Иман шарттары
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Иман шарттары
Мосолмандың беренсе бурысы - Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм бер булыуына, Хәҙрәти Мөхәммәт салал-лаһу ғәләйһис-сәләмдең Пәйғәмбәрлегенә ышаныу. Аҡылы камил булған һәм бәлиғ булыу осорона еткән һәр кеше беренсе сиратта иман нигеҙҙәрен белергә тейеш. Уны «Иман шарттары» тип тә әйтәләр.
Иман шарттары
- Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм бер булыуына ышаныу.
- Аллаһы Тәғәләнең фәрештәләренә ышаныу.
- Аллаһы Тәғәләнең китаптарына ышаныу.
- Аллаһы Тәғәләнең Пәйғәмбәрҙәренә ышаныу.
- Яуап көнөнә ышаныу.
- Яҙмышҡа (насипҡа), тәҡдиргә: яҡшылыҡ менән яманлыҡтың Аллаһы Тәғәлә тарафынан булыуына ышаныу.
Иман рөкөндәренең һәр береһенә ҡыҫҡаса туҡталып китәйек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аллаһы Тәғәләгә ышаныу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был Уның барлығына, берлегенә ышаныу, тигән һүҙ. Беҙ был турала алдағы дәрестәрҙә күп һөйләштек. Был дәрестә тағы ла ҡайһы бер аяттарҙы ҡарап үтербеҙ. Күп кеше Аллаһы Тәғәләнең барлығын инҡар итмәй. Ләкин Уның тураһында бик аҙ беләләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына ябай халыҡ араһында, мәҫәлән, «Аллаһ бабай» тигән һүҙ ишетергә тура килә. Ә бит Аллаһы Тәғәләне кеше сүрәтендә күҙ алдына килтереүсе - ул инде мосолман түгел. Беҙ бының турала ла һөйләштек. Шуға ла Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай ти: «Уның шикелле бер нәмә лә юҡ» («Кәңәш» сүрәһе, 42:11). Йәғни, Аллаһы Тәғәлә Үҙе яратҡан нәмәләрҙең береһенә лә оҡшамаған. Ул тыуҙырылмаған, тыуҙырмаған, Уның ҡатыны ла, балаһы ла юҡ, Ул һәр ваҡыт булған, бар һәм буласаҡ. Уны был донъяла бер кеше лә күрмәгән һәм күрмәйәсәк тә. Ул, ҡайһы бер ябай кешеләр әйтеүенсә, ниндәйҙер нур, утлы туп йә Ҡояш формаһында ла түгел. Мосолман кеше Аллаһы Тәғәләгә ышана, ләкин Уны күҙ алдына килтермәй. Һәм, шулай уҡ, кешегә хас самалы аҡылы менән Уны аңларға тырышмай. Мәҫәлән, беҙгә Аллаһы Тәғәлә биргән күҙҙәр нисәләр километрҙан ары күрә алмайҙар, ҡолаҡтарыбыҙ иһә ниндәйҙер тауыштарҙы ишетмәй һәм ишетергә һәләтле лә түгелдәр, ә ҡулдар иһә ниндәйҙер ауырлыҡтан арыны күтәрә алмайҙар. Шуның шикелле, беҙҙең аҡылыбыҙ ҙа Аллаһы Тәғәләнең мәңге булыуын, бер нәмәгә лә оҡшамауын, бөтә ваҡиғаларҙы ла алдан белеүен һәм Уның тағы ла башҡа күп сифаттарын тулыһынса аңлап етмәҫкә мөмкин. Һәм был тик беҙҙең көсһөҙлөгөбөҙҙө генә иҫбатлай, ә Аллаһы Тәғәләнең юҡлығына дәлил түгел.
