Башҡортостан архитектураһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Башҡортостан архитектураһы — төҙөлөш объекттары йыйылмаһы — Башҡортостан территорияһында кешенең йәшәү мөхитен матди тәьмин итеүсе бина һәм ҡоролмаларҙы булдырыу, төҙөү.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өфөнөң Беренсе йәмиғ мәсете, 1830 йылда төҙөлгән

Башҡортостан[1] архитектураһы тарихы таш быуатта ябай ҡыуыштарҙың һәм торлаҡтарҙың барлыҡҡа килеүе менән башлана. Тәүтормош кешеһе тәбиғи ышыҡ урын һәм ғибәҙәтхана сифатында Башҡортостан биләмәләрендәге карст мәмерйәләрен ҡулланған (Ямаҙы-Таш мәмерйәһе, Шүлгәнташ мәмерйәһе). Беренсе торлаҡтар ҡая тарлауыҡтарында (Урта-Түбә) йәки ҡаяларҙы бер аҙ уйып ҡырҡып, бүрәнәләр менән ҡаплап ҡорғандар (Суртанды торалары).

Неолит дәүерендә тура мөйөшлө оҙонса бер-береһе менән тоташҡан йорттар төҙөгәндәр. Бронза быуатында (абаш мәҙәниәте) ағас йәки балсыҡ менән һыланған стеналы йорттар өҫтөнлөк алған. Бындай йорттар һаҡ сифатында торалар сите буйлап урынлаштырылған (Түбәк). Бура мәҙәниәте өсөн бағана конструкциялы тура мөйөшлө бурап яһалған ер өйҙәр һәм ярым ер өйҙәр ғәҙәти булған (Юмаковские торалары). Стена яны ҡоролмалары булған ҡатмарлы ер өҫтө торлаҡтары андронов мәҙәни-тарихи бергәлегендә лә була.

Урал аръяғы боронғо архитектура ҡомартҡылары араһында Ҡалалар иле ҡуласаһына ингән Арҡайым, Бөрсөт, Һынташты һәм башҡа торалар айырым урын биләйҙәр.

Тимер быуат дәүерендә Ананьин, Пьяный Бор һәм Ҡара Абыҙ мәҙәниәтендә нығытылған һаҡ стеналы ҡаласыҡтар (торамалар) барлыҡҡа килә. Торалар урҙар, соҡорҙар, һайғауҙар, стеналар һәм башҡа төр ҡоролмалар менән нығытылған. Ҡәберлектәр ҡомартҡылары булып ҡәберлек ҡурғандары (Байыш ҡурғаны, Һынташты, Филипп ҡурғаны һәм башҡалар) һанала. Көньяҡ Урал халҡының (башҡорттарҙың, болғарҙарҙың, ҡыпсаҡтарҙың һәм башҡаларҙың) традицион торлағы тирмә була. Бындай торлаҡтарҙы ҡулланыу күсмә һәм ярым күсмә тормош алып барыу менән аңлатыла. Башҡорттар шулай уҡ ер өйҙәр, каркаслы, саман һәм бура йорттар ҙа төҙөгәндәр.

Таш архитектураның тәүге фориаларына менгирҙар[2] — таш бағанала инә, улар күсмә тормош алып барған туғандаш ҡәбилиләр өсөн йүнәлеш биреүсе беренсе монумент ролен уйнайҙар. Менгирҙар Стәрлебаш районының Табылды ауылы янында һаҡланып ҡалған.

