Эстәлеккә күсергә

Украина башҡорттары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Украина башҡорттары — Украинала йәшәгән башҡорт халҡының диаспораһы.

IX быуатта башҡорт ҡәбиләләре бәшнәктәр союзы составында төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйына (хәҙерге Украина территорияһына) килеп ултырған[1].

Купселек башҡорттар Украинаға СССР-ҙа хеҙмәт миграцияһы осоронда күсеп ултыралар.

Башҡорттар Украинаның милли аҙсылығын тәшкил итә: 1989 йылда — 7,4 мең кеше[2], ә 2001 йылға торошло 4,2 мең кеше, йәғни Украина халҡының 0,008 %).

Башҡорттарҙың 40 % Башҡортостан Республикаһынан ситтә, шул иҫәптән Тарихи Башҡортостанда, йәшәй. Украина, Рәсәй һәм Ҡаҙағстандан ҡалышып, башҡорттар һаны буйынса өсөнсө ил. Украина һәм Башҡортостан араһындағы дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре ике илдә лә диаспораларҙың мәҙәни ихтияжын ҡәнәғәтләндерә (Башҡортостанда йәшәгән 75 мең украин өсөн РФ яҡшыраҡ шарттар булдырылған: милли мәктәптәр, «Кобзарь» украин милли-мәҙәни үҙәге һ. б. эшләй).

  • Украина башҡорттары ҡоролтайы (Киев, 1993 йылдан алып)[1].
  • Киев «Нур» татар-башҡорт үҙәге.
  • Башкортостан: Культура и искусство. — Уфа, 2000.  (рус.)
  • Рахматуллина З. Я. Башкирская традиция: Социально-философский анализ. — Уфа, 2003.  (рус.)