Эстәлеккә күсергә

Ғәрәбстан ярымутрауы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәрәбстан ярымутрауы
Космостан күренеш
Космостан күренеш
Характеристикалары
Майҙаны3 250 000 км²
Урынлашыуы
23°00′ т. к. 47°00′ кс. о._type:isle HGЯO
Яҡын һәм Урта Көнсығыш<div class="ts-ПозКарта-метка" style="
 left:Аңлатма хатаһы: Танылмаған "[" тыныш билдәһе%;
top:Аңлатма хатаһы: Танылмаған "[" тыныш билдәһе%">
Точка
Ғәрәбстан ярымутрауы
 Ғәрәбстан ярымутрауы Викимилектә

Ғәрәбстан ярымутрауы (ғәр. شِبْهُ الْجَزِيرَةِ الْعَرَبِيَّة‎ — шибх аль-джазӣрат аль-’арабийях‎ или ғәр. جَزِيرَةُ الْعَرَب‎ — джазӣрат аль-’араб‎[1]) Ара́вия (от бор.-йәһ. ערבה‎ «арава» — дала[2]) — көньяҡ-көнсығыш Азияла ярымутрау. Донъяла иң боронғо ярымутрау, майҙаны 3,25 миллион км². Көньяҡ-Көнбайыш Азияла урынлашҡан, относится к Евразияға ҡарай[3][4].

Көнсығышта Фарсы һәм Оман ҡултығы, көньяҡта — Ғәрәбстан диңгеҙе һәм Аден ҡултығы, көнбайышта — Ҡыҙыл диңгеҙ һыуҙары менән йыуыла. Ярымутрауҙың төньяҡ сиге Фарсы ҡултығы һәм Акаба ҡултығы сиктәрен тоташтырған яҡынса төньяҡ киңлектең 30° параллеленән үтә. Ҡайһы берҙә был сикте Сәғүд Ғәрәбстаны мнән Иордания һәм Ираҡ сиктәре буйынса үткәрәләр[5].

Меридиан буйынса на 2 мең км-ға һәм киңлек буйынса 2,8 мең километрға һуҙылған[6]. Ярҙары тура һыҙыҡты хәтерләтә, көсһөҙ бүленгән, уңайлы бухталар аҙ[6]. геологик яҡтан ярымутрау ҡасандыр Африка континенталь массаһының бер өлөшө булған Ғәрәбстан плитаһында урынлашҡан.

Ғәрәбстан ярымутрауы тулыһынса тиерлек ҡомло һәм ташлы (хамадалар) сүлдәрҙән (Ҙур Нефуд, Руб-эль-Хали һ.б.) ғибәрәт[6]. Высшая точка Аравийского полуострова — гора Эн-Наби-Шуайб (3660 м)[7].

Ғәрәп ярымутрауында һәм сиктәш утрауҙарҙа Бахрейн, Йәмән, Катар, Күвәйт, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Оман, Сәғүд Ғәрәбстаны (ярымутрауҙың 80%-ын алып тора), Ираҡ һәм Иордания дәүләттәре урынлашҡан[7].

Геологик ҡоролошо һәм рельефы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәрәбстан ярымутрауы боронғо Африка-Ғәрәбстан платформаһының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Ярымутрауҙың көнбайышында һәм үҙәгендә ер өҫтөнә протерозой Нубий-Ғәрәбстан ҡалҡанының метаморфик һәм кристалл тоҡомдары, көньяҡ-көнбайышта — породы Ғәрәбстан-Аден-Сомали ҡалҡаны тоҡомдары сыға. Ҡалҡандарҙың үҙәк өлөштәрен Аден ҡултығы һәм Ҡыҙыл диңгеҙҙең йәш грабендары айыра. Ярымутрауҙың көньяҡ һәм көнбайыш өлөштәре аҡбур осороноң аҙағынан башлап бер нисә тапҡыр әүҙемләшеүгә дусар ителгән. Ҡыҙыл диңгеҙгә табан ташландыҡ ҡалҡыулыҡтар буйынан вулкан конустары барлыҡҡа килгән, ә йәш һынылыштар һыҙыҡтары буйлап базальт ағып төшкән. Кристалл һәм метаморфик тоҡомдарҙан торған ҡалҡандар оҙайлы денудацияға дусар ителгәнлектән, һөҙөмтәлә 1800—2300 метрға тиклем күтәрелгән түбәнге өлөшөндә яҫы таулыҡтар һәм яйлалар рельефы барлыҡҡа килә. Ярымутрауҙың көнсығыш өлөшө платформа плитаһы булып тора, унда нигеҙ тоҡомдары башлыса аҡбур, юр һәм кайнозой ҡомташтары һәм эзбизташтары ултырма тышлығы аҫтына төшә. Ғәрәбстан ярымутрауының көнсығыш өлөшөндә 200 метрҙан кәмерәк бейеклек билдәләренән торған тарихи эль-Хаса өлкәһе урынлашҡан[7].

