Ғаилә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ғаилә (Франсиско Гойя рәсеме)

Ғаилә — тарихи аныҡ ойошҡанлыҡҡа эйә булған, ағзалары никах йәки туғанлыҡ (һәм тәрбиәгә алған балаларға) мөнәсәбәте менән бәйле, уртаҡ көндәлек тормош, үҙ-ара әхлаҡи яуаплылыҡ һәм социаль зарурлыҡ менән йәшәгән социаль төркөм. Ғаилә йәмғиәтең халыҡ һанын арттырыу ихтияжы шарты менән булдырыла.

Хәҙерге йәмғиәттә йәшәгән күп кешеләр өсөн иң мөһим тормош ҡиммәте булып ғаилә тора. Йәмғиәттең һәр ағзаһы тыуған көнөннән һуңғы көнөнә тиклем социаль статусынан, милләтенән, мөлкәтенән һәм матди хәленән тыш, ғаилә-никах хәле тураһында характеристикаға эйә. Бала өсөн ғаилә — физик, психик, эмоциональ, интеллектуаль уҫеше өсөн мөхит. Өлкән кеше өсөн ғаилә ихтияжын ҡәнәғәтлендереү сығанағы, төрлө һәм ҡатмарлы талаптар ҡуйыусы кесе коллектив. Кешенең йәшәү циклында уның ғаиләләге статусы һәм бурысы үҙгәрә.

Ғаиләне билдәләгән аспект[үҙгәртергә]

  • Социаль институт: социаль норма, иҫкәртеү, үҙ-үҙеңде тотош, хоҡуҡ һәм бурыстар менән йөкмәтелгән, ир менән ҡатындың, балалар менән ата-әсәләрҙең мөнәсәбәтен көйләүсе.
  • Иҡтисади ғаилә: дөйөм ғаилә бюджеты менән бәйле.
  • Территориаль ғаилә: бергә йәшәгән кешеләрҙе берләштерә.
  • Биологик ғаилә: балалар һәм ата-әсәләрҙән тора.

Төрлө тарихи дәүерҙә иҡтисади һәм территориаль аспект өҫтөнлөк алған. Мәҫәлән, Францияла «төнгөлөктә бер ишек артында бикләнгән кешеләр төркөмө» [1] ғаилә тип ҡаралған. Ә урыҫ земство статистикаһы йорт буйынса иҫәп үткәргәндә «даими бер өҫтәл артында, бер табаҡтан ашаған кешеләр»ҙе ғаилә тип иҫәпләгән[2].

Башҡорт ғаиләһе[үҙгәртергә]

Ғаилә-өйләнешеү, туғанлыҡ, уллыҡҡа алыу йәки балаларҙы тәрбиәгә алыуҙың башҡа формалары арҡаһында барлыҡҡа килгән шәхси, мөлкәт һәм мөлкәтһеҙ хоҡуҡ һәм бурыстар менән бәйләнгән кешеләр. Ғаилә ағзалары араһындағы мөнәсәбәттәр ғаилә хоҡуғы м‑н көйләнә. Ғаилә — социаль сәйәсәттең төп объекттарының береһе.

Ғаилә функциялары[үҙгәртергә]

балалар табыу һәм тәрбиәләү, уртаҡ хужалыҡ алып барыу, мираҫҡа мөлкәт ҡалдырыу һ.б. Башҡорттарҙа Ғаилә традицион формалары төп урынды тотҡан ярым күсмә малсылыҡ хужалыҡ-мәҙәни тибы шарттарында барлыҡҡа килгән,

Хужалыҡ итеүҙең традицион формалары[үҙгәртергә]

Игенселек, Малсылыҡ һ.б., тарихи-мәҙәни традициялар м‑н бәйле булған. Ғаилә эсендәге мөнәсәбәттәр туғанлыҡ системаһына ярашлы ҡоролған, йола хоҡуғы нормалары, исламды ҡабул иткәндән һуң, шулай уҡ шәриғәт ярҙамында көйләнгән

Ғаилә-никах мөнәсәбәттәре[үҙгәртергә]

