Башҡортостан мосолмандары диниә назараты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башҡортостан Республикаһы мосолмандары диниә назараты
Башҡа исемдәре:

Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назараты

Мөфтөй:

Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин
(1992 йылдан)

Штаб-квартира:

Башҡортостан, Өфө, Чернышевский ур., 103.

Ойошҡан вакыты:

21 август 1992 йыл

Структура:

Имамдарҙың район советтары (мөхтәсибәттәр)

Юғары уҡыу йорттары:

«Ғәлиә», М. Солтанова ис., «Нур-аль-Иман» мәҙрәсәләре

Баҫмалар:

«Рисәләт», «Ислам и общество»

Рәсми сайт:

http://dumrb.ru

Башҡортостан мосолмандары диниә назараты — мосолман дини ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһында мосолман мәхәлләләренең бер өлөшөн берләштерә, уларҙың эшмәкәрлегенә етәкселек итә. 1917 йылда ойошторолған. Өфө ҡалаһында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1917 йылдың 8 декабренән 20 декабренә тиклем Ырымбурҙа үткән III Бөтә башҡорт съезында диндең дәүләттән айырылыуы һәм бөтөн диндәрҙең дә тиң хоҡуҡлығы тураһындағы 12-се һанлы постановление раҫланды. Унда «Башҡортостандың диниә назараты, автономлы булараҡ, үҙенең мөмкинлектәренән сығып, дини һәм дини-мәҙәни һәм ағартыу учреждениелары (мәктәптәр, мәҙрәсәләр, китапханалар һ.б.) асырға хоҡуҡлы, тип белдерелгән»[1]. Һәр кантонда ҡазыйҙар һайлана. 1924 йылда Мосолмандарҙың Диниә Назараты Автономиялы Башҡорт ССР-ы мосолмандарының үҙәк диниә назараты (ЦДУМ БАССР) тип атала башлай. 1926 йылда БАССР ЦДУМ ҡарамағында 700 яҡын мәсет, шул иҫәптән Татар АССР-ы Ар кантонына ҡараған 9 мосолман мәхәлләһе[2], ә 1935 йылда — 300 ҡараған[3].

1920—1930 йылдарҙа, СССР-ҙың башҡа райондарындағы кеүек, Башҡорт АССР-ында ла дин менән көрәш йәйелдерелгән. Был көрәш мәсеттәрҙе емереү, дини уҡыу йорттарын ябыу, динлеләр араһында яңы байрамдар һәм традициялар индереүҙән ғибарәт булған. Сағыштырыу өсөн: әгәр 1927 йылда 2414 мәсет булһа, 1934 йылда — 323, ә 1940 йылда республикала ни бары 12 мәсет ҡалған булған. Мосолман руханиҙарының бер өлөшө репрессияға дусар ителгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ғына репрессиялар йомшарған.

1980 йылдарҙа республикала ябылған мәсеттәр яңынан тергеҙелә һәм яңылары төҙөлә, мосолман уҡыу йорттары асыла. 1990 йылда Өфөгә мосолмандар съезы саҡырыла. 1992 йылда Башҡортостан мосолмандары диниә назараты ойошторола.

Мөфтөйҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урынлашҡан ере[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1923 йылға тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлаша. 1923-1928 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Спасс урамы, 8-се һанлы йортта (хәҙерге Яңы Күпер урамы, Новомостовая  (рус.)) эшмәкәрлек итә, артабан Ырымбур мосолмандар диниә йыйылышына ҡараған ике ағас йортта биләй.

1993-сө йылдың март айына тиклем Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты Ижтимағи-сәйәси үҙәк бинаһында (Фрунзе урамы, хәҙерге ваҡытта Зәки Вәлиди урамы, 40-сы һанлы йорт), унан һуң Сочи урамы, 43-сө һанлы йортта урынлаша.

Хәҙерге ваҡытта Чернышевский урамы, 103-сө һанлы йортта эшмәкәрлек итә.

Уҡыу йорттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Юнусова А. Б. К истории Духовного управления мусульман Республики Башкортостан // Мир Ислама. — 1999. — № 1/2. — С. 149—162.
  2. Хәҙерге Татарстандың Минзәлә районы
  3. Валеева М. Г. Духовное управление мусульман Республики Башкортостан. // Башкортостан: краткая энциклопедия — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — Б. 264. — 672 б. — ISBN 5-88185-001-7.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Валеева М. Г. Из истории Центрального духовного управления мусульман Башкирской АССР\\ Духовное наследие этносов и проблемы национального возраждения. Уфа. 1994.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]