Әбү Бәкер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбү Бәкер
ғәр. أبو بكر
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  Хаҡ хәлифәт
Тыуған көнө 27 октябрь 573[1][2][3][…]
Тыуған урыны Мәккә, Хижәз[4][5]
Вафат булған көнө 23 август 634({{padleft:634|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1][5] (60 йәш)
Вафат булған урыны Мәҙинә, Хаҡ хәлифәт[4]
Ерләнгән урыны Мәсжид ән-Нәбәүи мәсете
Атаһы Усман Абу Кухафа[d]
Әсәһе Сальма Уммуль-Хаир[d]
Бер туғандары Q124711626?, Q124214929? һәм Q124214931?
Хәләл ефете Кутайла бинт Абд аль-Узза[d], Фатима бинт Зейд[d], Әсмә бинт Үмәйс[d] һәм Хабиба бинт Хариджа[d]
Балалары Ғәйшә бинт Әбү Бәкр[6], Абдуллах ибн Абу Бакр[d], Абдуррахман ибн Абу Бакр[d], Әсмә бинт Әбү Бәкер, Мухаммад ибн Абу Бакр[d] һәм Умм Кульсум бинт Абу Бакр[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, шағир, сауҙагәр
Биләгән вазифаһы Хаҡ хәлифә
Һуғыш/алыш Өхүд һуғышы
Вики-проект Проект:Математика[d]
Кунья Абу Бакр[d]
Ҡәбилә ҡорайыштар
 Әбү Бәкер Викимилектә

Әс-Сиддиҡ Әбү Бәкер Абдуллаһ ибн ’Усман әл-Ҡурайши, Әбү Бәкер Әс-Сиддиҡ булараҡ билдәле; 572, Ғәрәбстанда Мәккәлә тыуған, 634, 23 август Мәҙинәлә вафат булған. Хаҡ хәлифәттең тәүге хаҡ хәлифе, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) сәхәбәләренең һәм ҡайныларының береһе.

Мәккәләге тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исламские завоевания при праведных халифах. I — территория, контролируемая исламской политией на момент смерти Мөхәммәт пәйғәмбәра; II — завоевания при Әбү Бәкере; III — завоевания при Умаре; IV — завоевания при Усмане

Әбү Бәкер әс-Сиддиҡ 572 йылда в Мәккәлә Усман (Әбү Күһәф булараҡ билдәле) һәм Сәлимә (Үмм әл-Хәйер булараҡ билдәле) ғаиләһендә тыуған. Ислам ҡабул иткәнгә тиклем Мәккәнең иң бай сауҙагәрҙәренең береһе булған. Ҡазый ҙа булған, уҡымышлылығы менән Мәккәлә абруй ҡаҙанған.

Ислам ҡабул итеүе

Әбү Бәкер әс-Сиддиҡ Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең дуҫы булған, ирҙәрҙән өсөнсө булып Ислам ҡабул иткән тип һанала. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең хәләл ефете Хадиджә бинт Хувайлидте һанағанда, Әбү Бәкер Ислам ҡабул иткән дүртенсе кеше. Әбү Бәкер үҙенең мөшрик исемен Абдаллаһ («Аллаһ ҡоло») тип үҙгәртә. Йомшаҡ, кешелекле холҡо менән ул атаҡлы сәхәбәләр Усман ибн Аффан, Талха ибн Үбәйҙулла, әз-Зубәйер ибн әл-Аввам, Сәәд ибн Әбү Ваҡҡас, Абдуррахман ибн Ауф, Усман ибн Мазун һәм башҡаларҙы Исламға ылыҡтыра. Өммәттең бик бай кешеләренән булараҡ ул мосолмандарға матди ярҙам күрһәткән, ҡолдар өсөн түләп азат иттергән.

Һижрәт

Мәҙинәгә Һижрәт ҡылғанда Әбү Бәкер Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе эҙәрлекләүселәрҙән ҡурсыған һәм юлда оҙатып барған. Улар Мәккә янындағы бер мәмерйәлә йәшенеп ҡалғандар.

Мәҙинәләге тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миләди 624 йылда Әбү Бәкер ҡыҙы Әишәне (Ғәйшә) Мөхәммәт Пәйғәмбәргә бирә һәм уға тағы ла яҡыныраҡ булып китә. и тем самым ещё более сблизился с ним. Ҡыҙ Мәккәлә саҡта уҡ һоратылған булған; Мәҙинәлә никах уҡыла. Ғәйшә бинт Әбү Бәкер иҫләүенсә, бер ниндәй ҙә туй тантаналары үткәрелмәй[7].