Аллаһы Тәғәләнең фәрештәләренә ышаныу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был донъяла кешеләр берҙән-бер аҡыл эйәләре түгелдәр. Аллаһы Тәғәлә беҙҙән тыш тағы ла фәрештәләрҙе һәм ендәрҙе бар иткән. Кешеләр менән ендәрҙән айырмалы рәүештә, фәрештәләр Аллаһы Тәғәләгә бер һүҙһеҙ буйһоналар һәм бер ниндәй ҙә гонаһ эш эшләмәйҙәр. Улар Аллаһы Тәғәләнең әмерҙәрен үтәр өсөн яратылғандар. Мәҫәлән, ҡайһы бер фәрештәләр ямғырҙар менән эш итә, ҡайһылары тауҙарҙы аҫтын өҫкә килтерә ала, ҡайһылары иһә, кеше сүрәтенә инеп, Аллаһы Тәғәләнең әмере буйынса кешеләр менән һөйләшә. Ҡайһылары беҙҙең ҡылған эштәребеҙҙе яҙып ултыралар. Ҡайһы бер ферештәләр Ҡөрьән уҡып ултырыусыларға ҡанаттарын һалып, уларҙы хөрмәт итеп тора. Ҡайһылары Ҡиәмәт көнөндә кафырҙарҙы Йәһәннәмгә ташлар өсөн яратылған. Ә ҡайһылары иһә шул Йәһәннәмдең һаҡсылары булып торасаҡ. Фәрештәләр бик күп, уларҙың һанын Аллаһы Тәғәлә генә белә.
Беҙ ҡайһы бер фәрештәләрҙең исемдәрен беләбеҙ. Мәҫәлән, Джибрил фәрештәне, ғаләйһиссәләм. Башҡортса әйтелеше - Ябраил. Аллаһы Тәғәләнән Пәйғәмбәрҙәргә вәхи килтереүсе һәм әмер-бойороҡтар еткереүсе фәрештә ул. Ул, шулай уҡ, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) яҡын дуҫы ла. Ябраил фәрештә уға бер нисә сүрәттә күренгән ине. Тағы ла Микәил тигән фәрештә бар. Был фәрештә ямғырҙар менән эш итә. Тағы ла Исрафил тигән фәрештә бар. Ул фәрештә, Ҡиәмәт көнө етһә, борғоға өрәсәк. Әлеге ваҡытта ул борғоһон ауыҙына алып, Аллаһы Тәғәләнең әмерен көтөп тора.
Әлбиттә, Аллаһы Тәғәлә өсөн бер ниндәй ҙә ҡыйын эш юҡ. Һәм Ул бар эштәрҙе лә бер ниндәй ауырлыҡһыҙ Үҙе генә лә башҡара алыр ине, сөнки Ул бер кемдең дә ярҙамына мохтаж түгел. Аллаһы Тәғәләнең сифаттарының береһе - Әл-Ҡәүүий, йәғни «Көслө». Аллаһы Тәғәлә, шулай уҡ, Әл-Ғәний, йәғни «Мохтаж булмаған». Аллаһы Тәғәлә: «Бул!» - тиһә, Ул теләгән нәмә буласаҡ. Әммә ләкин Ул фәрештәләрҙе барлыҡҡа килтергән һәм уларҙың һәр береһенә билдәле бер эштәр ҡушҡан. Ни өсөн? Фәрештәләрҙе Ул Үҙенең барлығын, берлеген һәм бөйөклөгөн күрһәтер өсөн яратҡан.
Аллаһы Тәғәләнең китаптарына ышаныу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аллаһы Тәғәлә ҡайһы бер Пәйғәмбәрҙәр аша кешелеккә бер нисә китап ебәргән. Мәҫәлән, Тәүрат (урыҫса - Тора) китабы Муса Пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм аша бирелгән, Инжил китабы (Евангелие) - Ғайса Пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм (ғәрәпсә - (Ғ)Иса, урыҫса - Иисус) аша, Забур (Псалтырь) - Дауыт Пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм аша, һәм һуңғы китап - ул Ҡөрьән, был китап Мөхәммәт Пәйғәмбәргә (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) бирелде. Был китаптарҙа Аллаһы Тәғәлә Үҙенең барлығын, берлеген, иман шарттарын, Ахирәт хәлдәрен, әхләҡ төшөнсәләрен, ғибрәтле тарихи ваҡиғаларҙы, киләсәк хәбәрҙәрен, шәриғәтте аңлатты. Атап үткән китаптарҙың барыһы ла тура юлды күрһәтер өсөн индерелгән ине. Һәм беҙ, мосолмандар, уларға ышанырға тейешбеҙ.
