Йемен
| |||||
Гимн: «Берҙәм Республика» | |||||
![]() | |||||
Рәсми тел | ғәрәп | ||||
Баш ҡала | Сана | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы | ||||
Президент | Мухаммед Али аль-Хуси | ||||
Дәүләт дине | ислам | ||||
Территория • Бөтәһе |
49 527 970 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2011) • Халыҡ тығыҙлығы |
▲24 799 880 чел. (48) 44 чел./км² | ||||
ИЧР | ▼ 0.575 (140 урын) | ||||
Валюта | Йемен риалы (YER) | ||||
Интернет-домен | .ye | ||||
Код ISO | YE | ||||
МОК коды | YEM | ||||
Телефон коды | +967 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 3 |
Йе́мен (рәсми — Йе́мен Респу́бликаһы (ғәр. الجمهوريّة اليمنية аль-Джумхури́йя аль-Йамани́йя) — Көньяҡ-Көнсығыш Азяла Ғәрәп ярымутрауында урынлашҡан дәүләт. Яҡын Көнсығыштың өлөшө, Оман һәм Сәғүд Ғәрәбстаны менән сиктәш. Ярҙары Ҡыҙыл диңгеҙ һәм Ғәрәп диңгеҙе менән йыуыла. Баш ҡалаһы (1990 йылдан) — Сана.
Йемен – ғәрәп илдәре араһында иң фәҡире. Йән башына ЭТП 2009 йылда 2,5 мең доллар тәшкил итте (ғәрәп илдәрендә Судан һәм Мавританияның ғына кәмерәк, донья буйынса 173-сө урында). Йемендең иҡтисади етешлеге нефть табыу һәм экспортлауғы бәйле (дәүләт бюджеты килеменең 70%). Нефть запасы йылдан-йыл кәмей.
Илдең төньяҡ-көнсығышын, ямғыр йылдар буйы яумаған, ташлы сүллек тәшкил итә. Сүллекте яр тигеҙлегенән айырып торған Йемен тауҙарында ҡышын ҡойма ямғырҙар була. Үҙәндәрҙә, тау битләүҙәрендә мамыҡ, емеш-еләк һәм йәшелсәләр үҫтерәләр. Күпселек халыҡ кәсепселек менән шөғөлләнә һәм эшләгән әйберҙәрен һатып көн итә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |