Башҡортостан музейҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡортостан музейҙары — Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан федераль, төбәк, муниципаль әһәмиәтендәге музейҙар йыйылмаһы.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Өфө ҡалаһы

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанда музей эше 1864 йылда беренсе Өфө губерна музейы[1] асылыуынан алып эре музей селтәренең булдырыуына тиклем үҫешә. 1919 йылда Өфө художество Октябрь революцияһы пролетар музейы асыла (хәҙерге М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейы), ә Стәрлетамаҡта — ҡала тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы.

1940 йылда Өфө районында Ҡыҙыл Яр ауылында 25-се Чапаев дивизияһының музейы, ә Бәләбәй районының Ыҫлаҡбаш ауылында — сыуаш яҙыусыһы Т. В. Ивановтың мемориаль музей-йорто асыла. В. И. Лениндың Йорт-музейы 1941 йылда, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы — 1948 йылда асыла.

ХХ быуаттың 70-се йылдар аҙағына тиклем Башҡорт АССР-да 5 дәүләт музейы, яҡынса 400 йәмғиәт һәм мәктәп музейҙары була. Дәүләт музейҙары БАССР-ҙың Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында була.

80-се йылдар Башҡорт АССР-да «музей бумы» йылдары була:1978 йылда С. Т. Аксаков музейы ойошторола, 1979 йылда 3 йәмғиәт музейы төҙөлә — Бәләбәй тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Баймаҡ тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм Бишбүләк районы Дүсән ауылында К. Ә. Хәкимов музейы, 1980 йылда — Октябрьский һәм Учалы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары. 1981 йылда — М. Акмулла музейы ойошторола.

Башҡорт АССР-ның Министрҙар Советының 1984 йылдың 11 ноябрендәге 275-се һанлы ҡарарына ярашлы Республика тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм Стәрлетамаҡ ҡала тыуған яҡты өйрәнеү музейы базаларында Башҡорт дәүләт берләшкән музей ойошторола. Был музейға Өфөләге баш музей һәм уның республика буйынса 11 филиалы инә..

1989 йылда музейҙар һаны 18-гә барып етә, шул иҫәптән Дүртөйлө, Туймазы, Илеш, Мәләүез тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары, Салауат районы Малаяҙ ауылындағы Салауат Юлаев музейы, Миәкә районы Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылындағы Советтар Союзы Геройы М. Х. Ғөбәйҙуллин музейы, 1993 йылда — 36, шул иҫәптән Башҡортостан халыҡтарының этнография музейы һәм интернациональ дуҫлыҡ музейы, 1999 йылда — 57. 1994 йылда Әхмәтзәки Вәлиди музейы асыла. Дүртөйлө, Туймазы, Илеш, Бишбүләк, Сибай, Хәйбулла тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарында яңы экспозициялар асыла.

Хәрби Дан музейы

1997 йылда Башҡортостан Республикаһының Әҙәби музейы (Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәби музейы) ойошторола. 1999 йылда Республика Хәрби дан музейы, 2002 йылда Музей асылды 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы музейы асыла. 2002 йылда Башҡортостан Республикаһының парламенты тарихы музейы барлыҡҡа килә.

Йәмәғәтселек инициативаһы менән Күгәрсен районында — З. Биишеваның, Ауырғазы районында — Ғ. Ибраһимовтың, Бишбүләк районында — Фәтих Кәримдең, Булат Имашевтың әҙәби музейҙары, Балтас районында — Ғ. Ғалиевтың (Батырша), Ҡалтасы, Күмертау, Стәрлебаш, Ғәфури, Иглин тарих-тыуған яҡты өйрәнеү муҙейҙары һ.б. асыла.

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда 1076 музей эшләп килә, шул иҫәптән: 24 дәүләт, 103 муниципаль, 210 ведомство, 4 шәхси һәм 724 дөйөм белем биреү учреждениелары музейҙары.

Мәҙәниәт министрлығы 2013 йылдың 1 ғинуарына 94 музей менән идара итә, шул иҫәптән: 25 дәүләт һәм 69 муниципаль музейҙары[2]. Был музейҙарҙа яҡынса 650 мең тарихи һәм мәҙәни ҡиммәткә эйә булған әйберҙәр тупланған.

Музей эше буйынса белгестәрҙе М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында дөйөм тарих кафедраһы әҙерләй. Башҡортостандың Милли музейы республикала музей ғилеме буйынса фәнни-методик үҙәге булып тора.

Музейҙар характеристикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыуған яҡты өйрәнеү музейы Салауат ҡалаһында
Стәрлетамаҡ тыуған яҡты өйрәнеү музейы

Буйһонғанлыҡ буйынса Башҡортостан Республикаһы музейҙары федераль, төбәк, муниципаль әһәмиәтендәге музейҙарға бүленәләр.

Экспозициялар буйынса — художестволы, әҙәби (М. Цветаева музейы), тарих-тыуған яҡты өйрәнеү (Ишембай,Салауат ҡалаларында), сәйәси, мемориаль, профессиональ (Ишембай халыҡ мәғарифы музейы, Мәғариф үҫеше тарихы музейы, имбайский музейы, халыҡ мәғәрифе музейы, судносылыҡ тарихы музейы, Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы музейы, наркополиция музейы).

Башҡортостан музей комплекстарына мәҙәни-тарихи ҡомартҡылары инә —республиканың Шишмә районындағы Хөсәйенбәк кәшәнәһе һәм Турахан кәшәнәһе[3].

Шулай уҡ Башҡортостанда шәхси, мәктәп, юғары уҡыу һәм башҡа белем биреү йорттары, корпорациялар музейҙары бар. Мәҫәлән, «Газпром нефтехим Салауат» ААЙ-нең музейы Салауат ҡалаһындағы «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайында урынлашҡан.

Республика музейҙарының күпселек өлөшө Өфөлә урынлашҡан (М. В. Нестеров исемендәге музей, милли музей, хәрби дан музейы,археология һәм этнография музейы, геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейы, урман музейы, С. Т. Аксаковтың, М. Ғәфуриҙың, А. Э. Тюлькиндың, Ш. Хоҙайбирҙиндың мемориаль йорт-музейҙары).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Акбулатов И. М. Новый статус обязывает // Соотечественник. 1997. № 7. с.42.
  • Акманов И. А. Памятные места Уфы. Уфа. Китап, 2000.
  • Атлас туристических ресурсов Республики Башкортостан. Уфа, 2007. 276 с.
  • Бикмеев М. А. Школьные музеи Башкортостана, их задача, роль и значение в совершенствовании образовательной системы республики. Учебно-методическое пособие. Уфа: БИРО, 2006.
  • Богуславский С. Р. Школьный литературный музей-клуб. М., 1989.
  • Башкортостан: краткая энциклопедия. Уфа, 1996.
  • Валиуллин Г. Ф. Музейная педагогика историко-краеведческого музея (теория и практика). Уфа, 2005.
  • Валиуллин Г. Ф. Музейно-педагогическая технология историко-краеведческого музея. Уфа, 2008.
  • Валиуллин Г. Ф., Макарова В. Н., Рамазанова Л. А. Национальный музей Республики Башкортостан. Путеводитель. Уфа: Информреклама, 2008.
  • Чванов М. А. Корни и крона. Уфа, 1991 с.201-209.
  • Чижик Э. Л., Ахмеров Р. Б. Башкирский республиканский краеведческий музей. Уфа, 1968 с.4-9

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]