Башҡортостанда дин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Башҡортостан Республикаһының үҙенсәлеге күп милләтле булыуында. Был күп конфессиялыҡты билдәләй. Шул уҡ ваҡытта, Рәсәй Конституцияһына ярашлы, бер дин дә дәүләт йәки мәжбүри урынлаштырыла алмай.

Тәңрелек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Борон башҡорттар мәжүси-күсмә булған һәм төрки халыҡтарының боронғо тәңрелек динен тотҡан[1]. Тәңре культының эҙҙәре башҡорт халыҡ фольклорында һәм этнографияла күренә (мәҡәлдәр, йолалар, ритуалдар).

Тәңрелектең дин булараҡ үҙенсәлеге Ғаләмде өс зонаға бүлеп ҡарау: күк, ер һәм ер аҫты. Һәр зона күренгән һәм күренмәгән өлөштән тора, тип һаналған. Күк йөҙөнөң күҙгә күренмәгән өлөшө өс, туғыҙ һәм унан да күберәк горизонталь ҡаттарҙан тора һәм һәр ҡаттың үҙ аллаһы бар. Юғары ҡатта Күктең Оло Рухы — Тәңре. Ғаләм менән Тәңре-хан — юғары алла, шулай уҡ — Йер-суб, Һомай, Ерлик, Ер, Һыу, Ут, Ҡояш, Ай, Йондоҙҙар, Һауа, Болот, Ел, Ҡойон, Күкрәү һәм Йәшен һ. б.

Башҡортостан ерендә Тәңрегә ышаныу нығынған мәлдә башҡорттарға Ислам килә. Әммә халыҡ аңындағы тәңрелек үҙенсәлекле тарихи феномен ҡалдыра.

Ислам[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уралдағы тәүге мосолман археологик ҡомартҡы тип Ишембай районы биләмәһендәге Левашов ҡәберлеге һанала. Ҡаҙыу эштәре мәлендә Ғәрәп хәлифәлегенең 706, 712, 892 йылдарға ҡараған өс көмөш дирһәме һәм алтын динары, шулай уҡ ҡулдарын тәне буйлап һуҙып, башы менән көнбайышҡа ҡарай һалынған һөлдә табылған. Был мосолманса ерләнгән шул осорҙағы ҡәбер тип һанарға мөмкинлек бирә[2].

Башҡорттарҙың мосолман диненә килеүенә тәүге этапта Йәсәүи һәм Нәҡшбәндиә тәриҡәте суфыйҙары ҙур роль уйнай. Улар Үҙәк Азия ҡалаларынан, бигерәк тә Бохаранан Көньяҡ Уралға килеп, дин тарата. Был үҙ сиратында башҡорттар араһында «локаль ислам»-дың үҙҙәренә генә хас формаһын булдыра, йәғни исламдың сөннитселек менән суфыйсылыҡ күҙаллауы элементтары ҡушылыуы.

Ислам диненең таралыуына шулай уҡ 922 йылда Волга буйы Болғарының исламды дәүләт дине булараҡ ҡабул итеүе лә сәбәпсе булған.

Башҡорттар Мулдакай ауылы янында өйлә намаҙын уҡый. 1890-сы йй. Максим Дмитриев фотоһы.

Венгрҙарҙың минориттар ордены вәкиле Иоганка инглиз Вильгельм менән Башҡортостанда 6 йыл йәшәй. Уның 1320 йылда орден генералына яҙған хатында: «Баскардия хакимын тотош ғаиләһе менән сарацин яңылышлығы ағыулаған» тип билдәләй[3].

Үзбәк хан осоронда (1312—1342 йй.) ислам Алтын урҙа ханлығының рәсми дин тип танылған. Ул идара иткән мәлдә башҡорттарға Бохарала белем алған миссионерҙар ебәрелә. Башҡортостандың Ағиҙел, Өршәк, Дим, Сәрмәсән, Ыҡ йылғалары буйында 20-нән ашыу мосолман миссионерҙары ҡәберҙәре урынлашҡан.

