Кушнаренко мәҙәниәте
Кушнаренко мәҙәниәте — Көньяҡ Урал буйындағы тимер быуат археологик мәҙәниәте. 1955—1959 йылдарҙа Кушнаренко ҡәберлегендә (Башҡортостан) алып барылған ҡаҙыныуҙарға нигеҙләнеп, тәү тапҡыр В. Ф. Генинг тасуирлаған.
VI — VIII быуаттарҙа Ҡама арты территорияһында, Ағиҙел, Ҡама һәм Ыҡ йылғалары бассейнында барлыҡҡа килгән. Был мәҙәниәт VI б. уртаһында Урал арты һәм Көнбайыш Себер урман-дала региондарынан килгән тип һанала. VIII быуатта Уралдан көнбайышҡараҡ башҡа уғыр төркөмдәренән Ҡараяҡуп мәҙәниәте барлыҡҡа килгән.
Археологтар, был ҡәбиләләр иртә осор тормошонда (VI—VIII быуаттарҙа) ҡурғандарҙа ҡәрҙәштәренең баштарын төньяҡҡа ҡаратып ерләгәнен асыҡлаған. Мәйеттәрҙең баш һөйәге — яһалма деформацияланған. Һуңғараҡ мәйеттәрҙең башын көнбайышҡа ҡаратып һалғандар. Ҡәберлектәрҙә ҡорал, ат егеү ҡаралдылары, төрлө биҙәүестәр һәм керамика ҡалдыҡтары табылған. Ултыраҡтарҙа ла байтаҡ керамика табылған. Бөтә һауыт-һаба әүәләп эшләнгән, төптәре түңәрәк, формалары көршәк йәки бомба һыҙатлы. Уларҙың йоҡа ғына булыуы һәм нәфис биҙәктәре иғтибарға лайыҡ.
Кушнаренко мәҙәниәтен йөрөтөүселәрҙе ғалимдар күскенсе уғырҙар менән бәйләйҙәр. Е. А. Халиҡова, А. Х. Халиҡов, В. А. Иванов уларҙы мадьяр тигән[1]. Н. А. Мәжитов кушнаренко мәҙәниәтен йөрөтөүселәрҙе башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары тип атаны.[2]
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Генинг В. Ф. Южное Приуралье в III—VII вв. н. э. // Проблемы археологии и древней истории угров. М., 1972.
- Генинг В. Ф. Памятники у с. Кушнаренково на р. Белой // Исследования по археологии Южного Урала. Уфа, 1977.
- История татар. Том I. Народы степной Евразии в древности. Казань: Рухият, 2002. 552 с.
- Казаков Е. П. Памятники Кушнаренковского типа на территории Татарии // Тез. докл. итог. науч. сессии за 1972 г. / АН СССР. Казан. ин-т яз., лит. и истории. Казань, 1973. С. 130—131.
- Казаков Е. П. О кушнаренковских памятниках на территории Татарии // Вопросы археологии Урала. — Свердловск, 1981. — Вып. 15. — С. 136—140.
- Казаков Е. П. Коминтерновский II могильник в системе древностей эпохи тюркских каганатов: [Респ. Татарстан] // Культуры Евразийских степей 2 пол. I тыс. н. э.: (вопросы археологии). Самара, 1998. С. 97-150.
- Казаков Е. П. Кенотафы эпохи Тюркских каганатов в низовьях р. Камы // Древности Востока. М., 2004. С. 76-85.
- Мажитов Н. А. Южный Урал в VII—XIV вв. М., 1977.
- Матвеева Г. И. О культурном и хронологическом соотношении памятников кушнаренковского и караякуповского типов // Средневековая археология евразийских степей. Материалы Учредительного съезда Международного конгресса. Том 2. Казань, 2007.
- Археология Южного Урала: уч.пособ. Стерлитамак, 1993.