Мәзин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жан-Леон Жером. Мәзин диндарҙарҙы манаранан намаҙға саҡыра (1879)

Мәзин (ғәр. مُؤَذِّن‎, әйтелеше «мүәҙҙин»), моэззин[1], моззин[2], мәззин[3], аҙансы[3], мунади[3], билал[3] — исламда мәсет хеҙмәткәре йәки әлеге мәзин хуплаған, мосолмандарҙы намаҙға баҫырға саҡырып аҙан ҡысҡырыусы (аҙансы)[2][3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҙан ҡылымы ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «халыҡ араһында ҡысҡырыу» тигәнде аңлата. Тарихсылар фекеренсә, ислам иңгәнгә тиклем ғәрәп ҡәбиләләрендә, мәҫәлән, ҡәбилә ағзаларын хәрби советҡа йыйыу өсөн, айырым ҡысҡырыу йолаһы булған. Кешеләрҙе саҡырырға ҡушылған кешене мүнәҙи йәки мүәҙҙин тип атағандар[4].

Намаҙға аҙан ҡысҡырыу йолаһы йә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Мәҙинәгә күсеүенә тиклем (һижрә), йәки ике йыл үткәс барлыҡҡа килгән. Аҙан христиандарҙың ҡыңғырау сыңлатыуына һәм йәһүдтәрҙең борғоһона оҡшатып индерелгән. Беренсе мәзин абиссиниялы Биләл ибн Рабах булған, ул көслө тауышҡа эйә булған, Мәҙинәнең бөтә ерендә ишетелгән[5]. Был вазифаны уға Аллаһ Рәсүле үҙе йөкмәтә. Унан тыш, тәүге мәзиндәрҙең береһе Ғабдуллаһ бин Өммө Мәктүм дә була[6].

Ҡайһы бер илдәрҙә аҙан магнитофонға яҙылып башҡарыла[2].

Биләл ибн Рабах — беренсе мәзин

Мәзин бурыстары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баштан уҡ мәзин мәсет имамы ярҙамсыһы булараҡ ҡарала. ИкенсеХаҡ хәлифә Ғүмәр ибн әл-Хәттаб (634—644) Әл-Күфә идарасыһына «мәзин һәм вәзир» сифатында ярҙамсы ебәрә[4].

Өмәүиҙәр хәлифәһе Әбд әл-Мәлик (685—705) заманында мәсеттәрҙә манаралар барлыҡҡа килә башлай, ә аҙан туранан-тура манараның балконынан ҡысҡырыла. Ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Баттута (1304—1377) хәбәр итеүенсә, Хәрәзм мәзине вазифаһына мосолмандарҙы намаҙға өйҙәренән ҡыуып сығарыу ингән[4].

Мәзин теүәл аҡыллы, бәлиғ булған мосолман булырға тейеш (мәгәр бәлиғ булмаған малайҙарға ла рөхсәт ителә). Аҙан өсөн мәкруһ һанала:

  • тәһәрәтһеҙлек (йөнөб);
  • айыҡ булмаған хәлдә;
  • ҡатын-ҡыҙ;
  • ҙур гонаһтар ҡылған кеше (ҡәбаир) аҙан ҡысҡырыу[6].

Мәзин көслө, әммә яғымлы тауышҡа эйә булырға тейеш була[4]. Улар аҙанды үҙенсәлекле көйлө итеп йырлайҙар[6]. Йырлау һәләтенә эйә булған балаларҙы аҙан һүҙҙәрен көйлө әйтергә өйрәткәндәр. Мәзиндең функциялары мираҫ буйынса күсеүе мөмкин. Ҡайһы берҙә мәзин итеп һуҡыр малайҙарҙы тәғәйенләйҙәр, улар манараға күтәрелеп, халыҡтың ихаталарында һәм йорттарында нимә барғанын, атап әйткәндә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрмәй[4]. Ислам дине белгестәренең күпселеге фекеренсә, әгәр мохтажлыҡ кисерһә, мәзин үҙ эше өсөн матди бүләк ала ала[6].

Аҙандан тыш, мәзиндәр махсус салауат һүҙҙәре башҡара башлай. Ҡайһы берҙә мәзин бурыстарына мәсет төҙөгәндә ҡибла дөрөҫлөктө тикшереү, шулай уҡ намаҙ ваҡытын иҫәпләү инә [4] .

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Моэззин // Новый энциклопедический словарь: 48 томда. — СПб., Пг.: 1911—1916.
  2. 2,0 2,1 2,2 Ньюби, 2007
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Гогиберидзе, 2009
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Кругосвет
  5. Ньюби, 2007, с. 33, 66, 192
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Али-заде, 2007

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

урыҫ телендә
  • Али-заде, А. А. Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
  • Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.
  • Муэдзин / Рощин М. Ю. // Излучение плазмы — Исламский фронт спасения. — М. : Большая российская энциклопедия, 2008. — С. 543. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов ; 2004—2017, т. 11). — ISBN 978-5-85270-342-2.
башҡа телдәрҙә
  • Ad̲hān / Juynboll, Th.W. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Муэдзин // Энциклопедия «Кругосвет».