Оман

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Ома́н (ғәр. عُمان‎) — Ғәрәп ярымутрауының көньяҡ-көнсығышындағы дәүләт (Алғы Азия).Сәғүд Ғәрәбстаны, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән күршеләш. Ғәрәп диңгеҙе һәм Оман ҡултығы ярҙарында урынлашҡан.

Географик мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оман рельефы

Төп өлөштән төньяҡтараҡ ҙур булмаған Мусандам ярымэксклавы һәм уның тулы эксклавы Мәдхә бар ( Мусандам вилайәттәренең береһе), уны Омандың төп өлөшөнән БҒӘ-гә ингән майҙан айырып тора.

Төньяҡ-көнсығышта Оман ҡултығы яры буйлап тар ғына Әл - Бәтинә уйһыулығы һуҙылған. Ул илдең иң үҙләштерелгән һәм халыҡ тығыҙ ултырған өлөшө. Уйһыулыҡтан көнбайыштараҡ Һәжәр тауҙары. Ҡайһы бер түбәләр 3000 метрға етә (иң бейеге — 3020 м). Илдең урта өлөшөндә бейек булмаған ҡалҡыулыҡ, ул ҡомлоҡтар менән ҡапланған. Көньяҡ өлөштә - Дофарҙа, Йәмән тауҙары, көньяҡ ярҙағы түбәләре — 1678 метрғә етә. Омандың иң көнсығыш нөктәһе — Әл -Хәдд.

Оман климаты — тропиктарға хас, эҫе.Июндә баш ҡала Маскатта уртаса + 32°, ғинуарҙа уртаса + 20°-тан түбән булмай. Таулы райондарҙа яуым-төшөм йылына - 500 мм, башҡа ерҙәрендә — 60 - 130 мм.

Оманда гел ағып торған йылғалар юҡ. Барыһы ла ҡышҡыһын ғына ағып килеп сыға ла юғала.

Үҫемлеккә ярлы. Тауҙарҙа тамариск, инжир, платан һәм имән үҫә, тик улар ҙур майҙан биләмәй. Тау итәктәрендә саванналар бар. Төньяҡ һәм көньяҡ яр буйында пальмалар үҫә .

Омандың урта өлөшөндә — сүллектәр, бер ни ҙә үҫмәгән урындары бар.

Йәнлектәр донъяһы ярайһы төрлө. Ғәзәлдәр, кимереүселәр күп. Йыртҡыстарҙан — буйлы һытлан (гиена), сүл бүреһе (шакал), төлкө. Ҡоштар күп. Һөйрәлеүселәр — агама, кеҫәртке, геккон, хамелеон - күп һанлы, үрмәксе кеүектәр ҙә — фаланга, скорпиондар - йыш осрай.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оман яр буйынан кешенең Африканан көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш Азияға күскән юлы тип һанайҙар. Б.э.т. 1-се мең йыллыҡта Оманға Йәмәндән ғәрәпләшкән ҡәбиләләр күсенгән. Б.э.т. V -VI быуаттарҙа Оман өс Фарсы империяһының - (Әхмәни, Парфия батшалары Аршаҡи һәм Сәсәниҙәр дәүләте) - мәнфәғәтендә булған, уны Мәзун сатраплығына әүерелдергәндәр (баш ҡалаһы -Сухара).

VII быуатта Оман ғәрәп хәлифәтенә индерелә, был феодаль мөнәсәбәттәр тиҙләнелеүенә килтерә. Халыҡ Исламға күскән була. VIII быуат уртаһынан был өлкә урындағы хаким имамдар ҡулы аҫтында бойондороҡһоҙлоҡ ала, әммә быуат ярымдан Оманды яңынан аббаси хәлифәт яулап ала. Уларҙың хакимлығы набхан ырыуы шәйехтәре килгәнгәсә, XI быуатҡа тиклем бара.

XVI—XVII быуаттарҙа Оман португалиялар ҡулы аҫтына эләгә,улар 1650 йылда ғына ҡыуып ебәрелә.

