Эстәлеккә күсергә

А. Э. Тюлькиндың мемориаль йорт-музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
А. Э. Тюлькиндың мемориаль йорт-музейы
{{{подпись}}}
Асылған ваҡыты 1994 йыл
Урынлашыуы Өфө, Тулҡынлы урамы, 21-се һанлы йорт
Директор Набиуллин Финат Йәдгәр улы
Логотип Викисклада А. Э. Тюлькиндың мемориаль йорт-музейы Викимилектә

А. Э. Тюлькиндың мемориаль йорт-музейы — Өфө ҡалаһында, рәссам Александр Эрастович Тюлькин йәшәгән йортта, урынлашҡан. Музей — Өфөләге М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы филиалы.

Тарихы һәм тасуирлауы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. Э. Тюлькин был йортто 1922 йылда һатып алған. Өй Өфөлә Ағиҙелдең текә ярында урынлашҡан[1].

1989 йылдың 10 ғинуарында А. Э. Тюлькиндың тол ҡалған ҡатыны А. Н. Михайлова мемориаль әйберҙәре һәм әҫәрҙәре менән бергә йортто бүләк итеү айҡанлы, музейға нигеҙ һалына. Бындай ҡарарға А. Н. Михайлова Өфөлә А. Э. Тюлькиндың тыуған көнөнән 100-йыллығын билдәләп үткәрелгән байрам сараларынан һуң килә. Ошо көндәрҙә М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында А. Э. Тюлькиндың әҫәрҙәре күргәҙмәһе лә ойошторола. А. Н. Михайлова рәсми рәүештә мөлкәтте бүләк итеү ҡағыҙын БАССР-ҙың Министрҙар кабинеты исеменә яҙа. А. Э. Тюлькин йорт-музейы 1994 йылдың 18 майында М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы филиалы булараҡ асыла.

А. Э. Тюлькин был йортта 1922 йылдан алып ғүмеренең аҙағынаса йәшәгән һәм эшләгән. Йорт Өфө ҡалаһының үҙенә бер төрлө сәнғәт тормошо үҙәге булған: бында рәссамдар, шағирҙар, музыканттар, актерҙар, педагогтар йыйылған, сәнғәт тураһында һүҙ барған, шиғырҙар уҡылған, музыка яңғыраған. А. Э. Тюлькин үҙенең өйөн «бәләкәй генә, тик үҙемдеке генә булған киңлектең өлөшө» тип һанаған[2]. Бында ул бөтә әҫәрҙәрен тиерлек ижад иткән, улар хәҙер — М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Дәүләт Третьяков галереяһында һәм Шәреҡ халыҡтары Дәүләт сәнғәт музейында (Мәскәү), Рус Дәүләт музейында (Санкт-Петербург), М. А. Врубель исемендәге Омск дәүләт һынлы сәнғәт музейында, Татарстан Республикаһының дәүләт һынлы сәнғәт музейында (Ҡаҙан) һәм Рәсәйҙең башҡа музейҙарында һаҡлана.

Бынан тыш, Тюлькиндарҙың Благоев урамында квартиралары ла булған.

А. Э. Тюлькин йорт-музейында

Йорт-музейҙың экспозицияһында — А. Э. Тюлькиндың рәсемдәре, мемориаль әһәмиәтендәге нәмәләр (йорт йыһаздары, рояль, һынлы сәнғәт әҫәрҙәре, фотоматериалдар, А. Э. Тюлькиндың шәхси әйберҙәре). Даими экспозиянан тыш Башҡортостан Республикаһының рәссамдары әҫәрҙәре, балалар һәм үҫмерҙәр сәнғәт ижады күргәҙмәләре, экскурсиялар, музыкаль һәм шиғырҙар кисәләре, рәссамдар менән ижадт осрашыуҙар үткәрелә.

Йортто уратып баҡса ултыртылған, бында Тюлькин үҙе ултыртҡан алмағастар, сирень үҫә, йәш ҡыҙҙың скульптураһы тора һәм бынан ҡалаға һәм Ағиҙел йылғаһына иҫ киткес күренеш асыла.

А. Э. Тюлькиндың Йорт-музейының беренсе директоры — Пахомов Николай Александрович. 2002 йылда уның ҡыҫҡа ваҡытҡа йырсы Геннадий Васильевич Валяев алыштырып торҙо. Хәҙерге ваҡытта музей директоры — Финат Йәдгәр улы Нәбиуллин[3].

Бина 20-се быуат башы архитектураһы һәм тарихи ҡомартҡыһы булып һанала.

  • Өфөлә Хөкүмәт Йортон төҙөгән саҡта был өйҙө, М. Нестеровтың өйө кеүек, һүтергә йыйыналар. Өфө ҡалаһының йәмғиәте һәм рәссамдары өйҙө һүтеүгә ҡаршы сыға.
  • Музейҙың дөйөм майҙаны — 112 кв. м, экспозицион майҙаны — 68 кв. м, фонд — 6 кв. м. Музей фондтарында 103 һаҡлау берәмәге.
  • А. Э. Тюлькин исемендәге йорт-мәзейҙа 1915 йылдан алып «Рәсем төшөрөү көндәре» проекты үткәрелә, уларҙың һөҙөмтәһе булып традицион күргәҙмә ойошторола. Рәсем төшөрөү көндәре — кесе йома сәғәт көндөҙгө сәғәт 3-тә[4]

М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы хәбәрҙәре: юбил. изд. Өфө, 2001;

А. Э. Тюлькиндың мемориаль йорт-музейы: альбом /авт.- төҙөүсе С. В. Игнатенко. Өфө, 2008.