Ниәт
| Ниәт | |
| Урын | кальб[d], садр[d] һәм калаб[d] |
|---|---|
| Төп тема | Мөбәх, bāṭil[d] һәм великий грех в исламе[d] |
| Алдағы | Таклиф[d] һәм воля[d] |
| Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Ғибәҙәт (Ислам), работа в исламе[d], салихат[d], ғәмәл[d] һәм эшмәкәрлек[d] |
| В память о | машиат[d] |
| Һүрәтләнгән объект | ихляс[d] һәм Рыялыҡ |
| Менән бәйләнештә | Nur[d], sirr[d], Khafi[d], Akhfa[d] һәм Рух |
| Мәғлүмәт өсөн URL |
corpus.quran.com/qurandi… qurananalysis.com/… |
| Вики-проект | Проект:Ислам[d] һәм Проект:Суфизм[d] |
| Өлөшләтә тура килә | цель[d] |
| Иман шарттары |
| Исламдың биш нигеҙе |
| Шәхестәр |
Ниәт (ғәр. نية) — Шәриғәттә бик мөһим төшөнсә. «Ниәт» башҡортса яҡшы аңлашылып тора, «мотивация», «интенция» тигәнгә тап килеп, ниндәйҙер ғәмәлде маҡсатын һәм мәғәнәһен яҡшы аңлап ҡылырға йыйыныу булып тора. Кешенең ҡылғанына баһа биргәндә уның ниәтен белеү шәриғәт буйынса хөкөм сығарғанда иҫәпкә алына. Намаҙ, ураҙа, никах, талаҡ өсөн башта ниәт ҡылына.

Ниәт — фикһ (мосолман хоҡуҡиәте) күҙлегенән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ниәт ғибәҙәттә лә, мөғәмәләттә лә (донъяуи ғәмәлдәрҙә) иғтибарға алына һәм ҡарар сығарғанда юридик көскә эйә.
Намаҙ ниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ниәт намаҙ уҡығанда уның мотлаҡ булырға тейешле ғәмәле. Шунһыҙ намаҙ дөрөҫ һаналмай. Ниәт «Аллаһу әкбәр» тәкбиренә тиклем ҡылына, шунан намаҙ башлана. Ниәтте мотлаҡ тел менән әйтергә булмаһа ла, әммә уйлағанда мосолман ниндәй намаҙ уҡырға ниәтләнгәнен — фарызмы, сөннәтме әллә ҡаҙа ҡылыумы — күңелдән үткәрергә тейеш.
Шулай уҡ тәһәрәт тә, ғөсөл дә ниәт ҡылынып алына, ул ябай ғына йыуынып-сайынып алыу кеүек түгел, ә шәриғәткә ярашлы булырға тейеш.
Ураҙалағы ниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ураҙа тотоусы ла быны шәриғәткә ярашлы ниәт итеп башҡарырға тейеш. Ҡайһы бер мөжәһидтәр Рамаҙан айында ураҙа тотоусы иртәнге (сабах) намаҙына аҙан ҡысҡырылғансы ниәт әйтеп ҡалынырға тейеш тип һанай. Рамаҙан айынан һуң тотолған ураҙаларҙа өйләгә тиклем ниәт итергә кәрәк.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- M. Muhammadi Rayshahri, The Scale of Wisdom, Icas Press, 2009;
- Имам ан-Навави, Сорок хадисов, комментарии и разъяснения доктора Мустафы аль-Буга Мухйи-д-дин Мисту, первое издание, Москва, 2001;
- Шейх Мухаммад Юсуф Кандехлави. Шейх Мухаммад Са’д Кандехлави. Избранные хадисы, Казань, центр инновационных технологий, 2003;
- Мухаммад Таки Тустари. Решения и мудрость Али ибн Аби Талиба. Москва, «Исток», 2010.