XVIII быуат башында Оманды фарсылар яулап ала, мәгәр 1741 йылда персы уларҙы хаким Әхмәд Зафари ҡыуып сығара. Ул ҙур пират дәүләте төҙөөй, Омандан тыш Фарсы ҡултығындағы утрауҙарҙы, хәҙерге Ирандың байтаҡ яр буйын, көнсығыш Африкала Сомалины, Мозамбикты һәм шулай уҡ улар тирәһендәге күп утрауҙарҙы баҫып ала.

1832 йылда Оман Солтаны резиденцияһы Занзибарға күсерелә, ә 1856 йылда, Сәид ибн Солтан үлгәс, дәүләт уның ике улына ике үҙаллы өлөшкә  — африка һәм азия яғына бүленә. XIX быуаттың икенсе яртыһында улар айырым-айырым Британия протекторатына күсә. Мозамбик Португалиға кире ҡайта.

1938 йылда власҡа Солтан Сәид бин Теймур килә. Әммә шәйехтәрҙең күбеһе Англия яҡлы Маскат Солтанатын түгел, ә Оман имаматын хуп күрә, где у ласти находился Мухаммед аль-Халили. Мәгәр икенсе донъя һуғышынан һуң 1945 йылғы конференцияла Маскатта шәйехтәрҙең күбеһе Сәид бен-Теймур яғына күсә. 1970 йылдың 23 июлендә ҡан ҡоймай ғына түңкәрелеш яһап, Сәидте үҙ улы Кабус урынынан төшөрә, ул шунда уҡ Оманда иҡтисади модернизация башлай һәм социаль сикләүҙәрҙе бөтөрә. 1987 йылда Оман туризмға асыла.

Административ бүленеш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Омандың административ-территориаль бүленеше

2011 йылдағы административ реформанан һуң Оман 11 мухафазға бүленә.

№ картала Мухафаза ғәрәп. Вилайәттәр Административ
үҙәк
Майҙаны,
км²
Перепись 2010 Тығыҙлығы,
кеше/км²
1 7 Дофар (Ҙофар) محافظة ظفار 10 Салала 99 300 249 729 2,51
2 9 Маскат محافظة مسقط 6 Әс-Сиб 3500 775 878 221,68
3 8 Мусандам محافظة مسندم 4 Әл-Хасаб 1 800 31 425 17,46
4 3 төньяҡ Әл-Батина1) منطقة الباطنة Сухар 483 582
5 3 көньяҡ Әл-Бәтинә1) منطقة الباطنة Әр-Рустаҡ Rustaq 289 008
6 5 төньяҡ Әш-Шәрҡиә2) المنطق الشرقية Ибра 146 449
7 5 көньяҡ Әш-Шәрҡиә2) المنطقة الشرقية Сур 204 065
8 1 Әҙ-Ҙәһилиә منطقة الداخلية 8 Назва 31 900 326 651 10,24
9 2 Әҙ-Ҙаһира3) منطقة الظاهرة 3 Ибри 37 000 151 664 4,10
10 6 Әл-Бурайми3) محافظة البريمي 3 Әл-Бурайми 7 000 72 917 10,42
11 4 Әл-Вуста المنطقة الوسطى 4 Хайма 79 700 42 111 0,53
Йәмғеһе Оман سلطنة عمان 62 Маскат 309 500 2 773 479 8,96
1) 2011 йылға тиклем төньяҡ һәм көньяҡ Әл-Бәтинәнең дөйөм майҙаны 12 500 км². Яңы майҙандары аныҡлана
2) 2011 йылға тиклем төньяҡ һәм көньяҡ Әш-Шәрҡиәнең (Оман) дөйөм майҙаны 36 800 км². Яңы майҙандары аныҡлана
3)Бурайми Әҙ-Ҙаһира регионы өлөштәренән 2006 йылдың 15 октябрендә Солтана бойороғо менән төҙөлә[2]. Дөйөм майҙаны 44 000 км² булған. Яңы майҙандары аныҡлана


