Башҡорттарҙың этнографияһы
Башҡорттарҙың этнографияһы ― башҡорттарҙың көнкүрешен һәм мәҙәниәтен, уларҙың килеп сығыуын, этногенезын, ассимиляцияһын, таралып ултырыуын, башҡа халыҡтар менән мәҙәни тарихи бәйләнешен фактологик, тасуирлау тикшеренеүҙәре ярҙамында өйрәнеүсе этнография фәне бүлеге.
Этнография методтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Этнографияның төп методтары — туранан-тура күҙәтеүҙәр; яҙма сығанаҡтарҙы файҙаланыу, матди һәйкәлдәр, тикшеренеүҙәрҙең социологик методтары. Башҡорттарҙың этнографияһы Башҡортостан тарихы, археологияһы, географияһы (уның менән сиктәш этногеография ла барлыҡҡа килде), антропологияһы, башҡорт тел ғилеме, ауыҙ-тел ижады (фольклористика), тәбиғәтте өйрәнеү фәндәре һ.б. менән тығыҙ бәйләнгән.
Башҡорттар тураһында боронғо мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорттар тураһында тәүге булып иҫкә алған һәм тасуирлама яһаған ғалимдар:
- Ғәрәп сәйәхәтселәре Сәлләм Тәржемән (IX быуат), Ибн Фаҙлан (X быуат), Әл-Мәсүди (X быуат), Әл-Бәлхи (X быуат), Әл-Андалузи (XII быуат), Иҙриси (XII быуат), Ибн-Сәйед (XIII быуат), Яҡут (XIII быуат), Ҡәзүини (XIII быуат), Димәшки (XIV быуат), Абульфред (XIV быуат). Ғалим Рәшит әд-Дин (1247—1318 йылдар). Төркиәтсе Мәхмүд Ҡашғари бин Хөсәйен бин Мөхәмәт[1] башҡорт теле тураһында яҙған.
- XIII быуаттың көнбайыш-европа сәйәхәтселәре Юлиан, Плано Карпини һәм Гильом де Рубрук, Константин Багрянородный (905—959 гг.)
- Башҡорттар тураһында иң тәүге этнографик тасуирламаларҙы Бағдад хәлифе Әл Мөҡтәдирҙең иҙел болғарҙарына илсеһе Ибн Фаҙлан яҙған. Ул 922 йылда башҡорттар араһында булған һәм юл яҙмалары алып барған. Уның тасуирламаларына ҡарағанда, башҡорттар малсылыҡ менән шөғөлләнгән һуғышсан һәм ҡөҙрәтле халыҡ булған. Ир-егеттәр һаҡал-мыйығынҡырып йөрөгән. Башҡорттар ун ике хоҙайҙы: ҡыш, йәй, ямғыр, ел, ағастар, кешеләр, аттар, һыу, төн, көн, үлем, ер һәм күк хоҙайҙарын ололаған. Шулар араһында барыһын берләштереүсе, барыһы менән дә «тытыу йәшәгән һәм бер-береһен иптәштәрсә хуплап ҡына торор мөнәсәбәткә өлгәштереүсе» баш хоҙай — Күк тәңреһе булған. Башҡорттарҙың ҡайһы береһе йыландарҙы, балыҡтарҙы һәм торналарҙы алла кеүек күргән. Ибн Фаҙлан тотемизм менән бер рәттән шаманизмды ла билдәләгән.
«Ҙур Һыҙма китабы йәки Рәсәй дәүләтенең Боронғо Картаһы»нда («Книге Большому Чертежу или Древняя Карта Российского государства»), рус сығанаҡтарында башҡорттарҙың йәшәгән урыны, шөғөлө һәм ризығы (бал, йәнлек, балыҡ) иҫкә алына.
Башҡорт шәжәрәләре мөһим тарихи сығанаҡ булып тора.
18 быуатта башҡорт халҡы тураһында этнографик мәғлүмәтте Татищев Василий Никитич, Рычков Пётр Иванович, Лепёхин Иван Иванович, Паллас Петер Симон, Георги Иоганн Готлиб йыйған һәм баҫып сығарған.