Әбү Бәкер Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең барлыҡ яуҙарында ҡатнаша, Табуҡтағы һуғышта байраҡсы була. Әбү Бәкер әс-Сиддиҡ үҙе бер сәйәси йә хәрби акцияларҙың башында тормаған — 631 йылғы Мәккәгә хаж ҡылыуы һәм Пәйғәмбәрҙең һуңғы көндәрендә генә, ул мөнбәрҙә тора алмағас, уның урынына һөйләгән. Мөхәммәт Пәйғәмбәр вафат булғас, ғәрәптәрҙең бер өлөшө быға ышанмай, Әбү Бәкер ҡыҙып һуғышырға йыйынған диндәштәрен , Мөхәммәт — бары тик Рәсүл, ул вафат, Аллаһы тәғәлә генә мәңгелек, тип бынан тыйған.

Хәлифат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәлиф итеп һайланыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәммәт Пәйғәмбәр миләди 632 йылда вафат булғас, хәлиф һайлау зарурлығы тыуа. Ансарҙар башта икенсе кешене һайлаған булалар, әммә йыйылышҡа Үмәр ибн әл-Хаттаб, Әбү Үбәйдә һәм Әбү Бәкер килгәс, һуңғыһын хәлиф итеп һайлайҙар[8]. Шиғыйҙар был ваҡиғаға икенсе төрлө аңлатма бирә.

Монафиҡтар менән һуғыш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монафиҡтар менән һуғыш картаһы

Мөхәммәт Пәйғәмбәр үлгәс, күп кенә ҡәбиләләр диндән сигенә башлай, хәлифкә уларҙы кире ҡайтарырға тура килә.[9]. Ул Усама ибн Зәйедте Византияға ҡаршы яуға ебәрә. Шул арала диндән тайпылыусылар уға һөжүм яһайҙар. Уларҙы еңә алалар, мосолмандарҙың рухы күтәрелә. Яугирҙәр Византиянан трофейҙар менән ҡайтып төшә. Үҙе урынына Усаманы ҡалдырып, Әбү Бәкер монафиҡтарға ҡаршы яуға Рәмзәгә китә. Мәҙинәгә еңеү менән ҡайта[10].

Мәҙинәгә ҡайтҡас, Әбү Бәкер Усаманың отрядын 11 хәрби төркөмгә бүлә, командирҙар билдәләй[10].

Әбү Бәкер әл-Абрак яғына йүнәлә, абс һәм зүбйән ҡәбиләләрен еңә, ялған рәсүл Тулайха тарафына юл тота. Ул арала Хәлид ибн әл-Вәлид дә ҡайҙа ҡан ҡойошһоҙ, ҡайҙа шәһиттәр ҡалдырып күп кенә ҡәбиләләрҙе Исламға ҡайтара, шунан хәлиф ҡушыуы буйынса Бану Ярбу ҡәбиләһенә ҡаршы китә[10].

Йәмәндә ялған рәсүл Мүсәйлимә була, ундағы ҡәбиләләр менән ҡаты һуғыштар була[10].

Мосолмандарға Оманда ла ауырға тура килә. Шулай ҙа монафиҡтарҙы еңеп сыға алалар һәм күп ғәнимәт малы (трофей) менән ҡайтып төшәләр[10].

Йеменгә ебәрелгән отрядтар ҙа баш күтәргән ҡәбиләләрҙе еңә, Хадрамаутты контролгә ала[10].

Бахрейндә ике көслө ҡәбилә — абдулҡайс һәм бану бәкер була. Абдулҡайстар тоғро ҡала, ә бану бәкер диндән сыға. Улар менән дә көрәшергә тура килә[10].

Әбү Бәкер монафиҡтарға ҡаршы көрәш алып барып, йыл эсендә Исламдан баш борған ҡәбиләләрҙе дингә кире ҡайтара [9].

Рим империяһы һәм Сәсәниҙәр дәүләте менән һуғыш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исламды ҡабул итмәгән ғәрәп ҡәбиләләренән тыш башҡа дәүләттәргә баҫып инеү күҙәтелмәй[9]. Башҡа дәүләттәрҙең Исламға килеүе стихиялы рәүештә бара. Ни Мөхәммәт Пәйғәмбәр, ни Әбү Бәкер Исламды таратыу, уның сиктәре тураһында һүҙ алып бармай. Замандаштары Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ауыҙынанда, Әбү Бәкерҙән дә донъяны яулау тураһында һүҙ ишеткәнен хәтерләмәй. Һуңғы осор тарихсыларҙың Пәйғәмбәр Рим императорына һәм Персия шаһыншаһына Ислам ҡабул итергә тәҡдим иткән тигән хәбәр — мистификация (был турала рим сығанаҡтарында ла бер ни юҡ).

