Ураҙа байрамы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ғәйет әл-Фитр ғәр. عيد الفطر
Төрө Исламский
башҡаса Ураҙа байрамы
шулай уҡ Ураҙа ғәйете
Мәғәнәһе Изге Рамаҙан айы тамамланыуы
Бағышлана Мөхәммәт пәйғәмбәр
Ҡатнашалар Мосолмандар
үткәрелеү ваҡыты 1-го Шәүүәл
Дата 1-се Шәүүәл[d]
2016 йылда 6 июль[1]
2017 йылда 24 июнь
Байрам итеү Мәсет
Йолалар Мәсеттә намаҙ ҡылыу, ифтар, эш тыйыу
Арналған ураҙа тотоуҙы тамамлау
Дели йәмиғ мәсете янында

Ураҙа́ байра́мы (Ғәйет әл-Фитр; (ғәр. عيد الفطر‎) — иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Рамаҙан айы дауамында башҡарылған ураҙа тотоу тамамланып, Шәүүәл айының тәүге өс көнө буйы билдәләнә.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ураҙа байрамы мосолмандарҙың төп ике байрамдарының береһе булып тора. Был байрамды билдәләү Мөхәммәт пәйғәмбәр заманынан, 624 йылдан алып башлана.

Тәртибе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Диндарҙар бер-береһен «Ғәйет мөбәрәк булһын» тип сәләмләйҙәр. Байрам көнө алдынан һәм шул көндө мотлаҡ рәүештә саҙаҡа — Зәкәт әл-фитр йыйыла. Йыйылған саҙаҡа мохтажлыларға таратыла.

Байрам көнөндә мосолмандар ғәйет (байрам) намаҙын ҡылалар, иң яҡшы кейемдәр кейәләр, традицион аш-һыуҙар әҙерләп байрам табыны йәйәләр һәм күршеләрен, туғандарын һәм дуҫтарын ҡунаҡҡа саҡыралар, күңел асалар.

Балалар был көндө төрлө уйындарҙа ҡатнашалар, күршеләрен тәбрикләйҙәр — улар яуап итеп балаларға тәм-том тарата. Был көндө шулай уҡ ярлыларға иғәнә бирергә, бүләктәр тапшырырға һәм бер-береһенән ғәфү үтенеү ҡабул ителгән.

Байрам көнөндә мәсеттә ике рәкәғәт ғәйет намаҙы уҡыла, унан һуң өгөт-нәсихәт итеп, халыҡҡа хөтбә әйтелә. Ғәйет намаҙын Мөхәммәт пәйғәмбәр мәсеттән ситтә — ҡырҙа уҡыған[2].

Байрам көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Байрам көнө тип Шәүүәл айының беренсе көнө тип иҫәпләнә[3], әммә йола буйынса мосолман илдәрендә мәктәптәр, учреждениелар һәм кибеттәр ике йәки өс көн дауамында эшләмәй[4].

Григориан календарына ярашлы, төрлө йылдар буйынса байрам көнө (1-се Шәүүәл):

Цитаталар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пророк Мухаммад (да благословит его Всевышний и приветствует) говорил: «Кто выстаивал ночную молитву в ночь на ‘Идуль-фитр (Ураза-байрам) и в ночь на ‘Идуль-адха (Курбан-байрам), веря в воздаяние от Всевышнего, сердце того не умрет в день, когда сердца [многих] умрут»[6]

— Ас-Суюты Дж. Аль-джами‘ ас-сагыр. С. 536, хадис № 8903

Рассказал нам Муса ибн Исмаил, рассказал нам Хаммад ибн Хумейд от Анаса, что он сказал: "Когда прибыл посланник Аллаха, мир ему и благословение Аллаха, в Медину, у её жителей было два (праздничных) дня, которые они отмечали играми. Он спросил их: «Что это за два дня?» Ему ответили: «Эти два дня мы отмечали играми ещё во времена язычества». Тогда сказал посланник Аллаха, мир ему и благословение Аллаха: «Поистине, Аллах заменил их двумя лучшими днями: днем Жертвоприношения и днем Разговения»[3]

— Сборники хадисов Абу Дауда (1134), ан-Насаи (1556), Ахмада (3/178), Абдурраззака (15566)

От Укбы ибн Амира сообщается, что посланник Аллаха (мир ему и благословение Аллаха) сказал: «День Арафа, день Жертвоприношения и три дня ташрика — это наши дни Ида (праздники), о мусульмане».[3]

— Сборники хадисов Абу Дауда (2419), ат-Тирмизи (773), ан-Насаи (5/252)

Рәсәйҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ураҙа ғәйетенең беренсе көнө Адыгея, Башҡортостан (1992 йылдан алып), Дағстан, Ингушетия, Ҡабарҙы-Балҡар, Ҡарасәй-Черкес, Татарстан, Чечен[7] һәм Ҡырым[8] республикаларында рәсми рәүештә ял байрам көнө тип билдәләнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Байрам // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (урыҫ.)
  • Резван Е.А. Ид ал-Фитр // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 89.
  • А. Мец. Мусульманский ренессанс. 2-е изд., М., 1977. — С.186.
  • Э. У. Лэйн. Нравы и обычаи египтян в первой половине XIX в. М., 1982. — С.373—379.
  • G. E. Griinebaum. Muhammadan Festivals. N.Y., 195. — pp. 62-65.
  • Е. М. Mittwoch. 'Id al-Fitr // The Encyclopaedia of Islam. New ed. Leiden-London. —3, 1008.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Ислам Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.