Ғалимдарҙың XVIII — XIX быуат уртаһындағы хеҙмәттәрендә башҡорттарҙың этнографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]19 быуатта ла башҡорттар тураһында тарихи-этнографик материалдар йыйыу дауам иткән. Н. С. Поповтың 1823 йылда «Пермь губернаһының гражданлыҡ һәм игенселек, күп һанлы мәғдәнселек заводтары, сәнәғәт һәм йорт хужалығын алып барыу ысынбарлыҡ торошо буйынса хужалыҡ тасуирламаһы» («Хозяйственное описание Пермской губернии по гражданскому и естественному её состоянию в отношении к земледелию, многочисленным рудным заводам, промышленности и домоводству») тигән хеҙмәте баҫылып сыҡҡан. Унда XIX быуаттағы төньяҡ һәм урал арты башҡорттары тураһында ҡиммәтле этнографик материалдар тупланған.
Рус географик йәмғиәтенең программаһы буйынса, В. М. Черемшанский «Ырымбур губернаһының хужалыҡ-статистикаһы, этнографияһына һәм сәнәғәтенә ҡағылышлы тасуирламаһы» («Описание Оренбургской губернии в хозяйственно-статистическом, этнографическом и промышленном отношениях») (Өфө, 1859) тигән хеҙмәтен яҙған. П. М. Кудряшёв, В. И. Даль, В. С. Юматов, П. И. Небольсин, В. Зефиров, И. М. Казанцев, Р. Г. Игнатьев, М. В. Лоссиевский, Ф. Д. Нефёдов, С. Г. Рыбаков кеүек ғалимдар башҡорт халҡының тарихын, ауыҙ-тел ижадын өйрәнеүгә ҙур өлөш индерҙеләр.
19 быуат һуңында А. Л. Игнатовичтың, В. А. Арнольдовтың «Башҡорттарҙың аш-һыуы» тигән, Л. Берхгольц һ.б. башҡорттарҙың көнкүрешен тасуирлаған очерктары баҫылып сыҡҡан. Башҡорттарҙың йолаларын, риүәйәттәрен тасуирлауҙы башҡорт ғалимдары — П. С. Назаров, Б. М. Юлыев, М. Ә. Ҡыуатов, М. Баишев, М. И. Өмөтбаев башҡарған.
Башҡорттарҙың XIX быуат уртаһынан алып XX быуат башына тиклемге этнографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ХХ быуат башында башҡорттарҙың этнографияһы өлкәһендә Руденко Сергей Иванович эшләгән. «Башҡорттар» (1925 йыл) монографияһында ул тәүгеләрҙән булып халыҡтың этногенезы һәм тарихы проблемаларын тикшергән, башҡорттарҙың физик тибын, уларҙың йәшәү рәүешен, матди һәм рухи мәҙәниәтен тулы итеп ҡылыҡһырлаған. Ул Рус музейында, хәҙер ул Рәсәй этнографик музейы (Санкт-Петербург) башҡорттар буйынса этнографик коллекция төҙөгән. Башҡорттарҙың этногенезы проблемалары ғалимдар В. И. Филоненко, Ә. Ә. Вәлидов тарафынан өйрәнелгән.
1920 йылдан башлап 50-се йылдар уртаһына саҡлы башҡорттарҙы этнографик яҡтан өйрәнеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]20-40-сы йылдарҙа СССР-ҙа башҡорттарҙың көнкүрешен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү Йәмғиәтенең хеҙмәттәре баҫылып сыҡҡан (1-2-се сығарылыш. Стәрлетамаҡ). 1925 йылда «Башҡорт аймағы» йәмғиәтенең журналы сыға башлаған. Унда һәм «Башҡорт крайҙы өйрәнеү йыйынтығы» йыллыҡ баҫмаһында башҡорттарҙың этногенезы буйынса материалдар баҫылып сыҡҡан. 1927 йылда Сергей Руденко етәкселегендә СССР Фәндәр Академияһының Башҡорт экспедицияһы ойошторолған. Экспедиция 2 йыл дауамында башҡорттарҙың археологияһын, теленең этногенезын, фольклорын өйрәнгән.