Ғаилә, нигеҙҙә, бер никахлы булған, күп ҡатынлылыҡ һирәк, башлыса башҡорт общинаһының бай ҡатламдары һәм мосолман руханиҙары вәкилдәре араһында осраған. Ҡәрҙәш ғаилә төркөмө (5—30) ырыу бүленешен тәшкил иткән, бер ауылда 10—60 ғаилә йәшәгән. 17 быуатҡа тиклем башҡорттарҙа балалы бер нисә никахлы парҙан (3—4 быуын) торған ҙур ғаилә осраған. Ғаиләнең мал-тыуары һәм йылҡы өйөрө менәнн ғаилә башлығы идара иткән, ғаилә парҙары һәм айырым ағзалары файҙаланыуында менге аттар һәм һауын малының бер өлөшө булған. Ир менән ҡатын айырым торлаҡта (тирмә, өй йәки аласыҡ) йәшәгән, кис бөтә ғаилә, ҡағиҙә булараҡ, бер табын артына йыйылған. Ултыраҡ тормошҡа күсеү, игенселек һәм шәхси хужалыҡ үҫеү менән, никахлы парҙан һәм уларҙың өйләнмәгән балаларынан торған бәләкәй ғаилә өҫтөнлөк ала башлай. 19 быуат уртаһында Рәсәй дәүләтенең һалым сәйәсәте ҡатыландырылғас, берҙәм ғаилә (ҡаҙна файҙаһына яһаҡ, төрлө йыйымдар һәм йөкләмәләр һалыу өсөн төп берәмек булған бер хужалыҡҡа ҡараған бер нисә бәләкәй ғаилә) һаны арта. Атай ғаиләһе (ата-әсәнән, өйләнгән балаларҙан һәм ейәндәрҙән торған ғаилә), ағай-эне ғаиләһе (балалары менән ағай-эне Ғ.), шулай уҡ ғаилә башлығының өйләнгән улдарынан һәм уның ағай-энеһе ғаиләһе берҙәм ғаилә төрҙәрен тәшкил итә. Берҙәм һәм бәләкәй ғаилә ата кеше (йәки өлкән ағай), улын йәки туғанының улын өйләндереү өсөн, уға йорт һалып бирергә тейеш булған. Үҙенең торлағын һәм хужалығын нығытҡандан һуң, ғаилә тулы хоҡуҡлы бәләкәй ғаилә хоҡуҡтарына һәм бурыстарына эйә булған. Патриархаль һәм бәләкәй ғаилә башлығы булып ата кеше иҫәпләнгән, берҙәм ғаиләлә — ирҙәрҙең иң өлкәне. Аҫабалыҡ (аҫаба) хоҡуҡтарына эйә булараҡ, ул ғаилә вәкиле булған һәм уның өсөн община һәм дәүләт властары алдында яуап биргән, милек менән идара итә һәм йыйындарҙа, ауыл һәм улус сходтарында ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡатнаша алған. Йәше буйынса иң өлкән ҡатын йәки ғаилә башлығының ҡатыны ҡатын-ҡыҙ эштәренә етәкселек иткән. Нәҫелдең аҫаба ерҙәре сиктәрендә солоҡ ултыртыу урындары, һөрөнтө ерҙәр, сабынлыҡтар һ.б. биләмәләр өлөштәргә бүленгән, ғаилә шулай уҡ йәйләү һәм һунар итеү урындарында ҡаралтылары булған. 20 быуат башынан бәләкәй ғаилә төп ғаилә формаһына әүерелә, шулай уҡ берҙәм һәм тулы булмаған ғаилә осрай, этник яҡтан ҡатнаш ғаилә барлыҡҡа килә. БР‑ҙа, 2002 ййылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, яҡынса 1,139 мең ғаилә иҫәпләнә, ғаилә ағзаларының уртаса һаны — 3,3 кеше.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. {{ Маринова, М.А. Основные социологические и экономические подходы к изучению домохозяйства. (The main social and economic approaches to housekeeping study). http://www.mirrossii.ru/images/pubs/2005/04/09/0000208197/Marinova.doc. Вестник РУДН. серия Социология. 2004. №6-7. стр.202-211}}
  2. {{ Чаянов, А. В.Организация крестьянского хозяйства. Избранные произведения. Моск.рабочий. 1989. 366. 5-239-00639-3}}