Мөтиғулла Ғатауллин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мөтиғулла Ғатауллин
Дин:

ислам

Титул:

Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назараты мөфтөйө

Осор:

1924—1936

Тыуыу выҡыты:

1875({{padleft:1875|4|0}})

Тыуған урыны:

Ҡоншаҡ ауылы, Шадринск өйәҙе, Пермь губернаһы (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы)

Үлеү ваҡыты:

4 июнь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Вафат булған урыны:

Өфө, Башҡорт АССР-ы

Ил:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Мөтиғулла Ғатауллин (Мөтиғулла Ғатай[1][2], 18751936) — башҡорт дин әһеле. Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назараты мөфтөйө (1924—1936).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөтиғулла Ғатауллин 1875 йылда Пермь губернаһы Шадринск өйәҙенең (хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының) Ҡоншаҡ ауылында мулла ғаиләһендә тыуған.

Троицк ҡалаһындағы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң, Мөтиғулла Ғатауллин туған ауылының 1-cе мәхәлләһенең имам-хатибы була һәм был вазифаны 1922 йылға тиклем үтәй. М. Ғ. Ҡорбанғәлиев Алыҫ Көнсығыш тарафтарына киткәндән һуң, Мөтиғулла Ғатауллин арғаяш башҡорттарының рухи һәм идеологик лидеры булып китә[2].

1923 йылдан Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ҡазыйы вазифаһын башҡара. Шул уҡ йылда уҙғарылған II Башҡортостан дини ҡоролтайында Ғатауллинды Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө итеп һайлайҙар. 1924 йылда мөфтөй булараҡ «Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назараты» булараҡ Диниә назаратын дәүләт органдарында теркәй һәм уның рәйесе булып китә[3]. Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назараты үҙалылығын һаҡлап ҡалыуҙы һәм Башҡортостандағы бөтә мосолман мәхәлләләрен уның ҡарамағына тапшырыуҙы яҡлап сығыш яһай[4].

1926 йылда Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының «Дианат» журналының баш мөхәррире булып китә[5]. Был журнал 1926—1928 йылдарҙа Өфөлә сыҡҡан һәм Мәскәү, Одесса һәм Өфө баҫмаханаларында нәшер ителгән[1]. Мөтиғулла Ғатауллин дини темаларға арналған мәҡәләләр яҙа[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Исхаков Р. Л. Мусульманская печать и права человека. Издательский дом «Медина». 21 сентябрь 2015 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 Председатели ДУМ РБ — Муфтии Республики Башкортостан. Официальный сайт Духовного управления мусульман Республики Башкортостан. 21 сентябрь 2015 тикшерелгән.
  3. Юнысова А. Б. Гатауллин Мутыгулла — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — 672 б. — ISBN 5-88185-001-7.
  4. 4,0 4,1 Юнысова А. Б. Ғатауллин Мөтиғулла // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Юнысова А. Б. Дианат // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]