Дин[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ислам — 85,9 %, улар араһында:
    • ибадиҙар — 45 %
    • сөнниҙәр — 45 %
    • шиғыйҙар — 5 %
  • Нәсрани — 6,5 %
  • Индуиҙар — 5,5 %
  • Буддасылар — 0,8 %
  • Йәһүдиҙәр < 0,1 %
  • Динле түгелдәр — 0,2 %

Сәйәси структура[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Солтан резиденцияһы

Оман Солтанаты — абсолют монархия. Оман Солтаны дәүләт башлығы ғына түгел, хөкүмәт башлығы ла, верховный главнокомандующий,оборона, ситл ил эштәре һәм финанс министры. Солтан шулай уҡ министрҙар кабинетын тәғәйенләй. Дәүләт башлығы вазифаһы балаһына мираҫ итеп бирелә.

Солтан Кабус — Усман Сәид бин Солтандың тура вариҫы, олатаһы АҠШ менән 1883 йылда дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырған булған. Солтан Кабустың тура вариҫы юҡ. Хакимлыҡ иткән ғаилә яңы Солтанды элеккеһе үлгәс, өс көн эсендә билдәләргә тейеш. Бер фекергә килә алмаһалар, Солтан ҡалдырған хатта әйтелгән кешене ҡуялар.

Оман Солтаны сикһеҙ власҡа эйә булһа ла, яуаплылығы ла бик ҙур. Солтан ғаиләһе ағзаларының сәйәси йоғонтоһо бик әҙ: министрҙар кабинетында бер нисә кеше. Дәүләткә былай идара итеү стиле ғаилә ағзаларынан бер кем дә дәүләткә идара итеү тәжрибәһенә эйә булмау сәбәпле, Солтан итеп ҡуйыла алмай.

Оманда суд өс кимәлле: беренсел суд, апелляция суды, шулай уҡ Юғары суд. Административ суд та бар, ул хөкүмәткә дәғүә белдерелгән ялыуҙарҙы ҡарай.

Оман 59 вилайәттән (административ берәмек) тора. Башлыҡтары - вәли (губернатор). Вилайәттәрҙең күбеһе бәләкәй, Ҙофар ғына тотош провинцияны биләй. Ҙофар вәлие мәһим дәүләт эшмәкәре , министрҙар кабинетын ағзаһы булып тора, ҡалған вәлиҙәр Эске эштәр министрлығына буйһона.

1991 йылда Солтан Кабус Консультатив Ассамблея(Мәжлес әш-Шура) булдыра. Әш-Шура мәжлесе йәмәғәтселектең дәүләткә идара итеүҙә ҡатнашыуын системаға һалыр өсөн ҡорола. Әш-Шура мәжлесе 84 кешенән тора. Һәр вилайәт өс кандидат күрһәтә. Әш-Шура мәжлесе халыҡ менән дәүләт бәйләнешен булдырыуға ярҙам итә, сиҡтисади, социаль проекттарҙы тикшереүҙә ҡатнаша, тәҡдимдәр индерә.

Мәжлес әд-Дәүләттә 83 тәғәйенләнгән ағза, уларҙан 14-е ҡатын-ҡыҙ.

Сәйәси партиялар тыйылған. Һуңғы һайлау 2011 йылдың 15 октябрендә үткәрелгән.

Солтанат Оман бик тотороҡло дәүләт, әммә Фарсы ҡултығындағы конфликт һәм иран-ираҡ һуғышынан һуң оборонаға сығымдар арттырыу талап ителә. 2001 йылда оборона бюджеты 2,4 млрд АҠШ доллары тәшкил итә — ВВП-ның 33 %-ы.

Оман ҙур булмаған профессиональ армия тота, уларға Британия, АҠШ, Франция һәм башҡа илдәр ярҙам итә. Төньяҡ һәм көньяҡ Йәмән 1990 йылда ҡушылғаны бирле Оман яңы Йәмән Республикаһы менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һала, 1992 йылдың 1 октябренән ике күрше ике яҡлы килешеү буйынса йәшәй.

