Эстәлеккә күсергә

Ҡараяҡуп мәҙәниәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡараяҡуп мәҙәниәте

Ҡараяҡуп мәҙәниәте — Көньяҡ Уралдағы археологик мәҙәниәт[1]. Тикшеренеүселәр тарафынан ҡараяҡуп мәҙәниәте кушнаренко археология мәҙәниәте менән бергә венгрҙарҙың[2] ата-бабалары булған уғырҙар йәки протобашҡортар менән сағыштырыла.

Ҡараяҡуп мәҙәниәте IX-Х быуаттарҙағы Тарихи Башҡортостан сиктәренә инә. Ҡайсағында уны иртә башҡорттар мәҙәниәте тип тә атайҙар.

Ҡараяҡуп мәҙәниәте һәйкәлдәренең күп һанлы һәйкәлдәре халыҡ йәшәгән урындар булып тора. Улар — Ҡараяҡуп, Иҫке Ҡалмаш, Сатра, Таптыҡ, Кушнаренко, Суҡраҡлы, Удельно-Дыуанай, Һаҫыҡкүл, Дәүләкән ҡаласыҡтары. Майҙандары 1000 квадрат метрға тиклем етә. Улар убаларҙа урынлашып, бер йә ике бейек булмаған вал һәм соҡор менән уратып алына.

Мәҙәниәткә шулай уҡ диаметры 8-10 метр, ҡәбер өҫтөнән бейеклеге 40-60 см булған ҡурғандар ҙа ҡарай. Ҡәберҙәр эргәһендә һәм уның эсендә атты ниндәйҙер ритуал менән ерләү эҙе һаҡлана (тиреләре, баштары һәм дүрт тояғы). Кешеләрҙе ағас табуттарҙа ерләйҙәр. Уның төбөнә кейеҙ, йөн туҡыма йәки септә түшәлә. Ҡәбергә төшөрөр алдынан табутты ут өҫтөндә тотҡандар. Бының менән мәйетте яндырыу йолаһы имитацияланған. мәйеттәрҙең аяғы бик йыш бау менән бәйләнгән — йәнәһе, ул тороп, тереләргә зыян килтермәһен. Табуттарға эйәр-өпсөн һалынған. Ҡайһы берҙә был әйберҙәрҙе һалырға ҡҡәбер эргәһендә айырым йәшерен соҡорҙар ҡаҙылған.

Караяҡуп мәҙәниәте ерләү ҡомартҡылары булып ҡурғанлы ҡәберлектәр тора. Мәйеттәр һай, оҙонса йәки тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, башы менән көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Баш осонда ат һөйәктәре, йәғни ҡорбан аҙығы һалынған балсыҡ һауыттар, аяҡ осонда — төрөлгән йылҡы тиреһе йәки ат егеү кәрәк-ярағы табылған. Ир заты ҡәберҙәренә тимер ҡылыстар, балталар, тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары - ҡорал предметтары, ҡатын-ҡыҙҙыҡына бронза һәм көмөш беләҙектәр, медальондар, сәс биҙәүестәр, сулпылар, быяла муйынсаҡтар һалынған. Билбау йыйылмалары - бронза һәм көмөш менән биҙәлгән ҡаптырмалар, көмөш пластинкалар менән биҙәлгән сулпылар, алтын пластинкалар менән биҙәлгән ҡайыш остары осрай.

Ҡараяҡуп мәҙәниәте Көнбайыш Себерҙең урман-дала райондарында формалаша, тип иҫәпләй ҡайһы бер тикшеренеүселәр, ә башҡалары икенсе версияны — Ҡаҙағстандың һәм Көньяҡ Себерҙең көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш далаларында тигәнде иҫбатлай. Н.А. Мәжитов, Ә.Н. Солтанова һәм башҡаларға ярашлы, Ҡараяҡуп мәҙәниәтен төрки ҡәбиләләр йөрөткән, шулай уҡ улар Ҡараяҡуп мәҙәниәте ҡомартҡыларының таралыу өлкәһен башҡорттар йәшәгән территориялар тиңләштерелә; ҡара: Башҡортостан). В. А. Иванов, Е. П. Казаков, Е. А. Халикова фекеренсә, Бөйөк Венгрия йәки фин-уғыр ҡәбиләләре территорияһы менән тап килә, ти[3].

  • История башкирского народа : в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов ; Институт истории, языка и литературы УНЦ РАН. Уфа.: изд. Гилем, 2012. — 400 с.: ил. — ISBN 978-5-02-037008-1. т. 2. — 2012. — ISBN 978-5-91608-100-8
  • Иванов В. А. Путями степных кочевий. Уфа, Башкнижиздат, 1984, С. 38-58.
  • Васюткин С. М. Некоторые спорные вопросы археологии Башкирии. СА, № 1, 1968, с. 69-71; Археологическая карта Башкирии. М., 1976, с. 31, 32.
  • Мажитов Н. А. Новые материалы о ранней истории башкир. Уфа, АЭБ, Т.2, 1964б, с. 104—108; 1968, с. 69, 70.
  • Матвеева Г. И., 1968а, 1975; Мажитов Н. А. Южный Урал в VII—XIV вв. Москва, 1977, с. 60-74.

.* Мажитов Н. А. Курганный могильник в деревне Ново-Турбаслы//Башкирский археологический сборник. Уфа, 1959, с. 125, рис. 3; Матвеева Г. И., 1968б, рис. 19.

  • Мажитов Н. А. Бахмутинская культура. М., 1968, табл. 26.
  • Мажитов Н. А. Южный Урал в VII—XIV вв. Москва, 1977, с. 63, 73, 74, табл. XXI, XXII.
  • Мажитов Н. А. Южный Урал в VII—XIV вв. Москва, 1977, с. 17, 19.
  • Ковалевская В. Б., Краснов Ю. А. Рецензия на книгу Эрдели//СА, № 2, 1973, с. 287; Амброз А. К. Рецензия на книгу Эрдели//СА, № 2, 1973б, с. 297.
  • Матвеева Г. И. Памятники караякуповского типа в Приуралье//Из истории Среднего Поволжья и Приуралья. Куйбышев, вып.5, 1975, с. 19; Генинг В. Ф., 1972, с. 270—272.
  • Старостин П. Н. Памятники именьковской культуры//САИ, вып. Д1-32, 1967, с. 21, 26, табл. 13, 13, 15.
  • Генинг В. Ф. Азелинская культура III—V вв//Вопросы археологии Урала. Ижевск, вып.5, 1963, с. 26, 27, табл. XXIV, 5.
  • Ахмеров Р. Б. Уфимские погребения VI—VIII вв. н. э. и их место в древней истории Башкирии//Древности Башкирии. М., 1951, с. 126—131.