Земство идаралығы бинаһы Стәрлетамаҡта

10-15 быуаттарҙа Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә аҡрынлап ултыраҡ тормошҡа һәм примитив игенселеккә күсеү бара. Иң арзан ҡул аҫты төҙөлөш материалдарынан ағас архитектураһын үҫтереү өсөн шарттар тыуа һәм ҡатмарлы типтағы торлаҡтар формалаша. Беренсе ауылдар дуға һәм нур схемаһы буйынса планлаштырыла. Ағас йорттар араһында иң таралғаны дүрт мөйөшлө өйҙәр, бер-береһе менән солан аша тоташҡан ике дүрт мөйөшлө өйҙәр (ҡара-ҡаршы өй) киң таралған була. 19-20 быуаттарҙа биш мөйөшлө өйҙәр барлыҡҡа килә. 30-сы быуаттың 20-се йылдарында БАССР-ҙа дүрт мөйөшлө төкөтмәле өйҙәр киң тарала. Был йорттарҙың эске өлөшө башҡорттарҙың социаль тормошондағы үҙгәрештәр процесына ярашлы үҙгәреүгә дусар ителәлр.

XIV быуатта мемориаль һәм ғибәҙәт ҡылыу әһәмиәтенә эйә булған тәүге таш ҡаралтылар — кәшәнәләр (Бәндәбикә кәшәнәһе, Хөсәйенбәк мавзолейы , Тура-хан мавзолейы, Кесене Мавзолейы һәм башҡалар).

XVI быуатҡа мәсеттәр һаны арта, уларҙы торлаҡ рәүешендә ағастан төҙөләләр. Тәүҙә мәсеттәрҙе подклет (хужалыҡ итеү өсөн тәғәйенләнгән таштан йәки ағастан төҙөлгән аҫҡы ҡат) өҙтөнә ҡорғандар. Унда һигеҙ ҡырлы йәки түңәрәк намаҙ уҡыу залы була. Бындай типтағы иң тәүге бина — Балтас районындағы Тушҡыр мәсете (XVI аҙағында — XVII быуат башында). Архитектураның артабанғы үҫеше Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуы менән бәйле.

XVII быуат башында Өфөлә кремль янында иң тәүге христиан сиркәүе — Смоленск сиркәүе ҡалҡа. Успенский һәм Христо-Раштыуа монастырҙары күтәрелә.

XVIII быуат ҡомартҡыларына тәүге рус барокко элементтарын үҙ эсенә алған Ҡазан Сиркәүе (1758, хәҙер Ҡазан-Богородица Сиркәүе), Туймазы районы Үрге Троицк ауылындағы Троицк сиркәүе (1758) һәм Өфө районы Березовка ауылындағы Христо-раштыуа сиркәүҙәре инә. XVIII быуатта сәнәғәт архитектураһы барлыҡҡа килә. Тәрлө юҫыҡтағы тәүге комплекстар — Воскресенский һәм Верхоторск заводтары рус барокко стилендә төҙөлә.

XIX быуат архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIX быуаттың беренсе яртыһында классицизм үҫеш ала, ултыраҡ урындарҙы планлаштырыуға күсәләр. Йорттарҙы күберәген таштан төҙөйҙәр. Өфөлә XIX быуаттың архитектура ҡомартҡыларына Каруанһарай, Дини семинария (1827, арх. Трофимов), Губернатор йорто инә.

Был периодтағы иң күренекле ғибәҙәт ҡоролмаларға: Покров (1817-23) һәм Спасс (1824−45) сиркәүҙәре, Өфөнөң Беренсе йәмиғ мәсете (1830), Воскресенск кафедраль собор (1841) Иоан Предтеча сиркәүе (1831-45), Бәләбәйҙә Михаил Архангель соборы (1828), Николо-Березовка ауылында Троицк сиркәүе (1808—1904) инәләр. Өфө ҡомартҡыларына классицизм стилендә төҙөлгән Сауҙа рәттәре (1820-36, арх. А. И. Мельников) ҡарай.

Өфөләге Дүртенсе (1906) һәм Бишенсе (1906-09) йәмиғ мәсеттәре - романтика, эклектика өлгөһөндәге, Азия стилендәге архитектура ҡоролмалары.

