Әбү Ләһәб

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбү Ләһәб
ғәр. أبو لهب
Зат ир-ат
Тыуған көнө 549
Тыуған урыны Мәккә, Хижәз
Вафат булған көнө 624
Вафат булған урыны Мәккә, Хижәз
Атаһы Ғәбд әл-Моталлип[1]
Әсәһе Любна бинт Хаджар[d]
Бер туғандары Сафия бинт Абд аль-Мутталиб[d], Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип, Ғәббәс ибн Ғәбд әл-Моталлип, Абу Талиб ибн Абд аль-Мутталиб[d], Харис ибн Абд аль-Мутталиб[d], аз-Зубайр ибн Абд аль-Мутталиб[d], Хәмзә ибн Ғәбд әл-Моталиб һәм аль-Мукаввим ибн Абд аль-Мутталиб[d]
Хәләл ефете Өммө Йәмил[d][2]
Балалары Утба ибн Абу Лахаб[d], Утайба ибн Абу Лахаб[d], Му‘аттиб ибн Абу Ляхаб[d], Дурра бинт Абу Ляхаб[d], Азза бинт Абу Ляхаб[d] һәм Халида бинт Абу Ляхаб[d]
Һөнәр төрө сауҙагәр, сәйәсмән, диссидент
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ғәбд әл-Ғүззә ибн Ғәбд әл-Моталлип (ғәр. عبد العزى بن عبد المطلب‎), Әбү Ләһәб тигән ҡушамат менән билдәле (ғәр. أبو لهب‎; VII быуат уртаһы, Мәккә, хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны — һижрәнең 624 йылы, шунда уҡ) — Мөхәммәт Рәсүлулланың ﷺ атаһының бер туған ҡустыһы, Мәккәлә дәғүәт алып барған һуңғы осорҙа оторо яуызлыҡтар ҡылған, ҡаршылыҡ күрһәткән кеше. Уның тураһында Ҡөрьәндә сүрә бар.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башта Әбү Ләһәб Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ менән яҡшы мөнәсәбәттә була, улдары ҡыҙҙарына әйттерелгән була. Әбү Талиптың вафатынан һуң 619 йылда Әбү Ләһәб Бәнү Хәшимдең башлығы булып китә һәм Мөхәммәт ﷺ мәжүси һындарға табыныуҙан тулыһынса баш тартҡанға тиклем яҡлай әле. Ағаһының ярҙамдан баш тартыуы Рәсүлдең хәлен ныҡ хөртәйтә һәм Мәккәнән күсергә мәжбүр итә[3].

Әбү Ләһәб (ут атаһы (эйәһе), тамуҡ киҫәүе) ҡушаматы уға Әл-Мәсәд сүрәһе нән алып бирелгән. Әбү Ләһәбтең ҡатыны ла (Әбү Суфыяндың туғаны Үмм Йәмил), хаслыҡ ҡылып, Пәйғәмбәрҙең ﷺ аяҡ аҫтына, өҫтөнә сәнскәктәр, тиҙәктәр ырғыта торған була[3].

Әбү Ләһәб Бәҙер һуғышында ҡатнашмай, сөнки һеңлеһе Әтикәнең төшө насар була. Ул ҡорайыштарҙың ғәскәрен ҡоралландырырға, һуғышсылар ялларға бик күп аҡса бирә. Мосолмандар еңеп сыҡҡас, ул ҡайғыһынан бер нисә көндән үлә. Тәненән бик насар еҫ сыға, уға хатта уландары бер нисә көн яҡын килә алмай. Бер ниндәй йолалар атҡармай ғына күмеп ҡуялар[4].

Әбү Ләһәб Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ﷺҠөрьәндә телгә алынған берҙән-бер дошманы.

« Әбү Ләһәбтең ике ҡулы ла ҡороһон! Үҙе лә һәләк булһын. Уның малы ла, кәсебе лә (балалары ла) һәләк булыуҙан ҡотҡарманы. Тиҙҙән ул ялҡын эйәһе булған утҡа керер. Ҡатыны ла утын ташыусы булып(йәғни гонаһтарын өҫтөнә күтәреп), тамуҡҡа керер. Ул ҡатындың муйынында пальма сүсенән ишелгән арҡан булыр.


Әл-Мәсед 111:1—5 (Мөхәммәт)
»

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Али-заде, А. А. Әбү Ләһәб () // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  • Пиотровский М. Б. Әбү Ләһәб // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 9.