1950-се йылдар уртаһынан 2000-се йылдарға саҡлы башҡорттарҙың этнографияһын тикшереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]50-60-сы йылдарҙа Өфөлә этнографтар мәктәбенә нигеҙ һалынған. Кузеев Раил Ғүмәр улының «Башҡорттарҙың тарихи этнографияһы очерктары (XVII—XVIII бб. башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә берләшмәләре)» (1-се киҫәк, 1957), «Башҡорт шәжәрәләре» (1960); С. А. Авижанская, Бикбулатов Наил Вәли улының, Р. Ғ. Кузеевтың «Башҡорттарҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәте» (1968) һ.б. баҫылып сыҡты. Республиканың юғары уҡыу йорттарында этнографик белем биреүгә нигеҙ һалынды. 1980-се йылдарҙа Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты структураһында Археология һәм этнография музейы асылды (Өфө). Этнографик тикшеренеүҙәр махсуслаштырыла.
Этник процестар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорттарҙың, үҙ эсенә ассимиляцияланыуҙы, консолидацияланыуҙы, этник-ара интеграцияланыуҙы, Башҡортостан территорияһына этник миграцияны индергән этник процестары иртә тимер быуатында башланған һәм ул төрөк ҡәбиләләренең үтеп инеүе һәм бахмут мәҙәниәте, һуңғараҡ — турбаҫлы мәҙәниәте, кушнаренко мәҙәниәте һ.б. формалашыуы менән бәйле.
6—8 быуаттарҙа Көньяҡ Урал территорияһына Урта Азиянан үҙҙәрен «башҡорттар» тип атаған күп һанлы халыҡ төркөмөнөң этник миграцияһы күҙәтелгән[2]
Көньяҡ Уралға күсенер алдынан башҡорт ҡәбиләләренең бер өлөшө ҡыймаҡтар (йәмәктәр), ҡыпсаҡтар, уғыҙҙар, бәшнәктәр менән аралашҡан, Арал буйы — Һырдаръя далаларында күсенеп йөрөгән. 9 быуат һуңында — 10 быуат башында башҡорт ҡәбиләләре һәм ырыуҙары Көньяҡ Уралға күсенгән[2].
Башҡорт халҡының килеп сығышын ошо күҙлектән аңлатыуҙың ысынбарлыҡҡа тура килмәгәнлеген Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов ғүмер буйы кире ҡаҡты. Мәжитов, кушнаренко, ҡараяҡуп, турбаҫлы, бахмутин мәҙәниәте археологияһы һәм боронғо башҡорт этносы формалашыуының башҡа процестары менән бәйләп, башҡорт милләтенең автохтон сығышлы булыу һәм үҫеш фаразын алға сығарҙы һәм иҫбатланы. Башҡорт халҡының үҙәген тәшкил иткән төп ҡәбиләләр һәр ваҡыт автохтон булған һәм Уралда борон замандан бирле йәшәгән[3] Был фекерҙе ер-һыу атамалары, «Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпостары һ.б. ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре асыҡ раҫлай.
10—12 быуаттарҙа башҡорт ҡәбиләләренең берләшеү процесы тамамланған. Алтын Урҙа, Ҡазан ханлығы, Нуғай Урҙаһы һәм Себер ханлығы составында йәшәгән дәүерҙәрҙә башҡорттарҙы мәҙәни-тел һыҙаттары буйынса көнбайыш (дала һәм урман-дала райондары) һәм көнсығыш этнографик төркөмдәргә бүлеү күренеше билдәләнгән.
