Хәлифә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәлифә
ғәр. خَلِيفَة
ғосман. خلیفه
Нигеҙләү датаһы 632
Идара ителеүсе ойошма хәлифәлек
Юрисдикция таралышы билдәһеҙ
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1924
 Хәлифә Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Хәлифә — (ғәр. خليفة‎ — Хәлифә) Пәйғәмбәрҙең эшен дауам иттереүсе, вариҫы) — Ислам дине киң таралған илдәрҙә дәүләт башлығы титулы, идара итеүсе, хөкөмдәр, хаким. Мосолмандар мөхитендә иң ҙур дәрәжә.

Тарихынан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрлө заманда төшөнсәгә төрлө мәғәнә һалынған. Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм вариҫтарынан Әбү Бәкер, Ғүмәр ибн әл-Хәттаб, Усман ибн Әффан һәм Али ибн Әбү Талип хәҙрәттәре беренсе хәлифәләр булалар. Улар сәйәси власты ла ҡулдарында тоталар. Фикһ тап ана шундай власты алға һөрә һәм идеаллаштыра.

Ҡөрьәндә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исламдың Изге китабы Ҡөрьән Кәримдә Аллаһы тәғәлә кеше ер йөҙөндә хәлифә (йәғни, Уның вәкиле итеп яралтылған зат тип әйтелә.

« Һәм бына Раббың фәрештәләргә: «Мин Ер йөҙөндә Үҙемдең урынбаҫарымды булдырасаҡмын»,— тине. Улар: «Һин әллә унда боҙоҡлоҡ ҡылыусыны һәм ҡан түгеүсене булдырмаҡсы булаһыңмы? Ә беҙ Һине маҡтайбыҙ, Һине изге тибеҙ»,— тинеләр. Ул: «Ысынлап та, Мин һеҙ белмәгән нәмәләрҙе беләм!» — тине.
»

[1]

Дәүләт башлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәлифәлеккә идара итеүсе мәғәнәһендә был термин Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең вафатынан һуң ҡулланыла башлай. Ғәрәп дәүләтенең беренсе хәлифәһе — Әбү Бәкер хәҙрәттәре.

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң хәлифә һайлау зарурлығы тыуа. Ансарҙар башта икенсе кешене һайлаған булалар, әммә йыйылышҡа Үмәр ибн әл-Хаттаб, Әбү Үбәйдә һәм Әбү Бәкер килгәс, һуңғыһын хәлиф итеп һайлайҙар[2].

Өсөнсө хәлифә Усман ибн Әффанды үлтерәләр, һәм дүртенсе хаҡиҡи хәлифә итеп хәҙрәте Алиҙы һайлайҙар. Әммә Сүриә әмире Мүәвиә үҙен хәлифә тип иғлан итә һәм арала һуғыш башлана. Хәҙрәте Али власть өсөн көрәшмәҫкә була һәм өсөнсө яҡ хөкөмөнә тапшыра. Һөҙөмтәлә яҡтар килешеүгә килмәй һәм шул ваҡыттан «хәлифә» төшөнсәһе үҙгәреүгә дусар була.

Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) Мәҙинәлә 632 йылда вафат була һәм Мәҙинәлә ерләнә. Уның янында тоғро сәхәбәләре, хаҡ (хаҡиҡи) хәлифәләр Әбү Бәкер әс-Ситдиҡ һәм Ғүмәр ибн әл-Хәттаб ерләнгән.

Хәлифәлектәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихтағы хәлифәлектәр исламға нигеҙләнгән сәйәсәт алып барған, улар күп милләтле трансмилли империяларҙа үҫешкән[3]. урта быуат осоронда өс төп хәлифәлек бер-береһен алмаштыра: Хаҡ хәлифәт (632—661), Өмәүиҙәр хәлифәлеге (661—750), Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге (750—1258). Дүртенсе оло хәлифәтлек — Ғосман империяһы 1517 йылда хәлиф хакимиәтен иғлан итә. Ислам тарихы буйынса бер нисә мосолман дәүләте, мәмлүктәр солтанлығы (Ҡаһирә) һәм Әйүбиҙәр[4][5] үҙҙәрен хәлифәлек тип атаған.