Яр буйында Һәм Фарсы ҡултығы акваторияһында донъяның нефть һәм тәбиғи газ запастарының байтаҡ өлөшө тупланған[5]. Ярымутрауҙың уртаһында Нубия-Ғәрәп ҡалҡанын тышлыҡ тоҡомдары уратып алған. Нығытылмаған ҡом массивтары: Руб-эль-Хали, Дехна һәм Ҙур Нефуд сүллектәре киң үҫешкән. Ярымутрауҙың көньяҡ өлөшө күп һанлы вади үҙәндәре киҫеп үткән бейек (2469 м тиклем) күтәрелгән ҡатламлы Хадрамаут яйлаһы менән уратып алынған. Ярымутрауҙың көньяҡ-көнбайышында ҡеүәтле ултырма һәм вулкан ҡалынлыҡтары менән ҡапланған антиклиналь массив — лава яйлаһы. Лава яйлаһындағы айырым вулкандар һәм түбәләр (Эн-Наби-Шуайб) 3600 метр бейеклеккә етә. Ҡыҙыл диңгеҙ ярымутрауы яр буйында мәрйен утрауҙары һәм һай урындары күп[5]. Ҡыҙыл диңгеҙҙең көнсығыш яры буйлап тоҙло тупраҡ, ҡом һәм ҡырсынташлы тар сүллек һыҙаты ята. Был сүллектең көньяҡ өлөшө Тихама тип атала. Сикке көньяҡ-көнсығышта төп һәм ультратөп магматик тоҡомдарҙың (Эль-Ахдар, Эль-Хаджар-эш-Шарки һ. б. һырттары) киң үҫешкән Альп йәшендәге ҙур ташлы-йыйырсыҡлы урта таулыҡтар өлкәһе урынлашҡан[7].

Ғәрәбстан ярымутрауы сүллектәре
АтамаһыУрынлашыуыМайҙаныИҫкәрмә
Ҙур НефудСәғүд Ғәрәбстанының төньяғы103 600 км²Руб-эл-Хали һәм Кесе Нефуд (Дехна) сүлдәре менән тоташа
Рамлат-эл-ВахибаОман12500 км²сүллек дүртенсел осорҙа көньяҡ-көнбайыш муссондар һәм көнсығыштан иҫкән төньяҡ шама́ль пассаттары тәьҫирендә барлыҡҡа килгән.
Кесе Нефуд (Дехна)Сәғүд Ғәрәбстаны үҙәге132 000 км²төньяҡтан көньяҡ-көнсығышҡа табан 1200 км-ға һуҙылған тар (20-нән 70 км-ға тиклем) боронғо ағым уйһыулығын биләй
Эль-Джафураюжнее Катар ярымутрауынан көньяҡҡараҡЭл-Джафураның көньяғында Руб-эл-Хали сүленә күсә
Нафуд-эд-ДахиСәғүд Ғәрәбстаны үҙәге50 000 км²күсеп йөрөүсе бархан ҡомдары массивтары
Руб-эл-ХалиСәғүд Ғәрәбстаны һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең көньяғы,
Йәмән һәм Омандың төньяғы
650 000 км²ғәрәп шельфы аша көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа һуҙылған ҙур бассейн
ТихамаСәғүд Ғәрәбстанының көньяҡ-көнбайышы,
запад Йәмәндең көнбайышы
120 000 км²урыны менән сүллек өҫтөн айырым ҡая ҡалдыҡтары һәм көнбайыштан көнсығышҡа уны киҫеп үткән күп һанлы ҡоро үҙәндәр — вади боҙа
Дехнала бер үркәсле дөйә каруаны

Ярымутрауҙың урта һәм көньяҡ өлөштәре климаты — тропик пассатлы. Ғинуар температураһы 14 °C (Эр-Рияд) 24,8 °C (Аден), июлдә 33,4 °C (Эр-Рияд), максималь температура — 55 °C. Ғәрәбстан ярымутрауының климаты планетала иң эҫеһе. Ярымутрауҙың тропик райондары бик аҙ дымлылыҡ зонаһы булып тора. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме яҡынса 100 мм, көньяҡта яуым-төшөм башлыса йәйгеһен (50 мм/г-дан кәмерәк) була. Ярымутрауҙың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге тауҙарҙа муссондар үтеп инеү менән бәйле йыллыҡ яуым-төшөм күләме 500 мм-ға тиклем, ә көньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге тауҙарҙың көнбайыш битләүҙәрендә 700—900 мм-ға тиклем арта[7].