16 быуатта башҡорттарҙың консолидация процесы — башҡорт милләтенең бер бөтөн этник территорияһы, сәйәси власы булған башҡорт ҡәбиләләр союзына берләшеүе һәм Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуы менән тамамланған. Башҡорт халҡы составында типтәр һәм мишәрҙәрҙең бер өлөшө ассимиляцияланған. 1917 йылғы революциянан һуң һәм автономия барлыҡҡа килгәндән һуң, административ-территориаль реформалар барышы башҡорт халҡының этник консолидацияһына булышлыҡ иткән, башҡорттарҙың этник төркөмдәрен формалаштырған. Тарихи Башҡортостандың ерҙәре күрше өлкәләргә (Силәбе, Ҡурган, Ырымбур, Пермь, Свердловск) һәм Татарстан Республикаһына бүлеп бирелгән. Һамар һәм Һарытау өлкәләрендә лә төп башҡорттар йәшәй. Ошо территорияларҙа йәшәгән башҡорттарҙы диаспора тип атарға маташыу төптө хаталы фекер.
Совет осоронда алып барылған бөйөк төҙөлөштәр заманынан, 90-сы йылдарҙа башланған үҙгәртеп ҡороу йылдарынан башлап, Башҡортостандан ситкә миграция барышында Рәсәй территорияһында, Ханты-Мансы автономиялы округында, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында һ.б. урындарҙа башҡорт диаспоралары һәм Бөтөн донъя башҡорттарының төбәк ойошмалары барлыҡҡа килде.
Этник үҙаң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорттарҙың этник үҙаңы — кешенең башҡорт этносына ҡарауын үҙе ныҡлы аңлауы; этник ҡиммәттәргә, туған теленә, мәҙәниәтенә, тарихи йәшәү территорияһына тартылыуы, уның булмышында башҡорт этносына хас булған идеологияның, донъяға ҡараштың, күҙаллауҙарҙың, фекерҙәрҙәрҙең сағылыуы ул.
Башҡорттарҙың этник үҙаңы нығыныуында башҡорт ҡәбиләләренең 9 быуатта Башҡорт хан етәкселегендә хәрби-сәйәси союзға берләшеүе, ҡәбилә төшөнсәләренән өҫтөн булған берҙәм «башҡорт» этнонимының таралыуы әһәмиәтле роль уйнаған. Башҡорттарҙың Рәсәйгә ҡушылыуынан һуң барлыҡҡа килгән сәйәси, ижтимағи һәм этник процестар башҡорт халҡының артабанғы берләшеүенә йоғонто яһаған. Рәсәйгә ингәндә, беҙҙең ата-бабалар, башҡорттарҙың үҙ территорияларына аҫабалыҡ хоҡуғын ҡанунлаштырған, юридик яҡтан нығытып ҡуйған жалованный грамоталар (федератив килешеү тип атарлыҡ) төҙөгән[4].
20 быуатта дәүләт атрибутикаһы - дәүләт гербы, флагы, конституцияһы булған Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы (БАССР), Башҡортостан Республикаһы (Башҡортостан Республикаһы) барлыҡҡа килде. Был мөһим тарихи ҡаҙаныш башҡорт мәҙәниәтен, телен, динен һ.б. һаҡларға ярҙам итте. Республиканың баш ҡалаһы Өфө миллионлы (80-се йылдарҙан бирле) төҙөк ҡала. 20 быуаттың 90-сы йылдары һуңынан Башҡортостан Республикаһында созданы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәр, башҡорттарҙың йәмәғәт берләшмәләре барлыҡҡа килде, традицион халыҡ һөнәр-кәсептәре һ.б. тергеҙелә.
Музыкаль этнография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта быуаттарҙа ғәрәп һәм европа сәйәхәтселәре, 18 быуатта рус сәйәхәтселәре һ. б. яҙмаларында башҡорттарҙың музыкаль фольклоры тураһында иҫкә алынған.
19 быуат башынан башҡорт халыҡ музыкаһы өлгөләрен системалы йыйыу һәм өйрәнеү алып барылған. 19 быуатта Рус географик йәмғиәтенең этнографик бүлеге, Мәскәү университеты тәбиғәт фәнен, антропология һәм этнография һөйөүселәре Император йәмғиәтенең этнография бүлеге эргәһендәге Музыкаль-этнографик комиссияһы был эште тормошҡа ашырған.
