Ураҙа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәд
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ураҙа — мосолмандар өсөн фарыз булған биш ғәмәлдең өсөнсөһө.Ул Рамаҙан айында ай дауамында дауам итә.Фарыз ураҙанан тыш, байрам көндәрҙән башҡа ваҡытта ла сөннәт ураҙа тоторға мөмкин.

Ҡөрьән Кәримдә Ураҙа тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мосолмандар Ҡөрьән сүрәләренә тулыһынса буйһона:

« Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һеҙгә ҡәҙәр йәшәгән кешеләргә бойоролған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тоторға фарыз ителә — моғайын, һеҙ Алланан ҡурҡыусы булырһығыҙ! һаналған көндәрҙә; әгәр һеҙҙән берәү сирле булһа йәки сәфәрҙә булһа, ул уаҡыт ошо көндәрҙең һанынса башҡа көндәрҙә ураҙа тотор. Ә инде көсө еткән кешеләргә — фәҡир-фоҡараны ашатыу менән фидйә түләргә. Берәү изгелекте үҙ ирке менән эшләһә, был уның өсөн хәйерле. Һеҙҙең ураҙа тотоуығыҙ үҙегеҙ өсөн хәйерле, әгәр белһәгеҙ! Рамаҙан айында кешеләргә ҡулланма өсөн һәм тура юлды аңлатыу һәм дөрөҫлөк менән ялғанды айырыу өсөн Ҡөрьән иңдерелде, һәм бына һеҙҙән кем был айға килеп етә, уны ураҙала үткәрһен, әгәр ул сирле йәки сәфәрҙә булһа, ул уаҡытта башҡа көндәрҙән шул тиклем уаҡыт тотор. Алла һеҙгә еңеллек теләй, ауырлыҡ теләмәй, һәм һанды тултырыуығыҙҙы һәм һеҙҙе тура юлға күндергән өсөн Алланы ололауығыҙҙы теләй — моғайын, һеҙ Аллаға шөкөр итерһегеҙ! Минең ҡолдарым һинән Минең турала һораһа, Мин бит яҡын, Мине саҡырғанда, Мин саҡырыусыға яуап бирәм. Улар ҙа Миңә яуап бирһен, һәм Миңә иман килтерһен — моғайын, улар тура юлдан китер! Ураҙа төнөндә һеҙгә ҡатындарығыҙға яҡынлыҡ ҡылырға рөхсәт ителә. Улар — һеҙгә кейем, һеҙ — уларға кейем. Алла һеҙҙең үҙ-үҙегеҙҙе алдағанығыҙҙы белде, һеҙгә ҡайтты һәм һеҙҙе ғәфу итте. Ә хәҙер инде ҡатындарығыҙға яҡынлыҡ ҡылығыҙ, һәм Алла яҙғанды эҙләгеҙ. Таңда һеҙҙең алдығыҙҙа аҡ еп менән ҡара еп айырылғансы ашағыҙ һәм эсегеҙ, бынан һуң ураҙаны төнгә тиклем дауам итегеҙ. Тәҡүәлек менән мәсеттәрҙә булған уаҡытта ҡатындарығыҙға яҡынлыҡ ҡылмағыҙ. Бына шулай Алланың сиге, яҡынлаша күрмәгеҙ уларға! Бына шулай аңлата Алла әҙәмдәргә үҙеңең аяттарын — моғайын, улар Алланан ҡурҡыусы булырҙар!
»

Харам ғәмәлдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ураҙа тотҡанда тәмәке тартыу, сәхәрҙән алып ауыҙ асҡанға тиклем дарыу эсеү, енси яҡынлыҡ тыйыла. Ураҙала харам ризыҡтарҙан башҡа бар нәмәне лә ашарға рөхсәт ителә, тик ваҡыт талабы мотлаҡ.

Өҫтәмә ғәмәлдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тыйылған ғәмәлдәрҙән тыш, был айҙа мосолмандар Аллаһы тәғәлә ризалығы өсөн мөмкин тиклем күберәк изге ғәмәлдәр ҡылырға тырыша. Биш тапҡыр фарыз намаҙҙан тыш һәр төн егерме рәҡәғәткә тиклем тарауих намаҙы уҡыла. Уны йәмәғәт менән уҡыу хәйерле һанала.

Ураҙаны боҙған осраҡта мослман уны аҙағынан ҡаза ҡылып ҡуйырға тейеш.

Рамаҙан айы мосолманды нәфсеһен тыйып тоторға өйрәтә, ул ваҡытын ғибәҙәттәргә күберәк бүлә, изге эштәр башҡара. Ураҙаны Рамаҙан айында бәлиғ һәм сәләмәт булған кешеләр тоторға тейеш.

Ураҙаға ниәт ҡылыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ураҙа ниәте: Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри Рамаҙаанә минәл-фәжри иләл-мәғрәби хаалисал-лилләәһи тәғәәләә. АЛЛАҺУ ӘКБӘР.

Мәғәнәһе: АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ ризалығы өсөн таң атҡандан алып ҡояш байығанға тиклем Рамаҙан айының ураҙаһын тоторға ниәт иттем.

Мәсеттә ауыҙ асыу

Сөннәт Ураҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мосолмандарҙа ошо көндәрҙә сөннәт ураҙа тоторға кәңәш ителә:

  • һәр дүшәмбе йә кесе йома;
  • ай календары буйынса 13, 14 һәм 15 көндәрҙә;
  • зөлхизә айының тәүге ун көнөндә;
  • мәхәррәм айының 9,10,11 йәки 9-10 йәки 10-11 көндәрендә;
  • шәүүәл айының 6 көнө буйына;
  • зөлхизә айының 9-сы көнөндә.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]