Эстәлеккә күсергә

Ғабдулла ибне Мәсғүд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғабдулла ибне Мәсғүд
ғәр. عبد الله بن مسعود
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

Ҡаҙый

Тыуған көнө:

594({{padleft:594|4|0}})

Тыуған ере:

Мәккә, Хижәз
Тихама[d], Ғәрәп ярымутрауы

Үлем көнө:

653

Үлгән ере:

Мәҙинә, Хаҡ хәлифәт[1]

Ерләнгән ере:

Әл-Баҡый

Йыл йәшәгән

60 йәштән олораҡ

Ил:

 Хаҡ хәлифәт

Дине:

сөннилек

Ҡатыны

Зайнаб бинт Абу-Муавия[d]

Бәрелештәр:

Бәҙер һуғышы, Өхүд һуғышы, Ур һуғышы, Битва при Хайбаре[d], Хүнәйнә һуғышы һәм Мәккәне яулау

Эшмәкәрлек йүнәлеше:

Фиҡһ һәм тәфсир

Шәкерттәре:

Әнәс ибн Мәлик

Йоғонто яһаған:

хәнәфи мәҙһәб

 Ғабдулла ибне Мәсғүд Викимилектә

Ғабдулла ибн Мәсғүд (Мәсғүт), тулы исеме Әбү Ғабдрахман Ғабдулла ибн Мәсғүд әл-Һүҙли (ғәр. أبو عبد الرحمن عبد الله بن مسعود الهذلي‎; тыу. 594, Мәккә — 650, Мәҙинә, Хаҡ хәлифәт — Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең билдәле сәхәбәләренең береһе, бөйөк ислам ғалимы, фаҡиһ. Беренселәрҙән булып ислам ҡабул иткән.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәккәлә тыуған. Ислам риүәйәтенә ярашлы, Ғабдулла ибн Мәсғүд йәш сағында көтөүсе булған, Ғәҡәбә ибне әбү Муғәйтәнең кәзәләрен көткән. Ул беренселәрҙән булып ислам ҡабул иткән һәм әл-Арҡам йортонда мосолмандар йыйылыштарында ҡатнашҡан. Был осорҙа мосолмандар мәжүсиҙәр яғынан эҙәрлекләүҙәргә дусар була, әммә Ғбдулла ибн Мәсғүд был хәлдән ҡурҡмай.

Уны мөшриктәр Ҡәғбә эргәһендә Әр-Рәхман сүрәһен уҡығанда тотоп алалар һәм ғазаплайҙар. Ғабдулла бөтә яфаларға бирешмәй, диндән ваз кисмәй, Эфиопияға һижрәт ҡылырға мәжбүр була. Эфиопиянан ҡайтҡас, ул Мөхәммәт пәйғәмбәр менән бергә Мәҙинәгә һижрәт ҡыла[2].

Ғабдулла ибн Мәсғүд Бәҙер, Үхүд, Хандаҡ, Хәйбәр, Хунәйн һуғышында Һәм Мәккәне алыуҙа ҡатнаша[2].

Мөхәммәт ғәләйһиссәләм вафат булғас, Хәлифәтте нығытыуҙа ҡатнаша. Сүриә йүнәлешендәге ғәскәрҙәрҙә Византияға ҡаршы һуғыша. Унан һуң хәлиф уны Ғүмәр ибн әл-Хәттаб Куфәгә ҡазый итеп тәғәйенләй.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғабдулла бик белемле кеше була. Ул феноменаль тиерлек хәтергә эйә була һәм Ҡөрьәнде яттан белә.

Ғабдуллаһ ибн Мәсғүд фикһының ираҡ мәктәбенә нигеҙ һалыусыһы булып һанала. Ул Куфала ҡулланған фикһ ысулдары һуңыраҡ Әбү Хәнифә тарафынан үҫтерелә, һәм был ысулдар хәнәфи мәҙһәбенең нигеҙенә ята. Ибне Мәсғүд ысулы аналогияға нигеҙләнгән; был ысул ҡыяс (сағыштырыу) исемен ала. Хоҡуҡи күрһәтмәләр сығарғанда Ғабдулла ибн Мәғсүд аналогия ысулын ҡуллана [2].

Вафаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

650 йылда Хаҡ Хәлифәт осорода Мәҙинә ҡалаһында вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. арабская Википедия — 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Али-заде, 2007

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Али-заде, А. А. [17 Абдулла ибн Масуд] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Ibn Masʿūd / Vadet J.-C. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)