Әммә шундай һорау тыуыуы бар: әгәр был китаптар барыһы ла Аллаһы Тәғәләнән икән, ни өсөн беҙ тик Ҡөрьән буйынса ғына йәшәргә тейешбеҙ һуң? Эйе, был һорау йыш бирелә. Һәм уға яуап ошолай: Ҡөрьъәндән алда булған китаптар кешеләр тарафынан үҙгәртелгәндәр. Уларҙы күпләп тәржемә итеү һәм күпләп күсереп яҙыу һөҙөмтәһендә уларға сит һүҙҙәр - кеше һүҙҙәре - килеп ингән. Был турала Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай ти: «Әллә һеҙ уларҙың (йәһүдиҙәрҙең һәм насраниҙарҙың) һеҙгә ышаныуына өмөт итәһегеҙме? Улар араһында бит Аллаһ һүҙҙәрен аңлағандаң һуң да, уларҙы күрәләтә үҙгәртеп яҙыусылар булды...» («Һыйыр» сүрәһе, 2:75). Йәғни Аллаһы Тәғәләнең Ҡөрьәндән алда бирелгән китаптары үҙгәртелгәндәр. Тимәк, әлеге көндә йөрөгән Тәүрат (Тора), Инжил (Евангелие) кеүек китаптар тәү хәлендә һаҡланып ҡалмағандар. Һәм бөгөн ул китаптарҙа Аллаһы Тәғәләнең нисә процент һүҙҙәре һаҡланып ҡалғанын беҙ белмәйбеҙ. Бәлки, яртыһынан күберәге лә хатта үҙгәртелгәндер. Шуға күрә ул китаптар инде тура юл күрһәтә алмайҙар. Иң һуңында Аллаһы Тәғәлә кешелеккә Үҙ Рәхмәте менән Ҡөьән-Кәримде индерҙе. Ҡөрьән - Аллаһы Тәғәләнең Ҡиәмәт көнө алдынан кешелеккә ебәргән һуңғы китабы. Ул ғәрәп телендә ғәрәп Пәйғәмбәренә бирелгән булһа ла, бөтә кешеләргә лә берҙәй йүнәлтелгән. «Беҙ һине барлыҡ кешеләргә һөйөндөрөүсе һәм иҫкәртеүсе-өгөтләүсе итеп ебәрҙек...» - ти Аллаһы Тәғәлә. Шулай итеп, донъялағы бөтә кешеләр ҙә Аллаһы Тәғәлә тарафынан индерелгән нурға, Ҡөрьәнгә, эйәрергә тейеш. Быны аңлаған кешеләр, ниндәй генә милләттән булыуҙарына ҡарамаҫтан, ислам динен ҡабул итәләр. Һәм шуға күрә лә бөгөн мосолмандар һаны немец, француз, инглиз, урыҫ, ҡытай, япон һәм башҡа халыҡтар араһында арта бара.
Аллаһы Тәғәләнең Пәйғәмбәрҙәренә ышаныу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аллаһы Тәғәлә китаптар бирә, тип әйттек, ләкин Аллаһы Тәғәлә китаптарҙы кемдәр аша бирә? Пәйғәмбәрҙәр аша (ғәрәпсә - нәбий, рәсүл, урыҫса - пророк). Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) әйткәнсә, йәмғеһе 124 000 Пәйғәмбәр булған.
Эйе, Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе бер ҡасан да яңғыҙ ҡалдырмаған. Уларға әленән-әле, тура юлды аңлатыр өсөн, Үҙенең илселәрен - Пәйғәмбәрҙәрҙе ебәреп торған. Ошо донъяла ҡайҙа ғына кеше йәшәмәһен, ҡасандыр уларға Пәйғәмбәр килеп, Аллаһы Тәғәләнең барлығын, берлеген һәм ахыр сиктә беҙҙең Уға ҡайтасағыбыҙҙы аңлатып киткән. Тик беҙ был Пәйғәмбәрҙәрҙең ҡайһы берҙәре тураһында ғына яҡшылап беләбеҙ. Ҡөрьәндә, мәҫәлән, 25 Пәйғәмбәрҙең исемдәре телгә алынған: Әҙәм, Нух, Сәлих, Һуд, Иҙрис, Ибраһим, Лут һәм башҡалар, ғаләйһим сәләм (уларға сәләм). Пәйғәмбәрҙәр барыһы ла бер хаҡиҡәт - иман хаҡиҡәтен килтергән. Улар барыһы ла Аллаһы Тәғәлә тураһында аңлатҡандар, барыһы ла Аллаһы Тәғәләнең барлығын, берлеген һәм Уға ғибәҙәт итеү кәрәклеген һөйләгәндәр.
