Ҡорал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡорал
Рәсем
Һештег weapon
Код в Гармонизированной системе 93[1]
Берекмәләре исемлекте ҡарағыҙ[d]
 Ҡорал Викимилектә

Ҡорал — ҡулланмаларҙың, кәрәк-яраҡтарҙың һәм сараларҙың дөйөм атамаһы, кешеләрҙе йә хайуандарҙы үлтереү йә ҡоралһыҙландырау өсөн тәғәйен, берәй ҡаршылыҡта үҙ теләге менән йә ирекһеҙҙән ҡатнашҡан ҡаршы яҡтың техникаһын һәм ҡоролмаларын сафтан сығарыу өсөн. Көкөрт уйлап табылғандан башлап, артиллерия һәм ракеталар, тағы ла атыу ҡоралдары киң ҡулланылыш ала. Атыу ҡоралын уйлап тапҡансы һәм уны масса күләмле индергәнсе, әрменең нигеҙен һалҡын ҡул ҡоралы һәм сөйөп ебәреүсе ҡорал менән ҡоралланған ғәскәр тәшкил иткән.

Ҡоралға һунар кәрәк-яраҡтары һәм һуғыш алып барыр өсөн кәрәкле саралар инә. Ҡоралдың күсмә аңлатмаһына ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн, кем менәндер йә нимә менәндер көрәшеү саралары инә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кешелек ҡоралды боронғо замандан ҡулланған. Таяҡ менән таш беренсе һуғыш ҡоралы булған. Тәүҙән башлап ҡорал йыртҡыс йәнлектәрҙән һаҡланыу өсөн тәғәйен булған, ә һуңыраҡ — һунар итеү өсөн. Әммә һуңғараҡ ҡорал кешегә һөжүм итеү өсөн һәм һаҡланыу өсөн ҡулланыла башлаған.

Һәр тарихи дәүер өсөн үҙенә хас ҡорал төрө булған. Шул уҡ ваҡытта улар йәмғиәт үҙгәреүе менән үҙгәреп торған.

Тәүтормош йәмғиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миссисипи мәҙәниәтенең таш монолит балтаһы

Ябай ҡоралдар шимпанзеларҙа[2] күҙәтелә, ошонан сығып ҡоралды иртә гоминидтар биш миллион йыл элек ҡулланған тип күҙалларға була[3]. Уларҙың ҡоралдары булып суҡмарҙар, тупаҫ һөңгөләр һәм эшкәртелмәгән таштар торған. Әммә иртә ҡоралдар һынын ҡулланған тигән археологик раҫлаусы факттар табылмаған.

Археологик раҫлаусы факттар табылған беренсе ҡорал төрө һөңгөләр булған, уларҙың йәше 300 мең йылдан күберәк тәшкил итә[4][5][6][7], һәм тағы ла 2012 йылда немец ҡалаһы Шёнингента[8] табылған уҡ башаҡтары инә.

Боронғо донъя[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был осор өсөн бронза ҡорал ҡулланыу хас. Боронғо эллиндар һәм мысырлылар бронза ҡалҡан һәм ҡылыс эшләй башлайҙар. Һуңғараҡ ҡоралды тимерҙән эшләй башлайҙар. Дөйөм алғанда, боронғо донъяның ҡылыс, һуғыш балтаһы, һөңгө, йәйә менән уҡ, һиртмәк кеүек ҡоралдары яҡындан тороп һуғышыу өсөн тәғәйенләнгән булған. Был осорҙа баллиста (туп ырғытыу ҡоралы), катапульта (таш, бүрәнә кеүек нәмәне ҡәлғә эсенә ырғыта торған боронғо һуғыш ҡоралы), таран кеүек ҡамауҙа ҡалғанда һуғышыу ҡоралдары барлыҡҡа килә. Камиллаштырылған уҡ атыу ҡоралы арбалет барлыҡҡа килә.

