Эстәлеккә күсергә

Тәсбих намаҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Тәсбих намаҙы — тәүбә һәм истигъфарҙарның иң олоһо һәм бөтөн тән менән эшләнә торған намаҙ.

Хәҙрәти Ғикримәндән, үҙ сиратында, хәҙрәти Ибне Ғәббәстән ишетеп, былай тип риүәйәт иткән: Хәҙрәти Рәсүл Әкрәм, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, мөхтәрәм ағаһы Ғәббәс ибне Ғәбделмотталиб хәҙрәттәренә, тәсбих намаҙын күҙ уңында тотоп: «Эй, ағайым! Мин һиңә ун махсус кәңәш биреүем менән хөрмәт күрһәтәйем әле. Ул кәңәштәремде тотҡан тәҡдирҙә һинең гонаһтарыңдың әүәлгеһе һәм һуңғыһы, яңыһы һәм иҫкеһе, хаталыҡ менән һәм белеп эшләнгәне, кесеһе һәм олоһо, йәшерене һәм асыш — барыһы ла ғәфү ителер. Көс-ҡөҙрәтең етһә, шундай намаҙҙы һәр көн уҡы, һәр көн уҡый алмаһаң, айына бер тапҡыр уҡы. Уны ла булдыра алмаһаң, йылына бер тапҡыр уҡы, һис булмаһа, гүмереңдә бер тапҡыр уҡы!».

Тәсбих намаҙын уҡыу тәртибе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дүрт рәҡәғәтлек тәсбих намаҙында түбәндәге тәртиптә 300 тапҡыр ошондай тәсбих уҡыла: Сүбхәналлааһи үәл-хәмдүлилләәһи үә ләә иләәһә илләллаһу үә Аллаһу әкбәр. Үә ләә хәүлә үә ләә ҡүүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғаҙыым.

Был тәсбих намаҙҙа ошолай уҡыла:

  • «Сүбхәнәкә…» нән һуң «Әл-Фатиха»ға ҡәҙәр — 15 тапҡыр;
  • өҫтәмә сүрәнән һуң — 10 тапҡыр;
  • рөҡүғта − 10 тапҡыр;
  • рөҡүғтан турайғас — 10 тапҡыр;
  • беренсе сәждәлә — 10 тапҡыр;
  • ике сәждә араһында — 10 тапҡыр;
  • икенсе сәждәлә — 10 тапҡыр уҡыла.

Беренсе рәҡәғәттә уҡылған тәсбихтәрҙең һаны — 75.

Икенсе рәҡәғәттә лә шул тәртип менән тағы ла 75 тапҡыр.

Артабан өсөнсө һәм дүртенсе рәҡәғәттәрҙә шулай уҡ уҡыла.

Уҡыу тәртибен белмәгәндәргә уны йәмәғәт менән уҡырға мөмкин. Йәмәғәт менән уҡығанда имам булған кеше тәүҙә был намаҙҙы уҡыуҙы нәҙер итә һәм намаҙ уҡығанда тейешле тәсбихтәрҙе һәр урында ҡысҡырып әйтә. Йәмәғәт тауышһыҙ ғына уның әйткәндәрен ҡабатлай.

  • Ислам нигеҙҙәре. /Төҙөүсе, инеш һүҙ авторы Ф. Р. Хоҙайғолов. — Өфө : Китап, 2016. — 144 бит. ISBN 978-5-295-06400-5