Мосолман кеше бөтә Пәйғәмбәрҙәргә лә ышанырға тейеш. Һис бер ҡасан да мосолман, мәҫәлән: «Мин Муса Пәйғәмбәргә (урыҫса - Моисей) ышанмайым», - тип әйтә алмай. Былай тип әйткән кеше Исламдан сығып китә. Әгәр мосолман ниндәйҙер Пәйғәмбәрҙе Пәйғәмбәр тип танымай икән, тимәк ул Аллаһы Тәғәләнең һүҙҙәрен инҡар итә. Шул уҡ Муса Пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм, мәҫәлән, Ҡөрьәндә күп кенә урындарҙа атап әйтелгән. Пәйғәмбәрҙәрҙе инҡар итергә ярамай.
Әгәр барлыҡ Пәйғәмбәрҙәр ҙә бер үк нәмәне аңлаткан икән, ниңә беҙ Мөхәммәт Пәйғәмбәргә генә (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) эйәрергә тейешбеҙ, тип һорар кемдер. Яуап бирәбеҙ. Әйтәйек, хәҙерге көндә христиандар (насраниҙар), Ғайса Пәйғәмбәр (Иисус) артынан эйәрәбеҙ, тиҙәр. Ләкин ысынында улар уның артынан тейешенсә эйәрмәй. Ғайса Пәйғәмбәр үҙенә ғибәҙәт итеүҙе, табыныуҙы талап итмәне. Ә христиандар иһә бөгөн туранан-тура уға табыналар, шул рәүешле улар ширк (иң ҙур гонаһ!) эшләйҙәр. Ҡөрьәндә әйтелгән: «Аллаһы Тәғәлә Ғайса Пәйғәмбәрҙән: «Эй Ғайса! Һин кешеләргә: «Миңә һәм минең әсәйемә ғибәҙәт итегеҙ», - тип әйттеңме?» - тип һораясаҡ. Ғайса Пәйғәмбәр: «Дан Һиңә, Аллаһ! Мин быны әйткән булһам, Һин белер инең. Мин бит уларға: «Тик Аллаһҡа ғына ғибәҙәт итегеҙ!» - тип әйттем», - тиер». Эйе, христиандар үҙ диндәрен ҡурҡыныс итеп боҙҙолар. Ә Ғайса Пәйғәмбәрҙең өйрәткән нәмәләре иһә дөрөҫ хәлдә һаҡланып ҡалманылар. Шуға Аллаһы Тәғәлә кешелеккә яңы Пәйғәмбәр - Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙе (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) ебәрҙе. Уға эйәреү - кешенең берҙән-бер ҡотолоу юлы. Ә'башҡа кешеләргә эйәргән бәхетһеҙҙәр Ҡиәмәт көнөндә бик ныҡ үкенерҙәр, ләкин ул көндө үкенес һәм илау-аҡланыуҙар ярҙам итмәҫ. Был турала Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай ти: «Ул көндө залим кеше ҡулдарын тешләр һәм: «Аһ! Әгәр мин Аллаһ рәсүле менән бер юлды тотҡан булһам икән! Ниндәй ҡайғы миңә! Әгәр мин фәлән-фәләнде үҙемә дуҫ итмәгән булһам ине!» - тип әйтер».
