Ситек
Ситек — башҡорт халыҡ аяҡ кейеме төрө. Ул йоҡа күндән тегелгән, ҡуңысы оҙон, үксәһеҙ итеп тегелгән. Йышыраҡ сәхтиән күндән тегелгән. Ситекте дин әһелдәре, намаҙ уҡыусылар иң йыш ҡулланған, сөнки уға мәсех ҡылырға мөмкин булған. Ситекте ғәҙәттә күн ҡата, һуңғараҡ калуш эсенән кейгәндәр һәм ул бысранмаған. Уны йоҡа күндән, оҙон ҡуныслы, үксәһеҙ итеп теккәндәр. Ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа кейгән[1].
Башҡорттар өй эсенә урамда йөрөй торған аяҡ кейеме менән инмәгән, ситек иһә өй эсендә кейеү өсөн ҡулланылған, ә урамға сыҡҡанда ҡата, калуш эсенән кейгәндәр.
Ситек татар халҡында һәм Урта Азия халыҡтарында осрай.
Башҡорт телендә осраған ситек атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сафьян (сәхтиән) ситек
- Ҡузырлы ситек
- Сәмсәле ситек
Сафьян, йәки сәхтиән — кәзә, һарыҡ тиреһенән бик йомшаҡ, төрлө төҫтә итеп эшләнгән йоҡа күн. Ҡузырлы ситектәр — биҙәк яһап тегелгән, сәмсәле ситектәр — ҡусҡарлап биҙәкләп сигелгән ситектәр.
Ҡатындың аяғында бейек күтәрмәле сәмсәле ситек. С. Агиш |
Ситек һүҙе - ботаникала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда кәкүк ситеге тип аталған сәскә үҫә. Уның беҙҙә 4 төрө бар: күпкәк кәкүк ситеге, таплы кәкүк ситеге, ысын кәкүк ситеге, эресәскә кәкүк ситеге [3] .
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт теленең һүҙлеге.1-се, 2-се томдар. — Мәскәү, 1993.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- С. Н. Шитова , тәрж. М.В. Хәкимова. Ситек // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993. — 210-сы бит
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993.
- ↑ Кәкүк ситеге [1] 2016 йыл 6 апрель архивланған.