XX быуат архитектура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Салауат ҡалаһында бер типтағы йорттар

1920-се йылдарҙа төҙөлөш тарҡалыу кисерә. Конструктивизмға яҡын стилдә Коммуна йорто (1930-сы йылдар, арх. Г. Вагин) һәм ҮЭС (1929, икеһе лә Өфөлә Ленин урамында) күтәрелә. Өфө янында торлаҡ йорттар ҡаласығы менән бергә сәнәғәт районы — буласаҡ Черниковка ҡалаһы төҙөлә (1920-се йыл аҙағы — 1930-сы йыл башы, арх. М. Гинзбург, Өфө).

1930 йылда Башҡортостан архитектураһы конструктивизмдан неоклассикаға күсә. Постконструктивизмдан күсеш осоро төҙөлөштөң күп булыуы менән һүрәтләнә. Уларҙың декоратив-пластик асылы классик ордер элементтарын ябайлаштырыу һәм схематизациялау йүнәлешендә эшкәртеүгә ҡайтып ҡалған: ҡулланыусылар союзы (1936-1937, арх. Д. Коршунов), Почтамт (1935), БАССР-ҙың халыҡ комиссарҙары советы (1935-1937, арх. Н. Зарубин), Наркомлегиром (1936-1937, арх. Б. Кәлимуллин, г. Вагин), Башҡортостан медицина институты (1936-1937), "Башҡортостан" ҡунаҡханаһы (1937-1941, арх. В. Румянцева) һәм башҡа биналар.

1935 йылда Башҡортостан профессиональ архитекторҙар, төҙөүселәр һәм граждан инженерҙарының беренсе йәмәғәт берләшмәһе барлыҡҡа килә. Иң беренсе архитектура темаларын эҙләүгә башланғыс һалған, урындағы йолаларҙы күтәргән ҡоролмалар булып Социалистик мәҙәниәт һарайы бинаһы (1934 - 1937, арх. В. Кокорин, 1980-1985 й.й. реконструкциянан һуң Профсоюздар йорто, Киров урамы, 1; арх. Р. Кирайдт, Р. Авсахов) һанала.

Һуғыштан һуң Өфөлә неоклассика йүнәлешендә үҫешеүсе төҙөлөштә биналарҙы биҙәү өсөн милли декоратив-орнаменталь мотивтар ҡулланыуҙы дауам итәләр: Башҡорт дәүләт университетының төп корпусы (1950-1957, арх. Б. һәм С. Кәлимуллин), Достоевский урамындағы торлаҡ йорт (1955, арх. С. Кәлимуллин). Был осорҙағы иң әһәмиәтле төҙөлөштәр - Сәнәғәт йорто (1956, архар. А. Любарская, В. Любарский; хәҙер "Башнефть" бинаһы, С. Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы (1955, арх. Н. Шабаров), "Еңеү" кинотеатры (1949, арх. Яшвин М.) һәм "Родина" (1954, арх. шул уҡ).

1950 йылдарҙа башланған неоклассиканан алыҫлашыу, ике тиҫтә йыл самаһы архитектура сәнғәтенең тарҡалыуына килтерә, һөҙөмтәлә төҙөлөш масштаблы программа менән типовой проект буйынса алып барыла. Торлаҡ йорттарҙы ғына түгел, хатта йәмәғәт биналарын — кинотеатрҙар, мәҙәниәт һарайҙары, спорт һарайҙары, универмагтар шулай күтәрелә. Шул сәбәпле ҡалаларҙың индивидуаль йөҙө һәм төбәк үҙенсәлектәре, милли колориты юғала. Республикала ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында, тотҡондар хеҙмәтен ҡулланып, типовой проекттар буйынса Салауат ҡалаһы кеүек тотош ҡалалар үҫеп сыға.