Ырымбур губернаһына экспедиция ваҡытында (1856—1857) башҡорт халыҡ музыкаһы өлгөләрен йыйыу менән М. Л. Михайлов шөғөлләнгән, Г. Х. Йәнекәйев 500-гә яҡын башҡорт, татар халыҡ йырҙарын яҙып алған һәм «Башҡорт һәм татар йырҙары» йыйынтығында баҫтырып сығарған. ХХ быуат башланғанда, башҡорт музыкаль фольклоры материалдарын йыйыу менән Ғәбәши Солтан Хәсән улы, И. А. Козлов, Солтанов Искәндәр Мөхәмәдйәр улы, Эйхенвальд Антон Александрович шөғөлләнгән. Ҡайһы бер йырҙарҙы фонографҡа яҙҙырғандар.
1930-сы йылдарҙа Өфөләге Башҡорт милли мәҙәниәт Ғилми-тикшеренеү институтында Ключарёв башҡорт халыҡ йырҙарын йыйыу һәм өйрәнеү эшен алып барған. «Башҡорт халыҡ йырҙары», «Ҡурай өсөн 50 башҡорт халыҡ инструменталь пьесаһы һәм көйө» тигән йыйынтыҡтар төҙөлгән.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында композитор А. А. Эйхенвальд[5] оҙон көй музыкаль жанрын анализлау менән булған, Украина композиторҙары Милли союзы ағзалары Ф. Е. Козицкий, Спадавеккиа Антонио Эммануилович, Степанов Лев Борисович, Пейко Николай Иванович, Чемберджи Николай Карпович башҡорт халыҡ музыкаһы өлгөләрен йыйыу һәм эшкәртеү менән булған.
1954 йылда «Башҡорт халыҡ йырҙары» (Әхмәтов Хөсәйен Фәйзулла улы, Лебединский Лев Николаевич һәм Харисов Әхнәф Ибраһим улы), «Башҡорт халыҡ ижады» музыкаль йыйынтыҡтары баҫылып сыҡҡан.
Артабанғы йылдарҙа «Башҡорт халыҡ ижады», «Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре» йыйынтыҡтары, Р. С. Сөләймәновтың «Уралдың халыҡ ижады ынйылары» китабы (1995), «Боронғо башҡорт скрипкаһы — ҡылҡумыҙ» (2001); «Ырғыҙ-кәмәлек башҡорттарының йыр ижады» (2002); М. С. Алкиндың «Башҡорт йыры. Башҡорт фольклорында вокаль жанрҙар, уларҙы башҡарыу традициялары» (2002); Вәлиев Дамир Жәүәт улының Силәбе башҡорттарына бағышланған «Арғаяш башҡорттарының рухи мираҫы» (1996); Нәҙершина Фәнүза Айытбай ҡыҙының «Рухи хазиналар» (1992), «Башҡорт халыҡ көйҙәре, йырлы-бейеүле уйындар» (1996) китаптары баҫылып сыҡҡан.
Этнографик коллекциялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт этносының матди мәҙәниәте предметтарынан торған Этнографик коллекциялары 1768—1774 йылдарҙағы Академик экспедиция, 18-21 быуат ғалимдарының этнографик экспедициялары барышында формалашҡан.
Санкт-Петербургтағы Рәсәй этнографик музейында[6] башҡорт халҡы этнографияһына ҡараған 25 коллекция һәм 1600 предмет һаҡлана. Коллекцияның күп өлөшөн (ҡоралланыу, һунар, балыҡ тотоу, солоҡсолоҡ предметтары, күсеп йөрөү саралары, традицион интерьер, башҡорт кейеме комплекстары һәм айырым элементтары, традицион биҙәүестәр, кәрәк-яраҡтар, йыһаздар, милли музыка ҡоралдары һ.б., башҡорттарҙың антропологик типтары, торлаҡ төрҙәре, хужалыҡ ҡаралдылары, байрамдар һ.б.фотографиялары ) С. И. Руденко йыйған. Шунда уҡ 1948 йылда СССР халыҡтары Музейы тапшырған 19 быуат башҡорттарының этнографияһы экспонаттары (әйберҙәр, баш кейемдәре, биҙәүестәр һ.б.); башҡорттарҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәте предметтары коллекцияһы һаҡлана.
