Мәсех

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсех
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Хүфф

Мәсех (ғәр. مسح‎ — һөртөү‎) — Исламда: аяҡты шайтан ашығына тиклем ҡаплап торған күн аяҡ кейемен (хүффә йәки мәст, ситек) һыулы ҡул менән һөртөп алыу.

Башҡорт көнкүреше. Уңда ултырған ғаилә башлығының аяғында ситек. Иҙәндә ҡаталар тора

Тәһәрәт алғанда аяҡты йыуыу урынына ҡулланыла. Мәсех дөрөҫ булһын өсөн тәһәрәт алынғандан һуң аяҡтың таҙа булып ҡалыуы һәм аяҡ кейеменең сиселмәгән булыуы шарт. Икенсе юлы тәһәрәт алғанда шул осраҡта мәсех ҡылыу ғына етә. Ҡайһы бер мәҙһәбтәрҙә мәсехте бер тәүлек дауамында, ә мосафирҙарға юлда булғанда 3 көн рөхсәт ителә[1].

Аяҡ кейеме күн йәки кейеҙ табанлы, 1 сәғәт дауамында йәйәү барғанда тишелмәҫлек булырға тейеш. Аяҡ кейеме тәнгә еткерә тейеп торорға тейеш, эре тишектәр рөхсәт ителмәй. Өй шарттарында ҡалын йөн ойоҡбаштарға мәсех ҡылырға мөмкин, йоҡа ойоҡбаштарға мәсех рөхсәт ителмәй. Мәсех уң аяҡ кейеменә — уң ҡул, һул аяҡ кейеменә һулы менән ҡылына, яҡ осонан үҙеңә табан йүнәлдереп һөртөлә. Аяҡ кейеме сиселеп китһә йә уның аша һыумы, бысраҡмы инһә, мәсех ҡылыу дөрөҫ булмай[1].

Ситеккә мәсех ҡылу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халҡының милли аяҡ кейемдәренән ситекте дин әһелдәре, намаҙ уҡыусылар иң йыш ҡулланған, сөнки уға мәсех ҡылырға мөмкин булған. Ситекте ғәҙәттә күн ҡата, һуңғараҡ калуш эсенән кейгәндәр һәм ул бысранмаған.Уны йоҡа күндән, оҙон ҡуныслы, үксәһеҙ итеп теккәндәр. Ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа кейгән [2].

Ситек татар халҡында һәм Урта Азия халыҡтарында осрай.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. - Мәскәү, 1993. - 210-сы бит

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Али-заде, А. А., 2007
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. - Мәскәү, 1993. - 210-сы бит

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Али-заде, А. А. Мәсех (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.