]]

Өфөлә Уралсиб банкы бинаһы

1970 йылда типовой төҙөү принциптарын ҡайтанан баһалау процесы башлана, ҡалаларҙың генераль пландары ҡайтанан ҡарала һәм ҡала инфраструктураһын комплекслы ойоштороу, территорияларҙы төҙөкләндереү мәсьәләларе айырым һәм тулыраҡ хәл ителә. 1977 йылда асылған Өфө нефть институтының архитектура-төҙөлөш факультеты Республика өсөн кадрҙар әҙерләүгә тотона. Өфөләге 1970-1980 йылдарҙағы төҙөлөштәрҙең иң әһәмиәтлеләре араһында — Актерҙар йорто (1968-1969, арх. Пацков., А. Семенов), Сәнғәт училищеһы комплексы (1971-1973, арх. Л. Хихлуха, 2-се сиратта 1996, архар. С. Голдобин), Нефтселәр мәҙәниәт һарайы (1974-1981, арх. М. Мазин, О. Новиков һ. б.), БАССР-ҘЫҢ ДИК комплексы (1981-1985, арх. Мазин, О. Тадиашвили).

Архитектураның үҫеше 1980-се — 1990-сы йылдар башында проектлау типологияһының киңәйеүе, эре ҡалаларҙа төҙөлөш фондын ҡулланыуға бәйләнгән сараларҙың күләмдәре артыуы, шулай уҡ яңы архитектура объекттарының барлыҡҡа килеүе менән характерлана: офистар, коммерция банктары вәкиллеге һ. б.. Өфөлә Дәүләт опера һәм балет театры (1-се сиратта 1985-1986 , арх. Мазин, Пацк; 2-се сиратта 1992-1994 , арх. Мазин), Башҡорт дәүләт филармонияһы (1986-1987, арх. Мазин, Пацк), Мемориаль зона (хәҙер Башҡортостан халыҡтары этнографияһы музейы, 1987, архар. Мазин, Пацк), Союздар йорто (1980-1985, архар. Кирайдт, Авсахов) биналарын реконструкциялау үткәрелә.

Өфө ҡалаһында Өфө мәсет-мәҙрәсәһе "[[Ләлә-Тюльпан]]" — ислам мәҙәни-белем биреү үҙәге (архитекторы Вәкил Дәүләтшин)1998 йылда асылған.

Хәҙерге архитектура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Заманса архитектура тенденцияһы Өфө банк биналарында сағылыш таба — Һаҡлыҡ банкы, Уралсиб банкы, Башпромбанк, Милли банк, театрҙар, уҡыу йорттары, спорт комплекстары, тимер юлдар һәм автовокзалдар (Ѳфѳ).

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы ҡала һәм ауыл биләмәләренең генераль пландарын эшләү буйынса алдынғы ойошма булып «Башкиргражданпроект» һәм «Башагропромпроект» ЯАЙ-һы тора.

Торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә яңы тенденциялар түбәндәге объекттарҙа сағылалар: Өфөнөң Сипайлово, Инорс, Ҡариҙел микрорайондары, Дорофеев һәм Киров урамдары, Октябрь проспекты, Салауат, Сибай, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Бөрө ҡалалары торлаҡ комплекстары һәм Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай ауылындағы торлаҡ йорттар.

Белгестәр әҙерләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1971 йылда Өфө нефть институтыһәм Башҡорт архитектура-төҙөлөш колледжы[3] базаһында "Архитектура" кафедраһында Республика өсөн архитекторҙар әҙерләү ойошторола.

1986 йылдан ӨДНТУ-ның архитектура кафедраһы Халыҡ-ара архитектура мәктәптәре педагогтары ассоциацияһы ағзаһы булып тора, ә 1996 йылдан — Америка университетының архитектура мәктәптәре ассоциацияһы ағзаһы. Университетта 1978 йылдан йәш архитектор мәктәбе, "Башҡорт Йорто" төбәк проекты мәктәбе, балалар архитектура оҫтаханаһы эшләй.

Архитекторҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостанда күп кенә биналар һәм ғибәҙәтханалар типовой проект буйынса төҙөлә. Ҡалаларҙы проектлауҙа ҡатнашыусы беренсе архитекторҙар: 1723 йылда Өфө планын төҙөүсе инженер А. Ротиславский; Өфө генпланының беренсе авторы архитектор В. Гест; 1820 йылда ҡаланың административ үҙәге проектын тәҡдим итеүсе Симбирск губерна архитекторы И. Тоскани.

1822 йылда губерна архитекторы Щербаков Өфө урамдарын планлаштырыу менән шөғөлләнгән, архитектор Р. И. Карвовский — Өфөлә ҡышҡы театр авторы, Ф. Ф. Эссен — Өфө тимер юл вокзалы авторы, Друккер — Крәҫтиән Ер банкы, Скповский — Епархиаль ҡатын-ҡыҙҙар училище, П. П. Рудавский — Аксаков халыҡ йорто.

19 быуатта Өфөлә архитектура һәм төҙөлөш Юл һәм асыҡ биналар баш идаралығы (ГУПСи ПЗ) күҙәтеүе аҫтында була. 1857 йылдан Төҙөлөш Уставы эшләй башлай. Өфөлә төҙөлөш 1919 йылғы Устав һәм план менән көйләнгән. 1819 йылдан 1864 йылға ҡәҙәр Өфө төҙөлөшө менән Өфөнө планлаштырыу комитеты һәм Ырымбур ҡаҙна палатаһы янындағы юл төҙөү комиссияһы шөғөлләнә, ә аҙаҡ — губерна идаралығының төҙөлөш бүлеге. Ҡаланы төҙөкләндереү ҡала ҡарамағында була, эш алып барыу — Өфө йәмғиәте юл комитеты ҡарамағында.

1875 йылдан башлап земство идаралығы ҡарамағына күперҙәр төҙөү, йәмәғәт биналарының, дауахана һәм казармаларҙың торошон ҡарау тапшырыла.

XIX—XX быуат башында — губерна архитекторҙары һәм Өфөнөң баш архитекторы вазифаһында Свенцицкий, Ланевский, Ерохин, Сахалтуев, Гуськов, Плудермахер булған.

Ҡатмарлы проекттар эшләү өсөн Санкт-Петербургтан белгестәр саҡырыла. 1870-се йылдарҙа Өфө йылғаһы тамағы янында Ағиҙел йылғаһының ярҙарын нығытыу проекты төҙөү өсөн профессорҙар Боголюбский һәм Березин саҡыртыла. Улар тарафынан Ағиҙел йылғаһы аша тимер юл күпере проекты төҙөлә. БАССР-ҙа Өфөнөң генпланы менән профессор М. Я. Гинзбург етәкселегендә Мәскәү төркөмө (М. Барщ, Г. Вегман, В. Владимиров, С. Лисагор) шөғөлләнә. Өфөнөң артабанғы генпланын Ленгипрогор институты эшләй: Д. Шибаев бригадаһы (1939 й.).

Әлеге ваҡытта Республика архитекторҙары ойошмаға берләшкәндәр — Архитекторҙар союзы Башҡорт АССР-ында 1938 йылдың 23 ғинуарында теркәлгән. Территориаль бүлексә сифатында ул Совет архитекторҙар союзына инә. Стәрлетамаҡ ҡалаһының баш архитекторы К. Гусев (1933), Н. Ю. Лермонтов (1934), ул саҡта Башҡортостанда берҙән-бер «Башпрогор» проектлау ойошмаһы баш архитекторы Н. В. Чаплиц (1935), революцияға тиклем Өфө һәм Турғай губерналарының мәктәптәр һәм дауаханалар төҙөүгә яуаплы И. Бай (1935) Башҡортостан ойошмаһы архитекторҙар союзының беренсе рәйестәре булғандар.