Эй, кешеләр! Ошо аятта әйтелгән фәлән-фәләндәр - ялған юл өйрәтеүселәр, алдаҡсылар артынан эйәрмәгеҙ! Ҡурҡыныс Ҡиәмәт көнөндә Фирғәүен, Будда, Рим папаһы, Ленин, Сталин, Гитлер, Саи-баба кеүек әҙәмдәр артынан эйәреүселәр шул үҙ кумирҙары менән Мәхшәргә йыйылыр. Ә'ҡотолоусы кешеләр - улар Пәйғәмбәрҙәргә эйәргән бәндәләр булырҙар. Беҙҙең заманда күп кешеләр, диндәр араһында, Пәйғәмбәрҙәр араһында айырма юҡ, улар барыһы ла яҡшылыҡҡа өйрәтә, шуға күрә беҙ диндәрҙе айырырға тейеш түгелбеҙ, һәр кемдең үҙ юлы, тиҙәр. Уларға яуап итеп беҙ шулай тиербеҙ: эйе, юлдар күп, быны Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) дә әйткән ине, ләкин был юлдарҙың барыһы ла Аллаһы Тәғәләгә илтәме? Юҡ! Әгәр Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән алда йәшәгән ниндәйҙер Пәйғәмбәрҙең береһе ул заманда тере булһа, ул үҙе лә бары тик Мөхәммәт ғаләйһиссәләм артынан эйәрер ине. Быны ла Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) әйтте: «Әгәр Муса тере булһа һәм минең Пәйғәмбәр булған ваҡытыма тура килһә, ул тик минең артымдан эйәрер ине». Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә: «Был - Минең тура юлым, ошо юлдан барығыҙ!.. Быны һеҙгә Ул васыят ҡылды. Моғайын, һеҙ тәҡүәле булырһығыҙ». Йәғни, ислам дине - Аллаһы Тәғәләнең тура юлы, һәм ошо юлдан барыуҙы, башҡа юлдарға тайпылмауҙы Аллаһы Тәғәлә беҙгә васыят иткән.
Ҡиәмәт көнөнә ышаныу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алдағы дәрестәрҙә беҙ, Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе Ҡиәмәт көнөнә йыясаҡ, тип әйткән инек. Әгәр кемдер, Аллаһы Тәғәләгә ышанам, ти икән, ул Ҡиәмәт көнөнә лә ышанырға тейеш. Ҡиәмәт көнө - ул Аллаһы Тәғәләнең бөтә кешеләрҙе лә терелтеп, тергеҙеп, Мәхшәр майҙанына йыйыуы. Ул көндө Аллаһы Тәғәлә бөтә кешеләрҙән дә яуап аласаҡ: «Ниңә һин шул эште эшләнең? Ниңә был гонаһты ҡылдың? Ниңә шул нәмәне эшләмәнең? Ниңә намаҙ уҡыманың? Ниңә ураҙа тотманың? Ниңә зәҡәт бирмәнең?» һәм башҡа. Йәғни, Аллаһы Тәғәләнең әмерҙәренә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәсәкбеҙ. Аллаһы Тәғәләгә ышанам, ләкин Ҡиәмәт көнөнә ышанмайым, тигән кешенең иманы камил түгел, ул кеше иман рөкөндәренең береһен инҡар итә. Иман рөкөндәре - өйҙөң нигеҙ таштары кеүек. Әгәр нигеҙҙән төп таштарҙың береһен алһағыҙ, өй емерелеп төшәсәк. Иман менән дә шулай уҡ: әгәр кеше имандың ниндәйҙер бер шартын инҡар итә икән, был иман камил булмаясаҡ, йығыласаҡ. Ысынлап та, нисек инде кеше Аллаһы Тәғәләгә ышанһын да, Ҡиәмәт көнөнә ышанмаһын? Әллә Аллаһы Тәғәлә үлеп сереп бөткән кешеләрҙе ҡабаттан тергеҙә алмай, тиһегеҙме? Тирә-яғығыҙға ҡарағыҙ: мәҫәлән, яҙ көнө бөтөн донъя ҡабаттан терелә. Ә'Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә әйткән: «Шулай уҡ беҙ кешене лә терелтәсәкбеҙ», - тип. Беҙ ергә ташлаған орлоҡ Аллаһы Тәғәләнең әмере менән үҫеп сыға һәм үҙенә оҡшаш күпме яңы орлоҡтар бирә. Һәм былар барыһы ла Аллаһтың әмере һәм ихтыяры менән генә була. Әллә Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе шулай уҡ тергеҙә алмаймы ни? Әлбиттә, тергеҙә ала. Ҡөрьәндә әйтелгән: «Кешеләрҙе тергеҙеү уларҙы тәүге тапҡыр юҡтан бар итеүгә ҡарағанда еңелерәк...». Ҡасандыр элек донъяла бер нәмә лә булмаған - бер тере молекула ла, бер тере атом да. Һәм Аллаһы Тәғәлә бар тереклекте яратҡан, шул иҫәптән - кешене лә. Иң тәүҙә уны юҡтан бар итеп тә, аҙаҡ миллион-миллиард молекулаларға тарҡалған кешене Аллаһы Тәғәлә ҡабаттан йыя алмаймы ни? Әлбиттә, йыя ала.
