Мулла

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мулла
Рәсем

Мулла (ғәр. مُلَّا‎, ғәр. مَوْلَى‎ — хужа, башлыҡ,эйә, әйтел. әл-муллаа; фарс. ملّا, төр. molla) — ислам руханийы, Ҡөрьән һәм мосолман дини йолалары белгесе. Рәсәй империяһында мосолман дин әһелдәренең бөтәһен дә[1], ҡайһы саҡта мәҙрәсә уҡытыусыларын һәм, ғөмүмән, белемле кешеләрҙе йыш ҡына муллалар тип атағандар[2]. Шиғыйҙарҙа мулла — дини община лидеры, теолог дин һәм хоҡуҡ мәсьәләләрен аңлатыу буйынса белгес (сөнниҙәрҙә был функцияларҙы ғөләмә үтәй).

Рәсәй империяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мулланың эшмәкәрлеген чиновниктар контролдә тотҡан, ә уларҙы тәғәйенләү махсус указ менән тормошҡа ашырылған. Мулла ғәҙәттә тәғәйен мәсеткә билдәләнеп ҡуйыла[2].

Муллалар Насретдин шаһ янында

Кавказ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кавказда мәзиндәрҙе лә, «көндәлек» имамдарҙы һәм башҡа түбәнге руханиҙарҙы мулла тип тә атайҙар, шул уҡ ваҡытта «йома» үткәргән имам, ҡаҙый һәм шәйех-үл-ислам Мулла-ахун (шиғыйҙарҙа) йәки Мулла-әфәнде (сөнниҙәрҙә) тип атайҙар[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Арапов Д. Ю., Васильев Д. В. Комментарии // Проекты устройства управления духовными делами мусульман в Туркестане. Документы Архива внешней политики Российской империи. 1900 г. / Исторический архив, № 1. 2005.
  2. 2,0 2,1 Ислам: ЭС, 1991
  3. ЭСБЕ, 1890—1907

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]