Һуғышҡа ҡәҙәр БАССР-ҙа Башҡортостан ҡалаларының яңы генераль пландарын төҙөү һәм булғандарына үҙгәрештәр индереү буйынса ҙур эш үткәрелә — Өфө (1934—1937 йылдарҙа, архитектор Шибаев етәкселегендәге бригада, «Гипрогор» институтының Мәскәү бүлексәһе), Ишембай (1938—1939 йылдарҙа архитекторҙар А. И. Филонов, Г. Б. Кәлимуллин, И. П. Тришин , П. П. Дохтуров һәм башҡалар), Стәрлетамаҡ (1939 йыл, арх. С. Ғ. Кәлимуллин, Г. Б. Кәлимуллин һ. б.), Белорет (1945 йылда, архар. С. Ғ. Кәлимуллин, Б. Ғ. Кәлимуллин һ. б.), Бөрө (арх. А. И. Филонов), Баймаҡ, Күмертау, Сибай.

Һуғыш ваҡытында бик күп архитекторҙар фронтҡа китә йәки тылда илдең сәнәғәт предприятиеларын күсереп улынлаштырыу менән бәйле эштәрҙә ҡатнашалар. Башҡортостанда эвакуацияланған белгестәр араһында эре сәнәғәт архитектураһы буйынса белгес профессор С. И. Николаев, Өфөлә витамин заводы урынлаштырыуҙы етәкләүсе билдәле архитектор профессор Я. Корнфельд , Украинан — Одесса ҡалаһының АС рәйесе, Одесса сәнғәт музейы директоры профессор В. Заболотный (УССР юғары советы бинаһы авторы) булалар. Өфөлә эвакуацияланған предприятиеларҙы урынлаштырыуҙа Ленинград архитекторы Д. И. Сметанников ҙур өлөш индергән (1941 йылдың февраленән 1946 йылға тиклем Өфөнөң баш архитекторы).

Һуғыштан һуң Республиканың баш ҡалаһы Өфөнө күркәм урамдар һәм майҙандар яһап, мөһабәт торлаҡ йорттар һәм йәмәғәт биналары биҙәргә тейеш була. Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы (1965 йыл, арх. Н. И. Шибаров) һәм Беренсе май урамында комплекслы йорттар — данлыҡлы «восьмиэтажка» (1950 йылда, арх. М. Лысогорский, В. А. Голосов) ошо йүнәлештә төҙөлгәндәр.

Үҙәктә проекттарҙы тормошҡа ашырыу һуңлай һәм С. Хрущев башлаған биҙәүгә ҡаршы компанияға тура килә. Архитектура деталдәре әҙер һәм төҙөлөш майҙанына килтерелгән осраҡта ғына уларҙы урынлаштырыу рөхсәт ителгән. Бөтә проекттар ябайлаштырыу һәм декорҙы схематизациялау йүнәлешендә ҡайтанан эшләнеләләр. Ҡала төҙөлөшө ҙур юғалтыуҙар кисерә — ҡаланың төп ҡыҙыл урамдары вәкиллелек сифатын, күләмлелеген һәм силуэт кәрен юғалтып, арт яҡ урамдарға әүерелә (Ленин урамындағы торлаҡ йорттар, В. Нудельман, 1956 йыл һәм Революция урамы, 1957 йыл, И. Ф. Минкин).

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Республика шифаханаларын үҙгәртеп ҡороу һәм тергеҙеү буйынса эштәр әүҙемләштерелә, уларҙың күпселеге госпиталдәр сифатында ҡулланыла. 1946 −1960- сы йылдарҙа «Йоматау», «Аксаков», «Янғантау», «Красноусольск» һ. б. санаторийҙары пландары эшләнелә.

