Мөтиғулла Ғатауллин
Мөтиғулла Ғатауллин | |
Дин: | |
---|---|
Титул: | |
Осор: |
1924—1936 |
Тыуыу выҡыты: | |
Тыуған урыны: |
Ҡоншаҡ ауылы, Шадринск өйәҙе, Пермь губернаһы (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы) |
Үлеү ваҡыты: | |
Вафат булған урыны: | |
Ил: |
Мөтиғулла Ғатауллин (Мөтиғулла Ғатай[1][2], 1875—1936) — башҡорт дин әһеле. Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назараты мөфтөйө (1924—1936).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөтиғулла Ғатауллин 1875 йылда Пермь губернаһы Шадринск өйәҙенең (хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының) Ҡоншаҡ ауылында мулла ғаиләһендә тыуған.
Троицк ҡалаһындағы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң, Мөтиғулла Ғатауллин туған ауылының 1-cе мәхәлләһенең имам-хатибы була һәм был вазифаны 1922 йылға тиклем үтәй. М. Ғ. Ҡорбанғәлиев Алыҫ Көнсығыш тарафтарына киткәндән һуң, Мөтиғулла Ғатауллин арғаяш башҡорттарының рухи һәм идеологик лидеры булып китә[2].
1923 йылдан Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ҡазыйы вазифаһын башҡара. Шул уҡ йылда уҙғарылған II Башҡортостан дини ҡоролтайында Ғатауллинды Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө итеп һайлайҙар. 1924 йылда мөфтөй булараҡ «Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назараты» булараҡ Диниә назаратын дәүләт органдарында теркәй һәм уның рәйесе булып китә[3]. Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назараты үҙалылығын һаҡлап ҡалыуҙы һәм Башҡортостандағы бөтә мосолман мәхәлләләрен уның ҡарамағына тапшырыуҙы яҡлап сығыш яһай[4].
1926 йылда Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының «Дианат» журналының баш мөхәррире булып китә[5]. Был журнал 1926—1928 йылдарҙа Өфөлә сыҡҡан һәм Мәскәү, Одесса һәм Өфө баҫмаханаларында нәшер ителгән[1]. Мөтиғулла Ғатауллин дини темаларға арналған мәҡәләләр яҙа[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Исхаков Р. Л. Мусульманская печать и права человека . Издательский дом «Медина». Дата обращения: 21 сентябрь 2015.
- ↑ 2,0 2,1 Председатели ДУМ РБ — Муфтии Республики Башкортостан . Официальный сайт Духовного управления мусульман Республики Башкортостан. Дата обращения: 21 сентябрь 2015.
- ↑ Юнысова А. Б. Гатауллин Мутыгулла. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
- ↑ 4,0 4,1 Юнысова А. Б. Ғатауллин Мөтиғулла // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Юнысова А. Б. Дианат // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юнысова А. Б. Ғатауллин Мөтиғулла // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса дин эшмәкәрҙәре
- 1875 йылда тыуғандар
- Пермь губернаһында тыуғандар
- Ҡоншаҡ районында тыуғандар
- 4 июндә вафат булғандар
- 1936 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре
- Рәсүлиә мәҙрәсәһе шәкерттәре
- Өфө мосолман зыяратында ерләнгән шәхестәр
- Баш мөхәррирҙәр
- Мөфтөйҙәр
- Башҡорт дин әһелдәре