Эстәлеккә күсергә

Хәжәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Хәжәт намаҙы — Аллаһы Тәғәләгә берәй маҡсатҡа өлгәшеүҙе һорап, доға ҡылыуҙан алда уҡыла торған намаҙ. Хажәт намаҙын дүрт рәҡәғәт итеп тә, ике рәҡәғәт итеп тә уҡыйҙар.

Намаҙҙы ҡылыу тәртибе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәжәт намаҙын, дүрт рәҡәғәт итеп уҡығанда, беренсе рәҡәғәттә «Фатиха» сүрәһе уҡыла һәм, уға ҡушып, «Аятел көрси» уҡыла. Аятел көрси — бер генә аят. Шуға күрә уны өс тапҡыр уҡыу тейешле.

Икенсе рәҡәғәттә «Ихлас» сүрәһе уҡыла. Ошо ике рәҡәғәт үтәлгәс, «Әттәхиәт» уҡыла.

Унан һуң, турайып баҫып, өсөнсө рәҡәғәт уҡыла. Был рәҡәғәттә «Фатиха» сүрәһенә «Фәләҡ» сүрәһе ҡушып уҡыла.

Унан һуң дүртенсе рәҡәғәт үтәлә. Был рәҡәғәттә «Фатиха» сүрәһенә «Ән-нәс» сүрәһе ҡушып уҡыла.

Ошонан һуң тағы «Әттәхийәт» һәм салауат уҡыла. Унан доға уҡыла. Мәҫәлән, «Раббәннә әәттинә фид-дүнъйәә хәсәнәтән үә фил-әхирәти хәсәнәтән үә ҡинәә ғәҙәбән-нәәр». Унан һуң, башҡа намаҙҙарҙағы кеүек, сәләм бирелә һәм сәләм доғаһы уҡыла.

Башҡортса дини календарь (2005 йыл). — Өфө: «Китап», 2004. 376 бит. ISBN5-295-03435-6