Рәсәй шәрҡиәтсеһе Павел Густерин Иран-Сәғүд конфликтында 2016 йылда Оман аралашсы булырға мөмкинлеген яҙған[3].

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оман иҡтисады нефть экспортына таяна. Нефть кәмеү сәбәпле икенсе тармаҡтарға иғтибарҙы йүнәлтергә тырышалар. Ил властары приватизация үткәреп, халыҡтың белем кимәлен күтәрергә ниәтләй.

2016 йылда йән башына ВВП — 46 698 доллар (ФРС США). (донъяла 23-сө урын).

Эшсе көстәрҙең 70 % (на 2014 год) — сит илдекеләр[4].

Хеҙмәт күрһәтеү — 50 % ВВП;

Сәнәғәт — 49 % ВВП 

Ауыл хужалығы — 1 % ВВП 

Экспорт 2008 йылда — 37,7 млрд долл. — нефть, төрлө реэкспорт, балыҡ, металдар.

Төп һатып алыусылар — Ҡытай 31,7 %, Көньяҡ Корея 17 %, Япония 11 %, Таиланд 7,1 %.

Импорт 2008 йылда — 20,7 млрд долл. 

Төп тауар индереүселәр — БҒӘ 27,2 %, Япония 15,6 %, АҠШ 5,7 %, Ҡытай 4,6 %, Һиндостан 4,5 %, Көньяҡ Корея 4,2 %.

Мәҙәниәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Омандарҙың матди һәм рухи мәҙәниәте, бигерәк тә көньяҡ Ҙофар провинцияһыныҡы, Йәмәндекенә яҡын, уның кеүек үк башҡа ғәрәп илдәренекенә айырыла.

Милли кейемдәре лә Йәмәндәге кеүек. Ир-ат — изар (шаҡмаҡлы баулы итәк) һәм салма кейә, ул йышыраҡ ҡыҙыл төҫтә була. Хәллерәктәр күн ҡайыш тағып аҡ ҡүлдәк һәм буйлы елән, дәрәжәле ир-ат ҡара йәки ҡыҙыл сапан — аба кейә. Ҡатын-ҡыҙ кейеме - еңле оҙон күлдәк тоб, сирвәл - ыштан, ҡара яулыҡ - пушийя. Йөҙҙәренә күҙ өсөн уйым ғына ҡалдырылған битлек — батула ҡаплайҙар.

Оман ирҙәренең мотлаҡ йөрөтә торған ҡоралы — джәмбиә тигән ҡыҫҡа хәнйәр. Ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыл төҫтәге татуировка эшләй, аяҡ-ҡулдарында беләҙек йөрөтә, ҡолаҡтарына һәм танауҙарына алҡа таға.

Төп ризыҡтары - хөрмә (финик), арпа йәки бойҙай күмәс, тары йәки тәмләткестәр һалынған дөгө бутҡаһы. Хәлдәренә күрә ит һәм балыҡ ашайҙар. Байрам ашы - ҡурылған һарыҡ ите йәки былау. Әммә башҡа ғәрәптәрҙән айырмалы рәүештә, омандар һыртлан (гиена) итен иң тәмле һанап ашай. Шул уҡ ваҡытта «ҡара»лар бөтөнләй ҡош ите һәм йомортҡа ашамай - харам һанай.

Оман ҡатын-ҡыҙҙарының хәле башҡа ғәрәп илдәренән яҡшыраҡ: ике мәғариф министры ла (айырым юғары белем министры бар ) — ҡатындар.

Оман фольклорында, бигерәк тә музыкала Африка культураһы йоғонтоһо ҙур. Төп музыка ҡоралдары — бер ҡыллы скрипка - рабаба, флейта -най, барабан -даф һәм бәләкәй литавра - тимбәл.