Беренсе хәлифәлек, Хаҡ хәлифәт (Рәшидиә), Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең 632 йылда вафатынан һуң барлыҡҡа килә[6]. Рәшидиәнең дүрт хәлифе шура, йәмәғәт консультациялары юлы менән һайлап алына[7]. Шиғыйҙар дүртенсе хәлифәне — хәҙрәте Алиҙы ғына Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән һуң беренсе хаҡ хәлифә тип һанай. Али Беренсе Фетнә ваҡытында (656—661) йылдарҙа хакимлыҡ итә, Али тарафдарҙары һәм унан алдағы үлтерелгән хәлифә хәҙрәте Усман яҡлылар араһындағы, шулай уҡ Мысырҙа баш күтәреүселәр менән граждандар һуғышы һөҙөмтәһендә Мүәвиә Iосоронда, 661 йылда, Өмәүиҙәр хәлифәлеге төҙөлә.

Икенсе хәлифәлек — Өмәүиҙәр хәлифәлегенә Үмәйә ибн Абдушәмстән киткән Мәккә нәҫелдәре идара итә. Өмәүи хәлифәт Хаҡ хәлифәттең ғазауаттар сәйәсәте дауам итә, уның тарафынан Төньяҡ Африка, Пиреней ярымутрауының Әл-Әндәлүс (Әндәлүсия) өлөшө, Урта Азия, Синд, Тәбәристан менән Журжан яулап алына[8].Хәлифәлек христиандарҙы үҙ территорияһында ҡыҫырыҡламай, сөнки был ерҙәрҙә, бигерәк тә Сүриә биләмәләрендә күп булған[9][10][11] . Хәлифәттең яулап алынған барлыҡ ерҙәренә дәүләт хужа булып тора. Ер биләүселәрҙән дәүләт ер һалымы (ғөшөр һәм хараж) йыя [8]. Быны хәлифә Ғүмәр Ғәбд әл-Ғәзиз 718—719 йылдарҙа туҡтата. Әммә унан һуңғы вариҫтары законды яңынан тергеҙә һәм болғаныштар сығыуға сәбәп була. 746—750 йылдарҙа ғәббәсиҙәр инҡилаб яһай, һөҙөмтәлә хакимлыҡ Ғәббәсиҙәргә күсә[8].

Өсөнсө хәлифәлек — Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенә, ғәббәсиҙәр идара итә, улар Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡарт олатаһы Хашимдан Ғәббәс тигән ағаһы аша киткән киткән нәҫел. Хәлифә әл-Мансур 762 йылда Бағдад ҡалаһын икенсе баш ҡала итеп нигеҙләгән, ул иң ҙур фәнни, сәнғәти һәм мәҙәни үҙәк булып китә — был осор исламдың алтын быуаты булараҡ билдәле. 10-сы быуатта ғәббәсиҙәр дәүләтенә төрлө илдәрҙән баҫым көсәйә. 1258 йылда Монгол империяһы Бағдадты тар-мар итә, ғәббәсиҙәр хәлифәлеге баш һала. 1261 йылда мәмлүктәр Мысырҙа хәлифәлекте тергеҙә. Сәйәси власы булмауға ҡарамаҫтан, ғәббәсиҙәр династияһы дини мәсьәләләр буйынса йоғонто яһарға тырыша һәм 1517 йылда Мысырҙа мәмлүктәрҙе ғосманлылар яулап алғанға тиклем власҡа дәғүә итеү дауам итә[12].

