Эстәлеккә күсергә

Йәнәбә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Йәнәбә (жәнәбә) (ғәр. جنابة бысраныу) — Исламда тәһәрәт боҙолоу, бысраныу; тулы ғөсөл ҡойонорлоҡ итеп нәжес тейеү. Был халәттәге кеше йүнүп (жүнүб) тип атала[1].

Тәһәрәтһеҙлек нәжес тейерлек ғәмәлдәрҙән килеп сыға. Мәҙһәбенә ҡарап, нәжес тип һаналаған нәмәләр бер аҙ айырыла. Тәһәрәт боҙолоуға эякуляция һәм поллюция (ир-атта), менструация һәм баланан бушанғандан һуң килгән бүленделәр (нифас) (ҡатын-ҡыҙҙа), яҡынлыҡ ҡылыу килтерә[2].

Таҙарыныу өсөн тулыһынса йыуынырға — ғөсөл ҡойонорға кәрәк. Әгәр бысраныу аҙғынлыҡ, эскелек һәм башҡа харам нәмәләр арҡаһында килеп сыҡһа, мосолман тәүбә итергә һәм гонаһын йыуырлыҡ ғәмәлдәр ҡылырға тейеш[3].

Йәнәбә хәлендә мосолманға мәсеткә инергә, Ҡөрьәнгә тотонорға һәм уҡырға, хаж ҡылырға, тауаф үтергә һәм намаҙ уҡырға ярамай (айырым осраҡтарҙан тыш)[1].

урыҫ телендә
  • Али-заде, А. А. Йәнәбә (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. М.: Ансар, 2007.
  • Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. 3000 экз. ISBN 978-5-8183-1080-0.