Субтропиктың иң төньяғында ҡышҡы циклон яуым-төшөмлө субтропик климат; йәй ҡоро. Яуым-төшөм йылына яҡынса 150—300 мм. Ғинуар температураһы 10-15 °C; төньяҡтан һалҡын һауа килеп ингәндә температура кире күрһәткестәргә тиклем төшә[7].

Йылғалары һәм күлдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәрәбстан ярымутрауында йылғалар һәм күлдәр селтәре һирәк, тирә-яҡ диңгеҙҙәргә һыу аҙ аға. Даими һыу ағымдары ярымутрауҙың көньяғында һәм көньяҡ-көнбайышында (Масила, Маур[ar], Тибан[ceb] һ.б. йылғалар) урынлашҡан.

Көнбайыштан көнсығышҡа табан дөйөм ауышлығы буйынса ярымутрауҙы вадиҙар киҫеп үтә; иң эреләре: Эр-Румма (1000 км-ҙан ашыу) һәм Эд-Давасир. Вадиҙың күп өлөшө сүл ҡомдарында тамамлана. Карст сығанаҡтары, Неджд куэст районының үҙәк өлөшөндәге ер аҫты һыуҙары ҙур әһәмиәткә эйә. Фарсы ҡултығы (Эл-Хаса) яр буйындағы мул сығанаҡтарҙың сығыуы үҙенән-үҙе ағып торған ҡатламлы һыуҙарға бәйле. Фарсы ҡултығы илдәре һыу етешмәү сәбәпле, һыуҙы сөсөләндереү ҡоролмаларын төҙөргә мәжбүр[7].

Тупрағы һәм үҫемлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Оманда оазис

Ярымутрауҙың яҡынса 95%-ын примитив тупраҡлы йәки елберләгән һәм ярым нығытылған ҡомло тропик сүллектәр биләй. Түбән урындарҙа тоҙло тупраҡ һәм һутлы тоҙло тупраҡ, туплама тоҙло тупраҡ һ.б. бар. Үҙәк райондарҙа ҡыяҡлы далаларҙың ҙур булмаған участкаларын, көньяҡта — ҡыҙыл-көрән тупраҡ (акация өҫтөнлөк иткән сүлле саванналар) осратырға мөмкин. Ғәрәбстан ярымутрауының төньяғында субтропик ярымсүлдәр һәм сүллектәр бар; һоро тупраҡта, һоро-көрән һәм көрән тупраҡта тар япраҡлы ҡыяҡлылар, әрем һәм ярым ҡыуаҡтар өҫтөнлөк иткән ҡоро далалар бар[7]. Ҡойолар һәм һыу сығанаҡтары тирәләй оазистар урынлаша[5].

Вади үҙәндәре, тау аҫты зоналары оазистары буйлап — акация, тамариск, держидеревтан торған һирәк ҡыуаҡтар үҫә. Көньяҡ тауҙарҙың тропик муссон берләшмәләре (тамаринд, канделябр һымаҡ һөтлөгәндәр, акация һ.б.) байыраҡ; 1500—1800 м бейеклектә төрлө мәңге йәшел ҡыуаҡтар, зәйтүн ағасы һәм фисташка үҫә; үрҙәрәк — мезофит болондары. Тупраҡ — таулыһы ҡыҙыл-көрән, вулкан тоҡомдарында — ҡара төҫлө. Культурала финик пальмаһы, емеш ағастары, кофе, иген культуралары, бойҙай, арпа, кукуруз, тары һәм башҡалар[7].

