Йома намаҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ислам

Ислам тарихы

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Ислам шарттары

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәҡәт
Хаж

Мөһим шәхестәр

Мөхәммәд
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Йома намаҙы (ғәр.صلاة الجمعة – саләт әл-җумғә) – йома көн төштән һуң уҡыла торған йәмәғәт намаҙы. Өйлә намаҙы ваҡытында уҡыла. Кешеләр һаны 4 кешенән кәм булмаҫҡа тейеш. Намаҙ аҙан уҡылғандан һуң башлана. 4 рәҡәғәт намаҙҙан һуң, яңынан аҙан уҡыла. Шунан һуң имам йома хөтбәһен уҡый, һәм ҡамәтән һуң, 2 рәҡәғәт фарыз һәм 4 рәҡәғәт сөннәт намаҙ үтәлә һәм дөйөм доға ҡылына.

«Эй иман килтереп ышаныусылар, әгәр йома көн йома намаҙына аҙан әйтелһә, эштәрегеҙҙе һәм сауҙаларығыҙҙы ҡуйып намаҙ уҡырға, вәғаз тыңларға ашығығыҙ. Был эш һеҙҙең өсөн хәйерлелер. Әгәр был эштең файҙаһын белһәгеҙ икән!» (Изге Ҡөръән, 62:9)

Мөхәммәд пәйғәмбәр хәҙисендә был көн тураһында былай тип әйткән: «Йома – көндәрҙең хуҗаһы [башлығы]! Был көн Ураҙа байрам һәм Ҡорбан байрамынан да хәйерлерәктер», һәм шулай уҡ былай тип тә әйткән: «Кем йома намаҙын өс тапҡыр рәттән ҡалдыра – уның йөрәге Раббыһы тарафынан ябыласаҡ».

Йома намаҙы ир-аттар өсөн генә мәжбүри. Ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, мосафирҙар, ҡолдар һәм физик яҡтан хәлһеҙҙәргә йома намаҙы мәжбүри түгел. Әгәр ҙә килһәләр, был намаҙ улар өсөн өйлә намаҙы буларак һанала.[Сығанаҡ күрһәтелмәгән 214 көндәр]