Урта быуаттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Германия музейындағы викингтар ҡылысы

Башта урта быуат ҡоралы үҙенән алдағы ҡоралдан артыҡ ныҡ айырылып тормаған. Боронғо донъя дәүере аҙағында уҡ вуыр ҡоралланған классик урта быуат рыцарҙарының прообразына әүерелгән ауыр ҡораллы катафрактарийҙар барлыҡҡа килә һәм уларға ҡаршы көрәшергә һәләтле ҡорал кәрәк була. Шуға күрә урта быуаттарҙың аҙағы ут атыу ҡоралы барлыҡҡа килеү менән башлана. Был осорҙа яҡын арала алышҡанда ҡулланылған һалҡын ҡорал, алыҫҡа ырғытылыусы ҡорал, шулай уҡ утлы атыу һәм ҡамау ҡоралдары был осорҙа төп ҡоралдар иҫәпләнгән. Һалҡын ҡоралдарҙан ҡылыстар, хәнйәрҙәр һәм пиктар киң таралған була. (Урта быуаттарҙағы пиктар - Македон сариссаларының тура вариҫтары). Бынан тыш, төрлө ҡылыстар, шпагалар, рапиралар һ.б. барлыҡҡа килә. Алыҫҡа ырғытыусы ҡоралдан уҡ-һаҙаҡ һәм арбалеттар ҙа таралған. Әммә бына тәпәйҙәр ыҡсым атыу ҡоралы булараҡ ҡына, компактлы атыу алыҫлығынан мөһимерәк булған осраҡтарҙа, һуғышта ҡулланылыш таба. Ул осорҙа барлыҡҡа килгән атыу ҡоралдарына мушкеттар, аркебуздар, пищалдәр, шулай уҡ пушкалар һәм бомбардтар индерергә мөмкин.

Яңы ваҡыт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнбайыш фронтында Бөйөк Британия Виккерс пулемёты

Хәҙерге ваҡыт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кёртисс P-40 Америка истребителдәре

Класлаштырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Заманса ҡорал йыш ҡына техник яҡтан бик ҡатмарлы. Ҡоралды нигеҙҙә армия һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡуллана. Граждандар тарафынан ҡоралды һаҡлау һәм файҙаланыу хәҙерге илдәрҙә ҡануниәт тарафынан ҡәтғи контролдә тотола. Ҡоралға төрлө илдәрҙә айырым заттар тарафынан файҙаланыуға мөнәсәбәт төрлөсә. Һәр илдә тиерлек үҙ граждандарын ҡайһы бер ҡорал төрҙәренә эйә булыуҙан тыялар: ҡайһы бер дәүләттәр (мәҫәлән АҠШ) шәхси заттарға үҙ-үҙен һаҡлау өсөн атыу ҡоралы тоторға мөмкинлек бирә, башҡа дәүләттәрҙә иһә ҡорал һатып алыу өсөн махсус рөхсәт кәрәк[9]

Ҡоралды класлаштырыуҙың бер нисә ысулы бар: тәғәйенләнеше, уны файҙаланыусы заттар категорияһы, мобиллек/стационар буйынса, конструктив сауҙа буйынса, маҡсатҡа йоғонто яһау принцибы буйынса йә иһә дошман ҡоралының зарарлы йоғонтоһона ҡаршы тороу принцибы буйынса һәм башҡалар.

Техник сифаттары буйынса[10][11][үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Атыу йыраҡлығы: сәпкә төбәгәндә, туранан-тура атыу, иң ҙур тиҙлектә. Сөйә торған ҡоралдың йыраҡлығы метрҙарҙан тиҫтәләрсә (һирәгерәк йөҙҙәрсә) метрға тиклем, атыу ҡоралы йөҙ метрҙан алып тиҫтәләрсә километрға (пушка), ракета менән атыу бер нисә мең километрға тиклем етә. Иң әҙ йыраҡлыҡҡа һалҡын ҡорал һәм үҙ-үҙен һаҡлау өсөн аэрозоль баллондар ҡулланыла (тиҫтәләгән сантиметрҙан алып бер-ике метрға тиклем).
  2. Атыу тиҙлеге (минут эсендә атыу).
  3. Атыу ҡеүәте (сөйөү һәм атыу), һәләк итеү көсө. Ғәҙәттә джоуль менән үлсәнә.
  4. Атыу хәрәкәте мөхите (йәки ҡорал тулыһынса) — ер, һыу, һауа, вакуум.
  5. Ҡоралдың маневрлылығы, йөрөшөнөң тиҙлеге һәм йыраҡлығы (торпедалар, танкылар, самолеттар, ракеталар).
  6. Үтеп инеү һәләте (алыҫлыҡҡа бәйле атыла торған ҡаршылыҡ/броня ҡалынлығы).
  7. Атыу тасуирламаһы (монолит ҡорал/снаряд болванкаһы, фугас өлөшө, атом-төш боеголовкаһы, һәм маҡсаттарға ярашлы башҡалар). Зарарланыу радиусы һәм шартлау көсө атыу тибына бәйле, мәҫәлән, атом-төш боеголовкалы артиллерия снарядтары оло шартлау көсөнә эйә, ә химик һуғыш кәрәк-яраҡтарының шартлау көсө ҙур булмай, ләкин тере көскә ҙур зыян һала. Фугас ҡыйпылсыҡтары таралыу радиусы хәрби һуғыш тибы менән билдәләнә.
  8. Тауыш үҙенсәлектәре, атыуҙың визуаль һәм инфраҡыҙыл күҙгә күренеше, махсус приборҙар ярҙамында һауанан, космостан табыу мөмкинлеге (миналар), башҡа төр ҡоралдарҙан һаҡланыу һәләте (броня менән ҡапланған хәрби машиналар).
  9. Ҡорал һәм уның кәрәк-яраҡтарының масса-габариттары.
  10. Атыуҙың ни хаҡҡа төшөүе һәм ҡоралдың атыу һаны ресурсы.
  11. Ваҡытынан алда шартлау барлыҡҡа килтереү ихтималы булған тышҡы йоғонтоларға һиҙгерлеге һ.б.
  12. Конструкция тәртибендәге техник үҙенсәлектәре (материалдар, калибр һәм көбәк һырҙары — атыу ҡоралы өсөн, электрониканы, идара ителә торған ҡорал ҡулланыу, роботлаштырылған һ.б.).