Ярымутрауҙың көньяҡ һәм урта өлөшө Эфиопия өлкәһенең Сахара эске өлкәһенә, Төньяҡ өлөшө — Палеарктика өлкәһенең Урта диңгеҙ эске өлкәһенә ҡарай. Ярымутрауҙа йыртҡыстарҙы (төлкөләр, һыҙатлы гиеналар, ғәҙәти шакалдар), тояҡлыларҙы (антилопа, ғәзәлдәр, онагрҙар һ.б.), ер тишкес һуҡыр сысҡандарҙы, ялмандарҙы (тушканчик) осратырға мөмкин. Һөйрәлеүселәр, ҡоштар, шул иҫәптән күсмә ҡоштар, күп. Ғәрәбстан ярымутрауында саранча-сиңерткә үрсеү усаҡтары бар[7].

Тәбиғәт райондары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәрәбстан ярымутрауы территорияһы 6 тәбиғәт зонаһына бүленә: көнбайыш Ғәрәбстан, ярымутрауҙың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге вулкан яйлаһы, Хадрамауттың көньяҡ ситке райондарының бейек ҡатламлы яйлалары, вади үҙәндәре менән куэст ҡатламлы тигеҙлектәр районы, ҡомло сүллектәр, ярымутрауҙың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге уртаса тауҙар[7].

  • Көнбайыш Ғәрәбстан уртаса бейеклектәге сүлле тәпәш яҫы таулығынан ғибәрәт. Ул тәрән уйылған вади үҙәндәре менән бүлгеләнгән һәм Ҡыҙыл диңгеҙгә табан баҫҡыс һымаҡ өҙөлә.
  • Ғәрәбстан ярымутрауының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге вулкан яйлаһында юғары яуым-төшөм күҙәтелә, көнбайышында — тропик урмандар һәм көнсығышта — һирәк урмандар һәм саванналар.
  • Хадрамауттың көньяҡ ситке райондарының бейек ҡатламлы яйлалары араһында оазистар байтаҡ.
  • Вади үҙәнле куэст ҡатламлы тигеҙлектәр районы урыны менән ҡом менән ҡапланған. Был районға ҡышын-яҙын ҡыуаҡлыҡ һәм үлән үҫемлектәре вегетацияһы хас, шулай уҡ карст сығанаҡтары сыҡҡан урындарҙа оазистар күҙәтелә.
  • Ҡомло сүллектәрҙә (Руб-эл-Хали, Кесе һәм Ҙур Нефуд) һирәк оазислы уртаса һәм түбән (көнсығышта) бейеклектәге ҡатламлы тигеҙлектәр осрай.
  • Ярымутрауҙың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге урта тауҙар районында саванналар һәм һирәк ҡоро урмандар бар[7].

Ғәрәбстан ярымутрауында (Көньяҡ Ғәрәбстандағы ҡайһы бер айырым осраҡтарҙы иҫәпләмәгәндә) тик ғәрәптәр генә йәшәй тиһәң дә була. Ярымутрау халҡының күпселеге бында барлыҡҡа килгән ислам динен тота. Ярымутрауҙа исламдың төп изге урындары — Мәккә һәм Мәҙинә ҡалалары урынлашҡан[6].

Ярымутрауҙың яр буйындағы йәйрәп ятҡан ҡомло пляждары, бик матур мәрйен рифтары, урта быуат архитектураһы ҡомартҡылары һ.б. туристарҙы йәлеп итә[6].

Ғәрәбстан ярымутрауы хөрмәтенә астероидҡа исем бирелгән — 1157 Arabia. Уны Гейдельберг обсерваторияһында 1929 йылдың 31 авгусында немец астрономы Карл Райнмут аса.

  1. ↑ Инструкция по передаче на картах географических названий арабских стран. — М.: Наука, 1966. — С. 20.
  2. ↑ Еврейский и халдейский этимологический словарь к книгам Ветхого Завета / сост. О. Н. Штейнберг. — Вильна: типография Л. Л. Маца, 1878. — Т. I. — С. 367. — 532 с.
  3. ↑ Niz Ellen Sturm. Peninsulas. — Capstone. — P. 19. — ISBN 9780736861427.
  4. ↑ McColl, R. W. (2014-05-14), Encyclopedia of World Geography, Infobase, ISBN 9780816072293, <https://books.google.com/books?id=DJgnebGbAB8C&pg=PA710>. Проверено 19 май 2020.
  5. 1 2 3 4 Аравийский полуостров // География. Современная иллюстрированная энциклопедия / Под редакцией проф. А. П. Горкина. — М.: Росмэн, 2006.
  6. 1 2 3 4 5 Аравийский полуостров // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
  7. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 Аравийский полуостров / Н. В. Александровская // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.