Эстәлеккә күсергә

Аждаһа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аждаһа

Аждаһа — башҡорт мифологияһында йылан ҡиәфәтендәге имәнес бер зат. Ауыҙынан ут бөркөп торған бер нисә (3, 6, 9, 12) башлы ғәйәт ҙур дейеү ҡиәфәтендә кәүҙәләндерелә[1].

Иран мифологияһындағы Ажи-Дахака персонажына барып тоташа. Халыҡ риүәйәттәре буйынса, йөҙ йыл йәшәгән йылан аждаһаға әүерелә, ғәҙәттә йылғаларҙа, күлдәрҙә, тау тарлауыҡтарында һәм мәмерйәләрҙә йәшәй. Ямғыр болоттары, һыу ятҡылыҡтарына хакимлыҡ итеп, әйләнә-тирәләге халыҡты һыуҙан мәхрүм итә. Сығанаҡ менән файҙаланыр өсөн, кешеләр уға ҡорбанлыҡҡа йәш ҡыҙҙарҙы килтерергә мәжбүр була[2].

Ҡыҙҙы ҡотҡарыу өсөн әкиәт батырҙары аждаһа менән алыша һәм еңә. «Урал батыр» эпосының төп геройы Урал батыр Ҡәһҡәһә исемле аждаһа — йыландар батшаһы менән көрәшә.

500, 1000 йыл йәшәһә, аждаһа Юха йыланға әйләнә[3].

Яуыз аждаһа образы күп халыҡтарҙың мифологияһында осрай.

Аждаһа матур ҡыҙға ла әүерелә ала. Мәҫәлән, башҡорт риүәйәттәрендә ҡайһы саҡта аждаһа-ҡыҙ ханға кейәүгә сыға, һәм уның хаслығы яйлап асыла[4].

Аждаһаның ҙурлығы тураһына йыландар батшаһының ҡыҙы һәм уның ике әхирәте, дәүмәле «бер нисә тиҫтә сажин» булыуына ҡарамаҫтан, ҡыуаҡтар араһында ете башлы аждаһаны йәшереп тотҡан «Ҡыҙыл мендәр» әкиәте буйынса фекер йөрөтөргә мөмкин[5].

«Урал батыр» эпосы сюжеты буйынса, уның төп геройы Урал батыр халыҡ бәхете өсөн намыҫһыҙ, яуыз тәбиғәт көсөнә, шул иҫәптән Ҡәһҡәһә (ҡәһ-сихырсы, ҡәһәр-ҡарғау һүҙҙәренә яҡын мәғәнәлә) исемле аждаһаға ҡаршы көрәшә.

Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Әхмәт батыр менән Хоҙайбирҙе батыр», «Мең башлы аждаһаны еңгән егет» һәм башҡа күп әкиәттәрҙә, һөйгән ҡыҙҙарын яҡлап, батырҙар аждаһаларға ҡаршы көрәшкә сыға һәм уларҙы еңә. Юлыев Батыргәрәй үҙенең мәҡәләһендә йәйләүгә сыҡҡан башҡорттарҙың Яугүл (Ҡолтабан) күле өҫтөндә рашҡы ҡатыш йәшенле ямғыр болотоноң бик ҙур һыу йыланы аждаһа менән көрәшен күҙәткәнен бәйән итә. Аждаһа «ағас туҫтаҡҡа оҡшаған» ғәйәт ҙур упай күҙле, тимгелле кәүҙәһе ҡояш аҫтында ялтырай, сағыу алтын төҫкә инә. «Һәнәккә оҡшатып икегә бүленгән» ҡойроғо һәленеп торған ғифрит һыҙғыра һәм ышылдай. Аждаһаны болоттар ҡыҫып алып Ҡафтау аръяғына алып китә тигән риүәйәттәр төрлө биләмәләрҙә йәшәгән башҡорттарҙа киң таралған[6][7].

Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.

Хисамутдинова Ф. Г. Мифологический словарь башкирского языка. — М.: Наука, 2010.

Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. / Төҙөүсе А. М. Сөләймәнов. Инеш һүҙ яҙыусы М. М. Сәғитов, һүҙ ахыры Ә. М. Сөләймәнов менән Р. Рәжәпов. Аңлатмалар М. М. Сәғитов менән Ә. М. Сөләймәнов. Яуаплы редакторы Н. Т. Зарипов. Өфө, 1998. 448 б.

Галин С. Ә. Тел асҡысы халыҡта. Өфө, 1993.

Руденко С. И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. М.—Л., 1955. (рус.)

Юлуев Батыргарей Габдулмухаметович. Аждаха-змей в рассказах башкир //Этнографическое обозрение. 1892. №№ 2–3; Башкирские батыры Кабанбай и Узянбай //Там же. 1899. № 3.

  1. Хисамитдинова Ф. Г. Мифологический словарь башкирского языка. — М.: Наука, 2010. — 452 с. — ISBN 978-5-02-037580-2
  2. Руденко С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки. — М.; Л., 1955. С. 316—317
  3. Аждаһа
  4. Руденко С. И., 1955. С. 317; Снесарев Г. П., 1969. С. 30-32, 283
  5. Ефимова Е. С. Башкирский мифологический словарь. — Уфа: Вагант, 2010. — 156 с. — С.9
  6. Юлуев Б. Г. Этнографическое обозрение, 1892
  7. Статья в Башкортостан: Краткая энциклопедия 2013 йыл 10 июнь архивланған.