Аллаһы Тәғәләнең тәҡдиренә, йәғни яҙмышҡа ышаныу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәҡдиргә (яҙмышҡа) ышанмаған кеше мосолман булып һаналмаҫ. Тәҡдир - Аллаһы Тәғәләнең бөтөн барлыҡ нәмә өсөн алдан әҙерләгән яҙмышы. Ҡөрьәндә лә, Сөннәттә лә тәҡдиргә ышаныу кәрәклеге тураһында күп әйтелгән. Мәҫәлән, Аллаһы Тәғәлә шулай ти: «Беҙ һәр нәмәне тәҡдир менән барлыҡҡа килтерҙек». Шулай уҡ: «Аллаһтың бойороғо тәҡдир булды», йәғни, алдан билдәләнде. Шулай уҡ Ҡөрьәндә әйтелә: «Ниндәй генә бәлә-ҡаза килһә лә, ул тик Аллаһтың рөхсәте менән генә килә. Аллаһҡа иман килтергән кешенең күңелен Аллаһ тура юлға ебәрә. Ул бар нәмәне лә белә».
Бер көн Ғүмәр ибн Хаттабтың улы Абдуллаһҡа (Аллаһ уларҙан риза булһын) бер төркөм кешеләр тураһында һөйләнеләр. Ул кешеләр белем арттырырға теләп Ҡөрьән уҡыйҙар икән, ләкин тәҡдиргә ышанмайҙар, яҙмыш юҡ, тиҙәр. Былар тураһында Абдуллаһ ибн Ғүмәр шулай ти: «Уларҙы осратһаң, әйт: «Ғүмәр улы Абдуллаһ ант итә: әгәр улар Өхөд тауы ҡәҙәр алтын сарыф итһәләр ҙә, әммә тәҡдиргә ышанмаған булһалар, Аллаһ уларҙың бер эшен дә ҡабул итмәйәсәк».
Тәҡдиргә (яҙмышҡа) ышаныу бер нисә төшөнсәнән барлыҡҡа килә:
Беренсенән, Аллаһы Тәғәләнең белеме бар нәмәне лә солғап алған. Аллаһы Тәғәлә белмәгән бер нәмә лә юҡ. Аллаһы Тәғәлә бөтә нәмә тураһында ла уларҙың бөтә нескәлектәренә тиклем белә. Һәм Аллаһы Тәғәлә ошо белгән нәмәләрен билдәле урынға яҙып ҡуйған, был урын «Һаҡлаулы таҡта» («Әл-ләүхүл-мәхфүз») тип атала. Мәҫәлән, минең ошо дәрестәрҙе яҙып ултырыуым, һеҙҙең уҡып ултырыуығыҙ - былар шул таҡтаға алдан уҡ яҙылған булған, тимәк. Һеҙҙең кисә нимә ашағанығыҙ, иртәгә һеҙҙең менән нимә буласаҡ - былар ҙа шунда яҙылып ҡуйылған, былар барыһы ла Аллаһҡа күптән билдәле.
