Эстәлеккә күсергә

Витр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Витр (ғәр. وتر‎ — таҡ‎) — йәстү намаҙынан һуң уҡыла торған таҡ һанда рәҡәғәт менән уҡый торған сөннәт намаҙ. Һуңғы рәҡәғәттә ҡунут доғаһы уҡыла. Рамаҙан айынан башҡа ваҡыттарҙа витр үҙ алдыңа ғына уҡыла. Рамаҙан айында тәрәүих намаҙынан һуң уҡыйҙар.

Ул сөннәт намаҙҙар иҫәбендә раҫланған һәм уҡымай ҡалдырыу яҡшы түгел тип һанала. Ҡайһы бер ғөләмәләр (башлыса хәнифиҙәр) уны вәжип (вәжиб) намаҙҙар иҫәбенә индерә, йәғни мотлаҡ уҡылырға тейеш тип һанай[1].

Витр намаҙы йәстеү намаҙының фарызынан һуң уҡыла. Уның айырым үҙенсәлеге шунда — өсөнсө рәҡәғәттә «ҡунут» доғаһы уҡыла. Әл-Бохари, Мөслим, Нәсаи, Тирмизи, Әбү Дауыт хәҙистәрендә был намаҙҙы Мөхәммәт Пәйғәмбәр уҡығанлығы әйтелә. Имам Әбү Хәнифә витр намаҙын вәжип, ҡалған өс мәҙһәб имамдары — имам Мәлик, имам әш-Шәфи һәм имам Әхмәт уны сөннәт-мөҡҡәдә һанаған, әммә мотлаҡ тимәгән[2].

Хәнәфи мәҙһәбтә витр намаҙы 3 рәҡәғәттән тора, ҡалған өсәүһендә — 1 рәҡәғәт. Был намаҙ үҙ алдыңа ғына уҡыла, әммә Рамаҙан айында йәмәғәт намаҙында имамға эйәреп уҡырға була.

Хәнәфи мәҙһәбтә витр фарызға инә һәм уҡылмай ҡалғанда ҡаҙа ҡылына. Башҡа мәҙһәбтәрҙә был талап ителмәй[2].

Өсөнсө рәҡәғәттә уҡыла торған "Ҡунут" доғаһы бәлә килгәндә лә уҡыла һәм ҡунут ән-нәүәзил тип атала اللَّهُمَّ إِنَّا نَسْتَعِينُكَ وَنَسْتَغْفِرُكَ وَ نَسْتَهْدِكَ وَنُؤْمِنُ بِكَ وَ نَتُوبُ إِلَيْكَ وَنَتَوَكَّلُ عَلَيْكَ وَنُثْنِى عَلَيْكَ الْخَيْرَ كُلَّهُ وَنَشْكُرُكَ وَلاَ نَكْفُرُكَ وَنَخْلَعُ وَنَتْرُكُ مَنْ يَفْجُرُكَ اللَّهُمَّ إِيَّاكَ نَعْبُدُ وَلَكَ نُصَلِّى وَنَسْجُدُ وَإِلَيْكَ نَسْعَى وَنَحْفِدُ نَرْجُو رَحْمَتَكَ وَنَخْشَى عَذَابَكَ إِنَّ عَذَابَكَ بِالْكُفَّارِ مُلْحِقٌ

Транскрипцияһы:

Аллааһүммә иннә нәстәғиинүкә үә нәстәғфирукә үә нәтүүбү иләйкә үә нүьминү бикә үә нәтәүәккәлү ғәләйкә үә нүҫнии ғәләйкәл хайра, нәшкүрүкә үә лә нәкфүрүкә үә нәхләғү үә нәтрүкү мәй йәфжүрук. Аллааһүммә иййәәкә нәғбүдү үә ләкә нүсалли үә нәсжүдү үә иләйкә нәсғәә үә нәхфидү нәржүү рахмәтәкә үә нәхшәә ғәҙәәбәкә. Иннә ғәҙәәбәкә бил күффәәри мүлхиҡе[3][4].

Мәғәнәһе:

Йә Аллаһым, тәхҡиҡ, беҙ Һинән ярҙам һорайбыҙ һәм Һинән гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡауыңды һорайбыҙ. Һәм дә Һиңә ялбарабыҙ һәм тәүәккәл ҡылып һәр бер эштәребеҙҙе Һиңә тапшырабыҙ. Һәм дә Һине маҡтайбыҙ. Һиңә шәкәрә ҡылабыҙ, кафырлыҡ ҡылмайбыҙ. Һиңә гонаһ ҡылы торғандарҙан ситләшәбеҙ. Йә Аллаһым, беҙ Һиңә генә ғибәҙәт ҡылабыҙ һәм Һинең өсөн генә намаҙ уҡыйбыҙ, һәм сәждә ҡылабыҙ, һәм ғибәҙәт ҡылып, Һиңә яҡын булырға тырышабыҙ. Рәхмәтеңде өмөт итәбеҙ, ғазабыңдан ҡурҡабыҙ. Тәхҡиҡ, Һинең ғазабың иманһыҙ кешеләргә генә илтеүселер.

  • Али-заде, А. А. Витр (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.