Тәсбих

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Дисуктағы монумент (2010 йыл).

Тәсби́х (ғәр. تَسْبِيح‎) — «Собханалла́һ» тип әйтеү (ғәр. سُبْحَانَ ٱللَّٰهِ‎ — башҡ. шөһрәтле, данлы Аллаһ) һәм ошо һүҙ менән доға ҡылыу. Тәсбих тип шулай уҡ һанар өсөн махсус булдырылған епкә тағылған мәрйендәр тупланмаһы ла атала. Башҡорт телендә уны тиҫбе тип тә атайҙар[1]. Шулай уҡ «тәсбих тартыу» тигән төшөнсә лә бар. Мосолмандар тәсбихте хистәр ташҡан ваҡытта ҡуллана: һоҡланыу, ҡурҡыу, берәй насар ҡылыҡты йәки ниәтте өнәмәү ошо һүҙ менән бирелә ала.

Файҙаланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәсбих әйтеү кәрәклеге Ҡөрьәндең Әл-Исра (Төнгө күсерелеү) сүрәһендәге 44 аятта әйтелә[2]. Ҡөрьәндә барлығы йөҙҙән ашыу тапҡыр «тәсбих» һүҙенең тамырҙаштары осрай[3].

Тәсбих төрлө ғибәҙәттәрҙә: намаҙа һәм зекер әйткәндә ҡулланыла. Һәр намаҙ ахырында тәсбих әйтелә: «Собханаллаһ», «Әлхәмдулиллаһ», «Аллаһу әкбәр» тәкбирҙәре менән 33-әр тапҡыр ҡабатлана. Һанағанда буталмаҫ өсөн башта бармаҡ быуындары менән һанағандар, артабан был маҡсатта епле һанауғыс — тәсбих (тиҫбе) ҡуллана башлағандар[3].

Шулай уҡ Тәсбих намаҙы тип аталған сөннәт намаҙ ҙа бар. Ул намаҙҙы гонаһ ҡылғанда тәүбә итеү ниәте менән Алланан ғәфү үтенеп уҡыйҙар. Дүрт рәҡәғәтле был намаҙҙа өс йөҙ тапҡыр ошондай доға уҡыла: «Собханаллаһ үәлхәмдулиллаһ үә-лә илаһа иллалаһу уаллаһу әкбәр үә лә ҡеүәттә иллә биллаһи ғәлиүл ғаҙим» (Аллаһ һәр төрлө кәмселектән халиҙыр[4]. Аллаһы тәғәлә маҡтауға лайыҡ. Аллаһынан башҡа илаһ юҡ. Аллаһ бөйөк. Аллаһынан башҡа көс һәм ҡөҙрәткә эйә һис кем юҡтыр)[3]. Мосолмандарға тәсбих намаҙын көн дә уҡыу хәйерле, йә аҙнаһына бер, йә айына бер, йә йылына бер, һис булмаһа ғүмеренә бер булһа ла уҡырға кәрәк[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — М., 1993. — 251-се бит
  2. Әл-Исра https://ru.quranacademy.org/quran/17:44-44/kul
  3. 3,0 3,1 3,2 Али-заде, А. А., 2007
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — М., 1993. −528-се бит
  5. Тирмизи, «Витр» 19; Ибн Маджа «Икама» 190; Абу Давуд «Татавву» 14

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Халидов А. Б. Тасбих // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 231.
  • Али-заде, А. А. Тәсбих (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.