Башҡорт фольклоры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡорт фольклоры — башҡорт халҡының хеҙмәт, йола һәм көнкүреш йырҙары, әкиәт, легенда-риүәйәт, ҡобайыр һ.б. бихисап жанрҙарҙы тәшкил итеүсе халыҡ ижады.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт фольклоры быуаттар һуҙымында барлыҡҡа килеп, быуындан быуынға тапшырыла килгән. Уны ижад итеүселәр һәм халыҡҡа еткереүселәр — сәсәндәр, йырауҙар, халыҡ йырсылары һ.б. булған.

Башҡорт фольклорының үҙәгендә боронғо башҡорттарҙың тәбиғәткә булған ҡарашы, рухи ҡиммәттәре, уй-кисерештәре, теләк-хыялдары сағылдырылған. Фольклор улар өсөн танып белеү сығанағы ролен үтәгән.

Фольклорҙың төп үҙенсәлектәре булып уның импровизация рәүешендә ижад ителеүе, телдән-телгә күсеп йөрөүе, коллектив рәүештә башҡарылыуы, күп вариантлы булыуы һанала.

Башҡорт фольклорының төп жанрҙары: ҡобайыр, әкиәт, көләмәс, мәҫәл, лаҡап, риүәйәт, легенда, мәҡәл, әйтем, йомаҡ һ.б.[1]

Халыҡтың социаль-көнкүреш эшмәкәрлегенә бәйле башҡорт фольклоры йола фольклорына, балалар фольклорына һ.б. бүлеп йөрөтөлә.

Башҡорттарҙа йыр фольклоры айырыуса бай. Шаян йырҙар, бейеү һәм уйын йырҙары һәр төрлө ял итеү һәм күңел асыу кисәләрен оҙата барған. Башҡорт фольклорында шулай уҡ таҡмаҡтар һәм бәйеттәр киң таралған. Бәйеттәр башлыса фажиғәле ваҡиғаларға бағышлап сығарылған. Шундай бәйеттәрҙең береһе булған «Саҡ менән Суҡ» әҫәрендә әсә ҡарғышына дусар ителгән ике туған тураһында бәйән ителә. Башҡорт фольклорында табышмаҡ, әйтем, мәҡәл, һынамыш, йомаҡ кеүек бәләкәй жанр формалары ла таралған.

Башҡортостан Республикаһында фольклорға арналған түбәндәге йыйынтыҡтар донъя күрҙе:

  • «Башҡорт халыҡ ижады» (томлыҡта башҡорт фольклоры жанрҙар буйынса системалаштырылған, барлығы 18 том сығарылған).
  • Йырҙар һэм бәйеттәр (1981);
  • Әкиәттәр, риүәйәттәр, хикәйәләр. Сәсәндәр ижады (1982).

Башҡорт фольклорын йыйыусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт фольклорын беренселәрҙән булып П. Рычков, П. Паллас, И. Лепехин, И. Георги, В. Татищев (XVIII б.), Т. Беляев, П. Кудряшов, А. Пушкин, В. Даль, Л. Суходольский, А. Бессонов (әкиәттәр), М. Буранғолов («Урал батыр» эпосы) кеүек яҙыусылар һәм ғалимдар, музыкаль фольклорҙы — композитор А. Алябьев, Т. Шуберт, С. Рыбаков (XIX б.), И. Салтыков, Л. Лебединский, Л. Атанова һ.б. туплай башлай. Башҡорттар араһынан С. Күкләшев, М. Биксурин, Ю. Әминев, Б. Юлыев, М. Өмөтбаев, Ф. Туйкин, М. Буранғолов, М. Ғафури, Ш. Бабич һ. б. кеүек киң билдәле фольклор йыйыусылар үҫеп сыға.

Башҡорт фольклорын йыйыу, системаға һалыу һәм баҫтырып сығарыу өлкәһендә түбәндәге исемлектәге шәхестәр ҙә ҙур өлөш индерә:

  • Ғәбит Арғынбаев (Ғәбит сәсән) — «Урал батыр», «Иҙел һәм Яйыҡ», «Аҡбуҙат», «Күсәк бей», «Батырша», «Ҡараһаҡал», «Юлай һәм Салауат», «Һары мулла» эпик әҫәрҙәрен яҙып ала.
  • Мөхәмәтша Буранғолов «Башҡорт легендалары», «Батырҙар тураһында эпостар» хеҙмәттәре менән билдәле. Халыҡтан күпләп эпос, әкиәт, йыр һәм ҡобайырҙар, шул иҫәптән мәшһүр «Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпостарын, «Алпамыша» әкиәтен яҙып алған.
  • Кирәй Мәргән (Кирәев Әхнәф Н.) — «Һуғыш фольклоры», «Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары» китаптарының авторы.
  • Әхнәф Ибраһим улы Харисов — «Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы» (1965—1973) монографияһының авторы.

Фән[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт әҙәбиәт ғилемендә фольклорҙың идея-эстетик әһәмиәте, уның күп төрлө формалары, әҙәбиәт менән бәйләнеше, халыҡ ижады жанрҙарында башҡорттарҙың тормош-көнкүреше, халыҡтың рухи донъяһының сағылышы ентекле өйрәнелә.

«Үгеҙ», «Ҡотлобикә һәм Ҡотлояр», «Ҡара эт», «Йылан батыр» исемле башҡорт әкиәттәрендә «Тыйыу — тыйыуҙы боҙоу — яза» тигән сюжет ойоштороусы мотивтар сылбыры осрай. Был сылбыр әкиәт сюжетын динамик рәүештә үҫтереүгә булышлыҡ итә, хикәйәләүгә мажаралы төҫ биреп, уҡыусыларҙа әкиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Бындай сылбырҙар донъялағы күп халыҡтарҙың фольклорында йыш ҡулланыла.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хуббитдипова Н. А. Башкирский фольклор в литературе 13-19 веков. Творческое освоение его мотивов, сюжетов, образов, традиций в башкирской литературе и произведениях русских писателей 19 века. Уфа. 2013. Автореферат докторской диссертации.
  • Зарипов Н. Т. Научный свод башкирского фольклора // Башкирский фольклор. Исследования последних лет. Уфа, 1986.
  • «Башкирское народное творчество» в 12 томах. Изд. Китап. т. 1 — Эпос. (1987); т. 2 — Предания и легенды. (1987); т. 3. — Богатырские сказки. (1988); т. 4 — Волшебные сказки, сказки о животных. (1989); т. 5 — Бытовые сказки. (1990); т. 6 — Шуточные сказки и кулямасы. (1992); т. 7 — Пословицы, поговорки, приметы и загадки. (1993); т. 8 — Песни. (1995);
  • Надршина Ф. А. Исторические корни башкирских преданий и легенд //Башкирский фольклор: исследования последних лет. Уфа, 1986;
  • Аминев З. Г. Пространственно временные представления в традиционной культуре башкир. Уфа, 2006.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]