Мәскәүҙәге Дәүләт тарих музейында Белицер Вера Николаевна ойошторған экспедицияһы тарафынан йыйылған башҡорттарҙың халыҡ ижады һәм көнкүреше материалдары (24 предмет), Уйынсыҡтар музейында (Сергиев Посад ҡалаһы) — балалар уйынсыҡтары һаҡлана.
Санкт-Петербургта, Кунсткамерала, Бөйөк Пётр исемендәге Антропология һәм этнография музейында, Петер Симон Паллас экспедицияһы барышында (1774 йыл) йыйылған 8 коллекция, 101 предмет (зәргәр биҙәүестәр, ҡатын-ҡыҙ ҡалпағы һ.б.), А. К. Марков йыйған (1890; ағастан уйып киҫеп яһалған сылбыр), П. И. Небольсин йыйған (1891; семәрләп биҙәлгән ижау), Н. Ф. Арепьевтан (1912; туҡымалар коллекцияһы, ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ кейемдәре, баш кейемдәре, аяҡ кейемдәре һ.б.), Д. К. Зеленин (1965 йылда тапшырылған; хеҙмәт ҡоралдары, ҡайылған таҫтамалдар, һарауыстар) һ.б. һаҡлана.
Санкт-Петербургтағы Эрмитажда тәңкәләр менән биҙәлгән түшелдерек һаҡлана.
Ырымбур крайының боронғо ҡомартҡылар Музейында башҡорт этнографияһы коллекцияһы урынлаштырылған.
Будапештағы Венгрия этнография музейында[7] 1909 йылда Ырымбур һәм Пермь губерналары буйынса йөрөгәндә, Д. Месарош тарафынан йыйылған 225 предмет һәм 86 фотография (көньяҡ-көнсығыш башҡорттарынан яҙып алынған тирмәне йыйыу һәм ҡороу буйынса инструкцияһы) һаҡлана.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейында башҡорттарҙың этнографияһы буйынса экспозиция эшләй.
М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында биҙәкле туҡыусылыҡ өлгөләре, семәрле ижау (сүмес) һаҡлана[8].
Археология һәм этнография музейында — Н. В. Бикбулатов, С. Х. Долотказина, Н. Ф. Шакирова тарафынан йыйылған хужалыҡ кәрәк-ярағы, йыһазы, интерьеры тергеҙелгән кейеҙ тирмә, түшкә тағыла торған биҙәүестәр коллекцияһы (17 предмет; көмөш тәңкәләр, сулпылар, кораллдар, быяла һәм ярым аҫыл таштарҙан торған мәрйендәр менән биҙәлгән) бар [9].
Башҡорт дәүләт университетының этнографик музейында — игенселектә, умартасылыҡта ҡулланылған ҡоралдар, музыкаль инструменттар һаҡлана.
Салауат тарихи-крайҙы ҡйрәнеү музейында йорт йыһаздары, кәрәк-ярағы, башҡорттарҙың кейеме һаҡлана.
Музейҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Фәндәр Академия учреждениеһының Археология һәм этнографияһы музейы.
Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институты.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейы.
Этнографик белем алыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы юғары уҡыу йорттарында һәм ғилми учреждениеларында этнографик белем алырға һәм башҡорттарҙың этнографияһын өйрәнергә була:
Башҡорт дәүләт университеты — Башҡортостан Республикаһы тарихы, археологияһы һәм этнологияһы кафедраһы.