Маҡсатына, ниндәй сәп күҙҙә тотолоуына һәм ҡуйылған бурысҡа ярашлы итеп хәрбиҙәр, енәйәтселәр, һунарсылар йәки полицейскийҙар үҙҙәренә иң тап килә торған ҡорал төрөн һайлайҙар[12].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://unstats.un.org/unsd/tradekb/Attachment439.aspx?AttachmentType=1
  2. Jill D. Pruetz1 and Paco Bertolani, Savanna Chimpanzees, Pan troglodytes verus, Hunt with Tools" 2007 йыл 28 февраль архивланған., Current Biology, March 6, 2007
  3. Rick Weiss, «Chimps Observed Making Their Own Weapons», The Washington Post, February 22, 2007
  4. Hartmut Thieme, Reinhard Maier (Hrsg.): Archäologische Ausgrabungen im Braunkohlentagebau Schöningen. Landkreis Helmstedt, Hannover 1995.
  5. Hartmut Thieme: Die ältesten Speere der Welt — Fundplätze der frühen Altsteinzeit im Tagebau Schöningen. In: Archäologisches Nachrichtenblatt 10, 2005, S. 409—417.
  6. Michael Baales, Olaf Jöris: Zur Altersstellung der Schöninger Speere. In: J. Burdukiewicz u. a. (Hrsg.): Erkenntnisjäger. Kultur und Umwelt des frühen Menschen. Veröffentlichungen des Landesamtes für Archäologie Sachsen-Anhalt 57, 2003 (Festschrift Dietrich Mania), S. 281—288.
  7. O. Jöris: Aus einer anderen Welt — Europa zur Zeit des Neandertalers. In: N. J. Conard u. a. (Hrsg.): Vom Neandertaler zum modernen Menschen. Ausstellungskatalog Blaubeuren 2005, S. 47-70.
  8. Старейшее в мире оружие нашли немецкие археологи. Дата обращения: 18 сентябрь 2012. Архивировано 15 октябрь 2012 года. 2012 йыл 19 октябрь архивланған.
  9. Федеральный закон РФ «Об оружии»
  10. Семен Федосеев. Сто и один образец индивидуального боевого оружия: пистолеты-пулеметы, автоматы, штурмовые винтовки. — Litres, 2017-12-05. — 347 с. — ISBN 978-5-04-093824-7.
  11. А. Ковалькова. Стрелковое оружие. Учебное пособие по языку специальности. — Litres, 2018-03-30. — 75 с. — ISBN 978-5-457-85364-5.
  12. Андрей Мерников, Борис Проказов. Большая энциклопедия оружия и боевой техники. — Litres, 2017-09-05. — 258 с. — ISBN 978-5-04-040964-8.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Оружие // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Кулинский, Александр Николаевич. Русское холодное оружие военных, морских и гражданских чинов 1800—1917 годов: определитель. ТОО" Магик-Пресс", 1994.
  • Окшотт, Эварт. Археология оружия. От бронзового века до эпохи Ренессанса. Litres, 2017.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]