Башҡорттарҙа йылан культы
Башҡорттарҙа йылан культы | |
Башҡорттарҙа йылан культы
921—922 йылдарҙа Бағдад хәлифәһе илсеһе Әхмәт ибн Фаҙлан башҡорттарҙың инаныуҙары тураһында ла яҙып ҡалдырған. Сәйәхәтсе бер төркөм башҡорттарҙың йыланға, икенселәренең балыҡҡа, өсөнсөләренең торналарға табыныуын үҙ күҙҙәре менән күргәнлеге хаҡында яҙа.
Башҡорт мифологияһында йылан образы айырым урын биләй. Унда аҡ йылан (аҡ йәки изге йылан), ҡара йылан, туҙбаш йылан, аждаһа (500 йылға тиклем йәшәгән мифик ғәйәт ҙур йылан), юха (йылан-аждаһа, 1000 йылға тиклем йәшәп, матур ҡыҙға йәки егеткә әйләнә) һ.б. Материалдарға ҡарағанда, йыландарҙың барыһы ла тиерлек кешенең дошманы. Шуға күрә, йыланды осратҡанда башҡорттар ат тире һеңгән сыбыртҡы, ҡамсы менән үлтерергә тырыша.
Ғәҙәттә оло йәштәге башҡорттар: «Йылан — дошман, йыланды үлтермәһәң, ҡәбереңә килә», — тиҙәр. Фольклорҙа кешенең дошмандары булып мифик аждаһа һәм юха һүрәтләнә.
Атап әйткәндә, юха, кешегә кейәүгә сығып, уның көсөн һурып ала башлай. Һөҙөмтәлә ауырыу билдәләре асыҡ булмаған кеше йонсой, ауырлығын юғалта, ахыр сиктә үлә. Информаторҙар һөйләүе буйынса, бөтә йыландар араһынан туҙбаш йылан менән аҡ йыланды үлтерергә ярамай. Атап әйткәндә, аҡ йылан тураһында башҡорттар былай ти: «Аҡ йылан — йыландарҙың батшаhы ул. Аҡ йыланды үлтерергә ярамай. Аҡ йыланды үлтергән кешене, йыландар торған ерендә ашар»,— ти. Башҡорттарҙа шулай уҡ аҡ йылан кешегә бәхет бирә ала, тип иҫәпләйҙәр. Мәҫәлән, «Аҡ йыланға аҡ яулыҡ hалhаң, ул мөгөзөн haлa. Ул кеше бәхетле була, тиҙәр». Йылан мөгөҙөн ырыҫ-ҡот биреүсе, һаҡлаусы амулет итеп ҡәҙерләп тотҡандар, мөгөҙ юғалһа йорттан ҡот киткән.
Туҙбаш йыланды ла үлтергә ярамай. Бындай йыланды үлтергән кешенең йортона бәхетһеҙлек килгәнен ауылдарҙың барыһында тиерлек һөйләйҙәр. Шулай итеп, үрҙә әйтелгән материалдан күренеүенсә, башҡорттарҙа йылан бик ҡапма-ҡаршылыҡлы образ булып тора. Бер яҡтан бөтә йыландар ҙа кешенең дошманы тип иҫәпләнә. Был турала тҡбәндәге мәҡәл дә бар: «Йыландың ҡараhы ла — йылан, ағы ла — йылан». Икенсе яҡтан, аҡ йылан кешегә бәхет килтерә ала, ә йортта йылан булыуы ғаиләнең именлегенә, бәхетенә, уның ағзаларының һаулығына булышлыҡ итә.
Традицион этнологияла йылан ауырыуҙың хәүефле сәбәптәренең береһе булып тора. Йылан кешегә сағыуы менән генә түгел, ҡарашы менән дә тәьҫир итә. Йыландың тешендә лә, күҙҙәрендә лә кешегә үтеп ингән иблис (саҡҡыс ҡаяу ) бар, ул шунда уҡ йөрәгенә (йөрәккә яғыла) тәьҫир итә. Әгәр ен йөрәккә "үтеп" өлгөрһә, кешенең тын алыуы туҡтай, телмәр һәләте юғала, ул шешенә башлай. Йылан арбаусы ваҡытында саҡырылмаһа, сағылған кеше үлә.
Шулай итеп, башҡорттарҙың халыҡ этнологияһында йылан сирҙең иң хәүефле сәбәптәренең береһе булып тора. Башҡорттарҙың фекеренсә, ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы — арбау.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- КУЛЬТ ЖИВОТНЫХ И ПТИЦ // Фольклор народов Башкортостана = Folklore of Bashkortostan peoples: энциклопедия / [Науч.-ред. коллегия: Ф. А. Надршина (гл. ред.), С. И. Апсатарова, Л. А. Афанасьева, В. Я. Бабенко, Ф. Г. Галиева, М. Х. Идельбаев, И. Е. Карпухин, Т. Г. Миннияхметова, И. Г. Петров, Р. Р. Садиков, У. Г. Саитов (отв. ред.), Р. А. Султангареева, И. К. Фазлутдинов, Г. Р. Хусаинова;. — Пер. на англ. яз.: ООО «Центр межкультурного сотрудничества»]. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2020. — ISBN ISBN 978-5-88185-474-4 (в пер.).
- Культ змеи в Башкирии Культ змеи в Башкирии