Ҡөрьән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡөрьән
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 632
Жанр Дин
Баҫма йәки тәржемә The Koran Interpreted[d], Die türkische Bibel, oder der Koran[d], L'Alcoran de Mahomet[d], Lex Mahumet pseudoprophete[d], The Message of The Qur'an[d], Noble Quran[d], The Meaning of the Glorious Koran[d] һәм The Holy Quran: Arabic Text and English translation[d]
Автор Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)
Әҫәр йәки уның атамаһы теле классик ғәрәп теле[d]
Commons-logo.svg Ҡөрьән Викимилектә

Ҡөрьән, Ҡөрьән-Шәриф — Аллаһы тәғәләнең пәйғәмбәре Мөхәммәт Саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм аша кешеләргә ебәрелгән изге китабы. Китаптағы һүҙҙәр — Аллаһы тәғәлә һүҙҙәре.

Коран.jpg

Ҡөрьән-Шәриф егерме өс йыл эсендә иңдерелгән[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡөрьәндән бер бит

«Ҡөрьән» һүҙенең тура мәғәнәһе — «уҡыу» йәки «көйләп уҡыу». Әммә уны күсермә мәғәнәлә «изге китап» тип йөрөтәләр. Китаптың башҡа исемдәре лә бар: «Ҡөрьән Кәрим», «Ҡөрьән Шәриф», «Ҡәләм Шәриф», «Әл-мусхәф», «Әл-китап», «Ҙикр», «Фурҡан» һәм башҡалар. Ислам дине тәғлимәте буйынса, ул Аллаһ тарафынан Ябраил фәрештә аша төрлө ваҡыттарҙа Мөхәммәт пәйғәмбәргә егерме өс йыл буйына бирелгән. Төрлө өйрәтеүҙәрҙән, дини бойороҡтарҙан, өгөт-нәсихәттәрҙән, кәңәштәрҙән торған был китап рифмалы проза (көйлө нәҫер) рәүешендә ижад ителгән. Ҡөрьән сүрәләргә, сүрәләр аяттарға бүленә. Ҡөрьәндә бөтәһе 114 сүрә, төрлө иҫәп буйынса 6204 — тән 6236 — ға тиклем аят бар. Хәҙерге ғалимдар ҡулланылышта булған Ҡөрьәндең төп нөсхәгә тура килеүенә һәм уның Мөхәммәт пәйғәмбәр аша индерелеүенә шик тотмай. Көндәлек тормошта (намаҙҙа, исем ҡушҡанда, ижаб ҡылыуҙа, мәйетте һуңғы юлға оҙатҡанда һ. б.) бөтә сүрәләр ҙә уҡылмай. Диндар кешеләргә Әл-Фатиха (Әлхәм) сүрәһен, Әл-Бәҡара сүрәһенең 255-се (Ҡөрьәндең ҡайһы бер баҫмаларында 256-сы аяттан башлана) аятынан башлап сүрә бөткәнсе (Аят әл-Курсиҙе), Йа Синды, Әл-Мүлк сүрәһен (Тәбәрәкте) һәм китаптың һуңғы өлөшөндәге ваҡ сүрәләрҙе белеү етә. Китап тулыһынса Ҡөрьән сыҡҡанда ғына уҡыла.

Ҡөрьән ҡоролошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡөрьәндә 114 сүрә - оҙонлоҡтары төрлөсә ( 3-тән 286-ға тиклем аят, 15-тән 6144-кә тиклем һүҙ) иҫәпләнә Барлыҡ сүрәләр ҙә аяттарға бүленгән. Ҡөрьәндә 6204-тән 6236-ға тиклем аят бар,[1] хәрефтәр һаны 320 меңдән ашыу. Ҡөрьән шулай уҡ аҙна эсендә уҡырға уңайлы булһын өсөн 7 тигеҙ өлөшкә (мәнзил) бүленгән. Ҡөрьәнде тигеҙ 30 өлөшкә (жүз) бүлеү ай дауамында бүлеп уҡыу өсөн уңайлы.

Мосолман традицияларына ярашлы, сүрәләр мәккәләге һәм мәҙинәләге тип бүлеп йөрөтөлә — тәүгеләре Мөхәммәт Пәйғәмбәр һижрәт ҡылғанға тиклем (йәки Мәҙинәгә китеп барғанда), һуңғылары һижрәттән һуң иңгән.

Мосолмандар Ҡөрьәндең йөкмәткеһе үҙгәртелә алмай тип һанай, сөнки Хаҡ тәғәлә уны не может быть изменено, так как Всевышний пообещал его охранять вплоть до Ҡиәмәт көнөнәсә һаҡларға һүҙ биргән:

« Беҙ иҫкә төшөрөүҙе иңдерҙек һәм Беҙ уны һаҡлайбыҙ ҙа.(Ҡөрьән, 15:9) »

Ҡөрьәндең туғыҙынсы сүрәһенән башҡа барыһы ла : «Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!» тип әйтеүҙән башлана. Ҡөрьәндең беренсе сүрәһенә был һүҙҙәр тәүге аят итеп индерелгән

Ҡөрьән сүрәләре хронология буйынса түгел, ә күләменән ҡарап урынлаштырылған:башта оҙон сүрәләр килә, артабан аяттар һаны кәмей барыу тәртибендә урынлаштырылған [2].

Ҡөрьән — Аллаһы тәғәлә һүҙе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аллаһ һүҙе - Ҡөрьән уҡыусы

Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең донъя халыҡтарына ҡалдырған ошо мөҡәддәс китабы Ислам диненең нигеҙен тәшкил итә. Ер шарының миллионлаған кешеләре өсөн ул — Аллаһы тәғәлә һүҙе. Мәҙәниәтебеҙҙең бөйөк ҡомартҡыһы булған был әҫәрҙе белмәй тороп, кешелек тарихының ынтылышлы аҙымдарын һәм бөгөнгө тормошобоҙҙоң мәңгелек менән бәйле булыуын аҙағынаса аңлап, шулай уҡ үҙебеҙҙе һәр яҡлап үҫкән, заман менән бергә атлаусы шәхес итеп тойоп та булмайҙыр, моғайын. Иман — иғтиҡад тейешле ғәмәлдәр, кешеләр өсөн кәрәкле өгөт-нәсихәттәр Ҡөрьән-Шәрифтә әйтелә.

Башҡорт телендә баҫтырып сығарыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡөрьән башҡортса сыға башлаған. "Известия", 1990, 23 май
  • Ҡөрьән Кәрим (Сәғүд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 960 б.
  • Ҡөрьән тәфсире. — Ҡазан: «Матбуғат йорто» нәшриәте, 2005. — 784 б.

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Миллиардтан ашыу мосолман өсөн[3] Ҡөрьән — айырым мөнәсәбәт талап иткән изге Китап. Улар Ҡөрьәнгә бик ҙурлап ҡарай. Күп мосолмандар Ҡөрьәндең бер нисә аятын булһа ла яттан белә. Ғәҙәттә былар намаҙҙа ҡушып уҡый торған сүрә-аяттар. Тотош Ҡөрьәнде яттан белгән кешене хафиз тип атайҙар.

Шәриғәт буйынса мосолмандың Ҡөрьән алдында шундай бурыстары бар:

  • Ҡөрьән Кәримдең Аллаһы тәғәлә һүҙе икәненә ышаныу, уны ҡаиғәҙәгә ярашлы, дөрөҫ итеп уҡыу тәжүид.
  • Ҡөрьәнгә тәһәрәтһеҙ килеш тотонмаҫҡа.
  • Ҡөрьәнде таҙа урындарҙа ғына уҡырға.
  • Ҡөрьәнде бейек урындарҙа ғына тоторға. Ҡөрьәнде иҙәнгә һалырға ярамай.
  • Ҡөрьән ҡушҡандарҙы ҡәтғи үтәргә. Ғүмер буйы Ҡөрьән Кәримдәге иман ҡағиҙәләренә ярашлы йәшәргә.

Изге Китапты уҡығанда мосолман тәҡүәлек күрһәтергә һәм аңы менән уны тойорға, мәғәнәһе тураһында уйланырға тейеш. Ҡөрьәнде уҡыуҙың маҡсаты ла шунда:

« «Йә улар (мөшриктәр) Ҡөрьән хаҡында фекерләмәҫтәрме? Йә уларҙың йөрәктәре хаҡ һүҙҙе аңлауҙан йоҙаҡланғанмы?»(Ҡөрьән, 47:24) »

.

Ҡөрьән сүрәләре интернетта еңел табыла, шулай уҡ икенсе телдәргә мәғәнәһенең тәржемәләре лә бик күп.

Ҡайһы бер илдәрҙә (Иран, Кувейт, Ливия, Малайзия, БҒӘ, Рәсәй (шул иҫәптән Башҡортостан), Сәғүд Ғәрәбстаны,Тажикстан) Ҡөрьәнде яттан уҡыу буйынса халыҡ-ара хафиздар конкурсы үткәрелә. Конкурстарҙа ир-ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа ҡатнаша [4][5][6][7]

Ҡөрьәнгә ҡағылышлы ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Библия, Ҡөрьән, Танах һәм Ганджур китаптары Рәсәй халыҡтарының тарихи мираҫы тип танылған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 25 ноябрь[8].

Ҡөрьән - хафиздар тураһында видеолар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Таджик Хафиз Самые лучшие чтение корана в мире
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Слепой Хафиз читает Коран!
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео 12-летний хафиз ведет таравих в Казани
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Один из лучших хафизов Корана в мире!
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео 13-летняя чеченка стала хафизом в Британии.
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Хафизы мира
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Хафиз Шариф Знает 10 видов кираат
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Девушка-хафиз из Саратова пробилась в финал Конкурса в Дубае
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Таджикистан Хафиз 1 место в мире.
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Таджик хафиз коран в Тегран

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Айа // Религия: Энциклопедия / сост. и общ. ред. А. А. Грицанов, Г. В. Синило — Мн.: Книжный Дом, 2007. — 960 б. — (Мир энциклопедий).
  2. Ҡөрьән / Грязневич П. А. // Ҙур совет энциклопедияһы : в 30 т. / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Muhsin S. Mahdi, Fazlur Rahman, Annemarie SchimmelIslam. // Encyclopedia Britannica, 2008.
  4. В Кувейте начался международный конкурс по чтению Корана//AhlylBaytNewsAgency,14.04.2011
  5. В Москве пройдет XI международный конкурс чтецов Корана//Информационно-аналитический канал ANSAR, 22.10.2010 г.
  6. Украинские хафизы представят страну сразу на нескольких международных конкурсах по чтению Корана//Информационно-аналитический проект «Ислам в Украине», 26.08.2009
  7. Конкурс чтецов Корана в Исламской республике Иран//Информационно-образовательный портал MuslimEdu.ru.,12 Октября 2010 г.
  8. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 25 ноябрь

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]