1970 йылдар башында типовой төҙөлөштө баһалау процесы башлана, ҡайтанан эшкәртелгән күп типовой проекттар, һығылмалы һәм уңайлы сериялы, яңы типтағы биҙәүҙәр барлыҡҡа килә. Өфө дәүләт циркы (арх. Г. Наприенко), «Рәсәй» ҡунаҡханаһы (хәҙер «Азимут»)(арх. Ю. А. Пацков, Э. В. Павлова), спорт һарайы, «Өфө» универмагы, «Искра» кинотеатры һалына.

Үҙгәртеп ҡороуҙан һуңғы, хәҙерге Башҡортостостан архитектураһы бизнес-үҙәктәрҙең, айырым ҡала йорттарының, элиталы торлаҡ комплекстарының барлыҡҡа килеүе менән характерлана. Быға Башҡортостан архитекторҙар союзы янындағы «Өфөархпроект» ижади төркөм булышлыҡ итә (1988, А. В. Клемент). Ул тиҙ арала Республиканың өҫтөнлөклө проект берләшмәһенә әүерелә. Бөгөнгө көндә, мәртәбәле архитектура көстәрен үҙендә туплап, «Архпроект» берекмәһе эре торлаҡ йорттар һәм йәмәғәт биналар, комплекстар төҙөүҙе алып бара.

Республикала архитектура үҫешенә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың маҡтаулы исемдәре менән билдәләнгән архитекторҙар һәм төҙөүселәр ҙур өлөш индерәләр:

  • Рәсәйҙең атҡаҙанған архитекторҙары — Ф. И. Рехмуков, Р. И. Кирайдт (Авиация техникумы бинаһы, торлаҡ йорттар (Өфөнөң төньяҡ микрорайонында «түңәрәк» өй, 1981; Телеүҙәк янында 12 ҡатлы йорт, 1982; Яңауыл микрорайонында терраса тибындағы йорттар, 1991, «Ассы» санаторийында дауалау-һауыҡтырыу корпусы); А. Ф. Козлов, (Сәнәғәт йорто (1956, Өфө, хәҙер «Башнефть» АНК), С. М. Киров исемендәге нефтселәр һарайы (1961) һәм Ишимбайҙа Балалар туберкулез санаторийы (1973), Ишимбай, Нефтекама, Октябрьск ҡалаларының, Дүртөйлө, Йылайыр, Малояҙ, Мораҡ ауылдарының, Приют, Серафимовоск ҡаласыҡтарының һ.б. генпландары); Кәлимуллин Б. Г. , И. И. Мироненко (1966—1968 йылдарҙа БАССР архитекторҙар союзы идаралығы рәйесе), И. Н. Сабитов (Өфөнөң Совет районы административ бинаһы, 20-нән артыҡ мәсет).
  • Башҡортостан Республикаһы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары — А. В. Клемент, Л. В. Хихлуха, С. А. Голдобин, С. Б. Голдобина («Көньяҡ» банкы бинаһы проекты (1990), «Башкирэнерго» ААЙ административ бинаһы (1999—2001); Үрге сауҙа майҙанын һәм Өфө Ҡунаҡ һарайын реконструкциялау (1995—2000)), А. В. Давыденко, В. В. Дәүләтшин («Ләлә-Тюльпан» мәсете).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүселәре — М. П. Мазин (Башкҡорт дәүләт филармонияһы, нефтселәт һарайы, БАССР КГБ комплексы, Республика йәмәғәт-сәйәси үҙәк), Ю. А. Пацков («Рәсәй» ҡунаҡханаһы (1967), Актёрҙар йорто (1970), Башҡорт филармонияһын реконструкциялау (1987)), И. Ф. Минкин, А. С. Дмитриенко, Н. М. Мөхәмәҙиев, О. В. Новиков, Ф. Б. Кәлимуллин, П. С. Колосов, Р. Х. Әхмәҙиев.
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторҙары — Р. Р. Авсахов, Г. П. Ғәрипов, Л. Ш. Дубинский, С. А. Голдобин, В. Ф. Сафарова, М. Н. Сәхәүтдинова, О. С. Тадиашвили, М. Р. Батырова, П. П. Петров, Д. Ф. Ахмәтшин, З. З. Баһаутдинов, Д. А. Винкельман, Р. Г. Садрисламов, А. М. Сәрүәров, О. А. Томилов, В. С. Фирсов, С. А. Харичков, Р. Т. Хәйруллин, У. Г. Ураскин, Р. М. Маскулов, А. А. Андрианов, К. А. Донгузов, Т. В. Мелякова, Д. Д. Хәлитов, Р. И. Хәлиуллин.

