Ара
Ара — бер ата-бабанан килгән ҡан-ҡәрҙәш быуындар[1]; башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә ҡоролошонда туғандаш ғаиләләр төркөмө йәки ырыуы бүленеше.
Синонимдар: нәҫел, нәсәп, тоҡом, ырыу, зат, бауыр, тамыр, зат-зәүер, ором.
Ырыу башлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ырыу башлығы һәр ваҡытта ла кеше генә түгел, ул шулай уҡ мифологик герой, алла йәки хатта хайуан да була алған. Һуңғыһында ырыуҙың тотемы (ырыу-ҡәбилә йәмғиәте осоронда табына торған хайуан) булып торған. Ырыу ойошмаһының ике төп төрө: линидж (был ырыу эсендә бөтә кешеләр ҙә башлыҡ менән туғанлыҡ ептәре аша бәйле) һәм клан (ырыу төркөмөнөң сығышы мифик йәки легендар ата-бабанан юл ала).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Словарь синонимов башкирского языка (З. Г. Ураксин, 2000)
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
Был тел йәки тел белеме тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып
Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.