Хәлифәттең һуғышсылары ла әҙ, регуляр армияһы ла булмай, матди мөмкинлектәре лә сикле. Ошо иҫәпкә алғанда, Әбү Бәкер Рим империяһын һәм Сасаниҙәрҙе яулап алырға уйламағанын аңларға мөмкин. Улар бары шулар ҡулы аҫтында ҡалған ғәрәптәрҙе генә Исламға йәлеп итергә тырыша.

Мосолмандар рим һәм фарсы армияларының ҡеүәтле икәнен белә, шуға күрә миләди 644 йылға тиклем ул дәүләттәрҙең армиядары менән һуғышҡа инмәй, ә вассал хәлендәге ғәрәп ҡәбиләләрен генә буйһондороу менән шөғөлләнә. Ғәскәрен һуғышҡа ебәргәндә Әбү Бәкер командирҙарына дошман территорияларында кешелеклелекте юғалтмаҫҡа ҡушҡан тиҙәр (күпмегә дөрөҫтөр): «Дошманыңды осратып, еңһәң, аяуһыҙланма, тәндәрен ғәрипләмә, һатлыҡ булма, ҡурҡаҡ булма. Баланы ла, ҡарт-ҡороно ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла үлтермә. Пальмаларҙа йәрәхәтләмә, яндырма. Малды ашарға етерлегенән артыҡ һуйма. Аллаһҡа табынып ултырғандарға теймә. Баштарына шайтан эйәләгәндәргә генә һуғығыҙ, Ислам ҡабул итһендәр йә хурлыҡ билдәһе итеп джизйә түләһендәр»[7].

Вафаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярмуҡтағы һуғыш алдынан Әбү Бәкер ҡаты ауырып китә, үлеме яҡынайғанын һиҙеп, сәхәбәләргә яңы хәлиф һайларға ҡуша. Сәхәбәләр Әбү Бәкерҙән вариҫты үҙе әйтеүен һорайҙар. Шунда Әбү Бәкер Үмәр ибн әл-Хаттабты атай. Күптәр быны хуплай. Яңы хәлифте халыҡҡа иғлан итәләр, халыҡ быны риза булып ҡабул итә. Хәлиф Әбү Бәкер миләди 634 йылдың 23 авгусында — Мөхәммәт Пәйғәмбәр кеүек үк 63 йәшендә вафат була. Ғәрәп классик тарихсылары быны иманлылығы өсөн айырым бүләк тип аңлатырға ярата. Әбү Бәкер ҡалдырған васыятта Мәҙинәләге үҙ еренең 1/5 өлөшөн, бар мөлкәтен һәм аҡсаһын дәүләткә саҙаҡа итеп тапшырырға ҡушылған була[10]. Әбү Бәкерҙе ҡыҙы Ғәйшә бүлмәһендә Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡәбере янына ерләйҙәр. Мәсжид Ән-Нәбәүи (Пәйғәмбәр мәсетен) киңәйткән ваҡытта Әбү Бәкер әс-Сиддиҡтың, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең һәм хәлиф Үмәрҙең ҡәберҙәре мәсет эсендә ҡала.

Холҡо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбү Бәкер мәрхәмәтле, йомшаҡ холоҡло кеше булған. Классик ғәрәп тарихсылары һәм ҡыҙы Ғәйшә хәтирәләре буйынса, ул бик ябай ғына йәшәгән; бар килеме Мәҙинәләге еренән алған уңыш та наҡыҫ ҡына эш хаҡы була.

Әбү Бәкер һәр саҡ, һәр ерҙә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡушҡанын үтәүсе генә икәнен, бер ниндәй ҙә яңылыҡ индермәүен әйтеп йөрөй [9].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Abu Bakr // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  2. Abu Bakr al-Siddiq // Store norske leksikon (билдәһеҙ) — 1978. — ISSN 2464-1480
  3. Bibliothèque nationale de France ʿAbd Allāh Abū Bakr al-Ṣiddīq // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. 4,0 4,1 Абу-Бекр (урыҫ) // Энциклопедический словарь / под ред. И. Е. АндреевскийСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1890. — Т. I. — С. 46.
  5. 5,0 5,1 Abu-Bekr (ингл.) // Encyclopædia Britannica: a dictionary of arts, sciences, literature and general information / H. Chisholm — 11 — New York, Cambridge, England: University Press, 1911. — Vol. 1. — P. 78.
  6. Али-заде А. Аиша бинт Абу Бакр (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
  7. 7,0 7,1 Большаков, О. Г. История Халифата, т.1: Ислам в Аравии. — Москва: "Восточная литература" РАН, 2000.
  8. А. А. Али-заде. Хроники мусульманских государств I-VII вв. хиджры. — 2003. — 539 с.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 Ислам: ЭС, 1991
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 10,6 10,7 Али-заде А., 2004

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]