләй.

Фән[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт мифологияһын өйрәнеүҙең боронғо тамырҙары бар. Башҡорт мифтары тураһында X быуаттың 1-се яртыһында ғәрәп сәйәхәтсеһе һәм яҙыусыһы Ибн Фаҙлан иҫкә ала Башҡорт мифология тураһында мәғлүмәттәрҙе 18-19 быуат тикшеренеүселәре И. И. Георги, Р. Г. Игнатьев, П. М. Кудряшёв, И. И. Лепёхин, М. В. Лоссиевский, Д. П. Никольский, П. С. Паллас, П. Е. Размахнин, В. С. Юматов һ.б. хеҙмәттәрендә табырға була. Башҡорт мифтарының системалы анализы рәсәй археологы, антропологы, этнологы С. И. Руденконың «Башҡорттар: этнологик монография тәжрибәһе» тигән хеҙмәтендә тормошҡа ашырыла.

Башҡорт мифологияһын баштағы йыйыу этабы мифтарҙы табыу һәм һүрәтләү кеүек характерлана, әммә тикшереүселәрҙең башҡорт телен, башҡорт халҡының йәшәү нормаларын белмәүе, тел үҙенсәлеге эсендә йәшеренгән халыҡтың донъяға ҡарашы нигеҙҙәренә үтеп инә алыуға мөмкинлек бирмәй.

Халыҡ мифтарын өйрәнеүсе тәүге башҡорт ғалимдары Б. Ғ. Юлыев һәм М. И. Өмөтбаев.

20 быуаттың 2-се яртыһында-21 быуаттың башында башҡорт мифологияһы Кирәй Мәргәндең «Башҡорт фольклорында мифологик ҡараштарҙың сағылыуы» (1968), Ф. А. Нәҙершинаның «Халыҡ хәтере» (1968), М. М. Сәғитовтың «Боронғо башҡорт ҡобайырҙары» (1987), С. Ә. Галиндың «Башҡорт мифологик эпосы» (1999), В. Г. Котовтың «Башҡорт эпосы „Урал батыр“» һ.б. хеҙмәттәрендә өйрәнелә.

Мифологик төшөнсәләр Ф. Ғ. Хисамитдинованың «Башҡорт мифологияһы: белешмә-һүҙлегендә» (2002) һүрәтләнә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Башкирское народное творчество» в 12 томах. Изд. Китап. т. 1 — Эпос. (1987); т. 2 — Предания и легенды. (1987); т. 3. — Богатырские сказки. (1988); т. 4 — Волшебные сказки, сказки о животных. (1989); т. 5 — Бытовые сказки. (1990); т. 6 — Шуточные сказки и кулямасы. (1992); т. 7 — Пословицы, поговорки, приметы и загадки. (1993); т. 8 — Песни. (1995);
  • Надршина Ф. А. Исторические корни башкирских преданий и легенд //Башкирский фольклор: исследования последних лет. Уфа, 1986;
  • Аминев З. Г. Пространственно временные представления в традиционной культуре башкир. Уфа, 2006.
  • Галин С. Башкирский мифологический эпос Уфа: БИРО, 1998. — 103 с.
  • Иванов Вяч. Вс. Антропогонические мифы // Мифы народов мира. Т. 1. -М., 1987. С. 87-89.
  • Рахматуллина З. Я. Башкирский национальный дух (социально-философский очерк) / Изд-е Башкирск. ун-та. Уфа, 2002. — 154 с.
  • Руденко С. И. Башкирские сказки и поверья // Археология и этнография Башкирии. Т.5. Уфа, 1973. С. 17-31.
  • Салихов Г. Г. Человек в картине мира башкир: Социально-философский анализ: Монография. Уфа: РИЦ БашГУ, 2007. — 222 с.
  • Хисаметдинова Ф. Г. Башкирская мифология. Словарь / На башк. яз. — Уфа: Гилем, 2002. 126 с.
  • Фаткуллина А. Я. Смысложизненные ориентации человека в башкирской мифологии / Автореферат дисс. на соискание учен, степени кандидата философ, наук. Уфа, 2003. — 21 с.
  • Хисамитдинова Ф. Г. Из истории изучения мифологии и мифологической лексики башкирского языка //Гуманитарные науки в Башкортостане: история и современность. Уфа, 2007.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • З. Г. Аминев, И. С. Сырлыбаева. Ст. Мифология башкирская. Башкирская энциклопедия.
  • С. А. Галин, И. С. Сырлыбаева. Ст. Мифы. Башкирская энциклопедия.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Тиллих П. Теология культуры: Избр. / Пер. с англ. — М., 1995.
  2. Башкирские мифы и сказания