Икенсенән, бөтөн булған нәмә фәҡәт Аллаһы Тәғәләнең әмере менән генә була. Бер нәмә лә Аллаһы Тәғәләнең ихтыярынан тыш булмай. Бер япраҡ та, Аллаһтың әмере булмайынса, ағастан өҙөлөп төшмәй. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә: «Аллаһтың күктәрҙә һәм ерҙә булған нәмәләрҙе белгәнен һин белмәйһеңме ни? Ысынлап, улар барыһы ла китапҡа (йәғни, Һаҡлаулы таҡтаға) яҙылып ҡуйылған. Ысынлап, был Аллаһҡа бик еңел». Беҙ бер ҡасан да, Аллаһ теләмәгән нәмә булды, тип әйтергә тейеш түгелбеҙ (бынан Аллаһ Үҙе һаҡлаһын!). Кемделер үлтерҙеләрме, кемдер үлдеме, нимәлер урландымы, кемдер ауырып киттеме - былар барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡушыуы буйынса, Уның ирке, Уның ихтыяры менән. Ләкин, шул уҡ ваҡытта, кешенең дә ихтыяры бар. Беҙ, тәҡдиргә һылтанып, кәрәкле нәмәләрҙе эшләмәй ултырырға тейеш түгелбеҙ. Улай иткән кешеләр, тимәк, динде дөрөҫ аңламай. Мәҫәлән, мин ниндәйҙер насарлыҡ эшләйем икән, «Миңә был яҙылған» тип, тәҡдиргә һылтанып ултырыуым ярамай. Был шайтан беҙҙе шулай алдай. Беҙ бит тәҡдиребеҙгә нимә яҙылғанын белмәйбеҙ, тимәк, бер нәмәгә ҡарамай, яҡшы эштәр эшләргә, хәлебеҙҙе яҡшыртырға ынтылырға тейешбеҙ. Тәҡдир - ул Аллаһы Тәғәләнең сере, һәм беҙгә уны аңларға тырышып, төпкә ҡаҙынырға ярамай (был турала Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм ҡаты киҫәткән). Беҙгә тейешле нәмә - ул тырышыу, ә ҡалғанын Аллаһ бирә.
Эйе, Аллаһы Тәғәләгә барыһы ла билдәле, һәм барыһы ла яҙылып ҡуйылған. Ләкин был, кешене нимәгәлер көсләү, тигәнде аңлатмай. Хаҡ хәлифә Ғүмәр ибн Хаттаб (Аллаһ унан риза булһын) тураһында шундай бер хикәйә һөйләнелә. Ул бер мәл бер бурҙы тотоп алып килде һәм шәриғәт ҡушҡанса уның ҡулын киҫергә әмер итте. Был бур: «Эй хәлифә! Мин бит быны Аллаһтың тәҡдире менән эшләнем, минең урлауым - ул Аллаһтың ҡушыуы», - тип аҡланырға тырышты. Ғүмәр хәлифә уға шулай тине: «Һин Аллаһ тәҡдире менән урлағанһың икән, мин һинең ҡулыңды Аллаһ тәҡдире менән киҫәсәкмен». Уйлана белгәндәр был хикәйәнән, әлбиттә, ғибрәт алыр.
Аллаһы Тәғәлә беҙгә нимә ҡушҡан, беҙ, бер нәмәгә лә һылтанмайынса, шуларҙы эшләргә ынтылырға тейешбеҙ: намаҙ уҡырға, ураҙа тоторға, төрлө яҡшы ғәмәлдәр ҡылырға, харамдан тыйылырға. Ә'тәҡдир - ул Аллаһтың сере. Бер ғалим әйткән: «Мин тәҡдир (яҙмыш) тураһында күп уйланым һәм шуны аңланым: уның турала күберәк һөйләгән кеше уны, тәҡдирҙе, әҙерәк аңлай, ә уның турала әҙерәк һөйләгән кеше уны яҡшыраҡ аңлай».
Шулай итеп, беҙ имандың алты рөкөнөн үттек. Беренсеһе - Аллаһы Тәғәләгә ышаныу, икенсеһе - Уның фәрештәләренә, өсөнсөһө - Уның китаптарына, дүртенсеһе - Пәйғәмбәрҙәренә, бишенсеһе - Ҡиәмәт көнө буласағына, һәм алтынсыһы - Аллаһы Тәғәләнең тәҡдиренә, йәғни яҙмышҡа. Ошо алты шартты беҙ яттан белергә тейешбеҙ һәм быларҙың береһен дә инҡар итергә тейеш түгелбеҙ.