Дүртенсе төп хәлифәлек, Ғосман хәлифәлеге, 1517 йылда Мысырҙа мәмлүктәрҙе яулап алғандан һуң барлыҡҡа килә. Был еңеү османлыларға изге ҡалалар Мәккә һәм Мәҙинәне контролдә тоторға мөмкинлек бирә. Ғосмандар яйлап мосолман дөньяһы лидерҙары һәм вәкилдәре булараҡ ҡарала башлай.

1916 йылда Яҡын Көнсығышта Ғәрәп инҡилабы хәл торошон Антанта файҙаһына үҙгәртә. Беренсе донъя һуғышында еңелгәндән һуң Константинополь оккупациялана һәм Ғосман империяһы бүлгеләнә.Уның бүлгеләнгән территорияһы Антанта державаларына беркетелә.

1923 йылдың 29 октябрендә Төркиә Республикаһы иғлан ителә , һәм Төркиәнең Бөйөк Милли Мәжлесе 1924 йылдың 3 мартында хәлифәлекте ғәмәлдән сығара

Хәҙерге хәлифәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге заманда хәлифәлек институтын тергеҙеүҙе байтаҡ мосолман хәрәкәттәре һәм ойошмалары яҡлап сыға.

  • Был титулға һуңғы Осман хәлифәһе Баязит Осман тоҡомо дәғүә итә ала. Мәккә һәм Хижаз хәлифәһе вариҫы — Иордания короле Абдалла II ибн Хөсәйен.
  • Сокото солтаны Әмирул Мөьминин Солтан Мөхммәт — Сокото хәлифәләре тоҡомо Саад Абубакар IV
  • Ирактағы граждандар һуғышы мәлендә хәлифәт иғлан ителгәйне. Уны күпселек ғөләмәләр таныманы. Хәлифе Әбү Бәкер әл-Бағдади — ИГИЛ башлығы яҡынса 2017 йылдың июлендә үлтерелгән .
  • Әхмәҙиҙәрҙең «Хәлифәт-үл-Мәсих» хәрәкәтен башлаған Мирза Ғүләм Әхмәттең вариҫы бар. Хәҙерге, 5-се хәлифә — Мирза Мәсрур Әхмәт.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1.  (рус.) Сура Аль-Бакара (Корова) Аяты: 30-36: «30. И сказал твой Господь ангелам: „Я поставлю на земле наместника“…»
  2. А. А. Али-заде. Хроники мусульманских государств I-VII вв. хиджры. — 2003. — 539 с.
  3. Al-Rasheed Madawi. Demystifying the Caliphate: Historical Memory and Contemporary Contexts. — Oxford University Press. — P. 3. — ISBN 978-0-19-932795-9.
  4. McNab Chris. Famous Battles of the Medieval Period. — New York: Cavendish Square Publishing, LLC, 2017. — P. 36. — ISBN 9781502632470.
  5. Natho, Kadir I. Circassian History. Pages 150
  6. Nigosian Solomon A. Islam: Its History, Teaching, and Practices. — Indiana University Press. — P. 18. — ISBN 978-0-253-11074-9.
  7. The Roots of Democracy in Islam. Irfi.org (16 декабрь 2002). Дата обращения: 30 июнь 2014.
  8. 8,0 8,1 8,2 СИЭ, 1961—1976
  9. Umayyad dynasty | Islamic history, Encyclopædia Britannica.
  10. Cavendish Marshall. World and Its Peoples. — Marshall Cavendish. — P. 185. — ISBN 978-0-7614-7571-2.
  11. Haag Michael. The Tragedy of the Templars: The Rise and Fall of the Crusader States. — Profile Books. — P. 20. — ISBN 978-1-84765-854-8.
  12. Holt, 1984

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Уланд — Хватцев. — М. : Большая российская энциклопедия, 2017. — С. 729. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов ; 2004—2017, т. 33). — ISBN 978-5-85270-370-5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «халиф» мәҡәләһе бар
  • Надирадзе Л. И. , Проблема государственной собственности на землю в халифате в VII—VIII вв. , в сборнике: Арабские страны, М. , 1970

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]