Рус дәүләтенә ҡушылғандан алып (XVI быуаттың икенсе яртыһы) рәсәй дәүләте башҡорт йәмғиәтендә дин процесын контролдә тоторға тырыша. Был ваҡытҡа инде башҡорттар мосолманлығына ныҡлы инана.

Башҡорттар араһында ислам үҙенсәлекле булыуы менән айырылып тора: халыҡ инаныуҙары һәм йолалары ислам традициялары менән бергә ҡушылып, уларҙың ижтимағи аңында һаҡлана. Бындай хәл башҡорттарҙың ислам дине килгәненә тиклем үк халыҡ булып формалашыуына бәйле. Ул саҡтарҙа рухи мәҙәниәттә мифологик фекерләү өҫтөнлөк итә.

Башҡорттарҙан айырмалы, татарҙар халыҡ булып күпкә һуңыраҡ, Ҡаҙан ханлығы осоронда (1437—1552) төрки һәм фин телле этник төркөмдәр ҡушылыуы һөҙөмтәһендә формалаша. Ислам, Ҡаҙан ханлығының дәүләт дине булараҡ, татарҙарҙы берләштереүсе фактор була. Ул татар мәҙәниәтенең нигеҙе ролен үтәй.

Тарихсы В. Н. Витевский билдәләүенсә, Башҡортостандың төп ғибәҙәтханаһы — Хажи мәсете, унда «башҡорттар һәр бола мәлендә кәңәш тотор булған». Был мәсетте 1736 йылдың яҙында И. К. Кириловтың каратель отряды башҡорт ихтилалдарын баҫыу мәлендә яндыра[4].

Тарихи яҡтан Өфө рәсәй мосолмандарының үҙәге булып китә. Уларҙың эшмәкәрлеге менән үҙәкләштереп идара итеү өсөн Өфөлә 1782 йылда мөфтиөт булдырыла, 1788 йылда уның янында Ырымбур-Өфө мосолман диниә назараты эшләй башлай. Ырымбур мосолман диниә йыйылышы 1787—1797 йылдарҙа Өфө идаралығы советнигы булған Дмитрий Борисович Мертвай һәм Сергей Аксаков башланғысы менән тап Өфөлә асыла. Йыйылыш башлығы (мөфтөй) һәм уның ағзалары хөкүмәт тарафынан тәғәйенләнә һәм дәүләт хеҙмәткәре иҫәпләнә. Ислам шулай дәүләткә бәйләнелә.

Европа һәм Азия сигендә урынлашҡан Өфө Көнбайыш Себер, Урал, Волга буйы, Кавказ мосолман ойошмаларын берләштереүсе үҙәк функцияһын уңышлы үтәй.

Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назаратының Өфөләге беренсе йәмиғ мәсете.

Дини йыйылыш мәсеттәр төҙөү, муллаларҙың белемен һынау, мосолман руханиҙары эшмәкәрлеген күҙәтеү, никахлашыу, мөлкәт бәхәстәре, балаларҙың ата-әсәләренә бойһонмау осраҡтарын тикшереү, мосолман йолаларын дөрөҫ башҡарылыуын ҡарап бара.

Диниә назараты өс баҫҡыстан тора. Иң юғары баҫҡыста мөфтөй, идаралыҡтың яуаплы сәркәтибе, 5-6 судья (ҡаҙый), тәржемәсе, писарҙар һәм столоначальник — барлығы 20-30 кеше. Урта баҫҡыс, йәки мөхтәсибәт, 150-ләп кеше булған мосолман общинаһында мөхтәсиб етәкселегендә 2-5 кешенән тора. Түбән баҫҡыс — мотавәллиәт, мәсет янындағы мулла, мәзин һәм ҡаҙна сәркәтибе инә; улар мәсет, мәҙрәсә эштәрен алып бара, тормошта мосолман принциптарының үтәлешен контролдә тота.

Өфөнөң беренсе мөфтөйө һәм идаралыҡҡа күп кенә яңылыҡтар индереүсе ахун Мөхәмәтйән Хөсәйенов була.

Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты (диниә назараты)

1917 йылдың июль-декабрь айҙарында Өфөлә һәм Ырымбурҙа өс Бөтә башҡорт съезы үтә. Өсөнсө съезда (ҡоролтай) «Башҡортостандың дине тураһында» закон ҡабул ителә. Унда үҙаллы Башҡортостан мосолмандары диниә назараты булдырыу тураһында билдәләнә. Быға башҡорт йәмәғәт эшмәкәрҙәренең Өфө мөфтиәтендәге «татар баҫымсыларына» риза булмауы сәбәп була. Эске Рәсәй һәм Себерҙең төрки-татар мосолмандары Милли идаралығы ойоштора, әммә ул1918 йылдың ғинуарында большевиктар хөкүмәте тарафынан таратыла.

ХХ быуаттың 30-сы йылдарында Башҡортостанда атеизация башлана — халыҡтың дингә ихтыяжы тыйыла, мәсеттәрҙе ябыла. 90-сы йылдарҙа яңынан дини үҫеш башлана. Мәсеттәр асыла, дини әҙәбиәт баҫыла.

Хәҙер Өфөлә Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты (ЦДУМ) һәм Башҡортостан республикаһы мосолмандарының диниә назараты урынлашҡан. 2002 йылда Башҡортостанда 609 мосолман ойошмаһы эшләй: 334-е Башҡортостан диниә назаратына, 271-е Үҙәк диниә назаратына, 4-һе «Мәсеттәр ассоцияцияһы дини назаратҡа» (үҙәге Мәскәүҙә) бойһона.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 464 ғибәҙәт йорто бар, уларҙың араһында 310 мәсет (215-е 1990 йылдан һуң төҙөлә). 1991 йылда Өфөлә Р. Фәхретдинов исемендәге ислам институты (үҙәк диниә назараты), «Ғәлиә» һәм М. Солтанова ис. мәҙрәсәләре, Белорет мәҙрәсәһе (БМДН) эшләй башлай. Республиканың бөтә ҡалаларында йәмиғ мәсеттәре төҙөлгән. Өфөлә төрлө ваҡытта алты йәмиғ мәсете асыла[5].

Башҡортостанда 90-лап изге зыярат бар[6]. Шулар араһында Шишмә районындағы Аҡ зыярат комплексы (Аҡзыярат, Хөсйенбәк кәшәнәһе, Аҡһаҡ Тимерҙең алты яугире ҡәбере), Ауырғазы районының Яңы Тимаш ауылы янындағы Йәғәфәр ишан[7], Хәйбулла районының Вәлит ауылында Ғ.Әбделмәликов[8], Баймаҡ районының Манһыр ауылында М. Сиражетдиновтың ҡәберҙәре, Дәүләкән районындағы Йөрәктауҙа изгеләр ҡәбере («әүлиә ҡәбере»), Учалы районындағы Әүеш, Бөрйәндәге Мәсем, Благоварҙағы Һынташ, Ишембай районындағы Торатау, Бишбүләктә Ҡунаҡбай ауылы янындағы ҡәбер, Ғәфури районында Йөҙимән һәм башҡалар[9]

Православие[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Изге-Троицк ҡорамы. Ишембай ҡалаһы.

Башҡортостанға православие урыҫ күскенселәре менән XVI быуаттың икенсе яртыһында килә. 1579 йылда Өфөлә Ҡаҙан иконаһы хөрмәтенә тәүге ағас сиркәү төҙөлә. XVI быуаттың 80-90 йылдарында Өфөлә Сергий һәм Успен ирҙәр монастырҙары, Усолке йылғаһы (Ғәфури р-ны) буйында Вознесенск ирҙәр монастыры, XVII быуаттан — Өфө ҡатын-ҡыҙҙар монастыры була.

Изге Успен кафедраль соборы. Салауат ҡалаһы

Башкортостанда православие епархияһы 1990 йылда тергеҙелә башлай һәм уны архиепископ Никон (Васюков) етәкләй. году, когда её возглавил архиепископ Никон (Васюков). Число приходов быстро возросло с 17 в 1990 году до 160 в 1999 г.