2000-се йылдарҙа Башҡортостанда архитектураның заманса үҫеш тенденцияларын яңы мәҙәниәт объекттарында сағыла:

  • Хәрби дан музейы (2000 йыл, арх. Д. А. Винкельман), Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры (2002 йыл, арх. К. А. Донгузов, Д. Ю. Мирсаяпов),
  • «Өфө уттары» күңел асыу комплексы (2003 йыл, арх. Р. Х. Әхмәҙиев, С. Э. Миһранова, А. У. Байрамғәлина),
  • яңы административ, сауҙа һәм мәҙәниәт йорттары — РФ пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе (2005 йыл, О. А. Томилов, В,П, Скулимовский),
  • Богородица раштыуаһы кафедраль собор храмы (2004 йылда, К. А. Донгузов, Фаворская А. Ермак, А. Д. Павлов),
  • «Мир» сауҙа һәм күңел асыу үҙәге, 2004 йыл, о. а. Байдин),
  • «Ирәмәл» сауҙа үҙәге, (2005 йыл, архар. Маскул р. м.),
  • «Европа»[4] сауҙа үҙәге (2007, арх. Д. А. Винкельман).

Өфөлә һуңғы ваҡытта иң мөһим төҙөлөш объекттары:

«Башпромбанк» (1996, арх. Л. Ш. Дубинский), Милли банк (1995, А. С. Рәсүлев), «Социнвестбанок» (1997, арх. М. О. Еси, В. Н. Соловьев), «Ләлә-Тюльпан» (1998, В. В. Дәүләтшин, Кирайдт), «Нур» театры (2000, арх. П. м. Андреев, Г .Г. Богатырев), Республика хәрби дан музейы (2000, арх. Д. А. Винкельман), Милли йәштәр театры (2002, арх. К. А. Донгузов, Д. Ю. Мирсаяпов).

Башҡорт академия драма театры (1999, арх. Воскресенская Л. В.), Каруанһарай (1999, арх. Голдобин, С. В. Голдобин, А. В Давыденко), Богородица раштыуаһы сиркәүе (2004, арх. Донгузов, Д. А. Павлов, Е. А. Фаворская) реконструкциялана.

С. Т. Аксаковтың йорт-музейы (ҡара Аксаков музейы), Бәләбәй районы Надеждино ауылында Аксаковтарҙың ырыу имениеһын тергеҙеү маҡсатында Дмитрий Солунский сиркәүе (1991, арх. З. М. Хәтмуллин) реставрациялана.

М. В. Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейының яңы корпусы төҙөлә.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башкирская энциклопедия, т. 1 Уфа, 2005.
  • История Уфы: крат. очерк. Уфа, 1981.
  • Калимуллин Б. Г. Салават. Планировка и застройка города, ред. Н. А. Пекарева ; Акад. строительства и архитектуры. СССР М. Госстройиздат, 1962. 60 с.
  • Обыдённов М. Ф. Древняя архитектура Урала. Уфа, 1995.
  • Обыдённов М. Ф., Корепанов К. И. Искусство Урала и Прикамья: эпоха камня и бронзы. Уфа, 1997.
  • Города России. Энциклопедия — М.: Большая Российская Энциклопедия. И. Кондратьева. 1994.
  • Ҡалып:Книга:Город Салават
  • Ежемесячный журнал «Архитектура, Строительство, Дизайн в Республике Башкортостан»[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]