Шәйех-үл-Ислам

Шәйех-үл-Ислам | |
![]() | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Культура | ислам |
![]() |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |

Шәйех-үл-Ислам (ғәр. شيخ الإسلام, әзерб. Şeyxülislam, төр. Şeyhülislam) — Ислам дәүләттәренең ҡайһы берҙәрендә Ислам мәсьәләләре буйынса иң юғары вазифалы кеше титулы .
Титул Ислам фиҡһ традицияларын ентекле белгән, яңы нормаларға, элек осрамаған мәсьәләләргә ҡарата ҡуллана белгән дин белгестәренә бирелгән. Шулай уҡ шәйех-үл-Ислам юғары әхлаҡҡа һәм өммәттә ҙур абруйға эйә булырға тейеш.
Шәйех-үл-Ислам титулы ҡайһы бер ислам йәмғиәттәрендә юғары судья вазифаһын аңлата (ҡаҙый).
Ғосман империяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғосман империяһында шәйех-үл-Ислам титулы сөнниҙәрҙең башлығы булараҡ яҡынса гректарҙың Константинополь патриархы дәрәжәһе кимәлендә булған.
Төркиәнең Бөйөк Милли мәжлесе саҡырылышынан һуң, 1920 йыл, абруйлы шәйех-үл-Ислам ғосман институты дин эштәре буйынса комитетҡа урынын бирә.
Кавказ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1980 йылда Аллаһшөкөр Һүммәт улы Пашазадә (әзерб. Allahşükür Hümmət oğlu Paşazadə) Кавказ аръяғы мосолмандарының диниә назараты рәйесе итеп һайлана һәм шәйех-үл-Ислам исеме ала .2003 йылда уға был дәрәжә ғүмерлеккә бирелә.
Фамилияларҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шәйхулисламов
Шәйех-үл-Исламдар исемлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Борһанетдин әл-Маргинани
- Ғизетдин ибн Абдуссәләм
- Зәкәрийә әл-Ансари
- Әбү Абдуллаһ әл-Куртуби
- Абдуллаһ әл-Ансари
- Әбү Исхаҡ әш-Ширази
- Ибн Һәжәр әл-Хайтами
- Мөхитдин ән-Нәүәүи
- Абдул-Кәрим әл-Ҡушайри
- Тажетдин әс-Субки
- Ибн Һәжәр әл-Әсҡәләни
- Әбү Бәкер әл-Байхаҡи
- Ибн Таймия
Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Список шейх-аль-Исламов Османской империи
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шейх-уль-Ислам // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)