Рәсәй Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорттарҙың этногенезы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://old.marifat.uz/rus/duxovnost/velikiy_ucheniy_i_perviy_lingvist.mgr 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 Кузеев Раил Гумерович. Очерки исторической этнографии башкир. Уфа, 1957. Ч. I
- ↑ Н. А. Мажитов. Бахмутинская культура. М., 1969; Н. А. Мажитов. Тайны древнего Урала. Уфа, 1973;
- Н.А.Мажитов. Южный Урал в VII—XIV вв. М., 1977;
- Н.А.Мажитов. Курганы Южного Урала в VIII—XII вв. М., 1981.
- Н.А.Мажитов. Южный Урал в VII—XIV вв. М.: Наука, 1977.
- Н. А. Мажитов. Курганы Южного Урала в VIII—XII вв. М.: Наука, 1981.
- Археология СССР. Степи Евразии в эпоху средневековья. М.: Наука, 1981 (соавтор).
- История Башкортостана с древнейших времен до XVI в. Уфа, Китап, 1994. (в соавторстве с А. Н. Султановой)
- ↑ Александр Леонидов. (Башҡортостандың Рус дәүләтенә инеүенә 450 йыл тулыу айҡанлы мәҡәләһе). Башҡортостан уҡытыусыһы, 2006
- ↑ Ватандаш / Соотечественник / Compatriot 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ РЭМ | Российский Этнографический Музей
- ↑ Музеи мира и художественные центры / Венгрия / Этнографический музей
- ↑ Ижау
- ↑ Энциклопедия Башкирии → БИКБУЛАТОВ Наиль Валеевич
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Археология и этнография Башкирии» в 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Бикбулатов Наил Валеевич. Становление и развитие этнографической науки //В научном поиске. Уфа, 1982
- Кузеев Раил Гумерович. Очерки исторической этнографии башкир. Уфа, 1957. Ч. I;
- Кузеев Р.Г, Шитова Светлана Николаевна. Башкиры: историко-этнографический очерк. Уфа, 1963;
- Кузеев Р. Г. Историческая этнография башкирского народа. Уфа, 1978.
- Кузеев Р. Г. Задачи исторической этнографии в изучении древней и средневековой истории башкир // Из истории феодализма и капитализма в Башкирии. Уфа, 1971. С. 11.
- Книга Большому Чертежу или Древняя Карта Российского государства, поновленная в разряде и списанная в книгу в 1628 году. СПб., 1792. С. 224
- Никольский Д. П. Башкиры. Этнографическое и санитарно-антропологическое исследование доктора медицины. Д. П. Никольского. — СПб., 1899. С. 77.
- Таган Галимьян Гирфанович. Этнографические заметки о башкирах и других тюркских народах. — Уфа, 2005.
- Хадыев М., Фахретдинов Габдрахман Ризаитдинович. История башкир. — Уфа: Китап, 2007. — 136 с. — ISBN 978-5-295-04231-7.
- Черемшанский В. М. «Описание Оренбургской губернии в хозяйственно-статистическом, этнографическом и промышленном отношениях». Уфа, 1859.
Н.А. Мажитов. Бахмутинская культура. М., 1969; Тайны древнего Урала. Уфа, 1973;
- Н.А.Мажитов. Южный Урал в VII—XIV вв. М., 1977;
- Н.А.Мажитов. Курганы Южного Урала в VIII—XII вв. М., 1981.
- Н.А.Мажитов. Южный Урал в VII—XIV вв. М.: Наука, 1977.
- Н.А.Мажитов. Курганы Южного Урала в VIII—XII вв. М.: Наука, 1981.
- Археология СССР. Степи Евразии в эпоху средневековья. М.: Наука, 1981 (соавтор).
- История Башкортостана с древнейших времен до XVI в. Уфа, Китап, 1994. (в соавторстве с А. Н. Султановой)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://ufa-gid.com/encyclopedia/etnograf.html
- http://www.vatandash.ru/index.php?article=2140 2016 йыл 4 март архивланған.
- http://ijal.anrb.ru/etnodop.htm 2012 йыл 12 май архивланған.