Эстәлеккә күсергә

Хәжәт үтәү әҙәбе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Бәҙрәфтән һуң ҡулланыла торған ҡомған (әфтәфә), Әзербайжан.

Хәжәт үтәү әҙәбе (ғәр. آداب الخلاء‎‎) — бәҙрәфтә тәбиғи хәжәт үтәү (кесе һәм оло хәжәт) менән бәйле шәриғәт ҡағиҙәләре.

Тәбиғи хәжәтен үтәү өсөн мосолман махсус урынға (бәҙрәф) йәки, ундай ҡоролма булмаһа, кеше күҙенән ҡасып, күренмәгән урынға барырға тейеш. Бәҙрәфкә һул аяҡтан башлап инәләр, уң аяҡтан башлап сығалар. Инер һәм сығыр алдынан махсус доға уҡырға кәрәк.

Хәжәтен үтәгәс, мосолман нәжестән таҙарынырға тейеш, бының өсөн алдан һыу, таш йәки яраҡлы берәй нәмә әҙерләп ҡуя. Һыу менән йыуыныу — истинжә, ә ҡаты нәмәләр менән таҙарыныу истижмәр тип атала.

Хәжәт үтәү әҙәбе буйынса был хәлендә кеше Ҡибла яғына йөҙө менән дә, арты менән дә тормаҫҡа тейеш[1]. Аҡмай торған һыуға бәүел итеү, уны истинжә өсөн ҡулланыу, хәжәт үтәгән урынға Ҡөрьән килтереү һәм уҡыу тыйыла. Бәҙрәф булмаған осраҡта мосолман ҡәберҙәре янында, мунсала, күләгә төшкән урында, емеш ағастары һәм һыу сығанаҡтары янында хәжәт үтәү шулай уҡ тыйыла. Һөйәк, экскремент һәм ризыҡ менән истижмәр ҡылырға ярамай[1]. Был халәттә һөйләшеү, йәнлек өңдәренә, елгә ҡаршы бәүел итеү ғәйепләнә.

Ҡағиҙә һәм талап сығанаҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәжәт үтәүҙең барлыҡ ҡағиҙәләре һәм талаптары башҡа шәриғәт ҡанундары кеүек үк, Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ һүҙҙәренә һәм ғәмәлдәренә ярашлы ҡабул ителгән. Был йәһәттән барлыҡ мәҙһәбтәрҙә лә талаптар бер үк тиерлек. Айырма бары тик урта быуат һәм бөгөнгө йәшәү шарттары арҡаһында ғына барлыҡҡа килгән. Хәҙер төрлө бәҙрәф ҡағыҙҙары ла ҡулланыла[2].

Бәҙрәфкә ингәндәге ҡағиҙәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бәҙрәфкә ингәндә «бисмиЛләһ, әғүүҙү биЛләәһи минәл-хубҫи үәл-хабәәиҫ» (оригинал: بسم الله أعوذ بالله من الخبث و الخبائث) тигән доғаны уҡыу сөннәт. Был доғанын тәржемәһе: «Аллаһ исеме менән! Боҙоҡ ир-ат ендәрҙән һәм боҙоҡ ҡатын-ҡыҙ ендәрҙән Аллаһҡа һыйынам»[3]. Хәжәтен тәбиғәттә үтәүсе иһә был доғаны кейемен күтәргән саҡта, ғәүрәтен асыр алдынан әйтә.

Сыҡҡанда иһә — «ғуфраанәк» (غفرانك) — тип әйтелә. Тәржемә: «Ғәфү үтенәм (Аллаһтан)!»[3].

Оло йомошто ла, кесеһен дә ултырып үтәү хуплана. Аяҡ өҫтө бәүел итеү тыйылмай. Былар хәҙистәрҙән билдәле. Ҡибла яҡҡа ал йәки арт менән тороп хәжәт үтәү, енес ағзаһына ҡағылыу тыйыла, елгә ҡаршы бәүел итеү, һөйләшеү ҙә ғәйепләнә. Хәжәт үтәгәндә һәм истинжә ваҡытында башты ҡапларға (йәғни, бәҙрәфкә яланбаш инмәҫкә кәңәш ителә (мүстәхәб)).