Мәғариф[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1983 йылда Оманда Банкирҙар институты, 1986 йылда — Солтан Кабус университеты асылған[4]. 2014 йылда илдә вуздар күп булған — 50-нән ашыу учреждение, уларҙа 600 мең студентуҡыған[4].Бынан тыш Оманда 2014 йылда 1040 мәктәп эшләй башлаған[4].Омандың тәүге вуздары дәүләттеке булған. 1995/96 йылда ғына тәүге шәхси вуз — колледж асылған[5]. Шәхси вуздар һаны бик тиҙ таралып киткән - 2008/2009 уҡыу йылында Оманда 24 шәхси вуз булған (5 университет һәм 19 колледж), уларҙа 33,5 мең студент уҡыған[5]. Шуныһы ҡыҙыҡ, студенттарҙың яртыһынан күбеһе (57,7 % - 2008/09 уҡыу йылында) ҡыҙҙар булған[6]. Шәхси вуздарҙа уҡыған студенттарҙың күбеһе - урындағылар[6]. Оманда 2009 йылда эшләгән 1391 уҡытыусының барыһы ла тиерлек - сит илдекеләр булған (омандар - 12,8 %)[6]. Күп омандар сит илдәрҙә уҡый [5].

Киң мәғлүмәт саралары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1974 йылда Дәүләт телекомпанияһы — Oman TV (تلفزيون سلطنة عمان) эшләй башлаған, дәүләт радиокомпанияһы — Омандың Генераль Радиоһы Oman General Radio (عمان الاذاعة العامة)[7].

Ҡораллы көстәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оман армияһында 2006 йылда 44 100 кеше булған. Шулай уҡ 4400 милиционерҙан торған милицияһы бар.[8] Бер нисә төр танкылары бар, әммә ҙур сығымдар түкһәләр ҙә, улар заманса түгел [8]

Омандың Солтан хәрби-һауа көстәрендә 4100-ләп кеше, 36 ғына хәрби самолёт һәм хәрби булмаған вертолёттары, шулай уҡ еңел винтлы самолёттары бар[8]

Солтан флотында 4200 хеҙмәт итә. Омандың 13 һыу өҫтө хәрби карабы бар[8] Оманда шулай уҡ дүрт десант карабы булғанлығы билдәле[9] 2010 йылда Оман $4,074 млрд оборона маҡсатына тотонғанң (ВВП-ның 8,5 % )[10] Солтанат Британия армияһы менән колония булған саҡтан уҡ тығыҙ бәйләнеш тота[11]

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Владения Маската и Омана
  • Авторское право в Омане

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Оман Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. A 2010-es ománi népszámlálás adatai 2011 йыл 5 октябрь архивланған.
  2. :ar:ولاية السنينة
  3. Павел Густерин. Ближневосточная головоломка
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Аль-Бусаиди Я.Я. Некоторые аспекты правового регулирования миграционных и инвестиционных потоков в Оман // Современные проблемы науки и образования. - 2014. — № 6. — С. 1734
  5. 5,0 5,1 5,2 Аль-Мамари Х.М. Становление и развитие частного сектора высшего образования в ғәрәпских странах (на примере Солтаната Оман) // Высшее образование сегодня. — 2010. — № 2. — С. 21
  6. 6,0 6,1 6,2 Аль-Мамари Х. М. Становление и развитие частного сектора высшего образования в арабских странах (на примере Солтаната Оман) // Высшее образование сегодня. — 2010. — № 2. — С. 22
  7. Радиостанции Абу-Даби // worldradiomap.com
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Anthony H. Cordesman; Khalid R. Al-Rodhan. The Gulf Military Forces in an Era of Asymmetric War. Center for Strategic and International Studies (28 июнь 2006). 2013 йыл 17 май архивланған.
  9. Testing times for corvette. Maritime Photographic (15 март 2012). 2014 йыл 13 октябрь архивланған.
  10. The SIPRI Military Expenditure Database. Stockholm International Peace Research Institute. Дата обращения: 29 октябрь 2011. Архивировано 28 март 2010 года.
  11. A balancing act, The Economist (15 September 2009).