2002 йылда Өфө епархияһында 156 приход, 150 ғибәҙәт йорто (шуларҙан — 67 ҡорам), 4 монастырь (Өфөлә, Ғафури, Дыуан, Федоровка райондарында). 179 дин хеҙмәтсеһе эшләй.

Баптизм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостанда тәүге баптистар XX быуатта, Бәләбәй өйәҙендә Харьков губернияһынан күскенселәр менән килә. Унан баптизм Өфө һәм Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Дәүләкәндә һәм Өфөлә тарала.

1913 йылда баптистар һаны 623, 1927 й. — 2 мең тирәһе була. 2002 йыл башында Рәсәй Союзына ҡараған Башҡортостан төбәк берекмәһе евангелие христиан-баптистарының 22 общинаһы (Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Нефтекама, Салават ҡалаларында); Сиркәүҙәр Советының евангелие христиан-баптистары — 6 община (Өфөлә (2), Дәүләкән, Белорет, Нефтекама, Бөрөлә). 1994 йылда Ишембай ҡалаһының Евангелия христиан-баптистар сиркәүе булдырыла.

Евангелия христиан баптистары сиркәүе.

Салауат евангелия христиан-баптистары сиркәүе 2000 йылда төҙөлә.

Католиклыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан ерендә католиктар XVII быуатта Полоцк һәм Смоленск поляктары һәм литва шляхтичтарының хеҙмәткә килеүе менән барлыҡҡа килә. XVIII быуаттың икенсе яртыһында Ырымбур губернаһына әсиргә төшкән поляк конфедерат-католиктар, XIX быуатта поляк ихтилалында ҡатнашҡан патриоттар ебәрелә.

Протестантлыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Протестанттар хәҙерге Башҡортостан биләмәһендә XVIII быуатта урынлаша. XIX быуат башында Өфөлә лютеран кирхаһы була (1930 йылда ябыла). 2002 йылда Башҡортостанда 4 лютеран общинаһы эшләй: Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Благовар районында.

Әрмән Апостол Сиркәүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әрмән апостол сиркәүенең Өфөлә 2001 йылдан мәхәлләһе бар[10].

Старообрядсылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иудаизм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иудаизм Башҡортостан территорияһында XIX быуат уртаһында кантон мәктәптәренә алынған йәһүд һалдаттар менән барлыҡҡа килә. Унан был яҡҡа йәһүдтәр күсенә башлай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Данилко Е. С. Старообрядчество на Южном Урале: История, культура, современность. М., 2000;
  • Вәлиев Д. Ж. Төркиләрҙең боронғо дине хаҡында оло хиҡмәт. // Тюркология накануне XXI века. Өфө, Ғилем, 2005, с. 262.
  • Васильева О. В. , Латыпова В. В. Дорога к храму: История религиозных учреждений г. Уфы . Өфө, 1993;
  • Религия в Башкортостане: История и современность:-лы конф. Өфө, 1999;
  • Сөләймәнов Ә. М., Солтангәрәева Р. Ә. Башҡорт халҡының йола фольклоры. // Башҡорт халыҡ ижады. Өфө, 1995, 11-се бит.
  • Сергеев Ю. Н. «Баптизм в Башкортостане: очерки истории (XIX—XX вв.)» Өфө, 1998;
  • Сергеев Ю. Н., Абдулов Н. Т . Уфимская епархия в 1943—1964 гг.: Очерки гос-церк. отношений. Өфө, 2000;
  • Сергеев Ю. Н. Религиозные верования народов Башкортостана // Очерки по культуре народов Башкортостана. Өфө, 1994;
  • Сергеев Ю. Н. Православная церковь в Башкортостане (2-я пол. XVI — сер. XIX в.). Өфө, 1996;
  • Фаизов Г. Б. Государственно-иславмские отношения в Поволжье и Приуралье. Өфө, 1993;
  • Ширгазин А. Р. Православные храмы Башкирии. История и архитектура. Өфө, 1995;
  • Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. Өфө, 1999.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]