Истинжә һәм истижмәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Истинжә (ғәр. إستنجاء‎ — хәжәт үтәүҙең ике юлын йыуыу (таҙартыу)) Фикһ буйынса нәжестән һыу йәки рөхсәт ителгән ҡаты нәмә менән таҙарыныу — истижмәр (ғәр. إستجمار‎)[4] Ошо ике ысулдың береһен генә файҙаланыу ҙа етә, әммә икеһен дә яраштырыу яҡшыраҡ һанала[5][6]. Истижмәр таш йәки уны алмаштырырлыҡ нәмә менән ҡылына: сепрәк, ҡағыҙ, ағас киҫәге һәм башҡалар[7][8].

Истинжә һәм истижмәрҙе уң ҡул менән эшләү[1], шулай уҡ һөйәк һәм экскременттар менән файҙаланыу тыйыла[1], таҙарыныу кәмендә өс тапҡыр йыуыныу йәки һөртөнөү юлы менән башҡарылырға тейеш[7]. Хәжәт үтәлеп бөткәс кенә таҙарына башларға кәрәк. Ир ағзаһы төбөнән осона табан кәмендә тапҡыр өс тапҡыр йыуыла, күберәк кәрәк булһа, таҡ һанда тамамларға һәм өс тапҡыр һелкетеп ҡуйырға кәрәк[9]. Истинжәнән һуң ҡулдарҙы ер заты менән ышҡырға йә һабын кеүек берәй сара менән йыуырға – нәжестең еҫе һәм эҙе ҡалмаһын өсөн.

Нәжестән һәм бысраҡтан тейешенсә таҙарынмау харам һәм яҙыҡ һанала. Хәҙистәрҙә ошо арҡала кешеләр ҡәбер ғазабына дусар булыр тип әйтелә[8].

Пластмасса ҡомған

Хәжәт үтәгәндән һуң таҙарынырға мосолмандар Мөхәммәт Пәйғәмбәр осоронан уҡ һыу һәм таш файҙалана. Бының өсөн махсус һауыт — ҡомған файҙаланыла (ғәрәпсә афта́фа).

Хәҙерге мосолмандар бәҙрәфтә ҡомған урынына һыу үткәргескә тоташтырылған шлангылар ҡуллана. Ярлы илдәрендә пластмасса ҡомғандар һәм сүмес менән биҙрә лә күрергә мөмкин (мәҫәлән, Оманда)[2][10].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Был һүҙҙәргә дәлил: «"Мин һеҙгә атай кеше һымаҡ өйрәтәм: берәйегеҙ хәжәт үтәү урынына барһа, ҡиблаға алды менән дә, арты менән дә боролмаһын һәм [оят ерен] уң ҡулы менән таҙартмаһын", – тигән Аллаһ рәсүле ﷺ. Һәм ул ﷺ өс таш ҡулланырға ҡушҡан һәм тиреҫ, серек һөйәк ҡулланыуҙан тыйған» (Әбү Дәүд һәм ән-Нәсәи риүәйәт иткәндәр). [1] [2] [3]
  2. 2,0 2,1 Хисматулин, 2002
  3. 3,0 3,1 Доға Сәғид әл-Ҡахтаниҙың «Мосолмандың ҡәлғәһе» китабынан алынған. Доғалар бер аҙ айырылып торорға мөмкин, был лөғәз түгел.
  4. Салих ас-Садлян, 2008, с. 11
  5. Аль-Ваджиз, 2001, с. 35
  6. Салих ас-Садлян, 2008, с. 12
  7. 7,0 7,1 Облегченный фикх, 2003, с. 9
  8. 8,0 8,1 Аль-Мулаххас, 2002, с. 31
  9. Ахсар аль-Мухтасарат, 1996, с. 90
  10. Артемий Лебедев Оман. — Tema.ru, 2009.