Тимер быуат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Тимер быуат — кешелек тарихының тәүтормошондағы беренсе синыфтар барлыҡҡа килгән осоро, тимер эшкәртеүҙең таралыуы һәм тимер ҡоралдар эшләү менән билдәләнә; яҡынса беҙҙең дәүергә тиклем 1200 йылдан беҙҙең дәүерҙең 340 йылына тиклем дауам иткән.

Атамаға ҡыҫҡаса аңлатма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихтағы өс быуат — таш, бронза һәм тимер быуаттар хаҡында күҙаллау (аңлап-белеү) боронғо (антик) дәүерҙә үк булған, был турала Тит Лукреций Кар хеҙмәттәрендә телгә алына. Шулай ҙа, «тимер быуат» атамаһы бары тик XIX быуат урталарындағы ғилми эштәрҙә генә күренә башлай, тәү тапҡыр уны дат (Дания) археологы Кристиан Юренсон Томсен ҡуллана.

Тимерҙе иретеү һәм эшкәртеү (урыҫса железная металлургия) тарала башлаған осорҙо донъяның барлыҡ илдәре үтһә лә, тимер быуат дәүеренә, ҡағиҙә булараҡ, барлыҡ тәүтормош ҡәбиләләренең дә мәҙәниәте индерелмәй. Улар иҫәбендә бары тик неолит һәм бронза быуат осоронда барлыҡҡа килгән боронғо дәүләттәр — Месопотамия, Боронғо Мысыр, Боронғо Греция, Һиндостан һәм Ҡытай биләмәләренән ситтә ятҡан ҡәбиләләр генә ҡарала.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Алексеев В. П., Першиц А. И. История первобытного общества: Учеб. Для вузов по спец. История. — М.: Высшая школа, 1990. — 352 с. (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Советский энциклопедический словарь: — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 1600 с. с илл. (рус.)
  • Ожегов С. И. Словарь русского языка. — М., 1968. (рус.)
  • Русско-башкирский словарь: В 2 т. / Под редакцией З. Г. Ураксина. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. Т. 2. П — Я. — 2005. — 680 с.
  • Большой Энциклопедический словарь  (рус.)